Борон, XVI—XVII быуаттарҙа, йәш егеттәр, армияға алынып, батшаға утыҙ бишәр йыл хеҙмәт иткәндәр1. Уларҙың ҡайһылары, киткән ерҙәрендә ҡатын алып, ғаилә ҡороп, хеҙмәттәрен дауам иткән. Алынған саҡтарында 20 йәштә генә булһалар, хеҙмәт иткәндең һуңында 55 йәшлек ҡарт һалдат булып киткәндәр. Иҫән-һау йөрөп, хеҙмәтен тултырып ауылына ҡайтып килгәс тә, ҡатыны һәм туғандары танымаҫ булған. Ул үҙе лә туғандарын танымаған, сөнки һалдаттың теге саҡтағы кәләше 50—55 йәшлек әбей булып, башҡа туғандары, ата-әсәһе ҡартайып бөткән була. Ир балаһы тыуып ҡалһа, ул инде күптән атаһы юлынан әрмегә оҙатылған.

Ошондайҙарҙан бер егет, кәләш алып, донъя ғына көтә башлаған сағында һалдатҡа алына. Тороп ҡалған йәш ҡатын, ҡулындағы баланы нисек тәрбиәләп үҫтерергә, ирен 35 йыл нисек көтөргә инде, тип бик ныҡ ҡайғырған. Көндәр-төндәр буйы йоҡлай алмай, сәңгелдәктәге баланы бәүетеп яфа сиккән, ҡайғырған, ила-ған-һыҡтаған.

Ана шулай бер ваҡыт, ауыр кисерештәргә тарып, балаһын йоҡлата алмай сәңгелдәк бәүетеп ултырғанда, әсенеп көй сығарып, түбәндәге йырҙы йырлаған:

sangeldek yiry_diyarov

Йоҡла, йән киҫәгем, тирбәтәмен, 
Талғангаса итһеҙ беләгем. 
Иҫән генә йөрөп, иҫән ҡайтһын, 
Ғәзиз атаң өсөн теләгем.

Әллүки-бәллүки... 
Китте әткәң, бәпкәм, биш йыл түгел, 
Утыҙ биш йыл хеҙмәт итергә!

Әллүки-бәллүки... 
Утыҙ биш йыл хеҙмәт итергә! 
Иламайса нисек түҙһен күңел — 
Иҫ китерлек оҙаҡ көтөргә.

Әллүки-бәллүки... 
Иҫ китерлек оҙаҡ көтөргә. 
Киткән саҡтарында һине әткәң 
Ҡулдарына алып һикертте.

Әллүки-бәллүки... 
Ҡулдарына алып һикертте. 
Ҡалаһың бит, бәпкәм, йән киҫәгем, 
Тине, күҙ йәштәрен сил итте.
Әллүки, бәллүки... Үҙе күҙ йәштәрен сил итте1.


Был көйҙө Һәм йырҙы ишеткән бер кеше, туҡтап тороп, ҡат-ҡат тыңлаған һәм илап һыҡтаған. Ҡыҙғаныслы һәм моңло булыуы менән көй халыҡ араһында бик тиҙ таралып киткән. Шулай быуындан быуынға күсә килеп, ул йыр «Сәңгелдәк йыры» тип исемләнеп китә. Был көйгә хәҙер ҙә йырлайҙар.

Көйҙөң тарихын 1972 йылда Күгәрсен районы Төпсән ауылынан 75 йәшлек Миңлеямал Сөләймәнова-нан яҙып алғайным. Был йырҙы ул бик яратып һәм моңло итеп йырлағайны.


1 Легендаларҙа ғәҙәттә әүәл батша армияһында егерме бишәр йыл хеҙмәт итеү тураһында һүҙ бара

Күҙ йәштәрен сил итте — күҙ йәштәрен түкте.

Әмәлен белмәһәң, балыҡ та тоттормай