Башҡорттар борон ырыу-ырыу булып йәшәгән осорҙарҙа ырыуҙар араһында башҡорт егеттәре, яҡшы кейенеп һылыу аттарға менеп, ҡыҙ күҙләгәндәр. Шул арҡала ҡоҙа булышҡандар. Ырыуҙар араһында туғанлыҡ, татыулыҡ көсәйә барған һәм был һәр ырыу өсөн ҙур шатлыҡ, дан ҡаҙаныу булып һаналған. Бөрйән ырыуы (хәҙерге Баймаҡ районы) башҡорттарының бер егете, тирә-яҡта дан алған Ҡара юрғаһын эйәрләп менеп, күбәләк (хәҙерге Әбйәлил районы) ырыуында һылыу бер ҡыҙҙы күҙләп ҡайта. Яусы ебәреп, ҡыҙҙы егеткә әйттерәләр. Егеттең атаһы данлыҡлы Ҡара юрға айғырҙы бер өйөр йылҡы менән мәһәр итеп бирә. Был йылҡыларҙы күбәләк ырыуына алып ҡайтҡас, Ҡара юрғаны аҡ ҡаҙыҡҡа арҡанлап тотҡандар. Ҡара юрға ябыға, торған урынында сапсынып, ерҙе саңдауға әйләндерел бөтә. Егеттең кәләше һәр көн арҡанлы көйө Ҡара юрғаны эйәрләп менеп, юрғалатып йөрөй. Шул саҡта Ҡара юрғаны маҡтап, яратып көй сығаркп, һамаҡлай торған булған.

Йәйге матур көндәрҙең береһендә ҡыҙ ҡәҙерле кейемдәрен һәм селтәр-ҡашмауҙарын кейеп ала ла Ҡара юрғаны көмөш йүгән менән йүгәнләтә, көмөш күмелдерек, көмөш ҡойошҡанды һалып, көмөш эйәр менән эйәрләтә лә, уны аҡ ҡаҙыҡлы арҡандан ысҡындырып, менеп тирмәләр алдында юрғалатып йөрөмәксе була. Ҡара юрға, ярһып китеп, өҫтөндәге киленсәкте үҙ иленә алып ҡайтып китә. Артынан ҡыуып ҡарайҙар, ләкин етә алмайҙар. Ошо саҡ киленсәк Ҡара юрғаға үтенеп һамаҡлай:

Ҡара оҙон ялдарыңды 
Һис тә үрмәм, юрғам, 
Йомро йомшаҡ билкәйеңде 
Ҡамсыламам, юрғам. 
Һайт, Ҡара юрғам 
Тайт, Ҡара юрғам. 
Аҡ ҡаҙыҡҡа бәйләмәм, 
Ҡабырғаңды һанамам, 
Өҫтөңдәге киленсәкте 
Алып ҡайтма, юрғам. 

Аҡ ҡаҙыҡтар теҙеп ҡуйып, 
Арҡанламам, юрғам. 
Йомро йомшаҡ билкәйеңә 
Эйәр һалмам, юрғам, 
Һайт, Ҡара юрғам, 
Тайт, Ҡара юрғам. 
Аҡ ҡаҙыҡҡа бәйләмәм, 
Ҡабырғаңды һанамам. 
Өҫтөңдәге киленсәкте 
Алып ҡайтма, юрғам.

Икенсе көн, таң менән, Ҡара юрға киленсәкте ҡайны йортона — егет янына килтереп еткерә. Тымыҡ таңды яңғыратып кешнәп ебәреүгә бындағы йылҡылар сыр-сыу килеп кешнәшәләр. Бөтә кешеләр, йоҡоларынан уянып, тирмә алдына сыға һәм егет, өҫтөндәге киленсәк менән тирмә алдында юрғалап йөрөгән Ҡара юрғаны күреп, уларға табан йүгерә. Ярһып юрғалаған Ҡара юрғаны туҡтата алмай, һамаҡлай башлай:

Һай, йомро матур тояғыңды, 
Дағаларбыҙ, юрғам. 
Ҡырыҫ һылыу ялдарыңды 
Уҡаларбыҙ, юрғам.
Һайт, Ҡара юрғам, 
Тайт, Ҡара юрғам. 

Таштан ҡаты тояғыңды 
Дағаларбыҙ, юрғам. 
Ҡара ҡырпыу үңлегеңде 
Нағышларбыҙ, юрғам. 
Өҫтөңдәге һылыуыңды 
Төшөрсәле, юрғам.
Һайт. Ҡара юрғам. 
Тайт, Ҡара юрғам. 

Өҫтөңдәге киленсәкте 
Төшөрһәнә, юрғам. 
Ҡырыҫ ҡара ялдарыңды 
Уҡаларбыҙ, юрғам. 
Ҡабырсаҡтай ҡолағыңа 
Суҡ тағырбыҙ, юрғам, 
һайт, Ҡара юрғам, 
Тайт, Ҡара юрғам. 
Өҫтөңдәге киленсәкте 
Төшөрһәнә, юрғам.

kara yurga_diyarov

Ирҙең юлдашы ла ат, моңдашы ла ат