XIX быуаттың урталары тирәһендә Петербургтан бер рус түрәһе — Навалихин тигән геолог ике-өс ярҙамсыһы менән хәҙерге Баймаҡ районының Күсей ауылына килеп төшә. Ауылдарҙан кзшеләр яллап, алтын эҙләү эшен башлап ебәрәләр. Эҙләнә торғас, ҡара тупраҡ аҫтынан күпләп һибелмә алтын таба башлайҙар. Ки-ҫәк-киҫәк самородок алтындар ҙа табылып ҡуя. Табылған алтындарҙы Навалихин һәр көн үҙе йыя барған. Алтын ни тиклем күп табылһа ла, эшселәргә эш хаҡын бик аҙ түләгән. Алтын сауҙаһы менән бик тиҙ байып киткән, йыйылған алтындарҙы ҡораллы конвой менән Петербургка үҙе алып барыр булған. Петербургтан әйләнеп ҡайтыу ына, уның ярҙамсылары тағы ла күпләп алтын йыйып торғандар.

Олатайҙарҙың һөйләүҙәренә ҡарағанда, көндәрҙең береһендә бик ҙур бер киҫәк самородок алтьш табыла.

Уның ҙурлығы ат башындай булған, имеш, тиҙәр. Быны күреү менән, Навалихиндьщ күҙҙәре маңлайына менгән. Шатлығынан ҙур йыйын йыйып: «Кем дә кем минең исемгә көй сығара ала, шул кешегә бөртөк алтын вәғәҙә итәм һәм, ошо ҙур самородокты күтәреп, һеҙҙең алда бейер инем», — тигән. Күп тә үтмәй, олпат кәүҙәле, ҡалын ҡара мыйыҡлы бер кеше, халыҡ алдына сығып, Навалихинға ҡарап, гөрләтеп ҡурайҙа бейеү көйөн уйнап ебәргән. Навалихил, ҙур самородокты яурынына күтәреп, бер-ике урап бейеүгә хәлдән тайып урынына барып ултырған да, кеҫәһенән талпан ҙурлығы бер бөртек алтын сығарып, ҡурайсыға биргән. Шул саҡ халыҡ: «Бик аҙ бирәһең бит ҡурайсыға алтынды», — тип геү килгәндәр... «Алтын ҙур булмай ул», — тигән дә Навалихин, самородогын ҡосаҡлап, контораһына ашығып инеп киткән. Көй халыҡ араһында бик тиҙ таралған, уны ҡурайсылар «Навалихин көйө» ҙә был көй шул исем менән ҡурай-тип уйнай торған булғандар. Хәҙер ҙа уйнала.

novalihin diyarov

Тоҡтағол ауылы Исмәғзәм Мәғәфүров, Ильяс Мәғәфүров, Хизбулла Мөхәмәтҡолов ағайҙарҙан көйөн һәм тарихын отоп алдым. Ильяс агай  хәҙер ҙә бар, Моҡас ауылында йәшәй.

Белдекле ир биргән малын кире алмаҫ