Ябай ғына ошо үҫентенең 
Моңдарына хайран ҡалырлыҡ!
Башҡорт ҡурайынан сыҡҡан көйҙө 
Бер моңдар юҡ уҙа алырлыҡ!

Ҡурай һәр саҡ юлдаш башҡортома,
Яуҙа көстәр өҫтәп торған ул!
Париж урамдарын данға сорнап
Дошмандарҙы бергә ҡырған ул!

Роберт тигән башҡорт Юлдаш иткән
Йәш ваҡыттан ошо ҡурайҙы,
Ҡурайҡайы менән бар донъяны 
Сихри моңдарына сорнаны!

Уралынан ҡурай өҙөп алып
Көпшә эстәренә тын өргән…
Башҡорт тигән халыҡ бар донъяға 
Ҡурай моңо тигән моң биргән!

Ҡурай бит ул башҡорт өсөн – изге!
Ҡурай - башҡортлоҡтоң билгеһе!
Ер шарын ураһын ҡурай моңо!
Ҡурай – яҡшылыҡтың өлгөһө!

Сит ерҙә мал да ерҫәй