Яҙғы ташҡын ваҡытта бер егет кәләш әйттерергә бара. Уға Кәмәлек йылғаһын аша сығырға кәрәк була. Ҡурҡаҡ кейәү булып, боролоп ҡайтмам инде, тип егет боҙо күтәрелгән Кәмәлекте аты менән сыҡмаҡ була һәм, шунда боҙ аҫтында ҡалып, һәләк була. «Кәмәлек» тигән йырҙы ана шул егеткә кәләш булырға тейешле ҡыҙ сығарған, тиҙәр. Был йыр Саратов әлкәһе башҡорттары араһында киң таралған.

kamalek diyarov

Кәмәлеккәй буйы, ай, шау ҡамыш, 
Шул ҡамыштан сыға бер тауыш. 
Тауыштары шоңҡар ҙа, ай, тауышы, 
Буйҡайҙары бохар ҡамышы.

Анау яҡтан килгән ҡара болот 
Боҙ булып та тағы яуырмы? 
Яҙғы ташҡын аҡҡан, ай, һыу кеүек, 
Ҡыҙ йәштәре шулай ағырмы?

һандуғастар һайрар, ай, тирәктә, 
Тауыштары китә йыраҡҡа.
Һандуғастың моңон, һай, ишеткәс, 
Һағыш төштө минең йөрәккә.

Төшмәҫе лә, егет, Кәмәлеккә, 
Һыу тулҡындары ҡағыр бит. 
Инмәҫе лә, егет, ташҡын һыуға, 
Ғәзиз башҡайыңды юйыр бит.

Кәмәлеккәй буйы дөм ҡарағай. 
Үтеп кенә булмай ҙа ҡарамай. 
Арыҫландай егет, ай, булһаң да, 
Кәңәш итмәй эшләү ярамай.

Ҡоторған эт эйәһен тешләр