БАЛА САҒЫМ

Атайым, башҡа ауыл кешеләре кеүек үк, малсылыҡ менән шөғөлләнде, һәм уның «суфый», «мөйәтсе» тигән ҡушаматтары ҡалды. Бер йәй мөйәт үреп ултыра ине, янына барып: «Атай, шәкәр бир әле», — тинем, ул бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Был һорауым өсөн һуңынан бик ныҡ үкенергә тура килде. Бер саҡ ул, ауырып, дауаханала ятҡанда, мине шәфҡәт туташы килеп алып китте. Атайымдың карауаты янындағы тумбочкала ике телем икмәк һәм дүрт-биш шаҡмаҡ шәкәр ята ине. Ул ым менән генә шуларҙы алырға ҡушты. Шәфҡәт туташы, миңә шәкәрҙәрҙе бирҙе лә: «Бар ҡайт, йәме», - тип сығарып ебәрҙе.

Мин ҡайтып еткәнсе, атайым үлеп тә ҡуйған. Март ҡарын кисеп барып, уны ерләнеләр. Нисек шунда барып, ҡәберен ҡосаҡлап илап йоҡлап киткәнмендер, хәтерләмәйем. Иштуған ағай алып ҡайтты. Иртәгеһенә Ғәбдрәшит ағайыбыҙ мине үҙе эшләгән магазинға килтерҙе, унда ағай-апайҙар пластинкалар уйнатып, моңлана-дәртләнә ине. һуңыраҡ мин был көйҙәрҙең башҡорт халыҡ йырҙары «Урал», «Буранбай», «Сәлимәкәй», «Зөлхизә», «Ерән ҡашҡа» икәнлектәрен белдем.

1935 йылда мине Мөхтәр ағайым уҡырға алып барҙы. Йәшем етмәгәс, яртынсы синыфҡа алдылар һәм, күп тә үтмәй, беренсегә күсерҙеләр. Мәктәп директоры Абдрахман ағай Сәғитов, уҡытыусыларҙы йыйып, патефонда халыҡ йырҙарын тыңлата торғайны. Ситтәрәк тороп, мин дә тыңлайым.

...Яҙ көнө ауыл тирәһендәге Яғалса тауы итәгендә һабантуй үткәрәләр. Халыҡ күп, арбаларына мискә менән ҡымыҙ, һарыҡ тейәп, сит ауылдарҙан да килгәндәр. Арба тәртәләрен күтәреп бәйләп, балаҫ менән ҡаплап, күләгә һымаҡ нәмә яһағандар, һарыҡ түшкәләрен элеп ҡуйғандар. Бер төркөм ағайҙар һыбайлы малайҙарҙы, ат сабыштырырға була, Яғалса аръяғына алып китте. Кемдәрҙер йүгерешкә әҙерләнә, ә майҙанда көрәш бара. Әбүбәкер хәҙрәт — баш судья, уның өсөн мөнбәр кеүек нәмә эшләп ҡуйғандар. Ығы-зығы, шау-шыу, ҡысҡырышыу, маҡтауҙар яңғырай:

— Һай-һай! Ниндәй көс, таһыл!

— Үҙебеҙҙең егет бит ул. Еңмәй ҡуямы ни!

Ярышты баһалап, кемгә йылҡы малы, кемгә һарыҡ

тейешлеген әйтеп торалар. Көрәште йомғаҡлағас, йыр-бейеү башлана.

— Мәжит ағай йырлаһын! — тигән тауыштар ишетелә.

«Аҡһаҡ ҡола»ны йырлап, бүләккә Ленин һынын эләктергәс, Мәжит йырсы: «Быны биргәнсе, бер «ярты» бирһәләр», - тип йылмая. Уға ҡаршы: «Юҡ, ағай, улай тимә. Был бит Ленин, апҡайтып, ултыртып ҡуй, «ярты»ны хәҙер табабыҙ», — тиҙәр.

Кисен дә күрше тирә-яҡта йырлаштылар, бейештеләр, ҡурай тарттылар. Таулылар араһында уның башлығы ҡурайсы, йырсы һәм тарихсы Әбүбәкер хәҙрәт булды. Исҡужиндарҙан күптәр ҡурайсы, йырсы булып, Әбдрәхим ағай хатта Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә лә йырлаған. Әбүбәкер хәҙрәт етәкселегендәге төркөм 1923 йылда, Мәскәүгә барып, башҡорт халҡының тормош-көнкүрешен, сәнғәте өлгөләрен күрһәтеп ҡайтҡан. Әбдрәхим ағайҙы һуңынан, милләтселектә ғәйепләп, ҡулға алғандар һәм атып үлтергәндәр.

Кәлимулла ағайҙы алып киткәндәрен үҙем күрҙем. Шул уҡ төндә Әбдрәхим, Сәфәр һ. б. ағайҙарҙы ла ҡулға алғандар. Береһе лә әйләнеп ҡайтманы. Мөхәмәҙи ағай ғына, тома һуҡыр булыуы арҡаһында, ҡулға алынманы. Аҙаҡ буранда аҙашып үлеп ҡалғаны ишетелде. Ул өйҙән өйгә йөрөп ҡурай тарта ине. Әсәһе, Мәфтуха инәй, бөксәйеп, таяҡҡа таянып йөрөүенә ҡарамаҫтан, бер ҡасан да күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәне, хәбәр һөйләп, бәйет, мөнәжәттәр әйтеп, аят уҡып, тәсбих тартып йөрөүен белде.

Әсәйем дә нәҡ шулай булды. Үлер алдынан әхирәтенә: «Аллаһы Тәғәлә барыһын да ҡабул иткән булһа, ҡылған ғәмәлдәрем күп. Алла бирһә, теге донъяла осрашырбыҙ әле», — тип һөйләнде. Васыят итеп, әсәйем түбәндәгеләрҙе яҙҙырҙы:

— Китаптарым кәштәлә шул көйө ятһын. Килгән кеше уҡыһын да урынына һалһын. Анау ҡара тышлы китапты Нуретдингә бирегеҙ. Ғәтиәт кейәү шулай ҡушҡайны. (Нуретдиндең атаһы Ғәтиәт Түбә ауылында мулла булды. — Ә. 14.)

Әсәйем васыятында мәсеткә бирелергә тейешле китаптар ҙа әйтелә. Ә аҡ кейеҙ мәсет иҙәненә түшәлергә тейеш һ. б. Әйтерһең дә, ул күрше ауылға бер аҙнаға ғына ҡунаҡҡа киткән.

Бына шулай итеп мин таулылар араһы башҡорттарының ҡурай, йыр-моң, бәйет-мөнәжәт, ҡайғы-хәсрәт тәрен һемереп-һеңдереп үҫкәнмен. Бала саҡта үҙебеҙҙең аранан башҡа ерҙә кешеләр йәшәгәнен белмәй ҙә, уйламай ҙа инем.

1936 йылда Ырымбур ҡалаһындағы Каруанһарайҙа урынлашҡан педагогия училищеһы беҙҙең ауылға күсте. Ҡара урман аша ағылып, арбаға тейәлгән мөлкәттәре менән Талашты аръяғындағы ҙур ҡалҡыулыҡтағы өс ҡатлы бина янына туҡталғандарын үҙем дә күрҙем. Ошо йорттоң 1939 йылда бер төндә янып бөтәүенә лә шаһитмын. Педучилище күсенгәс, ауылыбыҙ йәнләнеп, донъяуи хәстәрлектәр, уйҙар икенсе йүнәлеш алғандыр, тиһәң дә була. Клубтарында концерт, пьесалар ҡуйылып, уҡыу йылы тамамланыуға һабантуйҙар үткәрелә. Миңә инде донъялағы иң аҡыллы кешеләр ошонда йыйылған, донъяның үҙәге ауылыбыҙҙа һымаҡ тойола. Педучилищеның директоры Әсҡәт ағай Ғәлимов бик абруйлы, мөһабәт кеше, уның хәләл ефете Мәрйәм апай ҙа һөйкөмлө, сибәр, ыҫпай, әҙәпле булды. Математиканан дәрес биреүсе был апай уҡытыусы ҡатын-ҡыҙҙың өлгөһө булып күҙ алдымда әле лә тора.

Мәрйәм апайҙың Әсҡәт ағайҙы һуғышҡа оҙатҡаны ла хәтерҙә. Көҙ ине. Тарантасҡа ултырған Әсҡәт ағай, Ирәндек яғына үтешләй, колхоз станы янына туҡтап, халыҡ менән хушлашты. Был ваҡиғанан һуң бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Мәрйәм апай ҡапыл ғына дәрестән сығып китте. Мин, өйгә ҡайтышлай, уның ҡайһы ҡапҡаға инергә белмәйенсә йөрөгәнен күрҙем дә өйөнә оҙатып ҡуйҙым. Ул мине таныманы ла. Баҡһаң, Әсҡәт ағайҙың үлеүе тураһында «ҡара ҡағыҙ» алған икән.

Педучилище клубында Камил ағай Ғәлимовтың скрипкала «Каруанһарай»ҙы уйнағанын, Зәйнәп апай Зөбәйерованың пианинола «Ҡаһарман кантон»ды башҡарғанын тыңлап һоҡландым, Гөлшат апай Измайлованың «Һибелә сәсәк»те йырлағанын ишетеп, хайран ҡалып, өнһөҙ ултырҙым.

1937 йылда көҙөн, ауылға Өфөнән белгестәр килгән, йыр тыңлайҙар, тигән хәбәр таралды. Клуб манараһы бысылған элекке мәсет бинаһында урынлашҡайны. Тамаша ҡарарға мин дә барҙым. Сәхнәлә бик матур күкһел костюм кейгән, муйынына оҙон аҡ шарф һалған ағай йөрөп, кешеләрҙең йырлағанын яҙып ала. Мин уны һуңынан, моғайын, Ғәзиз Әлмөхәмәтов булғандыр, тип һығымта яһап ҡуйҙым.

Өфө, Баймаҡ драма театрҙары артистары беҙҙең ауылда йыш булды. Спектакль башланыр алдынан Әхмәтов, Рәхмәтуллин, Сөләймәнов, Сарбаев ағайҙар ҡурай уйнаны. «Тормош йыры» пьесаһын ҡуйғанда, Сарбаев ағай йырланы, халыҡ илашып ултырҙы. Мин дә иланым.

Баймаҡ театрынан Ғәшүрә апай Ирназарованың йырлағанын күп тапҡыр ишетеп хайран ҡала торғайным. 1944 йылда Ғәшүрә апайҙың ҡустыһы, бер аяғын Сталинград янында һуғышта юғалтҡан Сәйғәфәр ағай, Талашты фермаһы мөдире булып эшләне, ә мин иҫәпсе инем. Ғәшүрә апайҙың урман яңғыратып, ярһып-ярһып йырлауы әле лә хәтеремдә, сөнки ундай йырҙы ғүмеремдә ишеткән-күргәнем булманы.

1941 йылдың октябрендә Ғәйзулла ағай Сөләймә- новта лобогрейка һөйрәүсе аттарҙы ҡыуып йөрөнөм. Ул көндә йоҡлар алдынан салҡан ятҡан килеш ҡурай уйнай торғайны. Таһир ауылынан Әхмәтғариф ағай, Зөфәр еҙнәйҙәр йыш ҡына беҙҙең янға килеп ҡурай тартыр булды. Атлы дивизияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан Ситдиҡ ағай Әүәлбаев клубҡа яҡын ғына йәшәне. Йөн гимнастерка-салбар, шпорлы итек кейеп, билен яҫы ҡайыш менән быуып йөрөй торғайны. Клубта «телһеҙ» кино күрһәтһәләр, шуны уҡып, башҡортсаға тәржемә итеп ултыра ине.

Дүртенсе класта Ситдиҡ ағай беҙҙе йыр дәресенән уҡытты. Чапаев, Щорс тураһындағы йырҙарҙы көр тауыш менән йырлап күрһәтеп, беҙҙе лә йырларға өйрәтте. Ситдиҡ ағай көслө ҡурайсы, йырсы булды. Кистәрен өйҙәре янында ҡурай тартып, йырлап ултырһа, алыҫтарға ишетелер ине. Уның улы Мэлс әле Өфөлә йәшәй, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, атаһына оҡшап, баянда уйнай, йырлай. Мэлс атаһын күрмәне, сөнки Ситдиҡ ағайҙы һуғышҡа тиклем үк ҡайҙалыр уҡырға ебәргәйнеләр, шунан ул башҡаса ауылға ҡайта алманы, һуңынан үле хәбәре килде.

Ситдиҡ ағайҙың бер туған һеңлеһе һәҙиә апай ҙа бик матур йырсы булды. Һәр ваҡыт һорап йырлата торғайнылар. Мөбинә, Сәмиға, Әсмә, Таһира еңгәйҙәр ҙә моңло тауышҡа эйә ине. Мөбинә еңгәй Сәфәр ағай ҡулға алынғандан һуң сығарған йырҙарын һәр саҡ зарланып, илап йырланы. Улар күп мөнәжәт, бәйеттәр белде. 1986 йылда ҡышҡы каникулға ҡайтып йырҙарын яҙҙырып алырға ине лә — булманы, илай ҙа ҡуялар.

Зәйнәп еңгәй менән Әбүзәр ағай беҙҙең атай иҫән саҡта уҡ ялға ҡайтып йөрөнөләр. Ағай Ҡазанда, хәрби училищела белем алып, Таһир Күсимов кеүек командир булған. Полк менән етәкселек итеүгә саҡлы үрләтелеп, Полыпаға ингәс, һәләк булған. Зәйнәп еңгәй һуғыш башланғас та дүрт балаһы менән ҡайтып төштө, Баймаҡта йәшәнеләр. Һоҡланғыс көслө моңло тауыш менән йырлау өҫтөнә, ул оҫта бейеүсе лә булды, һабантуйҙарҙа йырлап-бейеп беренселекте алһа, мәжлестәрҙә лә унан оҫта аяҡсы юҡ ине.

һуғыштан һуң мин Исҡужиндарҙан иң олоһо булып ҡалдым. Етем балалар, емерек йорт-ҡуралар, аслыҡ, бик ауырлыҡ менән уҡыуға йөрөүҙәр. Эшкә яраҡлыларҙы колхозға буштан-буш ас-яланғас эшкә сығаралар, хәлдән тайырлыҡ итеп эшләтәләр. Апай, еңгәй, инәй, балалар ҡайғырырға, иларға белмәгәндәй ине. Яңғыҙ инәйҙәр үлеп бөттө, иҫәндәре аҡылдан яҙҙы. Бер инәй Шырҙы йылғаһы янында тороп: «Ғиниәт, балам, кил! Ана тораң да инде, кил, балам, кил!» — тип ҡулдарын һоноп аҙарына ла тора торғайны.

Минең турала ла, ауырыйҙыр был, тип әйтеүселәр булған. Шулай аптырап-һыҙланып йөрөгәндә, колхозда бушҡа ыҙалап йөрөмәһендәр тип, ҡустыларҙы Магни- тогорскиға ФЗО-ға ебәреп бөттөм. Ҡайтышлай-китеш- ләй, уларҙың ятаҡтарына һуғылып, хәл-әхүәл белешәм, ҡурайҙа уйнайым, рухтарын күтәрергә тырышам.

Магнитогорск эшселәр синыфы араһында ятаҡта йәшәп аяҡҡа баҫтырылған балалар. Мин, оло Исҡужин булараҡ, уйланыу-хәстәрлектәрем арыу ғына һөҙөмтә биргән, тип уйлайым. Үҙемдең дә яҙмышым Хоҙай ҡулында бит, нишләмәк кәрәк?

Имтихандарҙы тапшырып, педучилищены тамамларға, хужалыҡта тана, быҙауҙары менән өс һыйыр, 25-30 баш һарыҡ-кәзә, 70 сутый картуф, кишер, йәшелсә, һуған, кәбеҫтә — бөтәһен дә эш итергә кәрәк. Өҫтәүенә, бөтә мөлкәтеңде һатып ебәрһәң дә түләп бөтөрә алмаҫлыҡ өс йыл ярымлыҡ һалым һалдылар. Баймаҡҡа 50 саҡрым, иртә китеп, кис ҡайтам. Биш тапҡыр юллауға өс йыллыҡ һалымдан арындым. Көҙ дүрт атымдың береһен тартып алып, иген ташыусы Ғәйнетдингә бирҙеләр. Уның арыҡ атын, ғәрләнеп, алмай киткәйнем, йөрөгән ерендә туғарылған да бүреләр ботарлап киткән.

Тананы һуйып итен һаттым да, ҙур сумаҙанға аҙыҡ-түлек тейәп, Өфөгә берәй уҡыу йортоноң физика-математика факультетына уҡырға инермен, тип киттем. Сумаҙанды ятаҡта йәшәүсе фронтовик яҡташтарымдың карауаты аҫтына ҡуйҙым да үҙем тимер юл вокзалында йоҡлап йөрөйөм. Бер ҡараһам, сумаҙан буп-буш, яҡташтарым ашап бөткән. Баҙарҙан алып ашай торғас, аҡса ла бөттө. Уҡырға алыныуым тураһында справка алдым да, ситтән тороп уҡырмын тип, Магнитогорскиҙағы педагогия институтына барып урынлаштым. Ауылға ҡайтһам, фронтта хәбәрһеҙ юғалған ағайым йөрөп ята. Бай ҡайтҡан, матур кейенгән, күкрәгендә орден-миҙалдары, көлгәндә тештәре ялтырай. Хатта өс пистолеты, бер тоҡсай патрондары ла бар.

Ағайым, Әкрәм, һуғышта ниндәй мажара күреп, иҫән ҡалыуын үҙенсә оҙаҡ итеп тасуирланы.

...Бер көн ҡапҡа төбөндәге бүрәнә өҫтөндә ултыра инек, Ирғәле еҙнәй килде. Ағайым: «Берлинда саҡта совет һалдаттары янына бер аҡ сәсле немец ҡарты килгән дә руссалап, «Башкиры есть?» тип һорағас, миңә ебәргәндәр», — тип һөйләй башланы. «Һин ҡайһы ауылдан?»— тип башҡортса һорай был. «Темәстән»,— тим. «Ирғәле тереме?» — ти был. «Белмәйем, мин әйтәм, һуғыш бит». «Ҡайтҡас, тере булһа, сәләм әйтерһең»,-ти немец ҡарты.

Ирғәле еҙнәй 1921 йылда бер әсир немецты ат менән Ырымбурға алып барып, поезға ултыртып ебәреүен иҫкә алды. Әсир һалдаттар, Темәстә йәшәп, Түбә руднигына ағас әҙерләгән икән. Ауылда йәшәргә ҡалғандарын һуғыш башланырҙан алда уҡ ҡулға алып, барыһы ла ғәйеп булған.

1946 йылдың йәйе насар килде, аслыҡ булды. Окопта, һыуҙа ятып, ауырыуға һабышҡан ағайҙар ныҡ интекте, ҡайһы берҙәре күп эсеп, донъя менән бәхилләшергә мәжбүр булды. Егеттәр һыйыры, сепараторы, теген машинаһы булған ҡатындарға әйләнгеләне. Урман, тауҙар араһындағы халыҡ бөтә ауылы менән ҡырыла, тип һөйләйҙәр ине. Астан шешенгән кешеләр булған нәмәһен арзан ғына хаҡҡа аҙыҡ-түлеккә алмаштырырға мәжбүр булды.

Яҙын минең бер һыйырҙы һуйып һатып, Рәшит ағай менән Ырымбурға ат алырға киттек. Ниәт - ат менән эшләп кәсеп итеү. Ат һатып алғас, Һарыҡташ станцияһына ҡарап тимер юл буйлап киттек. Көн бик йылы, ҡар иреп, йылғалар таша башланы. Һарыҡташҡа мең бәлә менән көскә килеп еттек. Атты туғарҙыҡ та, сана-сбруйҙарҙы бер башҡорт ағайына биреп, атты һаҡмар аша интегә-интегә сығарҙыҡ. Унан ары мин, атты етәкләп, Иҫәнғол ауылына, ағайым поезға китте.

Байауылы ауылы янында мин саҡ үлемдән ҡотолоп ҡалдым. Боҙ емерелеп, ат менән бергә һыуға сумдыҡ. Ярай әле, һыу һайыраҡ булған. Башҡорттар килеп, икебеҙҙе лә арҡан менән һөйрәп алдылар. Аҡ һаҡаллы бер ағайҙың өйөндә атымды ашатып, үҙем дә кибендем, тамаҡ ялғаным. Бик тә һәйбәт башҡорттар булып сыҡты хужалар. Ике көн тороп, тоҡсайымда бер нисә ҡап сәй бар ине, шуларҙы биреп ҡыуандырҙым да юлға сыҡтым.

Бер көн шулай бәләкәй санаға көнбағыш һығын- тыһы тейәгән бер ағай менән апайҙы ҡыуып еттем. Арығандар, хәлһеҙҙәр. Ағай әйтә: «Ҡустым, зинһар, сананы атыңдың ҡойроғона таҡ инде. Ауылыбыҙ ана, алыҫ түгел. Беҙҙә ял итерһең дә иртәгә китерһең», — тип инәлә. Һуғыштан яраланып ҡайтҡан оҙон ғына ябыҡ башҡорт ағайы. Йәлләп, риза булдым. Сәлих ауылы икән. Килеп, көнбағыш һығынтыһы менән сәй эсеп, атты эсереп ашарға биргәс, ишек төбөндәге бер эскәмйәгә һуҙылып яттым да йоҡлап киткәнмен. Тауышҡа уянып киттем: «Ҡуй! Теймә, әрәм итмә һәйбәт егетте!» Хужабикә, мине һуйырға ниәтләнгән ирен ебәрмәй, көрәшә икән. Апай, мин ишетһен типтер инде, тауышын сығарыбыраҡ һөйләшә.

Мин аңланым да тороп сыға башланым. Ағай: «Ҡайҙа бараң?» — ти. Мин: «Атты һуғарам», - тим. «Бая һуғарҙың бит»,-ти был. Мин әйберҙәрҙе алдым да, ҡараңғыла шәре кисеп, юлға сыҡтым. Төнө буйы барып, ҡояш ҡалҡҡас, бер кәбән төбөнә ятып йоҡлап киткәнмен. Атлай торғас, кискә табан Мораҡ ауылына барып еттем. Кузьминовка ауылы янындағы күперҙе саҡ сығып өлгөргәйнем, шатыр-шотор ташҡын һыу килеп етеп, күперҙе ағыҙып алып та китте.

Ятып түҙеп булмай, өшөтә. Аптырағас, юлға төшөп, бер тауға үрмәләй башланым. Таң атыуға бер бәләкәй генә ауылға килеп етеп, остағы өйгә инһәм, ике малай ҡул тирмәне менән ниҙер тарта. «Әсәйегеҙ ҡайҙа?» — тим. Өндәшмәйҙәр, күрәһең, һөйләшерлек хәлдәре лә юҡ. Йүкә ҡабығы тартып ултыралар икән. Кире сыҡтым. Өй тирәләй бер нәмә лә ҡалдырмай яғылған. Башҡа өйҙәрҙә лә шундай уҡ хәл.

Юл буйлап киттем. Тып-тын. Кеше йәки эт-бесәй тауыштары ла ишетелмәй. Ун-ун биш саҡрым атлағас, бер ҙур ғына ауылға килеп индем. Юлдыбай, тинеләр. Ошонда йәшәгән Зәйнәп Аҡбирҙина менән педучилищела уҡығанды иҫкә төшөрөп, уның ҡайҙа торғанын һораным. Зәйнәптең апаһы мәктәп директоры икән. Уларға барып, йыуынып, баллап сәй эстем. Интернатта эшләгән саҡта, Зәйнәп алтынсы класҡа улын килтергәйне. Ярҙам йөҙөнән мин ул малайҙы урын­лаштырырға тырышҡайным да, булманы, ҡасып ҡайтып киткән. Зәйнәптәрҙә мунса ла төшөрҙөләр. Ике көн ял иткәс, хушлашып, тағы юлға сыҡтым.

Кисен Ыуары тигән ауылда бер ағай бик яҡшы ҡабул итте. Ул ауыл татарҙары бик теремек, алсаҡ, дәрт-дарманлы булып тойолдо. Иртән яҡшылап юл өйрәтеп, юлға бесән, икмәк биреп оҙатып ҡалдылар. Ҡараңғы төшөүгә Йылайырға килеп етеп, төҙөк кенә өйҙә туҡтаным. Ишек янындағы топчанда тәҙрә яғына башымды ҡуйып ятҡайным, бер саҡ ҡапҡа асылды ла ихатаға кемдер инде. Хужабикә болдорға сығып: «Он еще не спит», — тигәс, мин, былар атымды урларға итә икән, тип, йөкмәнеп, урам буйлап киттем.

Ҡараңғы. Бәләкәй генә утҡа табан атланым. Ул магазин булып сыҡты. Ҡарауылсыһына хәлде аңлатып, төндө шунда үткәрҙем. Икенсе Этҡол ауылына етәрәк бер ауылда туҡтап, атты эсереп бесәнгә ҡуштым да, берәүҙән һөт һатып алып эсеп, йоҡларға яттым. Торһам, атым ята һуҙылып, башын ҡалҡытырға итә лә, хәленән килмәй. Күҙҙәре быялалана башлаған, үлмәҫтән алда тип, салып ебәрҙем. Тиреһенә итте төрөп, эс-бауырын, баш-тояғын да өй хужаһына бирҙем дә тағы юлға сыҡтым.

Этҡолдо үтеп, Ҡолсора ауылында йоҡлап, үҙебеҙҙең Темәскә яҡынлашһам, Шырҙы йылғаһы аша сығырлыҡ түгел. Йөҙөп сығырға тура килде. Ҡайтып инһәм, әсәйем аптырап китте. Күлдәк-ыштанды алмаштырҙым да юрған аҫтына сумдым. Бер һыйыр яңы ғына быҙаулаған икән, әсәйем һөт эсерҙе. Ун алты көн буйы 450 саҡрым лыс һыу быйма кейеп юл йөрөү ғазабы, аслыҡ тамам бөлдөрөп, миңә һары төҫ инә башлаған. Күршеләр оҙаҡҡа бармаҫ инде был тинеләр.

Күп йылдар үткәс ошо хәлде һәм аттың йығылып үлеүен һөйләгәс, ағайым, аттың ҡойроғона сана таҡмаҫҡа ине, аттың күтәне өҙөлгән дә шуға үлгән ул, тине. Мин үҙемде һуя яҙған теге ағайҙы йәлләп, хата эшләгәнемде аңланым да, һуң ине. Үҙем дә, атты йәлләп, менмәйенсә, шыйыҡ ҡар кисеп, йәйәү атлаған булам.

Нисә көн ятҡанмындыр, белмәйем, яңы һауған һөт, мәтрүшкә, тағы әллә нәмәләр эскәс, һауығып, бер аҙҙан йөрөй башланым. Майҙың нисәһендәлер ағайым мине хәрбиҙәрсә кейендереп, хром итектәрҙә Магни- тогорскиға алып китергә булды. Ике ҙур ауыр сумаҙан күтәреп, юлға сыҡтыҡ. Ә унда аслыҡтан интеккән яугирҙар машиналарға тейәлеп, Сибай аръяғына, Яйыҡ яҡтарына башаҡ йыйырға китеп бара. Ирәндек, Сибай аша үтеп Березовка ауылына етәрәк, ҡап-ҡара янған баҫыуҙа ергә ятып, яртылаш янған башаҡ йыйып йөрөгән байтаҡ фронтовикты күрҙек. Йөҙҙәре ҡара ҡором, күкрәктәрендә орден-миҙалдар, ауыҙҙарын асһалар, тештәре ялтырап күренә. Улар араһында Зәйнетдин ағайыбыҙҙы күреп, бер аҙ «балауыҙ һығып» алдыҡ. Ағай Сибайға килеп еткән дә, ауылда хәлдәр хөрт икәнен белеп, ошонда килеп сыҡҡан. Бер ҡаҙаҡҡа самандан йорт һалырға һөйләшкән дә, яңғыҙ булғас, эш башлай алмай тора икән.

Зәйнетдин ағай беҙҙе үҙе урынлашҡан ҡаҙаҡтың мунсаһына алып килде. Башаҡ йыйып, бер тоҡҡа тултырғас, саманға тотондоҡ. Уны тамамлағас, эш хаҡына иген алып бүлештек. Артабан ағайым Берлиндан алып ҡайтҡан сумаҙандағы ҡатын-ҡыҙ кейемдәрен һатырға булдыҡ. Һатырға тип инде, бойҙайға алмаштырабыҙ. Ҡыҙҙарға кейем-һалым оҡшай, әммә әсәләре бик һаран, алдырмаҫҡа тырыша. Рус халҡы бында бай йәшәй, малдары күп, һыйырҙары һөтлө. Һаран булмағандары шунда уҡ бойҙайҙарын да сығара, тамаҡты ла һыйлап ебәрә.

Шулай итеп, беҙ ауылға иң байы булып, дүрт тоҡ иген менән ҡайтып төштөк. Был ваҡытҡа һыйырҙар быҙаулап бөткәйне. Күп итеп картуф ултырттыҡ, кишер, һуған сәстек.

1947 йылда Йомаш ауылы мәктәбенә физика менән математика уҡытырға ебәрҙеләр. Өлгәшмәгән, өйгә эште эшләмәгән балаларға «икеле» ҡуймайым, дәрестән алып ҡалып эшләтәм. Эшләмәйенсә ҡайтыу юҡ, асыҡһа ла, ҡояш байыһа ла, тигәндәй. Үҙем дә ас бит инде. Балаларҙы ҡурай уйнарға, йырларға өйрәтергә тырышам. Байрамдарҙа сәхнәгә хор сығарып, «Ерән ҡашҡа» йырын башҡарабыҙ. Скрипкасы Алсынбаев ағай балаларҙың һул яғынан, мин уңынан баҫам.

Бер саҡ шулай ағайым Юлдыбайға комбайнсылар курсына китте. Мин өйгә иген алып ҡайтырға була, ат егеп барғайным, 70 саҡрымды ат бер тәүлек тигәндәй атланы ла ҡуйҙы. Ике бот ашлыҡ йөкмәп йәйәү килә инем, Муллаҡай ауылына етәрәк алда ҡарасҡы кеүек нәмә күренә башланы. Өйгә етә башлағанда тегене ҡыуып еттем. Ул Таулыҡайҙан уҡытыусы Шәүрә апай булып сыҡты. Ике бот иген йөкмәп, 30 саҡрымдан Рауил ҡустыһы менән Рауза һеңлеһенә алып ҡайтып килә икән. Мине күргәс: «Үҙемдең ҡустым икән, ә мин ҡурҡып ҡасам да ҡасам», —тип илап та ебәрҙе.

Шәүрә апай, атайымдың бер туған ҡустыһы Кәлимулла ағайҙың ҡыҙы, матур йырлай торғайны. Ғөмүмән, йырһыҙ торманы ул. Бесән эшләгәндә, ҡыҙҙар менән арып ҡайталар ҙа, ҡыуыштағы хуш еҫле бесәнгә ауып, йыр башлайҙар.

1948 йылдың декабрендә хәрби хеҙмәткә алынғанда, мин Зәйнәп еңгәйҙәр фатирына һуғылып киттем. Әбүзәр ағайҙың пуляларҙан тишкеләнгән, ордендар тағылған кителе элеүле тора. Унан өҫтәрәк — портреты. Шунда мин, бер ҡурай ҡалдырып, әрмеләргә табан юл алдым. Йөк машинаһында аяҡ өҫтө баҫып, Ирәндекте артылғанда «Төйәләҫ»те йырламай түҙә алманым:

Үлемдәргә генә миҫал икән
Тыуган илде ташлап китеүе...

1998 йылдың август аҙағында тағы ла Баймаҡҡа юл төшөп, Зәйнәп еңгәйҙең хәлен белдем. 84 йәштә икән. Әле лә бейейем, ти. Үлер алдынан башҡорт халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева: «Минең бер әхирәтем бар, Зәйнәп Әминева, Баймаҡта тора», — тип әйткән икән. Яҙыусының көндәрен үткәргәндә, мәктәпкә саҡырҙылар, шунда бейенем, бүләк бирҙеләр, тип һөйләне.

...Хәрби осоусы булғас, отпускыға ауылға төнөн генә ҡайтып төштөм. Бишле шәм яҡтыһында әле генә сәй әсеүҙе тамамлағандар. Әсәйем мине күреү менән: «Әстәғәфирулла!» — тип ҡысҡырып ебәрҙе. Китте ығы-зығы. Күршеләге ағай, ҡусты, еңгәй, апайҙарҙы саҡырып, ҡунаҡ күрһәтә башланылар. Бер саҡ мин тороп баҫтым да «Әрме»не йырлай башланым:

Әрмеләрҙә йөрөп сәс еткерҙем,
Сәскенәйем етте үрмәгә.
Хаҡ Тәғәлә миңә ҡушҡан икән
Тыуған өйҙө ҡайтып күрмәгә...

Йырлап бөтөрҙөм дә: «Бына күрҙегеҙме, мин ниндәй?» тигәндәй маһайып, ҡәнәғәт һәм ғорур ҡиәфәттә туғандарыма ҡарап торам. Ә Ирғәле еҙнәйебеҙ көлә, ҡулъяулығы менән күҙҙәрен һөртә. Ирғәле еҙнәй мыҡты кәүҙәле, оҙон мыйыҡлы, көслө, эшкә бик шәп кеше булды. Бер көндә ун биш күбә бесән сабыу, тауҙай утын ҡырҡыу, мал һуйып, тиҙ генә тунап элеп ҡуйыу Ирғәле еҙнәй өсөн бер ни тормай. Аҙнаға бер ат йәки һыйыр һуйып һатып, урынына икенсе мал тергеҙеп ҡуймаһа, үҙен кешегә һанамай. Ирғәле еҙнәй Берлинға йәйәүләп етеп, күп ордендар тағып ҡайтҡан.

Бына Ирғәле еҙнәйҙең ҡайнағаһы Мотаһар ағайыбыҙ ултыра. Оҫта ҡуллы эшсән кеше. Шуҡ, шаян, шаярмайынса хәбәр һөйләмәҫ. Мәжлестәгеләр бер- береһен яҡшы белә. Был юлы барыһы ла миңә төбәлгән. Яңыраҡ ҡына ошо тирәлә йөрөгән малай, әрмегә китә лә, хәрби осоусы булып ҡайта. Ҡыҙыҡ таһа. Ултыра хәрби формала ялтырап. Дөрөҫ, мин ул саҡта икенсе төрлөрәк уйлағанмындыр. Ә был фекер ошо юлдарҙы яҙғанда килә.

Армияға китер алдынан өс йыл һабантуйҙарҙа көрәш, тоҡ һуғышыуҙа беренсе урынды алып йөрөнөм. Ҡурайҙа уйнап йырлауҙа ла миңә тиң кеше булманы, сөнки ярышырға кешеһе лә юҡ ине. Армияла ла шулай булды. Подольск ҡалаһында классик көрәш буйынса, бер ниндәй разряд булмаһа ла, дивизия чемпионы булдым. Монино ҡалаһына округ олимпиадаһына ебәргәйнеләр, унда дүрт кешене еңдем, ә өсөһөнә, тәжрибәле, профессиональ көрәшселәргә, таһыл етеңкерәмәне. Шулар араһынан Ванин тигәндәрен бер-ике айҙан киножурналда күрһәттеләр, ул Берлинда халыҡ- ара йәштәр фестивалендә ҡатнашты.

Белорет районы Әүжән ҡасабаһынан минән мыҡ- тыраҡ кәүҙәле, тәкәббер, башҡорттарҙы яратмаған Суздальңев тигән берәү миңә: «Давай бороться», - тип бәйләнде бит. Ул гел генә «башкир, конокрад» тип, мине мыҫҡыллап йөрөй торғайны. Казармала тегене бер алым ҡулланып күтәрҙем дә иҙәнгә һуҡтым. Носилка менән санчасҡа алып киткәйнеләр, берәр ай ятҡандыр. Уның ҡарауы артабан бер ҡасан да мине мыҫҡылларға батырсылыҡ итмәне.

Умань ҡалаһына осоусылар училищеһына килгәс, хәрби дәрәжәм «сержант» булғанлыҡтан, мине старшина итеп тәғәйенләнеләр. Араларында таҙа кәүҙәле берәү һис бер тыңламай маташа. «Пошел отсюда! Генералов видали, не то что сержантов», - ти был. Бер көн оҙонлоҡҡа һикерә торған спорт майҙанына алып килдем дә, теге әзмәүергә: «Давай бороться», — тинем.

Интектереп, хәлдән тайҙырып һалып ҡуйҙым тегене. Иртәнге физзарядка ваҡытында теге ҡыбырлай ҙа алмай. Ҡабат бер ҡасан да ҡаршы әйтмәне.

Подольскиҙа бер гәзиттән хәбәрсе килгән дә самолеттар янында политинформация барышын фотоға төшөрөргә булды. Комсорг тигән бер нәмәкәй беҙҙе, дүрт башҡортто, үҙенең яғына ҡаратып, тубыҡландырып, төшөртөргә маташа. Мин: «Пошли, башкиры никогда на колени не вставали», - тинем дә иптәштәрҙе алып киттем. Тегеләр ауыҙ асып тороп ҡалды. Ә төнөн старшина мине уятты ла «особый отдел»ға алып китте. Унда ултырған майор: «Һин беҙгә ярҙам итергә тейешһең», — тип, иптәштәргә характеристика яҙырға ҡушты. Ундай һәләтем юҡ, тим. «Тыуған илде яратмайһыңмы ни?» - тип һорай. «Яратам, - тим, - тик характеристика бирә алмайым». «Шулай ҙа берәй нәмә һиҙһәң, хәбәр ит», — тип тороп ҡалды майор. Арыу ғына фәһем алдым.

 

ТЫУҒАН АУЫЛЫМ, ТУҒАНДАРЫМ

Мин иҫ белә башлағанда, ауыл халҡында оло афәт килтергән янғындарҙан һуң була торған кәйеф ине. Аллаһы Тәғәлә мине, «таулылар араһы» башҡорттарының фажиғәле яҙмышҡа дусар булып, яҡты донъя менән хушлашып баҡыйлыҡҡа күсеүен, уларҙан ҡалған етем балалар, инәй, еңгәйҙәрҙең илау-һыҡтауын күреп, әрнеп-һыҙланып, минән әллә ни ҡалмай ҡартая барған балаларына әсе тарихты еткерһен тип, фани донъяға тыуҙырғандыр, ахыры. Тәүҙә «кулактар», һуңынан «халыҡ дошмандары» тип ҡулға алынып, Се- бергә оҙатылған, һуғыштарҙа һәләк булған ағайҙар, филармонияла йырлап йөрөп тә, «халыҡ дошманы ҡыҙы» исемен күтәрә алмай Матрай ауылына күсенергә мәжбүр булған Әсмә апай, «таулылар араһы» башы, даны тирә-яҡҡа таралған, шәхес культы осоронда аҡылдан яҙып донъя ҡуйған Әбүбәкер хәҙрәт һәм башҡа бик күптәр үҙҙәренән һуң ниҙәр булғанын белмәй.

Ауыл халҡының һөйләшендә яҡын-тирәләге ер-һыу атамалары, күрше ауылдарҙың исемдәре менән бер рәттән, «Себер», «һөргөн», «колхоз», «совхоз», «сәүит балаһы», «аҡтар», «ҡыҙылдар», «Зәки Вәлиди», «Муса Мортазин», «йот йылы», «шәһиттәр зыяраты» тигән һүҙҙәр ныҡлы урын алғайны. Намаҙ исемдәре, дини йолалар, ырымдар, дини дәрәжәләр, «мөнбәр», «манара», «мәсет» кеүек һүҙҙәр ярайһы ғына ҡулланылышта ине.

Шырҙы һәм Талашты йылғалары, урман-тауҙар буйлап ағып килеп, Рапат тауы морононда ҡушылып, бер аҙ тау итәге буйлап барғас, Һаҡмарға ҡоя. Был ике йылға ҡушылған урында «Насип быуаһы», Талашты буйлап һуҙылған ҡабаҡ бөткән ерҙә «Насип тирмәне» һәм матур ғына йорт бар ине. Ҡабаҡ буйлап, аралыҡ ҡалдырып төҙөлгән бөхтә егән йорттар күре­нә. Ә ҡалҡыулыҡ уртаһына өс ҡатлы бик матур өй һалғандар. Уның тирәләй, әсәһен һырып алған себештәр һымаҡ, башҡа йорттар, дөйөм ятаҡтар теҙелгән, мөһабәт клуб та бар. Был йорттарға 1936 йылда Ырым- бурҙан күсенеп килгән педагогия техникумы урынлашты.

Талашты буйлап өҫтәрәк «Нурмөхәмәт быуаһы» һәм «Нурмөхәмәт тирмәне» булған. Шырҙы буйында ла, унан ары ҡалҡыулыҡ буйлап та күркәм генә йорттар күренә. Әммә улар буш: хужалары - дәртле, милли рухлы, эшсән, уҡымышлы, сәнғәт һөйөүсе «таулылар араһы» башҡорттары — һөргөнгә оҙатылған. Алыҫ Черемхово ҡалаһынан хаттар килгеләп торған, бигерәк тә Әбүбәкер хәҙрәттең ҡыҙы Зөләйха апай йыш яҙған. Әбүбәкер хәҙрәт 1923 йылда Мәскәүҙә үткәрелгән күргәҙмәлә башҡорт халҡының тормошон күрһәтеүселәрҙең береһе булған. Ҡурайсы Әхмәтов, йырсы Әбд­рәхим Исҡужин, бейеүсе Барлыбаев ағайҙар булған. Был турала гәзиттәрҙә мәҡәләләр баҫылды. Билдәле журналист Р. Насиров та яҙып сыҡты. Күргәҙмәлә төшкән һүрәттәрҙә аҙаҡ Сибайға ҡайтып йәшәгән Зөләйха апай ҙа бар. «Башҡортостан» гәзитендә «Ғилмияза» йыры тураһында мәҡәләһе лә баҫылғайны.

Һөргөнгә ебәрелеүселәр йорттарында (хужа булып, күҙ-ҡолаҡ булып торһон, типме икән) берәйһен ҡалдырып киткәндәр булһа кәрәк. Бер апай һәр саҡ Талашты аръяғындағы ҡалҡыулыҡта әрнеп-һыҙланып, күҙҙәрҙән йәш эркелерлек итеп зарлы-моңло йыр һуҙып йөрөр ине. Һөргөндәгеләргә ҡайтырға рөхсәт ителгәс, Насип олатай ғына ғаиләһе менән ҡайтып төштө, башҡалар ни өсөндөр тыуған яҡтарына тартылманы. 1936 йылдар тирәһе булғандыр, аҙ ғына ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, теге йорттар, тирмәндәр юҡ ине инде. Быуалар ҙа, үҙҙәренең тәүге ҡиәфәттәрен юғалтып, юҡҡа сыға башланы. Ул саҡта йылға буйҙары тал, муйыл, ерек ағастарынан торған йырып үткеһеҙ урман менән ҡапланғайны. Йылға араһындағы ҡамышлы күлдәрҙә ҡыр өйрәктәре бәпкәләрен эйәртеп йөҙөп йөрөй. Билбыуарҙан үҫкән үләндең тығыҙлығы хайран ҡалырлыҡ — көҙҙәрен шул тирәне генә сабып, тиҫтәләрсә кәбән ултырталар ине. Урмандарҙа ҡош-ҡорт, кейек, йылғаларҙа балыҡ күп булды. Насип ағай ғына, «тыуған яғым» тип, һағынып ҡайтып, яңылышып ҡуйҙы. Талашты буйында шамбылыҡ ултыртып, шул кәсебе менән берәй йыл йәшәгәндәрме-юҡмы, 1937 йылда ҡабаттан ҡулға алынып, башҡаса хәбәр-хәтере булманы. Оло улын Баймаҡҡа саҡыртып, НКВД хеҙмәткәрҙәре туҡмап ҡайтарған. Мөбинә еңгәй: «Еңгәй, бөтөрҙөләр... үләм, тип кенә ятып үлде», — ти торғайны.

Әсәйем былай тип һөйләй торғайны: «Герман һуғышынан ҡайтып өлгөрмәнеләр, үҙебеҙҙә һуғыш башланды. Әйләнгән һайын ауылға атлы ғәскәрҙәр килә лә тула һәм шунда уҡ малға йәбешәләр. Шулай ҙа аҡтар итәғәтлерәк булды. Иҫәнләшеп, хәл-әхүәл һорашып, мал-тыуарҙы һанап, һорап тотондолар. Бер көндө ҡыҙылдар Әбүбәкер хәҙрәтте атырға алып китеп бара. Илаша-илаша, йүгерешеп барып еттек. «Хәҙрәттең бер ғәйебе лә юҡ бит, халыҡҡа изгелектән башҡа, ҡалдырығыҙ инде, зинһар», — тибеҙ. Атманылар, ҡалдырып киттеләр... Ҡыҙылдарҙа күпселек рустар булһа ла, башҡорттар ҙа бар ине. Бер мәл ҡыҙылдар яғында йөрөгән берәү үҙенең бер туған ҡустыһын атып үлтереп, алып ҡайтып ерләне... «Бәлшәүиктәр килә!»-тип һөрәнләһәләр, ҡотобоҙ осоп, йәйебеҙҙе ҡулға алып, баҙға төшөп бөтә торғайныҡ».

«Ҡуштүбә ауылынан (Темәстән ун саҡрым алыҫлыҡта, Ирәндек яғында) алты башҡортто атып киткәндәр. Шуларҙың берәүһе ҡыҙылдарҙың башлығы Поленовтың ҡылысын тартып алып, ҡулын өҙә сапҡан. Шул башҡорттоң ейәне Ильясов һуғыштан алда Түбә руднигында йәшәгән, Поленовты белеп-күреп йөрөгән. Һуғышта ҡатнашып, Берлинғаса еткән. Пистолет алып ҡайтып, Поленовты, ике дуҫын һәм уларҙы яллаған бер башҡортто атып үлтергән. Ильясовты егерме биш йылға ултыртып, ун һигеҙ йыл үткәс, сығаралар. Билал ауылы янындағы Комсомол ҡасабаһында йәшәне», - тип өлкәндәр һөйләй торғайны.

Әлеге көндәрҙә Темәстә йәшәүсе Арыҫланов Миндеғол ағай (ауылдың муллаһы) — Башҡорт атлы дивизияһы яугиры. Днепрҙы аша сығыу өсөн барған һуғыштарҙағы батырлығы өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә тәғәйен булһа ла, тотҡарлайҙар. Был хаҡта хәбәрҙәр матбуғатта булды. Ә уның улы Рәсүл Арыҫланов БДУ-ла уҡып йөрөгән сағында әле ҡабул ителмәгән Рәсәй әләмен төшөргән өсөн хөкөмгә тарттырылып, эҙәрлекләү-баҫымдарға дусар булып яфаланды. Арыҫлановтар Ҡуштүбә ауылыныҡылар, Поленовтың ҡулын өҙә сабыусы батыр башҡорттоң нәҫелдәре...

Поленов үҙенең ҡанһыҙлығы менән даны сыҡҡан Смоленск полкы ҡыҙылдары менән йөҙ илле саҡрымға һуҙылған Ирәндек тауҙарының көнбайышындағы башҡорт ауылдарын талау, кешеләрен сығарып атыу һ. б. төрлө ҡәбәхәтлектәр менән шөғөлләнгән. Ололар һөйләүенсә, Муса Мортазин үҙ янында йөҙәрләгән яугир ҡалдырып, ҡалған яугирҙарҙан, һәр ауылда бер командир тәғәйенләп, ғаилә, йорт-хужалыҡ эштәрен хәстәрләү өсөн тарата торған булған. (Хәҙерге армия­лағы увольнение, отпуск кеүек.) Поленов үҙенең ҡыҙыл йәлләттәре менән тап ана шул башҡорттарҙы эҙәрләп, аңдып йөрөгән дә инде.

Мәскәү тарафтарынан башҡорт халҡына ҡарата батшалар заманынан уҡ килгән сәйәсәтте дауам итеү өсөн ебәрелгән был ҡыҙыл ғәскәрҙең ҡәбәхәтлектәре тураһында күп яҙҙылар. Иң ентекле яҙылғаны, моғайын, Әкрәм Бейеш яҙмаларылыр. Мин бары ишеткәндәрем тураһында ғына әҙ-мәҙ теркәү менән сикләндем. Халыҡ хәтере, минеңсә, ошо тәртиптә аҡҡа төшә барырға тейештер.

Башҡорттоң ауыр хәленән файҙаланып, заман ҡатмарлылығын һылтау итеп, халыҡты ҡырып бөтөрөп, рухи һәм матди байлыҡтарының сығанағы булған ерҙәренә хужа булып алырға теләүселәр тарихта бихисап. Ошондай үтә лә ҡатмарлы осорҙа, башҡорт иленең төрлө тарафтарында, яфа сиккән халҡын яҡлау өсөн, батыр ир-егеттәр отрядтар төҙөп, баҫҡынсыларға ҡаршы һуғышырға мәжбүр булған. Тау-урмандар араһына ҡасып, ҡаршылыҡ күрһәтергә ынтылған был ир-азаматтарына «милләтсе», «бандит», «контрреволюционер» тигән мөһөрҙәр тағып, үҙҙәренең ҡылған енәйәттәрен, ҡылған ҡәбәхәтлектәрен аҡлау өсөн бик тә анһат һылтау тапҡандар.

Баймаҡ районы Байыш ауылы батыры Хажиәхмәт Унасов күп һанлы отряд ойоштороп күтәрелгән. Салауат районы Арҡауыл ауылынан Ҡарабашев ағай Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәге башҡорттарын яҡлау, һаҡлау өсөн бик көслө отряд йыйып һуғышҡан. Ул Герман һуғышында кавалерияла хеҙмәт итеп, дүрт тапҡыр «Георгий тәреһе» менән наградланған. Бер оло ағай һөйләүенсә, уның 1200 һыбайлыһы, 26 пулеметы, һәр ауылда йәйәүлеләре булған.

Имай Насыриҙың «Күҙәй» романы ошолай тамамлана: «Златоуст төрмәһенә ултыртылғас, Ҡарабаштың милли тойғолары дүрт стена араһында юҡҡа сыҡты...» Ләкин ул баһадир, мөһабәт, батыр башҡорт ағайының милли тойғолары үҙе иҫән ваҡытта юғалманы. 90 йәшкә етер алдынан ул 1977 йылда Өфөләге фатирында донъя ҡуйҙы. Бер мәл ултырҙаш булырға ла тура килде. «Мин ул китапты («Күҙәй»-Ә. И.) уҡығаным юҡ. Ҡыҙылдар, аҡтарҙы белмәнем. Халҡымды йәберләп, еребеҙҙе баҫып алырға тырышҡан рустарға, татарҙарға ҡаршы көрәштем», — тине. Уны тәүге тап­ҡыр хөкөм итеп, 25 йылға иректән мәхрүм итеүсе судьяның исеме билгеле. Мәскәүгә яҙып, биш йылдан һуң ағайҙы иреккә сығаралар, ләкин шул ук судья уны ҡабат ултырта. Ағай том-том романдар яҙырлыҡ дәрәжәләге шәхес.

Башҡорт халҡы фажиғәле, ауыр замандар кисереп бөлгән осорҙа, уның еренә килеп ултырып, нығынып, байып йәшәгәндәрҙән бер төрлө лә ярҙам булмай. Темәс ауылы тулы сауҙагәрҙәр, килмешәк байҙар башҡорттарҙың үтә лә мөшкөл хәлдәренән файҙаланып, үҙ хужалыҡтарында уларҙы тамаҡ ялына эшләтеп, артабан да байырға тырышҡан.

Түбә алтын приискыһына бер туған Рәмиевтар хужа булған. Шахталарға таяу өсөн Ирәндек имәндәре ҡырылған. Шахта баҫып һәләк булған башҡорттарҙың хисабы юҡ. Әле 1940 йылда ҡурайсы Мөхәммәт Ҡәҙерғолов ағай, бер туған ағаһы Яхъя ағайҙың ғаиләһен алып ҡайтҡас, ҡыуышҡа инеп (колхоз яланында бер ҡыуышта йәшәй инек-Ә. И.), мине ҡосаҡлап иланы. Арбаһында еңгәһе, ике бала, әҙерәк һауыт-һаба - бына шахтала алтын сығарып йөрөп, ер аҫтында ҡалған башҡорттоң мөлкәте ошо булған. Ә Рәмиевтар революция башланғас та, башҡорт еренең алтынын тейәп, сит илгә ҡасҡан. Уларға тыуған ил, башҡорт иле, башҡорт халҡының яҙмышы бер тингә лә тормаған.

Тәүҙә килеүселәр, «беҙ мосолманбыҙ», тип, башҡорттарға тауар, китап һатып, ерҙәрҙе өйрәнеп йөрөгән. Әйтәйек, ошондай ҙа хәлдәр булған: бер Ҡөрьәнде бер атҡа алмаштырғандар. Бер йөк Ҡөрьән килтерһә, моғайын, бер өйөр йылҡы алғандыр. Өфөнөң К. Маркс менән Фрунзе (хәҙерге Зәки Вәлиди) урамдары ҡушылған мөйөштә Чапаев штабы тип йөрөтөлгән матур бер йорт ултыра. (Унда БР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы урынлашҡан — Ә. И.) Был матур йортто аттар һатып, байып йөрөүсе бер сауҙагәр үҙенең һөйәркәһе өсөн һалдырған. Өфөлә генә лә ундай ҙур-ҙур йорттарҙы һанап бөтөрлөк түгел. Хужалары, революция тураһында һүҙҙәр башланғас та, ҡасып китеп бөтә. Башҡорт халҡындағы кеүек, тыуған ил, тыуған ер өсөн «аямаған йәнен, түккән ҡанын» кеүек дәрәжәләге тойғоларҙың, рухтың тамсыһы ла булмаған уларҙа. Муса Мортазинда ла, йәки башҡа башҡорт ғәскәрҙәрендә лә бер килмешәк тә булмаған. Ә Каширин ғәскәрендә күпселеге элек-электән башҡорттарҙы күрә алмаған Белорет рустары йөрөгән. Уларға башҡорттарҙан үс алыр өсөн бигерәк тә уңай мәл тура килә. Йәнәһе, Совет власы өсөн көрәшәләр, ә башҡорттар - «Совет власына ҡаршы милләтселәр». Улар тыныс башҡорт ауылдарын иҫ киткес мыҫҡыллап, талай-талай, Билал ауылына ҡәҙәр килеп етә.

Тап ошо мәлдә үҙенең Йылайырҙа атҡарған вәхшилектәренән, ҡылған енәйәттәренән бик тә ҡәнәғәт булған Смоленск полкы ла һаҡмар башына ҡарай юллана. Ләкин был ҡыҙыл йәлләттәрҙең кинәнесе оҙаҡҡа һуҙылмай. Уларҙы Муса Мортазин тар-мар итә. Муса ғәскәрен Билал ауылына бора, ләкин каши- ринсылар Белоретҡа табан, йәғни үҙ ауылдарына ҡарай ҡасып өлгөргән була. Уларҙы мортазинсылар ауылдарында ҡыуып етеп, ошо «ҡыҙылдар» исеме менән енәйәт ҡылып йөрөүселәрҙе ҡыра. Шул саҡтан алып башҡорт халҡының бөйөк батыр улы Муса Мортазинға «милләтсе» мөһөрө тағалар. Сөнки Мор- тазинды милләтселектә ғәйепләмәйенсә, үҙ енәйәттәренән нисек итеп аҡланырҙар ине?

Йән аямай, ҡан түгеп, күпме ҡорбандар килтергәндән һуң, ниһайәт, башҡорттар Рәсәйҙә беренсе булып автономия ала — Башҡортостан хөкүмәте төҙөй. Совет власы Башҡортостан хөкүмәтен теләмәһә лә танырға мәжбүр була.

Муса Мортазиндың комиссары Хәлил ағай Халиҡов 1978 йылда (88 йәштәрҙә булғандыр) васыят әйтеп донъя ҡуйҙы. Ул 1937 йылдан алып 1947 йылға тиклем төрмәлә яфаланған. Ғөмүмән, күргән-кисергәндәрен һөйләп биреү мөмкин түгел. «Беҙ ҡылыс менән һуғышып йөрөп хөкүмәт төҙөнөк. «Башҡорттар автомобиль алырға тырыша», - тип, көлөп йөрөгән татар шовинистары беҙ төҙөгән хөкүмәтте баҫып алды. Үҙебеҙҙе ҡулға алып, атып бөттөләр, төрмәләргә яптылар, унан бик-бик һирәктәр генә иҫән ҡайтты. Әлкә комитетта, башҡа совет инстанцияларында, партия органдарында Башҡортостан өсөн, башҡорт халҡы өсөн бер нәмә лә эшләмәгән, һис ыҙа сикмәгән тәкәббер бәндәләр хөкөм һөрә. Халҡыбыҙ кәмһетелеп, йәберләнеп, ярлылыҡта көн күреүен дауам итә. Минең ғүмерем бөттө, васыятым шул: Себерҙә оҙаҡ йөрөмә. Ошо һәнәреңде ташлама. Беҙҙең ҡылыс менән һуғышып йөрөгәнебеҙҙе, халҡыбыҙ өсөн ҡорбан булған, ғүмерҙәрен фиҙа ҡылған ир-егеттәребеҙҙе онотмағыҙ, беҙ төҙөгән хөкүмәтте ҡулығыҙға алығыҙ. Илебеҙгә хужа булығыҙ. Халҡыбыҙҙы һаҡлағыҙ», — тип мине аптыратты.

Уйлана торғас: «Ағай, тәүге икеһен үтәрмен, улары минең үҙемә әйтелә. Ә башҡаларын үтәргә минең хәлемдән килмәй ҙә инде», - тинем. Ул: «Хәлеңдән килерме, юҡмы — мин уны белмәйем. Тик һиңә васыят әйтәм, васыят әйтерлек башҡа кешем юҡ. Киләһе ялға ҡайтыуыңа, мин булмаясаҡмын», — тип ҡуйҙы. Ә мин: «Ярар, ағай, ышанысыңды аҡларға, васыятыңды үтәргә тырышырмын!» - тигән булдым. Онкологик дауахананың бер бүлмәһенә үҙе генә урынлаштырылған ине. Тышта йөрөп килгән мәле булғанғамы, кәйефе һәйбәт кенә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, рух төшөнкөлөгөнә бирелмәгән. Бойоғоуҙы бөтөнләй белмәгән һымаҡ. Яуабым оҡшағандыр күрәһең, йылмайҙы ла, мин килтергән кедр сәтләүеген услап алды, шытырлатып сәйнәй башланы. Ниндәй генә михнәттәр кисереүенә ҡарамаҫтан, ғүмеренең аҙағынаса, ҡылыс тотоп һуғышып йөрөгән сағындағы башҡортлоҡ рухын һаҡланы ул.

 

ҺУҢҒЫ ОСОУ

Грузияның Поти ҡалаһынан дүрт саҡрым көньяҡта Ҡара диңгеҙгә батҡан карапҡа радиолокацион прицел менән берәмләп өс бомба ташланыҡ. Диңгеҙ яғынан ағылған болоттар Кавказ ҡаяларына бәрелеп, урғыла- болғана ла, ҡуйырғандан-ҡуйыра барып, ҡап-ҡара төҫкә инә. Тапшырылған эштәрҙе башҡарғас, ҡараңғы болоттар араһына инеп, ҡайтыу яғына боролдом. Тик ни ғәжәп?! Радиокомпас уғы бер урында тик тора. Йүнәлеште юғалтып ҡуймайым тип, Потиға ҡарай- ҡарай, әйләнеш яһайым. Штурман, радист, ер менән һөйләшергә тырышам — тәрән тынлыҡ. Бына һиңә! Ҡап-ҡара болоттар араһында, Кавказ тауҙары өҫтөндә, япа-яңғыҙ осоп йөрөсө әле!..

Берәй самолетҡа эйәреп ҡайтайым тип, полигон яғына йүнәлдем. Берәүҙе табып йәнәшә бара башлағайным, ул яр буйындағы болот араһына инде лә юғалды. Төкөп ҡуймайым тип, өҫкәрәк күтәрелдем дә, ни эшләргә белмәй аптырап, тағы түңәрәктәр яһай башланым. Самолетты диңгеҙгә ебәреп, һикереп төшөргәме? Юҡ, ярамай! Тәүҙә штурманға һикерергә бойорорға кәрәк, унан - радисҡа, иң аҙаҡ ҡына үҙең һикерергә тейешһең.

Элемтә юҡ. Ә диңгеҙҙән кем нисек йөҙөп сыға ала?! Өҫөбөҙ ҙә кейенгәнбеҙ...

Болоттарҙан өҫкә күтәрелергә булдым. Бәлки, Батуми яғында асыҡтыр? Күтәрелһәм, күктә ҡояш ялтырап тора. 6,5 саҡрым бейеклектәге Эльбрус — ҡарағусҡыл бағана - өҫкә йығылып килгән һымаҡ. Был - кеше ҡарашының алданыу ы, сөнки икһеҙ-сикһеҙ аҡ болоттар, Эльбрусты ҙур тиҙлектә һыйпап, ары ашыға. Эльбрустан 12 саҡрымда Кутаиси ҡалаһы, аэродром, гарнизон. Кутаисиға самалап, болот араһына сумдым да ҡала өҫтөнә тура килдем. Бына ҡаланы урталай бүлгән йылға аша күпер, тимер юл вокзалы, Сам- тредиаға киткән тимер юл, таш юл, уларға йәнәшә - һыҙат. Ә самолетты теге баштан, Самтредиа яғынан, ултыртырға кәрәк.

Ултырырға китеп барған бер самолет алдан осоп үтте. Хоҙай араланы - текәшмәнек. Мин тура китеп, Самтредиа өҫтөнән әйләнеш яһап, ултырыу хәстәрлеген күрәм... Тағы бер самолет үтеп китте. Уңға тайпылдым. Уның артынан барырға ярамай. Двигателдәренән сыҡҡан газ минекеләргә тура килһә, улар һүнәсәк, һулға боролоп, һыҙат тәңгәлендә уңға тартып, ултырыуға түбәнәйҙем. Ә самолет ултырмай, тиҙлек ҙур. Бер метр бейеклектә осоп тик бара, тәгәрмәстәр ергә теймәй ҙә ҡуя.

Ике саҡрымлыҡ полосаның уртаһындағы арҡыры һыҙыҡҡа еткәнсә тәгәрмәстәр ергә теймәһә, яңынан күтәрелеү яғын ҡарарғамы тигәндә, арҡыры һыҙыҡ күренде, тәгәрмәстәр ҙә ергә ҡағылды. Полоса дауа мындағы 500 метрға үтермен тиһәм, унда ике самолет ултыра икән, миңә иһә урын ҡалмаған. Тәгәрмәстәрҙе яндырып булһа ла туҡтатырға тип, тормоздарға ныҡ итеп баҫам... Полоса аҙағына ун метрҙай ҡалғас, самолет туҡтаны. Стоянкаға алып барып ҡуйҙым да ергә төштөм.

Арманһыҙ арып, лыс һыу борҡоп, йығылырҙай булып торам. Штурманым Самхарадзе ла килеп сыҡты. Радисым да килде. Самолет технигы: «Какие замечания?»—тип журналын тотоп тора. Летчиктар уратып алды. Бер кем бер нәмә өндәшмәй, ҡарашып тик торабыҙ. «Связи не было, радиокомпас не работал, — видимо, электросистема...» — тигән булдым. Штурман менән радист: «Я думал, только у меня связи нет», — тиештеләр. Самхарадзе: «Әйҙә, йәйәү ҡайтайыҡ», - ти. Тимер юл аша сығып, таш юл буйлап дүрт саҡрым барырға кәрәк. Самхарадзе мине кафеға алып инде, һатыусы грузинға үҙҙәренсә нимәләрҙер һөйләй ҙә, миңә күрһәтеп, «... от смерти спас», ти. Һатыусы беҙгә берәр стакан араҡы, ашамлыҡтар ҡуйҙы.

Эсеп ашандыҡ та, юлға төшөп, яй ғына атлап барабыҙ. Гарнизонға бер саҡрым урында грузин ауылы бар. Самхарадзе шул яҡҡа ымланы. Боролдоҡ. Өс ҡатлы матур йорттоң стенаһына терәтеп һалынған аласыҡта сыуал яҡтыһында грузиндар, шарап эсеп, һөйләшеп ултыра. Иҫәнләшеп, ихтирам күрһәтеп, беҙгә түрҙән урын бирҙеләр. Хужа таш стеналағы бер ҡапҡасты асты ла ағас мискә тартып сығарҙы. Самхарадзе: «Он нас от смерти спас...» — тип, миңә күрһәтә лә, грузинса һөйләй ҙә һөйләй. Ә башҡалары тел шартлата, минең ҡайҙан, кем булыуымды һорашалар. «Башҡорт» тигәс, Салауат Юлаевты иҫкә төшөрҙөләр. Һәйбәт кенә һөйләшеп, шарап эсеп ултырҙыҡ.

Гарнизонға ҡайтҡас, Самхарадзе үҙенә саҡырҙы. Һылыу ғына кәләше мөләйем йөҙ менән, шатланып ҡаршы алды. Биш йәшлек улы, йүгереп килеп, атаһының ҡосағына ташланды. Мул итеп өҫтәл әҙерләнеләр, коньяк ултырттылар. Самхарадзе тағы: «... он меня от смерти спас», — тигәнен һөйләй башланы. Ҡаҡшаған нервыларым тынысланғандай, хәл кереп, кәйеф күтәрелгәндәй булды. Үҙ фатирыма ҡәнәғәт кенә ҡайтып индем.

Йоҡоноң исеме генә йоҡо булды, һаташтырҙы. Йоҡлап китеүем була, тертләп уянам.

Иртәгеһен эшкә барып, бер сәғәт әҙерләнгәс, тәнәфескә сыҡтыҡ. Таш баҫҡыстан түбәндә егеттәр кисәге хәлгә аптыраша. «Вчера такая сложная погода была: взлетали, встречный — 18! Сажали, попутный - 18! (Ә ҡаршы елдең тиҙлеге секундына 15, ә ыңғайы 1 метр булһа ла, осорға рөхсәт ителмәй—Ә. И.) При такой погоде когда-то тот-то разбился!» — тип ғәжәпләнәләр.

Мин үҙемдең ни өсөн полосаның яртыһын уҙғансы самолетты ултырта алмауымдың сәбәбен аңланым. Ошондай ҡатмарлы хәлдә радиокомпасһыҙ, бәйләнешһеҙ, ике заход яһап, һәр береһендә алдан самолет үткәреп, уңға-һулға боролоп, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә нисек ултырта алдым икән?! Хоҙай аралағандыр. Эс-бауырҙан күкрәк-йөрәк аша өҫкә күтәрелә килгән зымбырлау-ҡалтыраныу ғәләмәте алҡымыма етә башлағайны, артабан ни булғанын белмәйем.

Төш күрәм: аҡ болоттар ағыла, улар араһында аҡ халаттар кейгән врачтар осоп йөрөй. «Зыңҡ» итеп ҡолаҡтарым сеңләп китте. Күҙҙәрем күрә. Иҫемә килдем... Таш баҫҡысҡа йығылғанмын икән. Салҡан һалғандар ҙа аҡ халатлы полк врачы нашатырлы спиртҡа манылған мамыҡты еҫкәтә. Ә күктә, ысынлап та, аҡ болоттар ағыла. Торҙом да, кисә һуңғы тапҡыр осҡанымды аңланым.

Был хәл I960 йылдың 12 февралендә булды. Иптәштәргә ҡарап: «Моя летная карьера окончена, кому планшет подарить!» — тип, маршруттар һыҙылған, документация, таблица-фәлән һалынған планшетымды һуҙам. «Мы свои планшеты не знаем куда девать, возьми на память», — тиҙәр. Ә врач: «Пошли, напиши объяснительную», — тип кабинетына алып китте.

Тбилиси ҡалаһында округ госпиталендә бер ай тикшереү үткәндән һуң, осоуға яраҡһыҙ, тип таптылар. Тап ошо ваҡытта, 1960 йылдың 16 февралендә КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Министрҙар Советының берлектәге ҡарары менән беҙҙең дивизияны таратҡандар. Мин осҡан самолет, тураҡланып-ваҡланып, иретергә оҙатылған.

 

ТЫУҒАН ЯҠҠА ҠАЙТЫУ

Дивизияла ҡалған таныштар миңә: «Ҡайтма, ни бар һиңә төньяҡта, бында фатирың бар, аэродром ҙур, эш етерлек», — тиһә лә, мин уйлағанымдан кире ҡайтманым. Фатирымды тапшырып, справка алғас, иптәштәрем бик ныҡ ғәжәпләнде. Улар миндәге башҡортлоҡто, Тыуған илем, Башҡортостаным тип яныуымды, күңелем тулы ҡурай моңо булыуын белмәй ҙә, аңламай ҙа ине.

Харьковҡа еткәс, ғаиләне Өфөгә оҙатып, Белорус - сияның Барановичи ҡалаһына юлландым. Отпускыла ваҡытта Иштуған ағай: «Ишдәүләттең һуңғы хаты Зельва станцияһынан килде, барып ҡара әле, ҡәбере юҡмы икән?» - тигәйне. Шәрифулла ағай ҙа шунда һәләк булғандыр, тип уйлай инем. Барҙым, һораша торғас, бер белорусты таптым. «Тәүге сәғәттә үк хәрби казармаларҙы, бомбалар ташлап, ер менән тигеҙләнеләр. Бер пограничник ҡына эте менән ағас мис-

кәгә инеп йәшенгән булғайны, артынан мотоцикл менән килгән немецтар атып китте»,—тине ул. Мотоцикллы дошман һалдаттары көнсығышҡа табан күпләп үткән, өс-дүрт көндән һуң көнбайышҡа әсиргә төшкән бик күп совет һалдаттарын ҡыуғандар. Ошоноң менән был тирәлә һуғыш та бөткән.

Барановичиҙан контейнер менән Өфөгә шифоньер, өҫтәл, ултырғыс, сервант-фәлән ебәрҙем дә, Мәскәүҙә телевизор һатып алып, үҙем дә Өфөгә ашыҡтым.

Вокзалда такси менән ҡаршы алып, Гоголь урамындағы 13-сө йорт ихатаһындағы таҡта һарайға урынлаштырҙылар. Темәс педучилищеһында элек физика һәм математиканан уҡытҡан Камил ағай Ғәлимовты эҙләп киттем. 1-се мәктәп-интернатҡа эшкә урынлашып, исмаһам, ун баланы булһа ла ҡурайҙа уйнарға өйрәтәйем, тип ниәтләндем. Алмайҙар, урын юҡҡа һылтаналар. Мәғариф министрының кадрҙар буйынса урынбаҫарына индем.

«Сез мәктәпләрдә йөрөп, эш табыгыз, аннары мин сезгә назначение бирермен», — тине был мөләйем генә итеп. КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Министрҙар Советының ҡарарын белмәгән кеүек һөйләшәләр. Ошо ҡарарға ярашлы мине бер ай эсендә үҙ һәнәрем йәки теләгем буйынса эшкә урынлаштырырға тейештәр ҙә баһа. Мин таҡта һарайҙа йәшәп ятам, алты айһыҙ фатир булмай, тиҙәр. Пропискаһыҙ хәрби комиссариат та иҫәпкә ҡуймай. Совет районы советы башҡарма комитетына фатир алырға сиратҡа баҫтыҡ. Военкоматта иһә фатир юллау тураһында уйламайҙар ҙа. Аптырағас, минең кеүек бер төркөм кеше Мәскәүгә хат яҙып, 25 ҡултамға менән ебәрҙек. Беренсе булып үҙем ҡул ҡуйҙым. Үтенесебеҙҙе ҡәнәғәтләндерҙеләр.

Инде интернатҡа эшкә урынлашыу проблемаһы ҡалды...

Бынағайыш! Директоры, рекомендация килтер, ти. Военкомат, райком тупһаларын көнө буйы тапап, ыңғай яуап ала алмағас, обкомға (КПСС әлкә комитеты) юлландым. Унда хәрби хеҙмәттән азат ителгәндәрҙе эшкә урынлаштырыу буйынса комиссия бар, председателен дә бик маҡтайҙар. Ул Ҡарабаев икән. «Мин әле командировкаға китеп барам, ун көндән кил, хәрби эшкә урынлаштырырмын», — тигәс, бергә сыҡтыҡ.

Совет майҙанында Рамазан Ҡотошов осрап, мәсьәләне ыңғай хәл итергә килештеләр. Өҫкә табан атлаһам, мәктәп-интернат директоры тора. «Әйҙә, министрға», - тип алып китте лә, унда барғас, мине маҡтай ҙа башланы: «Ҡурайсы, фәлән дә төгән». Министр: «Ярай, ал эшкә»,-тип сығарҙы. Хеҙмәт укытыусыһы тип эшкә алдылар ҙа, йәйге каникул мәле булғас, ваҡытлыса балалар баҡсаһы йәшендәгеләргә тәрбиәсе итеп ҡуйҙылар.

Һуңғараҡ 5-се балалар йорто класына тәрбиәсе итеп тәғәйенләнеләр. Балаларға иғтибарлы булырға, ысын күңелдән тәрбиәләргә, тормош юлына аяҡ баҫтырырға тырыштым. Быны балалар йылы ҡаршы алды, тыңлаусан булдылар, татыу ғүмер кисерҙек. Ҡышҡы каникулдарҙа, шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә аҡса эшләһендәр өсөн, эшкә урынлаштырып бөттөм.

Миңә партия, профсоюз эштәре буйынса ла бик күп йомош йөкмәтәләр ине. Эшсе персонал араһында сәйәси дәрестәр үткәреү ҙә минең өҫтә булды. Профкомдың торлаҡ-көнкүреш комиссияһы рәйесе итеп һайланылар. Тәүҙә хаттар ебәреп, аҙаҡ үҙем йөрөп, хеҙмәттәштәремә ун алты фатир алып бирҙерттем. Райкомсоюзда ла ошо ук эшкә һайланылар, эшләнем. Аҙнаһына бер йыйылышҡа йөрөргә тура килде. Райкомға килгән ялыуҙарҙы тикшереп, белешмә биреү ҙә минең өҫтә булды. Саҡырһалар, шул көндө үк тикшереп, справка биреп китәм. Абруй ҡаҙандым. Үҙешмәкәр сәнғәт ярыштарында ҡатнашып, Калинин районында беренсе урынды ала торғайныҡ. Уҡыусылар ҙа мәктәпкә беренсе урын алып бирә ине. Осрашыу, сығарылыш кисәһе тип, мине яуаплы дежур итеп ҡуялар икән, ысын күңелдән, ихлас ойошторам. Таң атып, ҡояш ҡалҡҡансы уйнап-көлөп, рәхмәттәр әйтеп таралалар ине.

Интернатта эшләй башлағас та, ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү өсөн Абдулла Хәлфетдиновты саҡырҙым, ятаҡтан бүлмә юллап бирҙем. Өфөлә пропискаһы ла юҡ ине, фатир алдырып, улар шунда китте, радиоузел эшләтеп, бөтә бүлмәләргә, кластарға, ашханаға, ихаталағы ике бағана башына репродукторҙар ҡуйҙырттым. Армияла алған ҡырҡлаған пластинкаларымды алып килеп, репродукторҙан уйнатам, радиофондтан бик күп йырҙар яҙҙырып алдым.

Мәктәптәге бер класта мин малайҙарҙы ҡурай уйнарға өйрәтәм, йырҙар ҙа тыңлайбыҙ. Үткән-һүткән укыусылар, уҡытыусылар, шул тирәлә туҡтап йәки инеп тыңлай. Тарих уҡытыусыһы Әҙһәм Ғарипов беҙҙең ансамблде фотоға төшөрөп, гәзиткә мәҡәлә ебәргән дә, БДУ профессоры Жәлил Кейекбаев шуны уҡып, иғтибар иткән икән. Бер банкетҡа уның һорауы буйынса саҡырылғас, эргәһенә ултыртты ла: «Шул йырҙы беләһеңме, был йырҙы беләһеңме ?» — кеүек һорауҙар бирә. Мин: «Беләм, беләм...» — тип ултыра торғас, «Арғужа»ны уйна әле тип, йырлай башланы. Минең белем тураһында һорашып, Жәлил Ғиниәтович: «Миңә уҡырға кил», —тине. «Тел белмәйем бит»,— тиһәм, «Беләһең һин»,—ти.

Уҡырға инеүемде интернатта тәүҙәрәк белмәй ҡалдылар, артабан инде ҡамасаулыҡ итә башланылар. Минең уҡыусыларға тәрбиәсе ҡуймайҙар, шуға сессия барышында эшкә килгеләп йөрөргә тура килде.

Мин насар уҡыманым. Армияла Марксизм-лени- низм университетында ике тапҡыр уҡығайным. Ике урында ла ҙур булмаған китапханаларҙың барлыҡ китаптарын ҡарап, уҡып сыҡтым. Философия һүҙлеге кеүек һатып алған китаптарым күп кенә була торғайны. Минең уҡып йөрөүемде өнәмәгәнлектән, сессиянан ҡайтыуыма берәй этлек әҙерләп ҡуялар. Бер мәл ҡыҙҙарымдың һигеҙенең башынан бет таптыҡ, тип шелтә яҙғандар. Бынан башҡа яфаларҙы ла бик күп күрергә тура килде. Яҙып бөтөрлөк тә түгел.

1975 йылдың февралендә, ахырыһы, БДУ-ла «Шоңҡар» әҙәби түңәрәгенең 40 йыллығын үткәргәндә Ҡол- шәриповтар йырларға саҡырҙы. «Тәфтиләү», «Урал бәйете», «Сибай»ҙың Ғәзиз Әлмөхәмәтов вариантын башҡарҙым. Был йыр бик ҡиммәткә төштө: ҡаты эҙәрлекләүҙәр башланды. Алдап алып барып, КГБ (Дәүләт именлеге комитеты) кешеһенә тапшырҙылар, ул минән ғәйеп таба алманы.

Иртәгеһенә эшкә барһам, хеҙмәт кенәгәмде алып, тикшереп йөрөйҙәр... «Пиши объяснительную» тиеү- ҙәренә, «Я ничего не знаю, кто исправил мою трудовую, пусть тот и пишет», тиергә кәрәк булған да һуң, белмәгәнмен. (Мәғариф министрының кадрҙар буйынса урынбаҫары мәктәптә эш бирмәүе сәбәпле, бер аҙ заводта эшләргә тура килде. Баймаҡ РОНО-һы мөдире, класташым, шул бер нисә айҙы уҡытыусы булып эшләне тигән белешмә яҙҙы, ул саҡтағы мәктәп ди­ректоры тәҡдиме менән. Миңә баш тартырға кәрәк булған да бит. — Ә. И.) Мине «енәйәтсе» тип, партия йыйылышына ҡуйырға булдылар. Райкомдан бер ҡыҙыҡай килгән, уны ҡултыҡлап, партбюро секретары ҡәнәғәт кенә йөрөп ята. Йыйылышта ҡайһы берәүҙәр бер-бер артлы тороп, береһенән-береһе уҙҙырырға тырышып: «Как это так можно? Коммунист! Я, вот, не знаю! Я, вот, коммунист! Не могу понять! Как можно так!.. Исправлять трудовую книжку! Чтобы присвоить государственные деньги!» — тип шашып һөйләне. Ҡайҙан табалар шул хәтлем алама һүҙҙәрҙе лә, нисек оялмайҙар әйтергә?! Мине яҡлап, Зыя Батталович ҡына сығыш яһаны. Фатирына алып инеп, ҡунаҡ итте, шунда әйтте лә инде: «Былар тотондолар һиңә, ҡотола алмайһың, лучше ултыр, дәлилдәреңде әйтмә, юҡ итәсәктәр», — тине.

Бер көндө райком пленумына саҡырҙылар. Секретарҙар, ойоштороу бүлеге мөдире мине ихтирам итә ине. Пленум минең эш буйынса бер ҡарарға ла килә алманы. Ә дошмандар шул көндө үк эште тәфтишкә биргәндәр. Улар, мине саҡырып, аңлатма яҙҙырып ҡайтарҙы. Бер аҙҙан эште ябыу өсөн профсоюздың юллауы кәрәк булды. Әммә директор коллектив йыйылышы үткәрергә теләмәй. «Үҙең йый халыҡты!» - ти. Утыҙ-ҡырҡлап кеше, башлыса эшселәрҙе йыйып, протоколды тапшырҙым. «Бөттө, ҡабат саҡыртмаҫбыҙ», — тинеләр. Әммә ике-өс көндән тағы саҡыртылдым. «Прокурор велел передать дело в суд», —тиҙәр. Судья хөкөм ҡарарын уҡып бөтөрөү менән, залға бер милиционер килеп инде һәм хөкөм ҡарарын алып сығып та китте.

Мине Достоевский урамындағы зинданға ябып ҡуйҙылар. Ун алты битлек кассация ялыуын тамамлағас, өйгә лә хат яҙҙым. Яңы адвокат табығыҙ, өс көндән ҡушымта ебәрәм, шуны ингән урында ук алып, папкаһына һалһын, суд ултырышы ваҡытында иң аҙаҡтан ғына сығарһын, тинем.

Мине төрмәнән ҡотҡарырға тырышып, йөҙ ҡултамға йыйылыуға ҡарамаҫтан, суд хөкөм ҡарары буйынса мине йыл ярымға Мәләүез ҡалаһындағы дөйөм режимлы колонияға ебәрҙеләр.

Тырышып китапханала эшләнем. Бик күп иҫке китаптарҙы ғәмәлдән сығарып, яңыларын алдырҙым. Екатерина II заманында уҡ төҙөлгән бинаға ремонт та яһаттым. Мәскәүҙән килгән полковник һоҡланып: «За что сидишь?» — тине. Мин: «За то, что военный человек»,—тип һөйләп биргәйнем, «Освободите его немедленно!»—тип ҡысҡырҙы. Профсоюздар әлкә комитетынан юллама килгәс, ҡайтарып ебәрҙеләр.

Өфөгә ҡайтҡас, 20-се мәктәпкә хеҙмәт уҡытыусыһы булып урынлаштым. 3,5 мең һум бурысым йыйылып киткән. Себергә китеп, аҡса эшләргә уйланым. Аҙнаға дүрт көн кис һайын Черниковкаға йөрөп уҡып, ун айҙан ҡыҙыл диплом менән 6-сы разрядлы экскаватор машинисы сифатында Сургут ҡалаһына килдем. Мине дизелист итеп бригадаға эшкә ҡу­шып, ун биш саҡрымдағы «Солнечный» поселогында вагонда йәшәргә урынлаштырҙылар. Эшләп киттем. Берәй ерҙә дизель ватылһа, мине алып китәләр, бер сәғәт-сәғәт ярымда йүнәтәм. Баш инженер, баш механик ихтирам итә, һораған нәмәләрҙе биргеләйҙәр.

Ноябрҙә ауырып киткәйнем, дауаланырға Өфөгә ҡайтырға булдым.

 

БАШҠОРТОСТАН СУВЕРЕНИТЕТЫ ЮЛЫНДА

Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Рәсәй составындағы милли республикаларҙа төп халыҡ вәкилдәренең иң уҡымышлылары, алдынғы фекер йөрөтөүселәре Рәсәйҙә ысын-ысындан федератив дәүләт ҡороу идеяһын күтәрҙе. Бер-бер артлы суверенитет тураһында декларациялар ҡабул ителде, был хәрәкәткә башҡорт милли зыялылары ла ҡушылды. Әммә республикала уларға ҡаршы көстәр хәрәкәткә килде, улар рус телендә сыҡҡан матбуғатта ҡотҡо таратты, башҡорттарҙы яманлап митингылар ойошторҙо. Был кешеләр бысраҡ йөкмәткеле гәзиттәрен һәр йорттоң почта ҡумталарына тыҡты, транспорт туҡталыштарындағы эскәмйәләргә күпләп ҡалдыра торған булды. Башҡортостан Республикаһы президенты вазифаһына Башҡортостан халҡына бер төрлө лә эш күрһәтмәгән Р. Ҡадиров, А. Аринин кеүектәр дәғүә итте. Башҡортостан халҡы өсөн бер тинлек тә файҙа килтермәгән һәм килтерә лә алмаған әлеге Аринин менән Татар ижтимағи үҙәге башлыҡтарының береһе К. Яуышевтар Башҡортостан халҡына үҙҙәренең милли ойошма­лары идараһы исеменән мөрәжәғәт таратты. Ул мөрәжәғәттәрҙә Мортаза Рәхимов тураһында ниндәй генә бысраҡ уйҙырмалар яҙылмағайны! Халыҡ өсөн янып йөрөгән кешене түбәнһетергә маташып, үҙ-үҙҙәрен хурланы улар.

...Башҡортостан Юғары Советында суверенитет тураһында декларация ҡабул итеү сессияһы бара. Райондарҙан килеүселәр юҡ, баҡһаң, ҡаршы көстәр «Сибай - Өфө» поезына билеттарҙы тотошлайы менән һатып алған икән. Өфөгә килә торған юлдарҙа күпләп милиционерҙар ҡуйылған, улар, автобустарҙы үткәрмәй, кирегә борған. Сессия барған бинаның көнья- ғындағы уйпат ерҙе ОМОН егеттәре менән тултырғандар. Депутаттарға үтерлек тар ғына юл ҡалдырып, ике яҡлап Өфө йәштәре һәм студенттар теҙелгән. Улар тирәләй милиция хеҙмәткәрҙәре йөрөй. Именлек комитеты хеҙмәткәрҙәре, йәштәр һымаҡ кейенешеп, улар араһында бутала икән.

Депутаттар үткәндә, йәштәр: «Суверенитет!» — тип ҡысҡырып ҡала. 280 депутаттың ни бары 37-һе генә башҡорт, уларҙың да 10-лағаны ғына ысын башҡорт булыуы ихтимал, тинеләр.

Йәштәрҙе ҡурай уйнарға ҡушып, үҙем майҙанда сығыш яһап торһам, арттағы төркөмдән бер подполковник килеп терһәктән тарта: «Хватит!» — тип артҡа һөйрәй. «Не трогай меня!» — тип ҡысҡырып, ҡулымды тартып алдым. Икенсе төркөмдән бер подполковник килеп: «Ағай, һин ҡайһы райондан?»-ти. «Баймаҡ, ә үҙең ҡайҙан?» «Салауат. Ағай, ҡурҡма, беҙ бында торабыҙ», - тип китте... Түбәнгә төшөп, йәштәргә: «Тел тураһында һүҙ сығармағыҙ! Бер генә мәсьәлә — суверенитет»,-тип әйтеп сыҡтым.

Бер ҡыҙ эргәмә килде лә: «Ағай, ана, Айҙарҙы килтерәләр»,-™. «Ниндәй, ҡайһы Айҙар?» — тиһәм, «Һуң, ана бит», —тип күрһәтә. Ҡараһам, теге, аслыҡ иғлан итеп, палатка ҡороп ятҡан Айҙар Хәлимде килтерәләр икән. Быйма, пальто, бүрек кейгән. Ҡулына Ҡөрьән китабын тотоп, уның өҫтөнә яҙған нәмәләрен һалып алған. Шундай меҫкен төҫ менән, йәнәһе, ул ас, саҡ атлай. Һаҡаллы ике егет уны ҡултыҡлап, ҡыҙғаныу һәм йәлләү сырайы күрһәтеп, уға ҡарай - ҡарай ипләп кенә атлап килгән була. Айҙар депутаттар янына сессияға инергә теләй икән. Йәнәһе, Башҡортостанда күп хоҡуҡтарҙан мәхрүм ителгән татарҙар йәшәй, һәм ул шуларҙы яҡлауҙы һорап яҙған үтенес менән килгән.

Бына ҡайҙа артист! Совет майҙанында ине Айҙар Хәлимдең палаткаһы. Үҙен милиционерҙар һаҡланы, шулар уҡ ҡаршылағы ашханаға индереп, ашатып йөрөр булған. Беҙҙең йәштәр был күренеште фотоға төшөрөп алған. Айҙар ашап ултырғанда төшөрөлгән фото ошондағы йәштәрҙә лә бар ине инде.

Мин быларҙың килгәнен күргәс тә, «Не допускать!»— тип ҡысҡырғайным, йәштәр, йүгерешеп барып, ҡултыҡлашып, баҫҡысҡа теҙелешеп торҙо ла: «Долой!» — тип ҡысҡыра башланы. Ишеккә табан боролған мөйөштә милиционерҙар, Айҙарҙы уратып алып, нимәлер әйтте. Шунан һуң ғына теге төркөм кире боролорға мәжбүр булды.

Йыйылған халыҡ ҡыйыҡ аҫтындағы репродукторға баҡҡан. Унан сессияла барған хәлдәр хәбәр ителә. Башҡортостан Юғары Советы депутаттары тулы суверенитет өсөн тауыш бирмәне. Тәнәфес иғлан ителгәс, депутаттар залдан сыға башланы.

Тәнәфестән һуң депутаттарға, фамилияларын яҙып, карточкалар тарата башлағандар: «Суверенитет как субъект Российской Федерации. Кто «за», кто «против»? Һәр депутат ҡул ҡуйып бирергә тейеш. Шул мәлдә Татар ижтимағи үҙәгенән Кәрим Яуышев йүгереп килеп сыҡты ла: «Требуйте полный суверенитет! Вы на это имеете полное право!» —тип ҡысҡыра башланы.

Студенттар мине уратып алып: «Ағай! Ул дөрөҫ әйтә лә инде. Беҙгә бит «полный суверенитет» кәрәк», — тиҙәр. Мин: «Кем риза булһын! Талабыбыҙ юҡҡа сығасаҡ! Шуның менән барыһы ла бөтәсәк. «Полный суверенитет» талап итеү-ул һуғыш. Беҙгә ҡапылда «Суверенный Башкортостан» тигән һүҙ булһа ла ярай», — тип ныҡыштым. Шул турала «Йәшлек» гәзитенә лә яҙғайным, йәштәр һәм башҡалар аңлаһын тигән уй менән инде. Йәштәр генәме һуң әле?! «Ниңә?!» «Беҙгә бит...» тигән кеүек мөрәжәғәттәр менән килә лә төртөләләр. Ололар, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар: «Ниңә ундағыларға әйтмәйһегеҙ?!» - тип, кешеләр ыңғайына ҡуҙғырышҡан булып, аҡыл өйрәтеп маташҡан булалар. Бер мәл «Обком, горком, долой!» мәсьәләләре килеп тыуғайны бит. Иртәгә митинг. Барлыҡ милли ойошмалар ҙа ҡатнаша. Башҡорттар, үҙ төркөмөнөң тыныслығын һаҡлау өсөн, 15 кеше тәғәйенләне. Мин ҡартмын, тип ҡаршы килһәм дә, «Әҙһәм ағай, тик ултыр!» — тип, мине лә шул иҫәпкә индерҙеләр.

Матросов һәйкәле янына иң беренсе булып мин барҙым. Ҡараңғы, торам уйланып. Кеҫәмдә бер бәкенән башҡа ҡорал юҡ. Ҡулымда - бер ҡурай. Ни эшләрбеҙ?

Ана, минең һымаҡ милләт яҙмышы өсөн әрнегән башҡорттар йүгерә-атлай йыйыла ла башланы. Тын алыуҙары йышайған, миңә һораулы ҡараштары менән бағалар. Йәнәһе, әйт һүҙеңде, нишләйек? Бына беҙ.

«Киттек тегендә!» — тип алдан төштөм. Митинг була торған майҙанға — Аҡ йорт алдына барһаҡ, унда беҙҙең өсөн бик уңайлы урын бар икән. Стена буйлап теҙелергә булдыҡ. Стена артында, әллә нисә метр түбәндә, машина юлы. һөжүм була ҡалһа, уң яҡтан ғына булыуы мөмкин. Ә был беҙгә бик уңай, бөтә халыҡ шул яҡтан ғына киләсәк, милиция ла шул яҡта йөрөйәсәк...

Башҡорттар, лозунгыларын күтәреп, килә лә килә. «Да здравствует дружба народов СССР!», «Да здравствует дружба народов Башкортостана!», «Да здравствует дружба башкирского и русского народов!», «Да здравствует дружба башкирского и татарского народов!» Лозунгыларҙың мәғәнәһенә ҡарап, шул тәртиптә берәр метр ара ҡалдырып, теҙеп сыҡтым. Иң уңайлы, иң күренекле урынды башҡорттар алып ҡалды... Халыҡ ағыла. Радиостанция урынлаштырылған машинаны иң уртаға ҡуйҙылар. Арала милиционерҙар күбәйеп китте.

Бер саҡ алдыма мөһабәт һынлы, мыҡты кәүҙәле, һәйбәт пальто кейгән бер егет баҫты ла, башҡортса: «Ағай, бер хәл тыуһа, миңә мөрәжәғәт ит. Мин ОМОН-дан», — тип китеп барҙы. Ҡыуанысымдың сиге булманы, ғорурланып, батырайып киттем. Тимәк, мине күҙәтәләр, ҡарауыллайҙар.

Хәбәрселәр килеп, интервью ала башланы. «Мин Мәскәү телевидениеһынан», - тип, бер ҡыҙыҡай камераға төшөрә башланы. Мин ҡулымдағы ҡурайымды күтәреп: «Курай! Башкирский народный музыкальный инструмент. Курай — символ дружбы народов! Поет об истории, жизни, страданиях башкирского народа», —тип ҡыҫҡа ғына һүҙ әйттем.

«Советская Башкирия» гәзитенә академик Толсти- ков менән Ғәббәс Шафиҡов: «Если Башкирия получит суверенитет, то русским, проживающим на западе и в Москве, и в Сибири, на Дальнем Востоке, будет затруднено общаться», — тип яҙҙы. Бына һиңә, ишетмәһәң — ишет... Мин яуап яҙырға мәжбүр булдым: «Не беспокойтесь! Поезда, автобусы и всякий другой транспорт будут ходить. Самолеты будут летать, как всегда, по расписанию. Телефоны, радио, телевидение будут работать беспрепятственно. Читатели своевременно получат газеты, журналы, книги и другую пе­чать... Башкиры препятствовать не будут».

Артабан башҡорттарҙың 1812 йылғы Ватан, 1941 — 1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғыштарында рустар менән иңгә-иң тороп, йән-тәнен аямай, ил азатлығы өсөн көрәшеүе тураһында яҙҙым. Академик Толстиковтың ҡасандыр КПСС әлкә комитетында эшләгән еренән насар ҡылығы арҡаһында ҡыуылған Шафиҡовты яҡларға маташыуын да өҫтәнем. Мәҡәләне редакцияға алып килгәс, берәү ҡыҙара-бүртенә уҡып сыҡты ла: «Не будем печатать!!!» — тип ҡысҡырып ебәрҙе. Мин иһә тыныс ҡына: «Я знаю, что не будете печатать. Прошу зарегистрировать», - тинем...

Башҡортостанды ике губернаға бүлеп, Ырымбур губернаһын рустарға, Өфө губернаһын татарҙарға ҡалдырырға тырышыусылар ҙа булды. Байрамова: «Башкортлар кая курай юан үсә, шунда йәшәгәннәр. Уфа ягында булмаганнар. Стройкаларда татарлар гына эшлиләр, юл төзиләр. Ә башкортлар эшләргә телә- миләр», — тип яҙҙы. Таңһылыу Карамышева быларҙы «Йәшлек» гәзитендә баҫтырып сығарғас, уға: «Кызың- ның башына мешок кейдерәбез», - тип хат ебәргәндәр. Әммә ундайҙар күп түгел, бармаҡ менән һанарлыҡ. Тик бына ошондай ҡоторғандарҙың наҙандары ғына башҡорт тураһында ғәйбәт һатып маташа. Арининдың гәзиттәре лә бик күп рус һәм башҡа халыҡтарҙың башын бутаны. Ләкин дөрөҫлөк өҫкә сыға барҙы.

Бер мәл Ҡаҙағстандың Аҡтау ҡалаһында йәшәүсе башҡорттар саҡырҙы. Унда ҡаҙаҡтарҙың «Парасат» (Аҡыл) ойошмаһы үткәргән конференцияла ҡатнаштым.

Көнбайыш ҡаҙаҡ иҡтисади зонаһы президентына Зәки Вәлидиҙең «Ленинға хат»ын, «Башҡорт халҡына хат»ын бирҙем. Ул уҡый бирҙе лә: «Изучать будем. Обращайтесь к нам, что нужно вам, все сделаем! — тине. Аҡтау радиоһынан 15 минутлыҡ сығыш яһаттылар. Ҡаҙағстан президенты Нурсолтан Назарбаев килеп, уран рудалары шахталарын яптырып китте. Уға биреү өсөн алып барған ҡурай, пластинкаларым бар ине. Ҡулымды күкрәгемә ҡуйып, баш эйҙем дә бүләктәремде тапшырҙым. «Ә һеҙ үҙегеҙ уйнай беләһегеҙме?»-тип һораны Назарбаев. «Урал»ды уйнаным. Ул, күкрәгенә ҡулын ҡуйып, баш эйеп, «Ҙур рәхмәт!» тине. Ҡаҙағстан президентына ҡурай бүләк итеп, ҡурай уйнағанымды Алма-Ата телевидениеһы күрһәтте. Мәскәү телевидениеһы иһә ул тәңгәлен төшөрөп ҡалдырҙы.

Ырымбурға, Каруанһарайға килгәс, Ишбулатов, Аҡдәүләтов, Амангилдиндәр ҡаршы алып, оҙатып йөрөнө. Каруанһарайҙы ҡайтарып биреүҙәрен һорап, Рәсәй башлығы Б. Ельцинға хат яҙҙыҡ. Уның төҙөлөүенә — 150, башҡорттарҙың Француз яуына китеүенә 180 йыл тула тип, байрам үткәреү өсөн план төҙөнөк. Әлеге шул Каруанһарайҙы дауайлап, ике тапҡыр Өфөләрҙән барып, митинг ойошторҙоҡ. Педучилищела сығыш яһаным. Каруанһарайҙың акттар залында 3,5 сәғәтлек лекция-концерт бирҙек. Ике магнитофонға яҙып алдылар.

Ҡәҙим Аралбаев, унан һуң Раил Байбулатов етәкселегендә Ырымбур әлкәһенең башҡорт ауылдарында сығыштар яһаныҡ, һунарсы ауылына ҡурай уйнарға өйрәтә барып, илай-илай ҡайтып киттем. Аҙаҡ был турала «Башҡортостан» гәзитендә «Оҙаҡ йәшәйем, тиһәң, балалар уҡыт» тигән мәҡәләм баҫылды.

Аттың күрке ял булыр