Борон заманда Ирәндек тауының көнбайыш итәгемдә урынлашҡан ауылдарҙың береһендә (ололарҙың һөйләүенсә, Мерәҫ ауылында), әллә ни мал-мөлкәте булмаһа ла, етеш кенә йәшәгән ғаиләнең берҙән-бер һылыу һәм уңған ҡыҙы булған. Был ҡыҙ һәр көн иртән тороп, Бөй-рәкәйҙе һауып, Ирәндеккә үрешкә ҡыуа һәм һәр кис һайын үрештән ҡаршы барып алып ҡайтып һауа торған булған. Күрше ауылдың мөһабәт кәүҙәле һылыу ғына бер егете, был һылыу ҡыҙҙы бер күреүҙә үк яратып, уға ғашиҡ булған. Шуға күрә был егет тә һәр көн иртә менән дә, кис тә һылыу ҡыҙҙы күрмәй түҙә алмаған. Улар араһында оло мөхәббәт тыуып китә. Бер-береһен яратышҡандар. Һылыу ҡыҙ иртән Бөйрәкәй-ҙе үрешкә ҡыуғанда һәм кис үрештән ҡаршы барып алғанда был ике йәш

Йөрәк бер-береһен түҙемһеҙлек менән ҡаршы алғандар, үҙ-ара мөхәббәт тойғоларын уртаҡлашҡандар. Утар араһында йыр-моң да килеп сыға. Йырлашып ләззәт тапҡандар. Был йыр-моң халыҡ араһында ла таралып өлгөрә. Ләкин улар, ике аралағы саф мөхәббәткә таянып, бер кемдән дә ҡурҡмағандар, береһе алмаҡ, икенсеһе бармаҡ булып, үҙ-ара ныҡлы вәғәҙә лә бирешәләр. Был вәғәҙәләрен егет тә, ҡыҙ ҙа ата-әсәләренә еткерәләр.

Ике яҡтың да ата-әсәләре уларҙың саф мөхәббәттәренә ҡаршы килмәйҙәр. Ғәҙәт-йола буйынса, ҡоҙала-шып-туғанлашып та ҡуялар.

Был ике ғашиҡ йөрәк икеһе бергә бик татыу һәм оҙаҡ йәшәгәндәр, бәхетле булғандар, эштәре һәр ваҡыт уң булып ҡына торған, ти.

Егеттең ҡыҙға йырлаған йыры:

boyrakay diyarov

Иртәнсәккәй тороп, тышҡа сыҡһам, 
Баҡырып-баҡырып килә Бөйрәкәй, Бөйрәкәй. 
Бөйрәкәйҙе һауған ҡыҙҙы күрһәм, 
Әрнеп-өҙөлөп ауырый йөрәккәй, йөрәккәй.

Батша әмере өс көн йөрөр