Борон заманда Ирәндек итәгендәге ауылдарҙың береһендә үҙенең яҡшылығы, аҡыллылығы менән дан тотҡан оҙон тороҡ, яҫы янбашлы, киң күкрәкле, таштан ҡаты йомро тояҡлы, ҡара-ҡола төҫтәге өйөр айғыры булған, ти. Ҡуйы маңлай сәсе күҙҙәрен ҡаплап, ҡалын ҡара ялы ергә һөйрәлеп, йомро бил һыртынан ҡойроҡ төбөнә тиклем ҡара һыҙатлы һәм суғым ҡойроғо ергә тейеп торған, ти.

Оҙаҡ йылдар өйөр айғыры булыуы арҡаһында уның тоҡомо ла күбәйеп, башҡа ырыуҙарға ла таралып киткән. Шуға күрә лә башҡорт йылҡылары күбеһенсә сысҡан һыртлы ҡара-ҡола төҫкә әйләнеп бөткән, ти.

Илде дошман баҫҡан саҡтарҙа, әлеге ҡола айғырҙы хужаһы эйәрләп менеп, уҡ-һаҙаҡтарын алып, биленә һөңгө тағып, дошман яуына ҡаршы сыға һәм дошманды тар-мар итеп еңеп ҡайта торған булған. Ләкин дәһшәтле яуҙарҙың береһендә ҡола айғырҙың тубығына дошман уғы тейә, ул ҡаты яралана. Ҡаты яралы булыуға ҡарамаҫтан, дошманды еңгәнгә тиклем яуҙа хужаһын оҫта алып йөрөгән, ти.

Дошман яуын тар-мар итеп ҡайтҡас, яралы тубығы йүнәлһә лә, айғыр мәңгегә аҡһаҡ булып ҡалған. Шуға күрә уны Аҡһаҡ ҡола тип йөрөткәндәр, ти. Күп йылдар үтеүгә Аҡһаҡ ҡола ҡартая. Ил өсөн хеҙмәте күп булды, үҙе үлгәнсе йөрөһөн әйҙә, тиҙәр ҙә 10—15-ләгән баш ҡыҫыраҡ бейә менән уны үҙ иркенә ҡырға тибенгә ебәргәндәр, шулай ҙа уларҙы һәр йыл һайын ҡайҙа йөрөгәнлектәрен белә-күрә йөрөгәндәр.

Йылҡылар, үҙ аллы бер нисә йыл йөрөгәндән һуң, күбәйеп киткәндәр, ти. Йәш айғырҙар үҫеп, ҡарт Аҡһаҡ ҡоланың үҙен ситләтә башлайҙар, тик Аҡһаҡ ҡола ҡайҙа барһа, бөтә йылҡылар ҙа уның артынан ҡалмаған.

Бер нисә йыл үткәндән һуң Аҡһаҡ ҡола өйөрө менән юҡ була ла ҡуя. Сабыуыллап йөрөп эҙләмәгән ер, һорашмаған кеше, йәүкәләмәгән ауыл ҡалмаған, һис тә таба алмағандар. Кеше йөрөмәҫ, кеше күрмәҫ ергә алып киткәндер инде Аҡһаҡ ҡола, тип уға асыу тотҡандар, ти ауылда.

akhak kola_diyarov
Атҡа ла менеп сабырға, ти, 
Эҙләп тә йөрөп табырға, ти, 
Аҡһаҡ та ҡола ла янда юҡ. 
Аҙҙырған да һин, аҡһаҡ, ти, 

Туҙҙырған да һин, аҡһаҡ, ти, 
Тәрирә-тирә-тирәрә, 
Тәрирә-тирә-тирөрә, —
тип Һамаҡлағандар, ти.

Икенсе йыл, йәйҙең матур көндәрендә, хужаның егет ҡорона тулған мөһабәт кәүҙәле улы, атына көмөш йүгән кейҙереп, көмөш ҡойошҡанлы эйәр алдынан көмөш күмелдекте ат түшенә тарттырып эйәрләп, уҡ-һаҙаҡтарын алып, Аҡһаҡ ҡола өйөрөн эҙләргә тип, икенсе ырыуҙар яғына сығып киткән. Ул күп ерҙәрҙе гиҙеп, ауылдан ауылға, йәйләүҙән йәйләүгә йөрөп, йылҡыларының төҫтәрен әйтеп һорашҡан, ләкин йылҡыларҙы бел-гән-күргән кеше булмаған, ти.
йөрөй торғас, был егет бер йылға буйында аҡ тирмәләр ҡороп теҙелеп ултырған йәйләү янына барып сыға һәм селтәр-ҡашмау кейгән бер һылыу ҡыҙҙың сылтырап аҡҡан йылғанан һыу алып торғанын күреп ҡала ла уның янына барып туҡтай, иҫәнләшә. Нәҙекәй билле, зифа буйлы һылыу ҡыҙ егеткә бер һирпелеп ҡарай. Ҡыҙҙың тулы йөҙөн күреп, уның һылыулығына таң ҡалып, һоҡланып ҡараған, ти егет. Ошо саҡ ҡыҙға ҡарата егеттә мөхәббәт тойғолары уянған. Ҡыҙ ҙа егеттең мөһабәт кәүҙәле, ғорур һынлы булыуын күреп һоҡланған һәм уға ғашиҡ булған. Ошо саҡ егет һылыу ҡыҙға һүҙ башлап, үҙенең бөрйән ырыуынан булыуын һәм юғалған йылҡыларын эҙләп йөрөүен әйткән, ти. Ҡыҙ егеткә һамаҡлап яуап ҡайтарған:

akhak kola2_diyarov

Ай, бай улы, бай улы, 
Ай, бай улы, бай улы! 
Яҡаларың ҡайыулы, 
Төшһәң, атың бәйләүле, 
Эсһәң, ҡымыҙ бешеүле, 
Ятһаң, түшәк йәйеүле. 
Аҡ сатырҙың эсендә 
Аҡ сәпсектәй уйнарбыҙ. 
Тәрирә-тирә-тәрирә, 
Тәрирә-тирә-тәрирә. 
Уйпат-уйпат ерҙәрҙә 
Тибен тибер ҡолонсаҡ, 
Сәсмәүҙәрен сылтыратып, 
Бейә һауыр киленсәк. 
Тәрирә-тирә-тәрирә, 
Тәрирә-тирә-тәрирә, —

тип үҙенең егет йортона килен булып төшөргә риза булыуын әйткән, ти.

Егет, ҡыҙҙың мөхәббәт һүҙҙәренә яуап итеп, ошоларҙы һамаҡлаған:
Ай, һылыу ҡыҙ, һылыу ҡыҙ, 
Ай, һылыу ҡыҙ, һылыу ҡыҙ! 
Атымдан мин төшөрмөн, 
һөҙһәң, ҡымыҙ эсермен. 
Аҡ сатырҙың эсендә 
Аҡ сәпсектәй уйнарбыҙ. 
Тәрирә-тирә-тирәрә, 
Тәрирә-тирә-тирәрә.

Уйпат-уйпат ерҙәрҙә 
Тибен тибер ҡолонсаҡ. 
Сәсмәүҙәрен сылтыратып, 
Бейә һауыр киленсәк. 
Тәрирә-тирә-тәрирә, 
Тәрирә-тирә-тәрирә. 

Юғалттым мин йылҡымды, 
Билдәленән бишәү юҡ: 
Тубығы тимгел туры юҡ, 
Сыңғыҙ ерән бейә юҡ, 
Сысҡан һыртлы ҡола юҡ, 
Сыбар ала тайы юҡ, 
Ялы ергә һөйрәтелгән 
Аҡһаҡ ҡола айғыр юҡ. 
Тәрирә-тирә-тәрирә, 
Тәрирә-тирә-тәрирә.

Ары ла саптым — тапманым, 
Бире лә саптым — тапманым. 
Урал тауын гиҙәмен, 
Тапмайынса ҡайтмайым. 
Тәрирә-тирә-тәрирә, 
Тәрирә-тирә-тәрирә.

Ошоноң Һуңында ҡыҙ егеткә:

Ай бай улы, бай улы, 
Яҡаларың ҡайыулы. 
Йылҡыңды мин күргәйнем: 
Билдәленән бишәү бар, 
Тубығы тимгел туры бар, 
Сыңғыҙ ерән бейә бар, 
Сысҡан һыртлы ҡола бар, 
Сыбар ала тайы бар, 
Ялы ергә һөйрәтелгән 
Аҡһаҡ ҡола айғыр бар. 
Тәрирә-тирә-тәрирә, 
Тәрирә-тирә-тәрирә, —

тип яуап биргән.

Ҡыҙ йылҡыларҙың ҡайһы ерҙә һыуатлап (Һыу эсеп) йөрөгәндәрен әйтә:

Еләк йыйып йөрөгәнемдә 
Йылҡыңды мин күргәйнем. 
Урал тауы буйында, 
Тәрән үҙәк ҡуйынында, 
Ошо йылға башында, 
Аҡһаҡ ҡола ла шунда, 
Тәрирә-тирә-тәрирә, 
Тәрирә-тирә-тәрирә.

— Күнәгеңдән һыу алып эсерһәңсе, — тигән егет һылыу ҡыҙға.

— Төш атыңдан, һыу бирәм, — тигән ти ҡыҙ егеткә.

Егет, атынан төшөп, ҡыҙҙың ҡулынан бер сүмес һыуҙы бөткәнсә эскән, ти. Сүместе кире биреүе була, зифа буйлы һылыу ҡыҙҙы ҡосағына алып, алһыу алма кеүек битенән һурып үбә лә, һине үҙемә кәләш итеп алам, ҡайтҡас та яусы ебәрәм, тигән ти.

Улар шулай байтаҡ ҡына торғандан һуң, егете алмаҡ, ҡыҙы бармаҡ булып вәғәҙәләшкәндәр, ти. Ошоноң һуңында егет атына менеп, йылҡыларын эҙләп киткән, ә ҡыҙ һәр көн түҙемһеҙлек менән яусы килеүен көткән, ти.
Егет, ҡыҙ өйрәткәнсә барып, йылҡыларын эҙләп таба. Улар күмәгәйгәндәр һәм, кеше күрмәй, кейекләнеп киткәндәр, ти. Егет күпме генә аҙапланһа ла, уларҙы әйҙәп ҡыуып алып ҡайта алмаған. Аҡһаҡ ҡола йылҡыларҙы әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа алып ҡасҡан. Егет Аҡһаҡ ҡолаға бик ныҡ асыуланған, яңынан күмәкләп килеп, иң элек Аҡһаҡ ҡоланы, унан һуң буй бирмәгән башҡаларын да уҡтан атып йығырға, тип ҡәһәтләнгән һәм өйөнә ҡайтып киткән. Бер нисә көндән һуң күмәк егеттәр менән, ҡоралланып, Аҡһаҡ ҡола өйөрөн әйләп алып ҡайтырға, тип тағы ла юлға сыҡҡандар, ти.

Аҡһаҡ ҡола был хәлде һиҙенгән, ти. Ҡораллы егеттәр килерҙән алда төш күреп, йылҡыларына әйткән, ти:

Бөгәсә лә бер төш күрҙем, 
Төшөмдө мин ут күрҙем. 
Ут эргәһе тулы шеш күрҙем, 
Шеш осонда ит күрҙем, 
Был ни булыр, бейәләр, 
Был ни булыр, бейәләр?

Күмәк йылҡы араһынан сығып, бер ҡола байтал телгә килеп, төш юраған, ти.

Бөгөн төндә бер төш күрһәң,
Төшөңдә һин ут күрһәң,
Ут эргәһе тулы шеш күрһәң,
Шеш осонда ит күрһәң,
Ҡара башыңа булһын, ҡарт убыр,
Ҡара башыңа булһын, ҡарт убыр, —

тип юраған, ти.

Күп тә үтмәй, уҡ-һаҙаҡтар менән ҡоралланған һыбайлы егеттәр тәрән үҙәк башында себенләп торған йылҡыларҙы ҡамап алалар, ти. Асыуланған хужа егет Аҡһаҡ ҡолаға тоҫҡап уҡтан атып ебәргән. Уҡ Аҡһаҡ ҡоланың йомро билен ярып үткән, ти. Ошо саҡ Аҡһаҡ ҡола үрәкһегән һәм, көслө кешнәп, йылҡыларға ғауға һалған, ә йылҡылар сыр-сыу килепкешнәгәндәр, ти. Аҡһаҡ ҡола, телгә килеп:

Һыртымды ярып, хур иттең, 
Ҡолағым ярып, ин иттең. 
Инле лә ҡолаҡ, ярыҡ һырт, 
Йөрөп тә булмаҫ, мин ҡайттым, —

тигән ти.

Егеттәр атҡан уҡтар Аҡһаҡ ҡоланың күкрәгенән үтеп сыҡҡан. Аҡһаҡ ҡола хәлдән тайып ергә ауған, ти. Егеттәр Аҡһаҡ ҡоланың үңәсенә бысаҡ һалғандар, ут яҡҡандар, Аҡһаҡ ҡоланың итен шешкә теҙеп, утта өтөп ашағандар. Унан һуң ҡалған йылҡыларҙы ҡыуып алып ҡайтҡандар, ти.

Илгә ҡайтып килгәс тә, егет яратҡан һылыу ҡыҙына яуап ебәргән. Мәһәр өсөн бер өйөр ҡара-ҡола йылҡы биреп, ҡыҙҙы егеткә кәләш итеп әйттергәндәр. Шулай итеп, ике ырыу башҡорттары ҡоҙа булышҡандар, туй үткәреп, туғанлашҡандар, ти. Шул ваҡыттан бирле был ырыуҙа ла сысҡан һыртлы ҡара-ҡола йылҡылар тоҡомо үрсеп киткән, ти.

Егет менән ҡыҙҙың мөхәббәт тойғоһо менән әйтелгән һүҙҙәре һәм сығарған көйҙәре шул ваҡыттан бирле йырсыларҙан йырсыларға, ҡурайсыларҙан ҡурайсыларға күсә килеп, быуаттар буйына халыҡ телендә һаҡланып килгән һәм «Аҡһаҡ ҡола» исемле көй булып киткән. Был көйҙө хәҙер ҙә йырлайҙар һәм ҡурайҙа уйнайҙар. Мәҫәлән, Баймаҡ районы Темәс ауылы ҡурайсыһы Муллағәле Әбсәләмов һәр вакыт, сәхнәгә сығып, оҫта итеп «Аҡһаҡ ҡола» көйөн йырлай һәм ҡурайҙа уйнай.

Был көйҙөң тарихын 1928 —1929 йылдарҙа Баймаҡ районы Басай ауылының атаҡлы йырсыһы һәм тарихсыһы Фәрүҡ Басаев, Тоҡтағол ауылы Ильяс Мәғәфүров ағайҙарҙан отоп алдым.

Биргәндең бите яҡты