Элек-электән башҡорттар, әртил әртил булып, һәр яҙ һыу ташҡан ваҡытта Эйек, Һаҡмар, Ағиҙел йылғалары буйлап һал ағыҙғандар. Айҙар буйына эшләп, ҡулдарына кергән аҡсаларына ғаиләләренең өҫ-башына кейем-һалым алып, йөкмәнешеп ҡайтҡандар. Бындай кәсеп беҙҙең йәш саҡтарға тиклем дә дауам итте әле.

Йылдарҙың береһендә, яҙғы көслө ташҡын ваҡытында, бер әртил башҡорт кешеләре һал өҫтөнә ултырып китеп барғандарында, бер күбә таш янында көслө өйрөлөп аҡҡан упҡынға эләгеп, һалдары менән бергә упҡынға инеп китәләр. Араларында бер һалсы, тырышып-тырмашып күбә ташҡа йәбешеп, таш башына менеп, упҡын һәләкәтенән ҡотолоп ҡала. Егет иптәштәре өсөн бик ныҡ ҡайғырған, илап-һыҡтаған, улар өсөн йөрәге әрнегән. Бер ауылдан йәнә бер егет тә үҙе генә иҫән ҡалған. Ауылға ҡайтҡас, был ауыр хәлде туғандарына, ата-әсәләренә, бала-сағаларына нисек итеп һөйләрмен инде, тип ҡайғырған, булып үткән фажиғә һәр көн уның күҙ алдында торған.

kube tash_diyarov

Һал өҫтөндә ҡырҡ биш кеше, 
Уйнап-көлөп бара гел генә. 
Ҡара упҡын йотто — һәләк итте, 
Ташҡа йәбешеп ҡалдым мин генә.

Ҡара упҡын өйрөлөп аға, 
Ер аҫтына китә һыуҙары. 
Шул упҡынға төшөп һәләк булды 
Тыуған илдең матур улдары.

Ятып үлгәнсе, атып үл