Боронғо башҡорттар яңы йылды беренсе марттан (хәҙергесә 14 марттан) һанағандар. Был көндө йыйын, мәжлес үткәреп, уйын-көлкө, ҡурай-йыр менән билдәләгәндәр. Байрам бөтә ай буйына, хатта апрелдә лә дауам итә торған булған. Мәжлес үткәрер өсөн яҙҙың матур бер көнөн һайлағандар. Ҡатын-ҡыҙ унда таҡмаҡҡа, ҡумыҙға бейегән. Уҡ атыу, бура һуғыу уйындары ойошторғандар. Бындай ярыштар ауыл менән ауыл араһында ла булған, йыйында аҡһаҡалдар йылдың нисек киләсәген һөйләгәндәр. «Март башында турғай эсерлек һыу булһа, йыл яҡшы килә», — тигәндәр улар.

Шундай мәжлестәрҙең береһендә бер ҡурайсы яңы йылға арнап көй сығарған һәм халыҡ алдына сығып уйнаған. Бейеүселәр уға баҫягп та алғандар. Шул ваҡыттан алып «Йыл башы» көйө халыҡ араһына таралып киткән. Ул быуындан быуынға, ҡурайсынан ҡурайсыға күсә килеп, беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған.

Шул көйҙөң йәнә икенсе исеме лә бар: «Ҡарға бутҡаһы».

Байрам көнө йәштәр, бала-саға, матур итеп кейенеп, тау башына менер һәм шунда бутҡа бешерер булғандар. Иртәнән кискә тиклем унда уйын-көлкө, йыр дауам иткән. Йәштәр ағастарға төрлө суҡтар, тәңкәләр таҡҡандар. Ашағандан ҡалған бутҡаны, йоҡа таштарға яғып, төрлө урындарға таратҡандар, йәнәһе, ҡарғалар ашаһа, йыл яҡшы килә, иген-бесән уңа.

karga butkahy_diyarov

Ҡарғаларға ем булһын да, 
Баҫыуҙа ла иген уңһын. 
Ҡарғаларға ем булһын — 
Бура иген менән тулһын, 
Икмәгебеҙ күп булһын, —

тип әйтемләп бейей торған булғандар йәштәр. Бутҡа таратҡанда «Иылбашы» көйөнә бейегәндәр улар. Шуға күрә бер үк көй ике исем менән йөрөтөлә.
1927—1928 йылдарҙа Баймаҡ районы Күсей ауылында Ғәлимйән Әхмәтов һәм Мөхәмәтдин Байназаров олатайҙар миңә был көйҙөң тарихын һөйләп, йырлап ишеттерҙеләр

Энә менән ҡойо ҡаҙып булмай