Сәмәү шәп ҡурайсы, йырсы, сәсән һүҙле кешеләрҙең береһе булған. Шуның өҫтәүенә бик көслө лә булып,

уҡтан да төҙ атҡан. Ҙур йыйындарҙа көрәшеп үҙенең бәһлеүәнлеген күрһәтеп, Сәмәү бәһлеүән тигән исеме менән дә дан тотҡан. Тормошо ярлы булған, күп ваҡыт байҙарға хеҙмәт итеп, ялсылыҡта көн күргән.

Ололарҙың һөйләүе буйынса, ул хәҙерге Баймаҡ районының Иҫәнбәт йәки Ишбирҙе ауылынан булырға тейеш. Сөнки ул бер йыл Иҫәнбәт ауылында байҙа эшләһә, икенсе йылда Ишбирҙе ауылында Урманшин тигән байҙарҙа хеҙмәт иткән.

Байҙа йөрөгән сағында күбеһенсә Ирәндек өҫтөндә, Ҡараташ буйында, ҡыуыш ҡороп ятып, бесән эшләгән. Иртә таңдан тороп, салғыһын яурынына һалып, йырлай-йырлай, иртәнге һыуһында бесән сапҡан еренә бара торған булған. Сәмәүҙең йыр һәм ҡурай тауыштарына башҡа бесәнселәр ҙә, йоҡонан уянып, иртәнге һыуһында эшкә барғандар. Уның көслө йыры һәм ҡурайы хатта Ирәндек итәгендәге ауылдарға ла ишетелгән. Был моңдарҙы ишетеп: «Сәмәү иртәнге һыуһында эшенә китеп тә бара», — тигән халыҡ.

Байҙар, ҙур сабынлыҡтарын тиҙерәк саптырыу өсөн, ауыл һайын йөрөп, хәбәр таратып, шәп салғысылар йыйып, ҙур өмәләр үткәргәндәр. Ошондай өмәләрҙәге салғы ярыштарында Сәмәү алдынғылыҡты бирмәгән.

Өмә һуңынан йыйылып ҡымыҙ эскәндәр, тәкә һуйып ит ашағандар, йырлашҡандар, ҡурай тартып бейешкәндәр. Бындай саҡта Сәмәүҙең ҡурайҙа уйнауын, йырлауын үтенгәндәр.

Бер өмә йыйынында Сәмәү шулай, ҡурайҙа уйнап, аҙағынан йырлап та ебәргән. Өр-яңы был көйҙө халыҡ яратып тыңлаған һәм уны «Сәмәү көйө» тип атағандар.

Көй бик тиҙ халыҡ араһына таралып китә һәм ул хәҙер ҙә бигерәк тә Иҫәнбәт, Күсей, Басай ауылдарында йырлана, ҡурайҙа уйнала. Ә Ишбирҙе ауылы халҡы күрше ауылдарға һәм поселоктарға күсеп бөтөү сәбәпле, хәҙер юҡ инде.

Бына ул «Сәмәү йыры»:

samau samigulla_diyarov

Тауышҡайым минең таш ярырлыҡ, 
Һандуғас та түгелмен һайрарға. 
Зауыҡлы ла ғүмерем үтеп бара 
Хеҙмәт итеп йөрөп тә байҙарға.

Еккән генә атым, һай, ел кеүек, 
Елгән саҡтарында — ҡош кеүек.
Үтеп кенә барған, һай, ғүмерем 
Йоҡоларҙа күргән дә төш кеүек.

Ҡая ташта тороп ҡурай тартам, 
Ишетһендәр ҡурай моңдарын. 
Шул урында тағы бер йырлайым 
Батыр егеткәйҙең моң-зарын.

Ир йөрәгенә таяныр