use use_kyz_bala_diyarov

Талдан күпер һалырһың, 
Талдан күпер һалырһың, 
Ауыл остарына сығып, 
Оҙатышып ҡалырһың.

Үҫә-үҫә, ҡыҙ бала ҙур була, 
Һөйгәненә бара алмай хур була. 

Талдан күпер һалырмын, 
Талдан күпер һалырмын, 
Ауыл остарына сығып, 
Ҡаршы сығып алырмын.

Үҫә-үҫө, ҡыҙ бала ҙур була, 
Һөйгәненә бара алмай, хур була. 

Мин китермен, һин ҡалырһың, 
Талдан күпер һалырһың, 
Бәхетеңә тап килгәнде 
Ҡаршы сығып алырһың.

Үҫә-үҫә, ҡыҙ бала ҙур була, 
Һөйгәненә бара алмай, хур була. 

Талдан күпер тар булыр, 
Тар булһа ла, бар булыр, 
Һөйгәнеңде иҫкә алып, 
Бер күрешергә зар булыр.

Үҫә-үҫә, ҡыҙ бала ҙур була, 
Һөйгәненә бара алмай, хур була.

Егет менән ат башы күрә