Karim DiyarovҠурай сәнғәте тарихында исемдәре алтын хәрефтәр менән уйылған шәхестәр араһында Кәрим Дияров лайыҡлы урын биләй.

“Борондан традицион ҡурайсы көйҙө уйнар алдынан тарихын һөйләр, төрлө ырыуҙарға, төбәктәргә хас варианттарын уйнап ишеттерер, йырға һалынһа йырлар, бейеү көйө икән, халыҡ һораһа, бейеп тә күрһәтер булған. Шулай итеп, ҡурайсымын тигән ир аҫылы, ҡурайҙа уйнау маһиры булыу менән бергә, тарихсы ла, фольклорсы ла, йыраусы ла, бейеүсе лә һәм, хатта, йыш ҡына сәсән дә булған.

 

 

Халыҡ ҡурайсы исемен лайыҡлыларға ғына биргән. Ә Кәрим Мөхәмәҙиә улы Дияров иһә ысын мәғәнәһендә ҡурайсы булды. Ул тарихын бәйән итеп, көйөн уйнап, йырын йырлап магнитофон таҫмаһына яҙҙырып ҡалдырған 120 яҙма Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фондында, тиҫтәнән ашыуы Башҡортостан радиоһы фондында һаҡлана, ете тиҫтәнән ашыу әҫәрҙең тарихы, легенда-риүәйәттәре, ноталары, йыр текстары китапта баҫылып сыҡты (Кәрим Дияров. Сал Уралдың моңдары. Төҙөүселәре - Р. Шәкүр, Ф. Камаев. Өфө, 1988). Башҡорт бейеүе белгесе Лидия Нагаеваның “Көнсығыш башҡорттары бейеүе” (Мәскәү, 1981) тигән монографияһында Кәрим ағайҙың башҡорт бейеүе тураһындағы һүҙҙәре килтерелә.

БАССР-ҙың 50 йыллығы кеүек ҙур байрамдарҙа, ғәҙәттә, райондарҙан ҡурайсыларҙы йыйып, Өфөнөң, Мәскәүҙең, Ленинградтың, башҡа ҙур ҡалаларҙың оло сәхнәләренә сығара торғайнылар. Йыйылма ансамблгә етәкселек итеүселәр Көньяҡ Урал райондары ҡурайсыларының танылған лидеры Кәрим Дияровтың ярҙамына таянғанын иҫләүселәр бөгөн дә күп әле. Асылда, Кәрим ағай һәр урында ҡурайсы-педагог булып ҡалды. Аҡыллыға ишара, тигәндәй, урынында, ваҡытында әйтелгән дөрөҫ кәңәш халыҡ музыкантының ижади эҙләнеүҙәренә дөрөҫ йүнәлеш бирә, һәм байтаҡ өлкән быуын ҡурайсылары Кәрим ағайҙы үҙенең остазы һанай икән, был һис тә ғәжәп түгел,” - тип яҙа Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов “Башҡортостан” гәзите биттәрендә (2000 йыл, 27 ғинуар, № 15 (23027).

Кәрим Мөхәмәҙиә улы 1910 йылдың 15 ғинуарында Баймаҡ районының Басай ауылында, ете малай, өс ҡыҙ тәрбиәләгән ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Үҫә төшкәс, байҙарға йылҡы көтөргә ялланған. Шул осорҙарҙа, 6-7 йәшлек кенә сағында, ул ҡурай тартырға өйрәнә башлай. “Көтөү көткәндә йырлап, ҡурайҙа уйнап ебәрһәң, күңелең күтәрелеп, ҡанатланып китәһең. Ололар миңә 8-9 йәштәр самаһы сағыңдан уҡ шәп ҡурайсы булдың, тип әйтерҙәр ине, әммә үҙем был һүҙгә ышанып етмәйем. Ә бына 15-16 йәштәрҙә ысынлап та күп көйҙәрҙе ярайһы ғына һәйбәт уйнай инем”, - тип һөйләр булған ул һуңғараҡ үҙ уҡыусыларына.

Кәрим Дияровтың тыуған яғы – башҡорт халҡының йыр-моңо, рухи, мәҙәни донъяһы ғәйәт тотороҡло һаҡланған төбәк. “Бала сағынан уҡ береһенән-береһе һәләтлерәк халыҡ ҡурайсыларын, йырсы-сәсәндәрен күреп, ил хәтерен, илдең күңел байлыҡтарын һеңдереп үҫә йәш ҡурайсы. Замандаштары Бирғәле сәсән Ибраһимов, Ғәбит сәсән Арғынбаев һәм уның туғаны Әбәйт ҡурайсы, Сөнәғәт Байбулов, Хизбулла Мөхәмәтҡолов, ағалы-ҡустылы Ғәлимйән һәм Хәмит Әхмәтовтар уға дәрт-дарман биреп тороусы булғандарҙыр” (Ришат Рәхимов, “Халыҡтыҡын халыҡҡа ҡайтарҙы” мәҡәләһе, “Башҡортостан” гәзите, 2010 йыл). “Ҡурай уйнарға Абдрахман Басаев тигән оҫтанан өйрәндем, - тип һөйләгәндәре уҡыусылары хәтерендә уйылып ҡалған. – Ул бик шәп ҡурайсы булды, күп көйҙәрҙе белде. Ауылда берәй мәжлес булһа, яҡшы ҡурайсыны күрер, көйөн отоп алыр өсөн, тирмә кейеҙен тишеп, бармаҡтары нисек йөрөгәнен ҡарап торор инем.”

Бәләкәйҙән белемгә ынтылған отҡор Кәрим 1924 йылға тиклем үҙ ауылында башланғыс белем ала, 1925-1929 йылдарҙа уҡыуын Темәстә дауам итә. Бында егет тарихсы һәм ҡурайсы Әбүбәкер Хөсәйенов менән таныша һәм унан көйҙәр өйрәнә, тарихтарын яҙып ала (“Йәйәүле Мәхмүт”, “Таштуғай”, “Ишҡол”, “Еҙ үксә” (“Сабираҡай”) һ.б.).

Был йылдарҙа ул ҡурайҙа уйнау таһыллығын камиллаштыра. Һәр төрлө мәжлестәрҙә, мәҙәни сараларҙа ҡатнаша. Күрше-тирә ауылдарға сығып, маһир ҡурайсылар, йырсылар, тарихсылар менән аралаша, тыуған төйәгенең тарихын, йыр һәм көйҙәрен, риүәйәттәрен өйрәнеп, уларҙы ҡағыҙға теркәй бара.

Кәрим Дияров 1929 йылда юғары белемгә эйә булыу маҡсаты менән Өфөгә килә. Әҙерлек курстары үткәндән һуң Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Белем алыу осоронда ул Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, ҡурайсы, бейеүсе Ғиниәт Ушанов, композиторҙар Хәбибулла Ибраһимов, Солтан Ғәбәши, Мәсәлим Вәлиев, Александр Ключарев, данлыҡлы йырсы, композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтовтар менән танышып, аралашып йәшәй. Талантлы студентты Ғәзиз Әлмөхәмәтов аккомпаниатор итеп Башҡортостан райондарына, илебеҙҙең төрлө ҡалаларына йәйге гастролдәргә алып йөрөй. Шулай итеп, буласаҡ ҡурайсы бай тормош тәжрибәһе туплай. Ғиниәт Ушановтан күп кенә йыр һәм көйҙәр өйрәнә. Улар араһында “Ҡарт Байыҡ” йәки “Ушан Байығы”, “Кинйәбай Байығы”, “Урман Байығы”, “Хәйбулла Байығы”, “Турат сағылы”, ”Уҙған ғүмер”, “Баяс”, “Ильяс”, “Ҡалды” әҫәрҙәре бар.

Кәрим Дияров 1942 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Яу йылдарында һалдат Ирәндек ҡурайын һәр саҡ ҡынында йөрөтөр булған тиҙәр.

Һуғыштан һуң, хаҡлы ялға саҡлы, Баймаҡ районы мәктәптәрендә физика һәм математика уҡытыусыһы булып эшләй. Унан дүрт тиҫтә йыл Ниғәмәт урта мәктәбендә уҡыта. Тәүге хеҙмәт көндәренән үк уҡыусыларҙа, үҫмерҙәрҙә ҡурайға һөйөү тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Шулай уҡ район күләмендә лә ҡурайсылар ансамбле етәксеһе булып сығыш яһай. 60-сы йылдарҙа иһә уның башҡарыуында башҡорт халыҡ көйҙәре һәм уларҙың тарихтары урта мәктәптәр өсөн фонохрестоматияларға индерелә.

“Көньяҡ Урал, Ирәндек буйы ҡурайсыларының быуаттар төпкөлөнән, быуындан быуынға килгән һоҡланғыс ижади тәжрибәһен, ижади эстафетаһын йөрәгендә һәм зиһенендә һаҡлап, яңыртып, беҙҙең көндәргә тиклем килтереп еткергән, үҙенең уҡыусыларына өйрәтеп, изге мираҫ итеп ҡалдырған атаҡлы халыҡ музыканты ул Кәрим Дияров, - тип уҡытыусыһы хаҡында хәтирәләр менән уртаҡлаша Рәмил Хәсәнов (“Башҡортостан”, 2000 йыл, 2 сентябрь). - Атай-олатайҙар мираҫын айырыуса ҡәҙерләп һаҡлаған Ирәндек буйы ҡурайсыларының ғәжәп үҙенсәлекле бер алымы бар. Ул халыҡ телендә күкрәккә һалып уйнау тип атала. Күкрәккә һалып уйнағанда, ҡурай моңона ҡушылып, уға фон, йәм биреп, өр-яңы биҙәктәр өҫтәп бер тауыш урғылып сыға. Кәрим Дияров ошо боронғо алымды бәләкәй сағынан уҡ ишетеп, өйрәнеп, таҙа саф килеш беҙҙең көндәргә килтереп еткереү миссияһын үтәне. Бөгөнгө көндә уның уҡыусылары - Башҡортостандың халыҡ артистары Ришат Рәхимов, Юлай Ғәйнетдинов, бер туған ағалы-ҡустылы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рауил, республика, район конкурстары лауреаттары Рәмил һәм Рәил Хәсәновтар уның ижадын, мираҫын дауам итеүселәр”.

“Ҡурайсы Кәрим Дияровтың башҡарыу оҫталығын юғары рухи күтәренкелек, эске хистәрҙең һәм тойғоларҙың тотанаҡлығы айырып тора. Дияровта халыҡ йырсыларына, ҡурайсыларына, тарихи эпик әҫәрҙәр һөйләүсе сәсәндәргә генә хас булған аҡыллылыҡ һәм юғарылыҡ бар. Ҡурайсы тарафынан башҡарылған көйҙәрҙең аныҡлығы һәм архитектоник теүәллеге, юғары техник оҫталыҡ, тойғоло, шул уҡ ваҡытта сабыр башҡарыу стиле шуны иҫбатлай ҙа инде. Ул халыҡ ижадына бөтөнләй ят булған “артистарса” уйлап сығарыуҙарға, ялған пафос ижады һәм ҡылансыҡланыуға ҡырҡа ҡаршы. Уның ижади идеалы – халыҡ йырының образлы матурлығын, көйөн, моңон, музыкаль-этнографик традицияларын һаҡлап башҡарыу. Эмоциональ моң байлығы, ҡурайсының ҡабатланмаҫ башҡарыу оҫталығы арҡаһында, илаһи бер поэтиклыҡ, лирик тойғолар, тормошсан юмор, энергия, эпик һүрәтләнеш һәм йола көйҙәренең гүзәллеген үҙ эсенә ала”, - тип ҡурайсы ижадына үҙ баһаһын бирә ”Ағиҙел” журналында Хәмзә Ихтисамов (1981йыл, № 8) .

“Ауылдаштары уны ихлас күңелле, эш һөйөүсән һәм ябай кеше итеп хәтерендә һаҡлай. Ҡатыны Фәрзәнә апай менән улар һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Фәрзәнә апай Кәрим ағайҙың ышаныслы тормош юлдашы, таянысы, оло терәге булды”, - тип иҫкә ала “Совет Башҡортостаны” гәзитендә Г. Сәлихова (1990 йыл, 8 август, №180 (20677). Ҡурайсы, һаулығы насарайып, 1986 йылдың ноябрендә яҡты донъя менән хушлаша. Халҡыбыҙҙың мәшһүр ҡурайсыларының береһе, Башҡортостаныбыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Кәрим Дияров хаҡында бары тик яҡты иҫтәлектәр генә йәшәй. Баймаҡ районының тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы директоры С. Бикеев яҙғанса (“Башҡортостан” гәзите, 1995 йылдың 4 апрель һаны), “Кәрим Дияровты хәтерләү генә түгел, йырҙарынан үҙенә һәйкәл ҡойорлоҡ!”

Миләүшә Ҡасимова әҙерләне.
"Шоңҡар" журналы, №6, 2010 йыл.
Эт ашаған еренә ҡайта