Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылынан уҡытыусы-пенсионер Ғибаҙулла Биишевтең «Совет Башҡортостаны»-нда (4.03.67) баҫылған мәҡәләһенә ҡайһы бер өҫтәмәләр индереп, 1981 йылда Иҫке Сибай ауылы Утарбай Шаһимарҙан улы Иҙрисов олатайҙың (1891 йылғы) һөйләүе буйынса яҙҙым.

Сибай ауылы Атайсал ҡарттан башлап хәҙерге көнгә тиклем 14 быуын кешеләре йәшәй. Атайсал ҡарт бөрйән ырыуынан булып, бөтә ауылы-нәсәбе менән Ташлы, Көйлө буйҙарында йәшәгән. Ағай-энеһенән башҡа, үҙенең генә 11 улы, бик күп ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре булған. Былар Ташлы баяры менән һәр ваҡыт һуғышып йәшәүҙән бик йөҙәгәндәр. Шунлыҡтан халыҡтың бер аҙы Көйөргәҙе буйына күскән.

Атайсал ҡарт, үҙ балаларын эйәртеп, ҡайҙалыр күсеп киткән. Уның йәшәгән ерендә Атайсал тигән тау бар икән, тип һөйләйҙәр. Ташлы, Көйлө йылғалары Күгәрсен районы Санъяп ауылы янында булғанлыҡтан, ошо ауыл кешеһе Шәрәфетдин Иәнсурин һөйләүенсә, Санъяп ауылы бөрйән ырыуынан, Атайсал ҡарт тоҡомо. Был ауыл кешеләре Ташлы

башындағы баяр менән мәңге талашып йәшәгәндәр, ләкин тыуған ерҙәрен ташламағандар, ә башҡалар күсеп киткәндәр. Атайсалдың Һарығол исемле улының биш улы булып, шуларҙың өсәүһе — Бурансы, Йәрғазы, Һунарсы исемлеләре, үҙ улдарын, ейән-ейәнсәрҙәрен эйәртеп, Атайсал тигән ерҙән Ирәндек буйына күскәндәр.

Бурансының Аҡҡужа исемле улы, Аҡҡужаның Абзан, Баҡдәүләт исемле улдары булған. Абзандың Сибай исемле улы, Баҡдәүләттең Янбай исемле улы булған. Йәрғазының улы Морай исемле, Морайҙың Аҡбирҙе, Биктимер, Аҡбирҙенең улдары Айсыуаҡ, Әхтәм, Һунарсының Абдулла исемле улы була. Бына ошолар 1649 йыл Ирәндектәге Эт ояһы тигән ике яры ҡая ташлы йылға буйына барып урынлашҡандар. Аҙаҡтан, бәләкәй генә мәсет эшләткәс, Мәсет ояһы тип атағандар был йылға буйын. Тора-бара Айсыуаҡҡа был урын оҡшамай башлай. Ул бер тауға менеп, ауыл өсөн яйлы урын ҡарай, шул уҡ тау итәгендәге бер типһенде оҡшата. Ул фекерен ауылдаштарына әйтә. Шунан Баҡдәүләт, Биктимер ҡарттар, Сибай һәм Айсыуаҡтар күмәкләп тауға менеп ҡарайҙар һәм Айсыуаҡтың тәҡдимен хуплайҙар. Шунда уҡ тауға Айсыуаҡ исемен бирәләр, төҙөләсәк ауылды Айсыуаҡ тип атарға булалар. (Баҡдәүләт менән Биктимер Атайсалдан 4-се, Сибай менән Айсыуаҡ — 5-се быуын).

1663 йыл Эт ояһынан хәҙерге Иҫке Сибай урынына күсеп ултыралар. Бында Соран буйынан ғаиләләре менән Әхмәт хәҙрәт, Хажимулла һәм башҡа хужалыҡтар күсеп килә. Мәсет, мәҙрәсә төҙөйҙәр. Мәҙрәсә арты, Хажи үҙәге тигән ер исемдәре шунан ҡалған.

1667 йыл, рәүиздән (башҡорттарҙың йән иҫәбенә ревизия үткәндән) һуң, ауылға Сибай исеме бирелә. Сөнки Сибай ауылды төҙөүҙә, рәүиз үткәреүҙә актив ҡатнашҡан. Сибай үҙ заманының алдынғы кешеләренең береһе булған.

1798 йылда Башҡортостанда кантон идаралыҡтары төҙөлә. Сибай ауылынан Аҡҡолой тигән кеше 9 йыл кантон башлығы булып хеҙмәт итә. Уны батша хөкүмәте ауылдан уҡ бығаулап алып китеп, һөргөнгә оҙата. Аҡҡолойҙың ике бисере (секретары) була. Ибраһим — Сибай ауылыныҡы, ә Буранбай атаҡлы йырсы, ҡурайсы — Буранбай ауылы кешеһе. Уларҙы ла һөргөнгә ебәрәләр. Тимәк, Утарбай Иҙрисов һөйләгәнсә, Буранбай менән Ибраһим икеһе лә Аҡҡолой кантондың бисерҙәре булған.

Аҡҡолой кантондан һуң Сибай ауылынан Әбдрәхмән исемле кеше 6 йыл кантон булып тора. Сибай ул ваҡытта Тамъян-Ҡатай кантонына ҡараған. Бер аҙҙан һуң Тамъян-Ҡатай кантоны икегә (Тамъян-Ҡатай һәм Сермән-Ҡатайға) бүленә.

Сибай ҡарттың ун улы булған: Ҡотлогилде, Иҫәнгилде, Солтангәрәй, Этбай, Утарбай, Аманбай, Айытбай, Кирәй, Ауыҡбай, Амангилде. 1822 йыл Утарбайҙың Шәйәхмәт исемле улы тыуа. 1833 йыл Шәйәхмәт Сибаев 11 йәштә генә сағында атаһынан етем ҡала. Уның атаһы Утарбай Сибай улын һөргөнгә ебәрәләр ҙә, етем ҡалған Шәйәхмәтте Ырымбур яғына алып китеп, бер рус мәктәбенә уҡырға бирәләр. Шәйәхмәт Сибаев 5 йыл уҡый ҙа, әсәһе менән апаһын һағынып, 1838 йыл Сибай ауылына ҡайта. Шәйәхмәт бик яҡшы уҡыған һәм рус телен ныҡлы үҙләштергән була, яҡшы уҡығаны өсөн уға маҡтау ҡағыҙы ла бирәләр. Бер аҙҙан һуң Иҫән ауылынан Ҡотләхмәт Биксурин исемле кантон Шәйәхмәт Сибаевты үҙенә бисер (секретарь) итеп ала. 1842 йыл Ҡотләхмәт кантон Шәйәхмәт Сибаевты хәрби хеҙмәттән алып ҡала, оҙаҡламай Шәйәхмәт әйләнә.

Ҡотләхмәт Биксурин кантондың Фатима исемле уҡымышлы, үткер һүҙле һылыу ғына ҡыҙы була. Шәйәхмәт Сибаев Фатима менән мөхәббәт бәйләнеше тотоп, уны икенсе ҡатынлыҡҡа алмаҡ булып, һүҙ ҡуйышып йөрөй башлай. Ҡотләхмәт кантон уларҙың был эшен белеп ҡала һәм Сибаевҡа бик асыулана. Ошоноң өсөн кантон Шәйәхмәт Сибаевты 1848 йылда армияға оҙата, ә ҡыҙын кейәүгә бирә. Ләкин Фатима ире менән йәшәмәй.

1853 йылда Сибаев армиянан ҡайта. Тамъян-Ҡатайҙағы Иҙеликов исемле кантонды урынынан алдырып, уның урынына Шәйәхмәт Сибаевты кантон итеп ебәрәләр. Сибаев кантон булғас та, Фатима менән бәйләнешен дауам итә, уға бағышлап, йырҙар сығара.

Тамьян-Ҡатай тигән, ай, илдәрҙә 
Ерһенеп тә йәшәр ил түгел. 
Эй... Илаһаң да, Фатимам, һарғайһаң да, 
Йүгереп кенә ҡайтыр ҙа ер түгел.

һауаларҙа осҡан, ай, ҡарсыға, 
Кәйелә-кәйелә килә лә, ҡош күреп. 
Эй... Йөҙ илле лә керпек күҙен йомоп, 
Көтәме икән, Фатимам, төш күреп, —

тип йырлаған Шәйәхмәт Сибаев. Янындағы махсус ҡурайсылар уға ҡушылып уйнағандар һәм көйҙө камилләштереүҙә ярҙам иткәндәр.

Сибаев кантон башлығы булғас, уны (олатаһы исеме менән) Сибай тип, ә сығарған йырын «Сибай йыры» тип йөрөткәндәр. Кантон булып хеҙмәт итә башлағас та, Шәйәхмәт Сибаев, үҙ ауылына ҡайтып, ҡырҡ мискә ҡымыҙ әҙерләтә лә ҙур мәжлес ҡора. Унда:

Биләмдәге генә билбауымды
Сискеләрем килмәй, Фатимам, билемдән.
Хуш булығыҙ, туған, тиң-тоштарым,
Киткеләрем килмәй илемдән, —

тип йырлаған, уға ҡурайсылар ҡушылған. Ирәндек буйы яңғырап торған. Ошо мәжлес урыны әле лә Сибай биләне тип атала.

Сибаев Фатиманы Тамьян-Ҡатай-ға алып ҡаса, ә тәүге ҡатыны Ғәмбәрҙе Сибай ауылына ҡайтара.

Сибай кантондың энеһе Хөнәфиә уға һаҡсы булып хеҙмәт итә. (Шәйәхмәт Сибаев Атайсалдан 7-се быуын, Хөнәфиә — 8-се быуын.) Хөнәфиә бер мәлде Сибай кантонға:

«Фатима еңгәйҙең ышанысы юҡ. Ул фельдшер һәм Иҙеликов менән серле бәйләнеш тота. Абай бул, башыңа етеп ҡуймаһындар», — ти. Ә кантон Хөнәфиәгә ышанмаған.

Шәйәхмәт Сибаев 11 йыл кантон булып тора. 1864 йыл аҙағында кантонлыҡ бөтөрөлә. Унан Сибаевты Үрге Уралға поселковый атаман итеп билдәләйҙәр. Ләкин ул унда бара алмай, Фатиманың: «Арҡаңдағы ороңдо киҫтереп ташлатмаһаң, һиндә тормайым», — тип әйтеүе менән фельдшерҙан ороһон ҡырҡтыра ла ауырып та китә. Ул шикле операцияның асылын белмәй, һаман да Фатимаһының исемен ҡушып, тыуған төйәгенә бағышлап :

Йәшел генә сана, зәңгәр дуға,
Ектерһәнә, Фатимам, туратҡа.
Эй... Атайсалға ҡайтып, кантон булһам,
Ирешер инем, Фатимам, моратҡа.

Ҡарағай ҙа таҡта, йәшел ҡапҡа,
Асыла ла ябыла, Фатимам, ел саҡта.
Эй... Алып килсе ҡәләм, яҙайым сәләм,
Ғәзиз башым, Фатимам, һау саҡта, —

тип йырлай. Ошо ауыр операциянан төҙәлә алмай, Сибай кантон үлә, ҡәбере Учалы яғында, Атаяҡ-Миндәк тигән ерҙә. Сибай кантондың халыҡ араһында йөрөгән бүтән йырҙары:

Тамьян-Ҡатай тигән, ай, илдәрҙә
Ала-ҡола бейәләр бәйләйҙәр.
Эй... Аяғында сарыҡ, ҡунысы тула,
Балтырынан һыға ла бәйләйҙәр.

Туғайҙарың һинең, ай, киң түгел,
Һандуғастар ҡунып һайрар ер түгел.
Эй... һағынһаң да, Фатимам,
Һарғайһаң да, йүгереп ҡайтып етер ер түгел.

Иртәнсәккәй тороп, тышҡа сыҡһам,
Ҡырҡты менән Өрпәкәй күренә.
Эй... Тамъян-Ҡатай ерен ерһенмәйем,
Зарураттан арыураҡ күренә.

Иң һуңғы йыры:

sibay kanton_diyarov

Хуш булығыҙҡай, Фатимаҡай, 
Кейҙермәгеҙ йүгән дә туратҡа. 
Эй... Иламағыҙ, дуҫтар, ҡайталмайым, 
Ирешә алманым инде моратҡа.

Егәрленең ҡулы ете