Хәбибулла Ибраһимов — Совет Башҡортостанының тәүге быуын композиторҙарының береһе. Көй уныҡы, йырҙары халыҡтыҡы. Ҡыҙ менән егет әйтешеп бейейҙәр.

Ҡыҙ: 
Ғыж-ғыж ҡурай тартаһың, 
Тал төбөндә ятаһың, 
йәйен бесән сапмайһың, 
Ҡыш ашарға тапмайһың, 
һай-һай-һай-һай... 
Ҡайҙа барһаң, маҡтанып, 
Ҡыҙ алам, тип йөрөйһөң, 
Һалмалыҡ он тапмағас, 
Нимә ҡарап йөрөйһөң?

Егет: 
Атаһы бар, ат һорай, 
Инәһе бар, тун һорай. 
Ҡойолдороҡ еңгәһе бар, 
Бер һалмалыҡ он һорай, 
һай-һай-һай-һай... 
Атына ла күнәмен, 
һай-һай-һай-һай, 
Тунына ла күнәмен, 
Бер һалмалыҡ он өсөн 
Ғәрләнәмен, үләмен.

Ҡыҙ: 
Атама ат бирерһең, 
Инәмә тун бирерһең, 
Ҡойолдороҡ еңгәйемә, 
һалмалыҡ он бирерһең, 
һай-һай-һай-һай, 
Кәләш булып барырмын,
Ьай-һай-һай-һай, 
Ебәк юрған ябырмын, 
Ҡара ҡашлы улыбыҙ булһа, 
Ҡараҡай тип атарбыҙ.

Ҡыҙ менән Егет: 
Павускалар егербеҙ, 
Ҡунаҡтарға йөрөрбөҙ,
Ҡараҡаш менән өсәүләп 
Бергә ғүмер итербеҙ. 
Һай-һай-һай-һай, 
Үрле-ҡырлы һикертеп, 
Һай-һай-һай-һай... 
Һөстөк-һөстөк итербеҙ, 
Бала-саға үҫтереп, 
Бергә ғүмер итербеҙ.

haibulla baigy_diyarov

Ил аралаған һынсы булыр, ер аралаған уҡсы булыр