ayhayluk diyarov

Иртәнсәккәй тороп, тышҡа сыҡһам, 
Әйһәйлүк, 
Бер ҡыҙ килә һыйыр ҙа, әй, һәүкәләп,
Һәпем, һәпәүләкәйем. 
Бер аҙға ғына тороп һөйләшкәнсә,
Әйһәйлүк, 
Ҡарт инәһе йөрөй шул, әй, йәүкәләп,
Һәпем, һәпәүләкәйем. 
Һыҙылып ҡына сыҡҡан мыйығымды,
Әйһәйлүк, 
Ҡыҙҙар һорай сәсмәү ҙә, әй, суғына,
Һәпем, һәпәүләкәйем. 
Һыҙылып ҡына сыҡҡан мыйығымды,
Әйһәйлүк, 
Вәғәҙә иттем һөйгән дә ҡыҙыма, 
Һәпем, һәпәүләкәйем.


Был көйҙө Баймаҡ районы Мостай ауылы Ханнан Хөсәйенов ағай йырлай торғайны.

Борон заманда Мостай ауылында һылыу ҙа, шаян да, һыҙма ғына мыйыҡлы егет ошо ауылдағы һылыу ғына бер ҡыҙҙы яратып йөрөгән сағында, ҡыҙына арнап көй сығарған. Улар өйләнешеп, татыу һәм оҙаҡ ғүмер иткәндәр. Бала-сағалары ла күбәйеп киткән. Ҡатыны иренә һәр ваҡыт, балалар атаһы, тип өндәшә торған булған. Шуға күрә был көйҙөң исемен «Балалар атаһы» тип тә атағандар. Шулай был көйҙөң исеме «Әйһәйлүк» йәки «Балалар атаһы» булып киткән.

Элек-электән башҡорт ҡатындары ирҙәренә «һин», «атаһы» йәки «балалар атаһы» тип өндәшкәндәр. Хәҙер ҙә ҡайһы бер ҡатындар ирҙәренә «атаһы» йәки «балалар атаһы» тип өндәшәләр.

Һайыҫҡанды буяу менән тауис булмаҫ