Rahmatulla BulyakanovИлаһи башҡорт иленең мәшһүр ҡурайсылары араһында Рәхмәтулла Бүләкәнов тигән ғәжәйеп бер фигура бар. Башҡорт халыҡ музыка сәнғәте тарихында Урал аръяғындағы халыҡ ҡурайсыларының быуаттар төпкөлөнән килгән традицияларын дауам итеүсе булараҡ танылған оҫта музыкант тип беләләр уны. Радио аша ла, концерт-кисәләрҙә лә бик яратып тыңлай торғайныҡ, тип хәтерләй уны замандаштары. Үҙе иһә йор һүҙле, юмор яратыусы изге күңелле кеше булған, тиҙәр.

Сөләймән Абдуллиндың өлкән замандашы, дуҫы хаҡындағы яҙмаларға туҡталып үтәйек. “Рәхмәтулла Ғөбәйт улы Бүләкәнов 1909 йылда хәҙерге Баймаҡ районы Мостай ауылында донъяға килгән. Әсәһе Ғилмияза алтмышынсы йылдар башында, һикһән биш йәштәр тирәһендә, Өфөлә Рәхмәтулла ҡулында вафат була. Әммә атаһы бик иртә донъя ҡуя. Атай таянысынан йәшләй мәхрүм ҡалғас, Рәхмәтуллаға, бәләкәс туғандарының (улар дүртәү була) тамаҡтарын туйҙырыу өсөн, Түбә руднигына эшкә урынлашырға тура килә. Ә 1930 йылдың көҙөндә әрме сафына алына. Буласаҡ ҡурайсы сик буйы ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт итә. 

Кесе йәштән үк эшкә егелгән Рәхмәтуллаға белем алыу форсаты тәтемәй. Ул үҙ алдына уҡырға, яҙырға өйрәнә. Йәштән үк ҡурайҙа уйнарға әүәҫ була. Үҙенең яҙмаларынан күренеүенсә, атаһы уға йыш ҡына: “Һай, улым, маладис! Шулай атай-олатайҙарҙың данын дауам ит, ҡурайҙы ныҡлап өйрән, ташлама”, - тип әйтә торған булған. 

Әрменән ҡайтҡас, рудникта эшләүен дауам итә егет кеше. Һәм бер мәл ниндәйҙер йомош менән Өфөгә юллана. Вокзалда төн уҙғарып, иртә менән баш ҡала буйлап сәйәхәткә сыҡҡан Рәхмәтулла Башҡорт опера һәм балет театры бинаһы янына килеп сыға. Егеттең ҡурай тотоп тороуын шәйләп, кемдер уны театр эсенә саҡырып индерә һәм ҡурайҙа уйнап ишеттереүен һорай. Рәхмәтулла “Урал”ды уйнап ебәреүе була, уның эргәһендә халыҡ йыйылып китә. Тулы ғына кәүҙәле ағай янына килеп, егеттең ҡайҙан килеүе, кем булыуы хаҡында ҡыҙыҡһынырға тотона. Ул данлыҡлы драма артисы Ғималетдин Минһажев булып сыға. Башҡорт дәүләт драма театры опера театры менән бер бинала урынлашҡан булғандыр, күрәһең. Минһажев Бүләкәновты фатирға урынлаштыра. Рәхмәтуллаға иртәгеһен Луначарский исемендәге баҡсала уҙасаҡ концертта ҡатнашырға тәҡдим итәләр. Бында ул таныш яҡташтарын тап итә. Концертта ул ҡурай тартып, Бәҙәр Йосопованы “Заһиҙә” көйөнә бейетә. Һуңынан үҙе генә ҡурайҙа уйнап ишеттерә; Ғималетдин Минһажев менән дә береһе ҡурайҙа, икенсеһе тальян гармунда сығыш яһайҙар. Концертта бик күп артистар ҡатнаша. Яҙыусыларҙан Булат Ишемғолов, Мөхәмәтша Буранғолов, Ҡадир Даян, Әхтәм Ихсан һ.б. була. Бүләкәновҡа Өфөлә ҡалырға тәҡдим итәләр. Рәхмәтулла Баймаҡҡа ҡайтып, бер нисә көн торғандан һуң, яңынан баш ҡалаға килә. Ҡурайсыға Өфөнөң Карл Маркс урамындағы крәҫтиәндәр йортонан бәләкәй генә бүлмә бирәләр. Ул ваҡытта филармония ҡурайсыларға ҡытлыҡ кисергәнлектән, Бүләкәновты шунда эшкә саҡыралар. Ул яңы ойошторолған Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә хеҙмәт юлын башлай. Ҡурайсы бейеү ансамбле менән бер нисә тапҡыр СССР-ҙы иңләп-буйлап йөрөп сыға. Ансамбль Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фронт концерт бригадаһы составында Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары алдында сығыш яһай.

Башҡортостан радиоһы фондында Рәхмәтулла Бүләкәновтың күп кенә яҙмалары һаҡлана. Ул боронғо тарихи йырҙарҙы ниндәй алымдар менән башҡарырға, ҡайһы тауышҡа (бас, баритон, сопрано), ниндәйерәк боролоштар талап ителеүен яҡшы төшөнә һәм башҡаларға ла өйрәтә ине. Үҙе алсаҡ йөҙлө, керһеҙ күңелле кеше булды,“- тип яҙа Сөләймән Абдуллин үҙ иҫтәлектәрендә танылған ҡурайсы хаҡында.

Рәхмәтулла Бүләкәнов иҫтәлектәрендә үҙенең бала сағы, Ирәндек буйҙарында, йәмле тәбиғәт ҡосағында булып үткән көндәлек ваҡиғалар тураһында айырыуса тәьҫирләнеп яҙа. Ҡурайсы оҙон ғүмер юлы үтә. (Ул 1981 йылда Өфөлә яҡты донъя менән хушлаша). Уға бик күп хәүефле хәлдәрҙе кисерергә тура килә, ғүмеренең ҡыл өҫтөндә ҡалған саҡтары була. Әммә барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы ла имен-аман йырып сыға. Бүләкәновтың хәтирәләрендә бәләкәй сағында атаһының һәм Шәйхислам исемле ике туған ағаһының ҡурай уйнаған саҡтары, атаһына эйәреп Ирәндеккә бесән сабырға барыуҙары бик йәнле итеп тасуирлана. Дәфтәрҙә уның ике шиғыры ла бар.

Рәхмәтулла Бүләкәновтың бесән ваҡытында үләндән ҡурай яһап уйнай башлауы ете-һигеҙ йәшлек саҡтарына тура килә. Шул йәшенән алып ҡурайҙы ҡулынан төшөрмәй. Ун бер-ун ике йәштәрҙә күп кенә көйҙәрҙе уйнап, бейеүселәрҙе бейетеп йөрөрлөк шәп кенә музыкант булып китә. Ун ике йәшендә оҙон ҡыш буйы һыуыҡта, бурандарҙа бер үҙе өс хужаның йылҡы малдарын көтә. Өс йыл рәттән (1923, 1924, 1925 йылдар) һалда аға. Шул мәлдә бүрәнә араһына ҡыҫылып ҡалған Рәхмәтулланы иптәштәре саҡ ысҡындырып ала. Икенсе бер осраҡта ла, ташып аҡҡан йылғала һал аҫтына китте тигәндә, ҡулынан тартып алып, үлемдән ҡотҡарып ҡала дуҫтары. Хәүеф менән күҙмә-күҙ осрашыуҙары бынан алда ла, бынан һуң да аҙ булмай. Бала сағында, ҡурай уйнарға өйрәнгәс, Ирәндек итәгендәге тау араларында ялан аяҡ, ялан баш, күлдәксән генә көйө ҡурай эҙләргә сығып китә. Йөрөй торғас, бер өйкөм булып үҫкән ҡайын ағастарын урап ҡына үтеүе була, өҫтөнә ырғырға тип аңдып ятҡан һеләүһен янына барып сыға. Аралары ике метр самаһы ғына. “Шып туҡтаным. Һеләүһендең ике күҙе миндә, минеке– унда. Уға ҡарай-ҡарай, күҙемде алмайынса, артҡа сигенә башланым. Артым менән сигенә-сигенә ағаслыҡты урап ҡына әйләндем дә, боролоп, йүгереп тау битенә сығып киттем. Һеләүһен урынынан ҡымшанманы. Әгәр ҙә шул ваҡытта тағы бер аҙым алға атлаған булһам, йыртҡыс, һис шикһеҙ, миңә ташланыр ине.”

Йәнә бер эпизод. Рәхмәтуллаға туғыҙ йәштәр тирәһе булғандыр. Бер кисте йәйләүҙә һарыҡ-кәзә көтөүе эргәһендә, аулаҡта, оҙаҡ ҡына ҡурай уйнап ултыра-ултыра ла, бер аҙға туҡтап ҡала. Шул мәлдә тороп баҫыуы була, бер бүре быға ташланған еренән терәлеп тигәндәй үтеп китә…

Ҡурайсының күңелендә һаҡланған бына ошондай иҫтәлектәр уның ижадының үҙенсәлеген дә, һоҡланып туя алмаҫлыҡ тәбиғәтен дә билдәләй.

Үрҙә телгә алыныуынса, Рәхмәтулла 1928 йылда Түбә руднигына эшкә урынлаша. Ике йыл шахтала эшләп, төрлө бәлә-ҡазаларҙан иҫән-һау ҡалып, 1930 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Украинаның Изославль ҡалаһында, үҙе яҙғанса, Унынсы кавалерия Верхнеуральск Червон казак Башҡорт полкында туғыҙ айлыҡ полк мәктәбендә уҡый. Бында ул ат уйынында ла, төҙ атыуҙа ла оҫталыҡ күрһәтеп, һәммәһен дә аптырашта ҡалдыра. Көнбағыш һабағының эсен таҙартып, ҡурай яһап алып, көн дә кис урыҫын да, башҡортон да бейетә. Артабан Монголия сигендә хеҙмәт итә. Бында инде оҫта снайпер булып таныла. 1933 йылда армиянан ҡайтып, ике йыл милиционер була, бер йыл Баймаҡ янғын һүндереү командаһында эшләй. 1936-1940 йылдарҙа - йәнә шахтер.


“1941 йылда Сибай шахтаһында эшләп йөрөгән еремдән Өфөгә саҡыртып алдылар... Һуғыш башланғас, хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ булып тороп ҡалдым. Сөнки шахтанан сыҡҡас бер нисә мәртәбә приступ булып, һуҡыр эсәккә операция яһанылар. Эсемдән беләк буйы эсәккә тулған ҡап-ҡара таш алдылар,”- тип яҙа Рәхмәтулла Бүләкәнов. Был ваҡытта ҡурайсы Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләп йөрөгән була. Филармонияла ул оҙаҡ йылдар буйы, хатта хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да, эшләй. Ә 1943 йылда, дүрт ай буйы фронтта концерт ҡуйып йөрөгән ваҡытта, артистар ултырған машина минаға эләгеп шартлай, унда ла Хоҙайҙың мәрхәмәте менән һау ҡала арҙаҡлы ҡурайсы. Ансамбль менән 1947 йылда – ете ай, 1948 йылда һигеҙ ай буйы Алыҫ Көнсығышта хәрби частарҙа концертар биреп, Владивостокка, Сахалинға, Камчаткаға тиклем барып етеп, оҙайлы сәфәрҙәрҙә йөрөп ҡайталар.

1948 йылғы гастролдәр ваҡытында Бүләкәнов, климат шарттарына яраҡлаша алмайынса, ауырып китә. Ҡаты штормдар ваҡытына Сахалиндан Камчаткаға, унан Владивостокка әйләнеп килгәс, бөтөнләй хәлдән тая, уны дауаханаға һалалар. Ансамбль бында бер ай буйы концерттар биреп, Башҡортостанға ҡайтыр ваҡыт етә. Ә ауырыуҙың хәле һис кенә лә яҡшырмай. Шул ваҡыт Рәхмәтулла ансамблдең директорына: “Мин бында ҡалһам, үләм. Төшөмдә күрҙем, - ти. - Үҙебеҙҙең тыуған яҡтың ярты стакан һыуын эсһәм, йүнәләм икән, тип күрҙем.” Табиптың ҡушыуы буйынса, поезд ҡуҙғалып китергә егерме минут ҡына ҡалғас, Рәхмәтулланы носилкала күтәреп вагонға алып килеп, ҡайтыу юлына сығалар. Поезд Владивостоктан Өфөгә ун ике тәүлек килә икән. “Иптәштәр вагонда минең башты күтәреп, ашатып-эсереп киләләр,- тип яҙа ул үҙе. – Мин йөҙтүбән ятам. Юлда ете-һигеҙ көн үткәс, бер мәлде иртән ҡалҡып торҙом да ултырҙым. Иптәштәр был хәлде күреп аптырашта ҡалды. Шулай итеп, үҙебеҙҙең яҡтың һауаһын һулап, арыуланып, йүнәлә башланым...”

Рәхмәтулла Бүләкәновтың иҫтәлектәрендә “Союзда ҡурай уйнап үткән ҡайһы бер ҡалалар” тигән бүлек тә бар. Ҡурайсы бында 1947 йылдан алып 1975 йылға тиклем Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле составында гастролдәрҙә булып үткән республикаларҙың һәм ҡалаларҙың исемдәрен атап үтә. Бына ул исемлек: Украина, Урта Азия (шул иҫәптән Ташкент ҡалаһы, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан), Ҡаҙағстан, Мәскәү, Ленинград, Тбилиси, Краснодар крайы, Новокузнецк, Сахалин, Камчатка, Чукотка, Владивосток, Иркутск, Новосибирск, Барнаул, Силәбе, Литва, Латвия, Эстония һ.б. Сит илдәрҙән – Чехословакия. Был гастролдәрҙә уның ҡурай моңона, йә булмаһа ҡурай һәм баянсылар оҙатыуында М. Иҙрисов “Байыҡ”ты, М. Иҙрисов, Ә. Фәхретдинов, З. Исмәғилев “Өс таған”ды, Р. Туйсина “Заһиҙә”не һ.б. бейейҙәр. Концерттарҙа ҡурай моңон айырым да уйнап ишеттерә. Уны һәр ерҙә алҡышлап та, яратып та, ғәжәпләнеп тә ҡаршы алалар. Башҡортостан радиоһындағы яҙмалар араһында, төрлө йылдарҙа сыҡҡан грампластинкаларҙа Мәғәфүр Хисмәтуллин, Сөләймән Абдуллин, Ғата Сөләймәнов, Әсмә Шайморатова, Хәбир Ғәлимов, Рәшиҙә Әхмәҙиева, Фәниә Хәлитова, Зәки Мәхмүтов һымаҡ атаҡлы йырсыларҙың Рәхмәтулла Бүләкәновтың ҡурайына ҡушылып йырлаған күп кенә йырҙары һаҡлана.

Рәхмәтулла Бүләкәнов үҙенең репертуарындағы ҡурай көйҙәренең исемлеген дә төҙөп яҙып сыҡҡан. 105 көй һәм шуларҙың күпселеге – башҡорт халҡының классик оҙон көйҙәре! Был бит әле уның бары тик концерт репертуары ғына. Ул белгән һәм уның үҙ алдына, үҙенең зауығы өсөн генә яратып уйнаған көйҙәре лә бихисап булған. Ә исемлектә иһә иң элек ошондай әҫәрҙәр атап әйтелә: “Урал”, ”Буранбай”, ”Шаһибәрәк”, ”Ғилмияза”, ”Тәфтиләү”, “Ҡаһым түрә” , “Сибай”, “Бейеш”, “Сәлимәкәй”, “Төйәләҫ”, “Ҡолой кантон”, “Баяс”, “Ғайса ахун”, “Илсе Ғайса”, “Кәмәлек”, “Таштуғай”, “Аҡмәсет”, “Томан”, “Зөлхизә”, “Һандуғас”…

Күренеүенсә, Рәхмәтулла Бүләкәновтың исеме беҙҙең дәүерҙең иң күренекле, иң оҫта ҡурайсылар, халыҡ музыка сәнғәтенең иң сағыу йондоҙҙары рәтенә ҡуйылырға тейеш. Уның илһамлы моңо, уның рухы, ул уйнаған башҡорт көйҙәре халҡыбыҙҙың йөрәк түрендә йәшәй.

Рәшит Шәкүрҙең “Ағиҙел” журналында донъя күргән (1995 йылдың 4-се һаны) “Эй һайрай ҙа һуң һабантурғай…” очеркын, “Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедия”ны файҙаланып, Миләүшә Ҡасимова әҙерләне.
"Шоңҡар" журналы, №4, 2010 йыл.
Арыштың хисабы һуҡҡас беленер