Борон заманда бер байҙың ҡара ҡуңыр сәсле, сәс армыттары үксәһенә етеп торған, ҡара ҡашлы, аҡ йөҙлө, зифа буйлы бер генә ҡыҙы булған. Ярыштарҙа уның алдына сығып бейеүсе ҡатын-ҡыҙ табылмаған. Был ҡыҙ үҫеп буй еткәс, тирә-яҡтан күп яусылар килгән. Ләкин ҡыҙ береһенә лә риза түгел икән. Бер саҡ атаһына:

— Кем дә булһа, миңә арнап бейеү көйө сығарып, ҡурайҙа уйнап, мине бейетә алһа һәм ул көй миңә оҡшаһа, мин шул егетте яратыр инем, — тигән. Ҡыҙҙың был теләге тирә-яҡҡа бик тиҙ таралып та өлгөрә.

Ҡыҙҙың атаһы ҙур йыйын ойоштора. Был йыйынға тирә-яҡтан күп һәнәр эйәләре, көрәшселәр йыйыла, бәйгегә яҡшы аттар алып киләләр.

Йыйын алдына баяр ҡыҙы ҡуңыр сәс бейергә сыға. Ошо саҡ атаһы:

— Минең ҡыҙым бейей алырлыҡ көй сығарып, ҡурайҙа уйнап, кем ҡыҙымды бейетә ала, шул ҡурайсы егеткә ҡыҙымды вәғәҙә итәм, — тип халыҡҡа белдергән.

Күп ҡурайсы егеттәр, көй сығарып, ҡурайҙа уйнағандар, ләкин ҡыҙға береһенең дә көйө оҡшамаған. Оҙаҡ ҡына көткәс, иң һуңынан мөһабәт кәүҙәле, яурынтаҡ киң күкрәкле бер һылыу егет, ҡурайын тотоп, ҡуңыр сәс янына килеп баҫа. Ҡыҙ, егетте күреү менән, бер аҙ ҡаушап та китә. Егет гөрләтеп ҡурайын уйнап ебәрә лә һалмаҡ ҡына бейеү көйөн уйнай башлай. Ҡыҙҙың йөҙөнә шатлыҡ сыға, йөрәге әллә ниҙәр кисерә. Шул саҡ ҡыҙ рәхәтләнеп, ойота баҫып бейергә керешә. Ул егет янында арығанса бейей ҙә ҡурайсы егеткә түбәнселек менән баш эйә һәм атаһына:

— Риза бул, атай, был егетте өҙөлөп яратам, минең өсөн бик матур көй сығарған, — ти.

Был ҡурайсы егет көрәштә лә беренселекте ала, аты ла бәйгелә алдан килә.

Әйткән һүҙ — атҡан уҡ, тигән дә атаһы ҡуңыр сәсле ҡыҙын батыр егеткә бирергә ризалығын белдергән.

Был бейеү көйө «Баяр ҡыҙы ҡуңыр сәс» тигән исем менән тирә-яҡҡа бик тиҙ таралып китә. Бәғзе ҡурайсылар уны «Ҡуңыр сәс» тип кенә йөрөтәләр.

Көйҙөң тарихын миңә Баймаҡ районы Күсей ауылынан Хизбулла Мөхәмәтҡолов ағай һөйләне.

bayar kyzy_kunyr_sas_diyarov

Дуҫын яҡламаған яуға ҡалыр