Өлкән быуын иҫләйҙер, 60-сы йылдар башында Өфөлә биш кенә ҡурайсы бар ине. Әлбиттә, данлыҡ­лы, абруйлы ҡурайсылар: Ғата Сөләймәнов, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Абдулла Хәлфетдинов, Рәхмәтулла Бүләкәнов, Мөхәммәт Рәхмәтуллин, тик... алмаш кү­ренмәй. Баймаҡ районында - Кәрим Дияров, Бөрйәндә - Мөхәммәт Ҡәҙерғолов, Ейәнсурала Нәжметдин Хәсә­нов етәкселек иткән ҡурайсылар ансамблдәренән һә­ләтле йәштәргә Өфөлә урынлашыуҙары үтә лә ҡат­марлы. Миҫалға шуны әйтеү ҙә етер: Рәхмәтулла ағай Бүләкәнов 40-сы йылда Өфөгә килеп, сирек быуат ятаҡтарҙа йәшәп, 60 йәшкә етеп килгәндә генә бер бүлмәле фатир алды. Почетлы исемдәргә килгәндә иһә, үрҙә һаналған бишәүҙең тәүге икеһендә генә булды ул рәсмиләштерелгән шөһрәт. Республика мәк- тәп-интернатына тәрбиәсе булып эшкә урынлашыуым- дың төп маҡсаты - ҡурайсылар тәрбиәләү ине.

70-се йылдарҙа хөкүмәт концерттарында ҙур сәх­нәләргә бер ыңғай 100-ҙән ашыу бала сығып ҡурай уйнаны, кәрәк булһа, ике йөҙөн дә сығара ала инем.

Араларынан күренекле ҡурайсылар, халыҡ артистары, атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре, мәҙәниәт хеҙмәткәр­ҙәре, ғалимдар, ғөмүмән, йәмғиәтебеҙ өсөн файҙалы шәхестәр үҫеп сыҡты.

Ырымбур, Һамар, Ҡурған, Силәбе әлкәләренә ба­рып, моңобоҙ, рухыбыҙ юғалмаһын тип, ҡурай өйрә­теп йөрөнөм. Әле был турала иҫкә төшөрөүем шуның өсөн: бөгөн ҡурайҙа уйнаусылар һәм өйрәнергә ынты­лыусылар байтаҡ, республика Ҡурайсылар союзы ойош­торолдо һәм ошоға бәйле ҡайһы бер фекерҙәрем менән уртаҡлашырға хоҡуғым барҙыр. Ғата, Рәхмә­тулла, Мөхәммәт ағайҙар, Ишмулла ҡорҙаш, Абдулла ҡусты союз булып теркәлмәгән хәлдә лә бер-береһенә ысын терәк булды, райондарҙағы ҡурайсылар менән дә бәйләнештәре, яҡын мөнәсәбәттәре өҙөлмәне.

Заман башҡа - заң башҡа, тигәндәй, Ҡурайсылар союзы кәрәклегенә берәүҙең дә шиге юҡтыр. Әйте­үемсә, бөгөн ҡулына ҡурай тотоусылар байтаҡ. Бер нисә музыка училищеһында, Өфө дәүләт сәнғәт ин­ститутында ҡурайға уҡыталар. Халҡыбыҙҙың моң йылъяҙмаһын яҙған бөйөк ҡурайсылар юғары күтәр­гән ҡурайсы тигән исемдең бәҫен беҙ бөгөн лайыҡлы һаҡлайбыҙмы ?

Ҡурайҙы «биш кенә тауышы бар, хан заманынан ҡалған көтөүсе ҡоралы», тип хурлаусы ла үҙебеҙҙең аранан сыҡты бит. Һайлауҙарҙа халҡыбыҙ мәнфәғәтен яҡлаусыға альтернатив кандидатҡа ярҙам итеп, баш­ҡорт ауылдарында боронғо йыр йырлап, ҡурай уйнап йөрөүселәр ҙә булманы түгел, булды: инаныуы бу­йынса түгел, аҡса өсөн. Шул уҡ аҡса өсөн ҡурайҙы иблистең үҙенә өйрәтергә әҙер булғандар ҙа юҡ түгел. «Каруанһарай» төркөмө егеттәре һөйләгәненән: беҙгә килеп, ҡурай буйынса махсус белем алып ҡайтҡан ҡаҙаҡ егете Тәлғәт Муҡышев бөгөн башҡорт халыҡ көйҙәрен ҡаҙаҡ көйө тип иғлан итеп уйнап йөрөй икән. Был күренеште халыҡ-ара кимәлдә уғрылыҡ тип атаһаң да артыҡ булмаҫ.

Борондан ҡурайсы, көйөн уйнар алдынан, мотлаҡ тарихын һөйләр, кемдән отоп алғанын әйтер булған. Был - мәҙәнилек, ахыр сиктә, йәнле традиция.

Тағы бер мәсьәләне бөгөнгө көндә актуаль тип һанайым: фонограммалар менән сығыш яһауҙар йы­шайҙы. Элек ҡурайсылар фонограмма түгел, микро­фондың нимә икәнен дә белмәне. Ҡурайсылар бәй­геләрендә ҡурай тауышы билдәле бер алыҫлыҡҡа ишетелергә тейеш, тигән шарт та ҡуйылған. Әлбиттә, бөгөн ҙур залдарҙа, майҙандарҙа микрофон кәрәк. Әммә бәләкәй генә залда ла хәҙер микрофонға өйрә­неп барабыҙ түгелме? Тәбиғи тауышҡа ни етә!

Фонограммаға килгәндә, алдан яҙған ҡурай тауыш­тарына оҡшатып «уйнап тороу», минеңсә, оҫталарҙың һәнәре түгел. Ысын оҫта бер ваҡытта ла бер төрлө генә уйнамай, күңеле ҡушыуы буйынса, импровиза­цияға таянып башҡара. Тағы шуныһы ла бар бит әле: фонограмма бер кеше башҡарыуын яҙҙырып, икенсе кешегә шуны «уйнап» күрһәтеү мөмкинлеген бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡурай мөхитенә лә был йәмһеҙ күренеш килеп инде: сит кеше уйнаған яҙмаға ҡурай тотоп, сәхнәлә килештереп тороусылар (әлегә бик аҙ, әммә бар!) хасил булды. Сит илдәрҙәге һымаҡ, фоно­граммалар менән сығыш яһау тыйылырға тейеш.

Ҡурайсы этикаһы, ҡурайсы намыҫы тураһында уртаға һалып һөйләшергә ваҡыт. Быуаттар аша атай- олатайҙарыбыҙ беҙгә Ҡурайсы тигән оло исемде һаҡ­лап килтереп еткергән икән, бөгөн беҙ шуны етди аңларға тейешбеҙ: Ҡурайсылар союзында ҡурайсы на­мыҫына, хәҙергесә әйткәндә, Ҡурайсы кодексына тап төшөрөүселәр ағза була алмай.

Минең элекке уҡыусым Әсҡәт Ҡунафин, белеме буйынса табип, халыҡ медицинаһы үҙәге хеҙмәткәре: «Аңлаған, тойған кешегә ҡурай - ул йыһан менән бәй­ләнеш мөмкинлеге, тән һәм рух сәләмәтлеге сыға­нағы», — тип раҫлай. Ысынлап та, ҡурай — ул һыҙғыр­тып көй сығарыу ҡоралы ғына түгел, ә үҙе оло бер фәлсәфә.

Бынан бер нисә йыл элек республика балалар «Ҡурай» йәмғиәтен ойошторғайныҡ. Уставы, програм­маһы раҫланып, Юстиция министрлығында теркәлде.

Бөгөнгө баҙар иҡтисады шарттарын күҙҙә тотоп, эшҡыуарлыҡ тәрбиәләү кеүек мәсьәләләр ҙә ҡаралған, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урындарҙа был ойошмаға тейешенсә етди ҡараш бар, тип әйтә алмайым.

Балалар «Ҡурай» йәмғиәте Ҡурайсылар союзына лайыҡлы алмаш әҙерләү баҫҡысы буласағына иманым камил. Һәр хәлдә, шуны үҙемдең бурысым тип һана­йым. Ҡурайсы намыҫы төшөнсәһенә килгәндә иһә, беренсенән, намыҫ һәр кем өсөн мотлаҡ әхлаҡи нор­ма. Ҡурайҙа уйнаусы үҙ намыҫына тап төшөрһә, мәҙә­ни мөхиттә саф һауа боҙола. Һәм ул нисек кенә яҡшы уйнамаһын, ҡурайсы исеменә лайыҡ түгел. Ата-баба­ларҙан аманат булып килгән был исем таҙа килеш һаҡланырға тейеш.

2007 йылда Башҡортостан Республикаһының Мә­ҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты булыш­лығында II Ҡурайсылар съезын үткәрҙе, Ҡурайсылар союзы идараһы һәм уның рәйесе һайланды. I съезд 1999 йылда үткәрелгәйне, ҡурайсылар берлеге идара­һы рәйесе итеп йәш, талантлы ҡурайсы, һәләтле теле­журналист, Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыу­сыһы Вилдан Йомағужин һайланғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Вилдан йәш кенә көйөнсә яҡты донъяны ҡалдырып китте. II съезда берлек идараһы рәйесе итеп Азат Айытҡолов һайланды. Съезда ойоштороу эштәре менән бергә, беҙҙеңсә, үтә лә мөһим бер документ ҡабул ителде. «Ҡурайсы кодексы» тип атала ул. Ҡурай сәнғәте - халҡыбыҙҙың рухи донъяһын һутландырған моң шишмәһе, һәм ул айырыуса сафлыҡ талап итә. Был турала үткән быуаттың аҙа­ғында беренсе булып мәшһүр ҡурайсы-остаз, йырау­сы, оло йөрәкле шәхес Әҙһәм Исҡужин саң ҡаҡты. Йәшерен түгел, бөгөн ҡулына ҡурай тотоп йөрөүселәр күбәйҙе, араһында кәсепселәр ҙә юҡ түгел. Әҙһәм ағай 2003 йылда арабыҙҙан китеп барҙы, әммә уның эшен дауам итеүсе уҡыусылары ҡалды. Шуларҙың икәүһе, атап әйткәндә, Ырымбур әлкәһенән Дауыт Амангилдин һәм Өфө ҡалаһынан Рөстәм Рәжәпов остаздарының идеялары нигеҙендә «Ҡурайсы кодек- сы»ның проектын әҙерләне. Был проект ҡурайсылар съезында бер тауыштан ҡабул ителде.

Алмаҡ — туй һалмаҡ