Патриотизм — иң юғары тойғоларҙың береһе, һәм ул Ватаныңдың, халҡыңдың, уның яҡты традиция­ларын һөйөү, Ватан алдында үҙ бурыстарыңды тәрән аңлап эш итеү кеүек юғары гражданлыҡ төшөнсә­ләрен үҙ эсенә ала.

Башҡорт халҡы Тыуған илде һаҡлап көрәшеүҙе ир- егеттең изге бурысы тип иҫәпләргә ғәҙәтләнгән. Быны тарих, фольклор һәм яҙма әҙәбиәт материалдары иҫбатлай.

Бөгөнгө көндәрҙә фольклорсылар «Ҡуңыр буға» эпосын һун төрөктәре менән бәйләп фараз итә, ә был иһә II быуат тирәһендәге дәүер.

«Сыңрау торна» көйөнөң тарихы ғәрәп сәйәхәт­сеһе Әхмәт Ибн Фаҙлан тарафынан 921-922 йылдарҙа яҙма әҙәбиәткә индерелгән.

Йыр белгесе С. Галин үҙенең «Йылдар һәм йыр­ҙар» тигән хеҙмәтендә «Яҙ йыры», «Ҡарға бутҡаһы», «Кәкүк» көйҙәренең дә бик боронғо заманға ҡайтып ҡалыуы тураһында яҙа.

Тимәк, башҡорт халыҡ йырҙарының сығанағы бик боронғо замандарға барып тоташа.

Халыҡтың аң кимәле, донъяға ҡарашы социаль- тарихи шарттарға ҡарап үҫә барған һайын, заман талабына яуап бирерлек дәрәжәлә халыҡ ижады ла тематикаһын киңәйтә, йөкмәткеһен тәрәнәйтә һәм байыта барған. Эпик әҫәр ижад итеүселәр үҙ әҫәр­ҙәренең эмоциональ тәьҫирен арттырыу өсөн дә йыр сығарған. Бындай ҙур күләмле әҫәрҙәрҙе бик талант­лы, хәтерле кешеләр генә ижад иткән һәм һөйләп- көйләп йөрөткән, һәммә кеше лә уны үҙләштерә алмаған. Шуға күрә лә халыҡ был әҫәрҙәр эсенән фекерҙең иң тура, тапҡыр һәм юғары идеялары булған ерҙәрен һәм эпостың йыр менән әйтелгән өлөштәрен үҙләштереп, ҡыҫҡаса йөкмәткеһен хәте­рендә һаҡлаған. Мәҫәлән, «Ҡуңыр буға», «Ҡара юр­ға», «Аҡһаҡ ҡола» йырҙары эпостарынан башҡа, үҙ аллы эпик йыр булып йәшәй. Бындай үҙләштереү­ҙәрҙең тәүгеләре - мәҡәл, әйтеш йәки башҡа ижад төрҙәренә, ә икенселәре йырға әйләнеп киткән.

«Урал батыр» поэмаһы, «Урал батыр» мифы бик боронғо заманды сағылдырһа, «Аҡбуҙат» поэмаһы, фантастик сюжетлы булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ өсөн ауыр булған конкрет тарихи осорҙа - татар-монгол баҫҡынсылары иҙеүенән ҡотолорға тырышыу мәлендә азатлыҡҡа ынтылыу тойғоһоноң асыҡ художестволы сағылышын күрһәтә.

Тыуған ил, патриотизм идеяһы менән һуғарылған эпик әҫәрҙәр, конкрет тарихи осорҙарҙы сағылдыра барып, иң юғары үҙенсәлекле төрөнә — ҡобайыр фор­маһына күтәрелгән. Ә ҡобайырҙарҙың күбеһе баш­ҡорт халҡы тарихының XIV—XVIII быуат ваҡиғаларын сағылдыра. Башҡорт халҡы, татар-монгол иҙеүенән ҡотолорға тырышып, азатлыҡ өсөн быуаттар буйына аяуһыҙ көрәшкән, ҡанлы һуғыштар алып барған, ул үҙенең тыуған ерен - Уралды бирергә лә, унан китергә лә теләмәгән. Замандың ғәмәли талабы нигеҙендә пат­риоттары ла, талантлы ижадсылары ла тыуған һәм, ҙур күләмле әҫәрҙәр ижад итеп, бөтә төр идеологик проблемалар менән бер рәттән, иң мөһим, иң конкрет мәсьәлә — Уралтау һәм ватансылыҡ проблемаларын ҡуйған.

Талантлы сәсәндәр үҙ әҫәрҙәрен халыҡҡа еткергән, ҡурҡыныс янаған тыуған ер, халыҡ образдарын дө­йөмләштереп, халыҡты ил яҙмышын үҙ ҡулына алыр­ға, дошмандарға ҡаршы көрәшкә тупланырға, илбаҫар­ҙарға ҡаршы аяуһыҙ булырға өндәгән.

Улар ижад иткән әҫәрҙәрҙең әйҙәүсе ролен хатта дошмандар ҙа бик яҡшы аңлаған. Пугачев етәкселе­гендәге Крәҫтиәндәр һуғышы баҫтырылғандан һуң, мәҫәлән, Башҡортостанда үткәрелгән аяуһыҙ реакция осоронда ҡобайырсы сәсәндәр, иҫәпһеҙ патриоттар власть органдары тарафынан ҡаты эҙәрлекләнгән, тел­дәре ҡырҡылып язаланған. Шул арҡала ла ҡобайыр- сылыҡ фольклорҙың иң көслө тәьҫирле төрө булып йәшәүенән туҡтай. Эйәләре юҡ ителгәс, бындай ижад һүнеп ҡала.

1798 йылда Башҡортостан кантондарға бүленгәс, һәр бер ауыл, һәр бер кеше тип әйтерлек күҙәтеү аҫтына алына. Ә артабанғы тарихи-социаль шарттарҙа инде ҡобайырҙарҙа күтәрелә торған проблемалар һәм маҡсаттарға ирешеү перспективалары ла юғала. Бын­дай шарттарҙа ҡобайыр кеүек әҫәрҙәр ижад итергә ынтылыусылар ҙа булмай. Шуға күрә Салауат ихтила­лынан һуң бер быуаттан ашыу ваҡыт үткәс тә, «Сала­уат» йыры тарихы тураһында төрлө төбәк башҡорт­тары С. Г. Рыбаковҡа төрлөсә мәғлүмәт бирергә тырышҡан, ә ысын тарихты үҙендә йомоп ҡалдырған. Ул киң таралған жанр — йырға күберәк мөрәжәғәт иткән, һәм Тыуған ил, ватансыллыҡ мотивтары йыр жанрының төп йөкмәткеһенә әүерелгән. Мәҫәлән, XVI быуат урталарында, башҡорттар Рус дәүләтенә ҡу­шылған осорҙа, «Ете ырыу» тип исемләп «Урал»ды йырлауҙары билдәле. Тимәк, «Урал» йыры ҡобайыр жанры үҫә башлаған осорҙан алда барлыҡҡа килгән, күп быуатлыҡ тарихты үҙ эсенә алып, көй менән һу­ғарылып, эмоциональ юғарылыҡ алған, гимн дәрәжә­һенә күтәрелгән.

Тарихи йырҙар эпик йөкмәткене конкрет тарихи ваҡиғаны бәйән итеү аша сағылдыра, йәғни ҡобайыр­ҙар кеүек ҙур проблемалар күтәреп, алдан ук тәрән фекер һалына, тип әйтергә мөмкин. Был йырҙарҙың күбеһе конкрет тарихи ваҡиға, фажиғә, яфа кисер­гәндән һуң халыҡ күкрәгенән үҙенән-үҙе урғылып ки­леп сыҡҡан төҫлө. Мәҫәлән, Тевкелев 1735 йылдарҙа башҡорт ауылдарын яндырып үткәндән һуң, халыҡ ошолай тип йырлай:

 

... Ташҡайҙарҙы соҡоп яҙҙым ҡарғыш,

Ейәндәрем уҡыр бер саҡта...

Башҡорт халҡының йырҙары күп, һәм был тарихы - быҙҙағы фажиғәле ваҡиғаларҙың да күплеге тураһын­да һөйләй. Тыуған ил, азатлыҡ өсөн быуаттар буйына көрәшкән халыҡ, һәр бер ихтилалдан һуң, әле генә башынан кисергәндәрен әрнеү ҡатыш йыр итеп күк­рәгенән тышҡа бәреп сығармайынса булдыра алмаған.

Ә. И. Харисов, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады - башҡорт халҡының поэтиклаштырылған тарихы һәм тормошо булыуы осраҡлы хәл түгел, тип билдәләй. Тимәк, башҡорт халҡы йырҙарын эстетик, патриотик, гуманистик тойғолар, мәғлүмәт сығанағы булараҡ та өйрәнергә тейешбеҙ.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быуаттар төпкөлөндә тыуған күп кенә йырҙар, ваҡытында яҙып алмағанлыҡтан, юғалып ҡалған. «Ҡара юрға», «Ҡуңыр буға», «Аҡһаҡ ҡола» йырҙары шул уҡ исемдәге эпик әҫәрҙәрҙән йыр булып айырылған. Был йырҙарҙың бик боронғо зама­наларҙа уҡ ижад ителеүе билдәле. Йырҙа боронғо ке­шенең заманында йәшәү сығанағы иҫәпләнгән мал менән эш итеү мөнәсәбәттәре тасуирлана. Хеҙмәт ке­шеһенең тырышлығы, хеҙмәт символы юғары эмоци­ональ көс менән лирик поэзияла кәүҙәләндерелгән. Шуға ла улар һәр быуын, һәр заман кешеһенең күңелен арбай, тыуған тәбиғәте ҡосағында хеҙмәт һәм көрәш менән ғүмер иткән кешеләргә поэтик һәйкәл рәүешендә лә ҡабул ителә. Әҫәрҙе ижад итеүсенең Тыуған иленә булған тәрән мөхәббәте сағыла.

«Сыңрау торна» көйөнөң Х быуатта билдәле булыуы тураһында Ибн Фаҙлан яҙмаларынан төҫмөр­ләйбеҙ. Ул кешенең көндәлек хеҙмәте, хыялы, инаныуы аша тыуҙырылған йыр.

Башҡорт халыҡ йырҙарының тарихи бай леген­даһы, йырҙың текстары һәм көйө бар. Текстары беҙгә килеп етмәгән йәки бөтөнләй булмаған көйҙәр ҙә күп кенә.

Йыр тарихы, дәүер тураһында төшөнсә биреү ме­нән бергә, уның килеп тыуыуына һәм йөкмәткеһенә ҡарата аңлатма, мөһим эстетик күренеш булып тора. Йырҙы башҡарыу алдынан уның тарихын һөйләү башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәте һаналған, сөнки йыр тарихы үҙе халыҡ ҡарашының һәм халыҡ баһаһының емеше иҫәпләнгән. Әммә йырҙы тулыһынса тарихи факт йәки тормош документы булараҡ ҡабул итеү мөмкин түгел. Тормош ваҡиғаһының эстетик күре­нешкә әүерелеүен күрһәтеүҙә йыр тарихы һәм леген­даһы баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә.

«Тарих һөйләү ғөрөф-ғәҙәткә ингән» тигәндәрҙән сығып, йыр башҡарыусының талантын, уның ниндәй­ҙер бер мәғәнәүи һүҙ һөйләп, шунан һуң йыр башҡа­рырға тотоноуын, башҡарыу урынын, ундағы халыҡ­тың дөйөм бер маҡсат менән йыйылыуын, йырҙың башҡорт халҡының яҙмышы менән тығыҙ бәйләнештә булыуын, уңайы сыҡҡанда башҡарылыуын да иҫәпкә алырға кәрәк.

Тыуған илгә һөйөү тойғоһо туған моңдан башлана, тиҙәр. Туған телдәге һәр бер йыр-моң күңелдәрҙә тәьҫирле эҙ ҡалдырмай ҡалмай. «Йырҙарың күп һи­нең, моңдарың күп, әйҙә йырла, башҡорт балаһы», - тип тә йырлайҙар. Башҡорт халҡының йырҙары күп. Йыр белгесе, рус ғалимы Л. Н. Лебединский, мәҫәлән, «башҡорт халҡында ғәжәп юғары музыкаль» поэтик кимәлдәге йырҙарҙың күп булыуын билдәләй. Шулай уҡ бик күп ғалимдар һәм Европаның күренекле музы­ка белгестәре, композиторҙары башҡорт халыҡ йыр­ҙарын, халыҡтың тарихи музыкаль-поэтик классика­һы, тип баһалайҙар.

Оҫта йырсылар башҡарылышында йырҙар уйла­нырға мәжбүр итә, әрнеү ҡатыш ғорурлыҡ уятып, Тыуған илеңә, халҡыңа тәрән мөхәббәт тойғоһо тәр­биәләй. «Халыҡтың ерен күрәм тиһәң, тауға мен, үҙен беләм тиһәң, йырын тыңла»,-ти көнсығыш мәҡәле. Йырҙар эстетик һәм патриотик тойғолар тыуҙырырға, халыҡтың рухын күтәрергә һәләтле. Улар халыҡтың үткәне менән бөгөнгөһөн сағыштырып, хәҙерге тор­моштоң кимәлен аңларға, юғары идеялар өсөн көрәш­тең мөһимлегенә тағы ла нығыраҡ инанырға ярҙам итә һәм намыҫлы хеҙмәткә дәртләндерә.

«Урал» йырында Тыуған ер, Ватан өсөн көрәш­тәрҙә ҡорбан булған ир-егеттәрҙең, батырҙарҙың эпик образы ғәжәп поэтик көс менән бирелгән, ул башҡорт халҡының милли гимны кеүек ҡабул ителә:

Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алған

Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын,

Аямаған йәнен, түккән ҡанын,

Һис бирмәгән башҡорт Уралын.

Бында һәр бер һүҙ үҙ урынына ғәжәп камил беркетелгән, һәр бер куплеттың эпик образдары дө­йөмләштерелеп, халыҡ һәм Тыуған ил өсөн көрәшеүсе ир-егеттәрҙең монолит образы кәүҙәләндерелгән. Баш­ҡорт халҡы күңелендә Тыуған ил — Уралтау бер бөтөн­дө тәшкил итә. Изге төйәкте һаҡлап, ир-егеттәр бик күп ҡан түккән, хатта тыуған ер улар ҡаны менән һуғарылған, яңғыҙ талын ҡырҡһаң да, унан ҡан тама — бына Тыуған ил өсөн күпме көрәш булыуын күр­һәтеүсе образлы дөйөмләштереү. Уралтауһыҙ йәшәүҙе башҡорт күҙ алдына ла килтермәгән, бында уның Тыуған иле: йә ул Уралтауҙы һаҡлай ҙа шунда йәшәй, йә Уралтау өсөн көрәштә үлә, изге юлда ҡорбан була — уға башҡа юл юҡ. Шулай уҡ Тыуған илде һаҡлап ҡорбан булыу — күптәнге, борон замандарҙан уҡ ғө- рөф-ғәҙәткә әүерелгән тәбиғи сифат, сикһеҙ ҙур ғо­рурлыҡ, үҙ-үҙеңдән ҡәнәғәт һәм яҙмышыңдан риза булыу тойғоһо. Бында яҙмышҡа үкенергә йәки үҙ- үҙеңде йәлләүгә урын ҡуйылмай.

...Атҡайымды тышап, ай, ебәрҙем

Урал буйы ғына йәшелгә.

Ҡалған батырҙарға васыятым шул:

Гел Уралды һаҡлап йәшәргә.

Үҙенең был донъянан китәсәген белгән, ҙур ғорур­лыҡ менән Тыуған ил өсөн көрәштәрҙә ғүмер кисер­гән батырҙың ҡәтғи өндәмәһе был.

«Урал» йыры - башҡорт халҡының поэтиклашты­рылған тарихы ул. Йырҙа ҡайһы осорҙоң поэтик сағы­лыш алыуын аныҡ әйтеүе ҡыйын. Тарихтан билдәле булыуынса, башҡорт халҡы XIV быуаттың аҙағына тиклем Алтын Урҙа хакимлығы аҫтында була. XV бы­уатта Башҡортостан, өскә бүленеп, Нуғай урҙаһына, Себер һәм Ҡазан ханлыҡтарына буйһондорола. Был ханлыҡтар араһында йыш ҡына ҡанлы һуғыштар бу­ла. һөҙөмтәлә, халыҡтар, шул иҫәптән башҡорттар, хандарҙың үҙ-ара байлыҡ бүлешеү һуғыштарында, шулай уҡ үҙ азатлығы өсөн көрәштәрҙә күпләп ҡырыла.

Тыуған ерҙе һөйөү тойғоһо, уның яҙмышы тураһын­да уйланыуҙар башҡорттар Рус дәүләтенә ҡушылғас, Рәсәй батшаһы менән килешеүгә таянып, еңеүгә һәм азатлыҡҡа нығыраҡ ышаныс артҡас, оптимистик рух­та яңынан уяна. Иван Грозный Нуғай мырҙалары ба­ҫып алған ерҙәрҙең ҙур өлөшөн башҡорттарҙың ете ырыуына кире бүлеп биргән. Бына шул тарихи-соңи- аль осорҙоң сағылышын «Урал» йырының түбәндәге юлдары күрһәтеүе ихтимал:

...Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы —

Ете лә ырыу — илдең төйәге.

Ирек яулап үлгән иркәйҙәрҙең

Шунда ята изге һөйәге.

Быуаттар буйы бүлгеләнеп йәшәгән башҡорт ырыуҙарының берҙәмлеген һәм бер бөтөн булып ойошоп етеү идеяһын сағылдырған йыр халыҡты яңы­нан-яңы көрәшкә рухландыра, һәм башҡорт халҡы үҙенең Тыуған илгә булған сикһеҙ мөхәббәтен иркә- ләп, тәрән лиризм менән йырлай.

 

... Уралҡайым, һинең өҫкәйеңдән

Аҡ томанҡайҙарың китмәне.

Кемдәр килеп һиңә, кем китмәне,

Һиңә, Уралым, ниҙәр етмәне?!

 

.. .Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы

Өҫкәйенән күренә күп ерҙәр.

Ҡартаймайһың, Урал, моңаймайһың,

Һиңә килеп китте күп ирҙәр.

 

Ошондай юлдар халыҡтың тормош тураһында уй-тойғоһон, фәлсәфәүи лирик фекерен күрһәтә. Халыҡ, ниндәй хәл килеп тыуһа ла, оло йыйын йыйып һөй­ләшә килгән.

«Урал» йыры бик күп быуындарҙы патриотик рух­та тәрбиәләне, 1941 йылда башҡорттар «Урал» йырын йырлап һуғышҡа китте һәм йырға үҙ куплеттарын өҫтәне:

 

Урал ғына тауы бигерәк бейек —

Яҡшы аттар юртып менә алмай.

Беҙҙең генә тыныс йәшәгәнде

Сит ил дошмандары күрә алмай.

 

Һуңғы йылдарҙа ла «Урал» йырына яңы һүҙҙәр өҫтәлә. Мәҫәлән, Әбйәлил районы Асҡар ауылы кеше­һе Мирхәйҙәров Әхмәт Фазыл улынан 1970 йылда ишеткән йырҙа былай тип әйтелә:

 

Таҡыя ла башлы ҡырлы ҡурай

— Башҡорт еркәйенең межаһы;

Әле лә генә һаман иҫтән сыҡмай

Ватан һугыштарының нужаһы.

 

Шулай итеп, халыҡтың рухын, уның Тыуған илен образлы кәүҙәләндергән Уралтауға бәйле мәшһүр «Урал» көйө йәшәүен дауам итә. Һәр бер замандың тарихи ваҡиғалары сағылған поэзия уға мөрәжәғәт итеп, уның моңо менән һуғарыла һәм «Урал» йыры­ның ҡөҙрәтен, хәҡиҡәтте сағылдырған шөһрәтен раҫ­лап килә. «Урал» йыры башҡорт халҡының тарихына, Тыуған иле — Урал хөрмәтенә һалынған поэтик һәйкәл ул.

XVIII быуатта башҡорт халҡы, колониаль иҙеүгә әүҙем ҡаршылыҡ күрһәтеп, азатлыҡ өсөн берҙәм кө­рәшә. Был күп ихтилалдарҙың тарихи ваҡиғаларын, азатлыҡ өсөн көрәш тарихын аныҡ сағылдырыусы йырҙар бихисап: «Ҡараһаҡал», «Бүгәсәү», «Салауат» һ. б.

Бөгөнгө көндә иң популяр булған «Тәфтиләү» йыры 1735—1736 йылдарҙағы ихтилал һөҙөмтәһендә тыуа. Был йырҙа халыҡ үҙенең фажиғәле яҙмышын, азатлыҡ өсөн көрәштең полковник Тевкелев тарафы­нан аяуһыҙ баҫтырылыуы тураһындағы нәфрәтле ҡарғыш һүҙҙәре менән яҙып ҡалдырылған. Тарихтан билдәле булыуынса, 1735 йылдың декабрь аҙаҡтарын­да Тевкелев ихтилалды баҫтырыу өсөн, Өфөнән Төй йылғаһы буйына юлға сыға. Яуыз Тевкелев Сөйәнтуҙ ауылының 100 кешеһен юҡ итә. Бынан башҡа 105 кешене һарайға ябып, тереләй яндыра. 500-гә яҡын ауылды яндырып, көл итә, 2000 кешене үлтереп, ҡа­тындарын һәм бала-сағаларын офицерҙарына ҡол итеп өләшеп бирә. Тевкелев яуызлыҡтарынан тыш, 1735-1740 йылдар эсендә генә 880 башҡорт ауылы, 2000 эҫкерт иген һәм 300 000 кәбән бесән яндырыла. Иҫ киткес ҡәбәхәтлектәре өсөн, халыҡ ошондай яуыз­дарҙы, уларға булған мәңгелек нәфрәтле ҡарғышын Тәфтиләү образында дөйөмләштергән:

 

... Тәфтиләүҙән ҡанһыҙ булыр микән,

һуйҙы инде ҡырағай йәнлек күк (кеүек) .

 

Йәки:

 

Тәфтиләүҙең ҡылған ҡәһәрҙәрен

Үҙе белмәһә лә, ил белә...

 

Тәфтиләүҙең илде ҡан илатып, халҡын юҡҡа сығарып яулаған данына ғәжәп итә халыҡ һәм уның ҡәбәхәтлектәр ҡылып дәрәжә алыуынан мыҫҡыллы көлә:

Иҙел буйҡайҙары, ай, ҡаялыҡ —

Полковник Тәфтиләү яу урыны.

Башҡорт илкәйҙәрен утҡа тотҡас,

Алтынланды уның яурыны.

 

Халыҡ, уның ҡылған яуызлыҡтарын һанау менән бергә, бынан ары ошо хәлдән сығыу өсөн ни эшләргә кәрәклеге тураһында ла күп уйланған.

 

Ел елләмәй томандар асылмаҫ,

Йыр йырламай күңел асылмаҫ.

Полковник Тәфтиләү түккән ҡандың

Асыуҙары бик тиҙ баҫылмаҫ.

 

Йырҙың килеп сығыу сәбәбе лә ошонда асыҡлана: Тәфтиләү кеүек кешеләрҙең ҡылған ҡәһәрҙәре халыҡ күкрәгендә асыу һәм нәфрәт тыуҙыра, һәм ул күкрәк­тәрҙән ҡарғыш йыры булып урғылып сыға, киләһе быуын да уны белергә һәм уйланырға тейеш. Халыҡ ҡәһәре йырҙа шулай мәңгеләштерелә:

 

Ҡара ла ғына урман ҡая бите

Шаулайҙыр ҙа кисен ел саҡта.

Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш,

Ейәндәрем уҡыр бер саҡта.

 

«Ҡара урман», «ҡая бите», ... көслө елдән «ҡара урман» шаулай. Ә бит ошо уҡ «ҡара урман» иртән дә, көндөҙ ҙә шауларға мөмкин, ләкин йырҙа «кис» ваҡытында шаулай. Унан ары ҡараңғы тән булырға тейеш. Халыҡ үҙ яҙмышын бына ниндәй сиктә той­ған, шомло уй-тойғолар кисергән, бәлки, һуңғы кеше үлгәнсә көрәшергә уйлағандыр. Ҡараңғы тән алдынан эңер мәлендә ҡая битендә ҡара урманда йөрөгән, әйтәйек, яңғыҙ кеше башынан ниндәй генә шомло уйҙар үтмәҫкә мөмкин?! Башҡорт халҡының иң ауыр хәлдә ҡалғанда ла, «сыҡмаған йәндә өмөт бар» тип, үҙ-үҙен киләсәккә өмөтләндерә торған ғәҙәте лә булған. Шуның кеүек үк, «Тәфтиләү» йырында ла оптимистик рух һиҙелеп тора:

 

Ҡайнап ҡына аҡҡан Иҙел аша

Тәфтиләүҙәр кисеү табалмаҫ,

Ир -егеткәйҙәрҙең теләккәйен

Тәфтиләүҙәр генә баҫа алмаҫ.

 

«Ҡайнап ҡына аҡҡан Иҙел» - халыҡтың асыуы, нәфрәте һәм уны яу менән баҫыу - «ир-егеткәйҙәрҙең теләккәйҙәре». Шулай итеп, халыҡ «Тәфтиләү» ҙәргә мыҫҡыллы ҡараш ташлай, алдағы көндәрҙә Тыуған илен, туған халҡын һөйөүсе «ир-егеткәйҙәрҙең» үҙ теләктәренә ирешеү өсөн көрәшәсәктәренә ышаныс белдерә.

1735—1740 йылдарҙағы ихтилал халыҡтың бөлгөн­лөккә ҡалыуы менән тамамлана. 1755 йылда тағы их­тилал күтәрелә. Ә унан һуңғы бөтә Рәсәй батшалығын тетрәткән 1773-1775 йылдарҙағы Е. И. Пугачев етәксе­легендәге Крәҫтиәндәр һуғышы...

Башҡорт халҡының йыр поэтикаһында Пугачев һәм Салауат кеүек изге хыяллы, изге теләкле «ир- егеткәйҙәр» лайыҡлы данлана, уларҙың патриотик рухы, юғары образдары йыр ярҙамында халыҡ хәте­рендә мәңге ҡалырлыҡ дәрәжәлә тасуирлана.

Салауат — башҡорт халҡының яҙмышын, ҡайғы- хәсрәтен, «ир-егеткәйҙәрҙең теләккәйҙәрен» үҙ күкрә­генә һеңдергән, шуның өсөн көрәшкә күтәрелгән аза­мат, рухи яҡтан көслө, ихтыярлы ир-егет. Уның үҙ халҡына, тыуған иленә, уның идеяларына бирелгән­леге, тоғролоғо шул замандарҙан алып бөгөнгө көнгә тиклем бик күп рус һәм башҡа милләт ғалимдарын, башҡа халыҡ вәкилдәрен һоҡландыра һәм талантлы, уҡымышлы, батыр яугир булыу яғынан күптәрҙе ғорурландыра. Уның данлы образын мәңгеләштереүҙә башҡорт халыҡ йырҙарының роле бик ҙур.

Бүгәсәү менән Салауат тураһындағы башҡорт ха­лыҡ йыр поэтикаһы рус, башҡорт халыҡтары дуҫлығы символы булып, шул заманға һәм шул осорҙоң тарихи ваҡиғаларына йырҙарҙан төҙөлгән һәйкәл булып тора.

Башҡорт халҡы күп тапҡырҙар рус халҡы менән бергә Рәсәйҙең сит һәм эске дошмандарына ҡаршы һуғыша килгән һәм һәр бер ваҡиғаға ҡарата йырҙар сығара барған. Ғәҙеллек өсөн рус халҡы менән кө­рәштәрҙә лә яҙмышты бергә кисергән. 1812 йылғы Ватан һуғышында ижад ителгән «Кутузов» йыры бы­ның сағыу миҫалы булып тора.

Башҡорт халҡы үҙенең йыр поэтикаһында Бүгә- сәүгә, Салауатҡа, улар кеүек ир-егеттәргә һәм улар эшләгән эшкә, тарихи ваҡиғаға, эҙәрлекләү-язалауҙар- ға ҡарамаҫтан, аныҡ һәм лайыҡлы баһа биргән, дө­рөҫлөктө күҙенә төртөп әйткән.

 

 

Оло ғына, һай, юлдан Бүгәс килә,

Ебәк билбауҙарын быуып биленә.

Баяр, түрәләрҙән тартып алып,

Ер-һыу бирә икән иленә.

 

 

Бына башҡорт халҡының тапҡыр мәғәнәле, образ­лы ҡыҫҡа ябай һөйләмдәр менән йыр поэтикаһында Е. И. Пугачевҡа биргән баһаһы. Батша хөкүмәте Пуга- чевтың башын өҙһә, башҡорт халҡы уға тәрән мөхәб­бәт һаҡлап, образын кәүҙәләндергән мәңгелек йыр ижад иткән.

Беренсе үк юлда: «Оло ғына, һай, юлдан Бүгәс килә», — тиелә. Эйе, батшаға, батша режимына ҡаршы барыу — оло юл, әлбиттә. Билдәле булыуынса, был Крәҫтиәндәр һуғышында күп халыҡ вәкилдәре бер­ләшеп, ғәскәр төҙөп, ошо «оло юл»ға баҫа, ғәҙеллек өсөн көрәшкә күтәрелә. Йырҙа ололоҡ яғынан ғәскәр булыусы халыҡ беренсе урында тора һәм эштәрҙең барыһының етәксеһе Бүгәс икәнлеге хәбәр ителә. Аҙаҡ бындай оло эштең барышы халыҡ тормошона төрлө яҡлап ҡағылмай ҡалмаясағы тураһында әйтелә:

 

 

Оло ғына, һай, гәскәр юлдан уҙа,

Һауаларға оса шул туҙаны...

 

 

«Оло» һүҙенең мәғәнәһе Пугачев образына йомғаҡ яһағандай, уның тышҡы ҡиәфәтенә бер һыҙат инде­реп, оло маҡсатының төп йөкмәткеһен әйтеп бирә. Шулай итеп, «оло» һүҙе һәр икенсе юлда ҡабатланып, халыҡтың ошо ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан кешеләргә булған баһаһын көсәйтеп килә.

Башҡорт халҡы үҙенең улы Салауатҡа арнап сы­ғарған бик күп йырҙарында ла Пугачев менән Салауат образдарын бергә ҡуя һәм уларҙың берҙәмлегенә баҫым яһай.

Улар - бөтә Рәсәйҙең данлы егеттәре, «Урал ғына тауҙың бөркөтө»нә тиң, ил яҙмышын ситкә ташламаҫ ил азаматтары. Башҡорт халҡының Тыуған иленең символик образы - «Уралтау»ҙағы бөркөт менән са­ғыштырылыу - ул тәрән мөхәббәт, иң юғары хис-тойғо менән баһаланыу тигән һүҙ.

Халыҡ өсөн, Пугачев менән Салауат өсөн Ватан киң мәғәнәлә бирелә: бөтә Рәсәй һәм Уралтау. Сала­уат халыҡ күңелендә ғәййәр етәксе, хәтәр эштәргә әйҙәүсе батыр булып һаҡлана:

 

 

Яндар ҙа тарттым, уҡ аттым,

Беләккәйем ергә таянып.

Иҫ китерлек эштәр эшләнек,

Салауат тигән иргә таянып.

 

 

Эшләнгән эштең ғәҙәттән тыш булыуына иғтибар итеп, халыҡ бындай эште Салауат кеүек иргә генә таянып эшләрлек икәнлеген дә билдәләй. Шул уҡ ва­ҡытта, ихтилал фажиғәле тамамланып, уның батыр етәксеһе Салауат каторгаға ебәрелгәс тә, халыҡ күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, өмөт-ышанысын юғалтырға йәки ирек өсөн көрәште туҡтатырға уйламай ҙа, сөн­ки үҙ юлының дөрөҫлөгөнә күптән инде ышанған:

 

 

Урал тауҙары ҡая таш

Сал бөркөттәр өсөн ояға.

Салауат китте, тип шатланмағыҙ,

Унан ғәййәр тыуыр донъяға.

 

 

Ә Салауат батыр Тыуған иле — Уралтау, башҡорт халҡы алдында изге бурысын үтәгән батыр ул булып үҙ халҡының мәңгелек тәрән мөхәббәтен яулай, шуға күрә халыҡ йөрәгендә, халыҡ күңелендә, Тыуған илен­дә — Уралтауҙа үлемһеҙ булып ҡала:

 

 

Салауат бара ат уйнатып

Батыр ғәскәрҙәре башында.

Баярҙарҙы ҡырған Салауат,

Исемкәйе Урал ташында, —

 

 

тип, Салауат исеме таҡтаташ кеүек мәңгеләштерелә. Бөгөнгө көндәге суйын һәйкәлдәрҙең төҙөлөүендә лә халыҡ поэзияһында, хыялында йәшәгән һәйкәлдәрҙең роле бик ҙур, минеңсә.

Халыҡ фекере, халыҡ күңеле — даръя. Уны закон­дар, эҙәрләүҙәр, язалар менән генә быуыу мөмкин түгел, шуға күрә халыҡ хәтере Пугачев менән Салауат кеүек ир-егеттәргә үҙенең сикһеҙ ихтирамын быуын­дан быуынға, йөрәктән йөрәккә аманат итеп тапшыра:

 

 

Сал бөркөткәй ташҡа оя яһар,

Балаларын атып алһаң да.

Салауаттай ирҙәр баш эймәҫтәр,

Аяҡ-ҡулына бығау һалһаң да.

 

 

Ихтилал фажиғәле баҫтырылһа ла, башҡорт халҡы рухын юғалтмай, һаман да ирек өсөн көрәшкә ынты­ла, Салауаттай ирҙәр тыуасағына ышана. Йыр менән яңы яуға күтәрелә, башҡорт халҡының һәр ваҡыт йыр менән юлдаш булыуы һәм йырға булған ихтирамы Салауат тураһындағы йырҙарҙа айырыуса асыҡ күҙә­телә:

 

 

Салауаттың менгән кир аты

Батыр гәскәрҙәргә юл башлай.

Кир ат өҫтөндәге Салауат,

Яуға дәртләндереп, йыр башлай.

 

 

Ихтилал баҫтырылғас, күп кешеләр язалана, һөр­гөндәргә ебәрелә. Батша Екатерина II фарманы бу­йынса Салауат менән атаһы каторгаға оҙатыла. Сала­уат тураһында һөйләү ҙә, йырлау ҙа бөтөнләй тыйыла. Халыҡ бөлгөнлөккә төшә. Шул саҡтағы аяуһыҙ яҙмы­шын, тарихын, йөрәктәрҙә янған, күкрәктәрҙә ҡайна­ған аһ-зарын, ҡәһәр һәм нәфрәтен халыҡ йырҙарҙа сағылдырған.

Шулай ук халыҡ Салауаттың да йырһыҙ йәшәмәүен тоя:

 

 

Салауат батыр менән Юлайҙың

Тимер бығауҙары сыңлайҙыр.

Каторгала ятҡан Салауат

Тыуған илен һағынып йырлайҙыр.

 

 

Эйе, әлбиттә, яугир-шағир йырлаған, йыр ҙа сығар­ғандыр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ уларҙы белмәйбеҙ. Яҙмышы ғәжәп мәрхәмәтһеҙ була уларҙың.

 

 

Салауатҡай тартҡан ҡурайҙың

Ике башҡынаһы ҡурғашлы.

Салауаттың курған ғазаптары

Ерҙән алып күккә олғашты.

 

 

Бына уның ауыр яҙмышы, ғазаптары тураһында халыҡ ниндәй һығымта яһай: «ерҙән алып күккә ол­ғашты» тигәндән артыҡ ни әйтергә мөмкин тағы?! Ти- мәк, уның ауырлығын ер генә түгел, йыһан да күтәрә алмай.

Халыҡ шулай бер нисә һүҙ менән генә ҙур тарих һәм ғәжәп ҙур проблемалар хаҡында һөйләй. Салауат­тың ҡурайсы ла булыуы тураһындағы мәғлүмәт һүҙ ыңғайында әйтелгән кеүек кенә килеп инә. Башҡорт халҡының ҡурай уйнауы - тәбиғи күренеш. Йыр Са­лауаттың уйнаған ҡурайының «ике башҡынаһы ҡур­ғашлы» булғанлығына иғтибар иттерә. Күрәһең, ат өҫтөндә, походта йөрөгән кешегә, әгәр ул һәр ваҡыт ҡурай алып йөрөргә теләһә, металдан яһалған ҡурай кәрәк булғандыр. Бында ҡурайҙың һуғыш ҡоралы кеүек хеҙмәт итеүе лә күренә.

Салауат заманындағы фажиғәләр халыҡ күңелендә мәңгелек эҙҙәр ҡалдырған, ваҡыт үтеү менән, халыҡ йырҙарға ул тарихты теркәгән, йыр-моң менән бер аҙ күңелен йыуатҡан, Тыуған иле — Уралтауға ҡарап илһам, көс алып йәшәүен дауам иткән.

Башҡорт халҡының берҙәмлеген юғалтыу, иҡтиса­ди яҡтан бөлгөнлөккә төшөрөү, нығыраҡ күҙәтеү аҫ­тында тотоу һәм Рәсәйҙең көньяҡ-көнсығыш сиктәрен һаҡлатыу өсөн батша хөкүмәте 1798-1865 йылдарҙа Башҡортостанды кантондарға бүлеп, халыҡты хәрби сословиеға әйләндерә.

Шул кантонлыҡ замандары, линия хеҙмәте, Урта Азияға ойошторолған походтар, 1812 йылғы Ватан һу­ғышы сағылыш тапҡан йырҙар күп. Был йырҙарҙа илһөйәрлек мотивтары, замананың тарихи-соңиаль шарттарына, сағылдырылған ваҡиға йәки хәлдең йөкмәткеһенә ҡарап, төрлө кимәлдә сағылыш тапҡан. Мәҫәлән: «Ерән ҡашҡа», «Икенсе Әрме», «Һары ла сәс», «Любизар», «Француз яуы», «Кутузов», «Ҡаһым түрә», «Байыҡ» йырҙары.

XVII быуат башында, Василий Шуйский батшалыҡ иткән заманда (1606—1610 йылдарҙа), башҡорттар по­ляк интервенцияһына ҡаршы Минин һәм Пожарский ополчениеһында ҡатнаша. 1806—1807 йылдарҙағы һуғышҡа бишәр йөҙлөк бер нисә полк төҙөлөп, фран­цуздарға ҡаршы һуғышҡа оҙатыла. Ошо полктарҙың тәүге икәүһе тураһында: «Они прикрывали отказ рус­ских войск у р. Неман и в начале июня 1807 г. вели бои в районе Тильзита с кавалерией французского маршала Мюрата»,- тип яҙылған. «Очерки по исто­рии Башкирской АССР» китабында (Өфө, 1959, т. 1, ч. 2) 1812 йылғы француздарға ҡаршы Ватан һуғы­шында башҡорттар, 28 атлы полк төҙөп, рус армияһы менән бергә һуғыштың тәүге көндәренән үк ҡатнаша һәм Ватан яҙмышы өсөн көрәштә батырлыҡ өлгөләре күрһәтә.

«Бородино бәрелеше»нән алып Парижға тиклем етеп, һуғышта еңеүсе булып ҡайтҡан башҡорт яугирҙарының ҡаһарманлығын күреп, француздар уларҙы «төньяҡ амурҙары» тип атаған.

1812 йылғы Ватан һуғышы тураһында башҡорттар тиҫтәләгән юғары рухлы йырҙар сығарған. Уралтау иһә үҙенең батыр ир-егеттәрен, көс-ғәйрәт, рухи көс биреп, дәһшәтле француз яуына оҙата.

Башҡорт халҡы үҙенең традицияларына тоғроло­ғон, Ватанына сикһеҙ мөхәббәтен, илһөйәрлек тойғо­һон юғары образлы поэтика менән оҫта бирә. Мәҫә­лән, «Эскадрон» йырына иғтибар итәйек:

 

 

Йырҙар яҙҙым Урал ҡаяһына,

Иҫтәлектәр булып ҡалһын тип;

Яуҙа йөрөп иҫән ҡайта алмаһам,

Урал тауы иҫкә алһын тип.

Урал ғына ҡошо, ай, һандуғас,

Ат менгәндә моңло һайранын,.

Ҡындан алып алмас ҡылысымды

Урал ташҡайына ҡайраным.

 

 

Халыҡ Уралтауҙан алған рухи көстө изге күреп, шуның менән йәшәгән, өмөт-хыялын уға төбәгән икән­леге күренә. Яугир үҙе менән Тыуған иленә булған сикһеҙ мөхәббәтен алып китә һәм фәҡәт бер генә теләк, бер генә өмөт ҡалдыра:

 

 

Яуҙа йөрөп, иҫән ҡайта алмаһам,

Урал тауы иҫкә алһын тип.

 

 

Ватан өсөн барған һуғышта башҡорттар, үҙ ғөрөф-ғәҙәтенә тоғро ҡалып, йыр менән һәр саҡ юлдаш. «Француз яуы» йыры ла, моғайын, юлда ижад ител­гәндер:

 

 

Атҡа ғына мендек беҙ үҙебеҙ,

Ҡалманымы әйтер һүҙегеҙ ?

Ҡалһа ҡалһын әйтер һүҙҙәрегеҙ,

Сабырһыҙ ҙа булмаң үҙегеҙ.

 

 

Йәки:

 

Беҙ китә лә тип үк иламағыҙ,

Илаһағыҙ, юлым уңмай ҙа, —

 

 

ти. Һуғыш ҡорбанһыҙ булмай, быны белгән һәр яу- гирҙан сабырлыҡ талап ителә. Улай ғына ла түгел, уны оло юлға оҙатыусыларға ла түҙемлек кәрәк. «Ила­һағыҙ, юлым уңмаҫ» тигәнгә ҡурҡып, эркелеп килгән күҙ йәштәрен халыҡ туҡтатырға тырыша. Башҡорт­тарға күптәргә аңлашылмаған ғәжәп ҙур ихтыяр көсө һәм сабырлыҡ хас булған. Уларҙың был сифаты тураһында А. А. Катенин:

«Нравственный их перевес перед прочими каза­ками в том, что они беззаботны к средствам жизни и не падают духом в затруднительные минуты, в военное время нет надобности заботиться о снаб­жении их провиантом в том смысле, как прочие войска, ибо башкирец - весьма долго и без вреда для здоровья может питаться болтушкою или кониною и продолжительная бивачная жизнь, столь гибельно действующая на войска, не будет иметь вовсе или иметь весьма мало на него влияния... Вообще для государства в общем экономическом отношении обя­зательная служба башкир сопряжена с меньшими фи­нансовыми пожертвованиями, чем служба прочих ка­зачьих войск»,—тип яҙған.

Башҡорт халҡы йыр менән яуға китеүселәрҙең рухын күтәреү, яуҙа ла сабыр, аҡыллы, һуғыша белеп һуғышыу мәсьәләләренә иғтибар йүнәлтә. Яуға китер алдынан ижад ителгән «Икенсе Әрме» йырында был изге теләктәр асыҡ сағыла:

 

 

Әрмеләргә китә, ай, башығыҙ,

Буҙ балалар, инде хушыгыҙ.

Һай, илкәйем, илкәйенең

Батыр иркәйе.

Талир тәңкә кеүек шалтырлашып,

Иҫән йөрөп, һауҙар ҡайтығыҙ.

Һай, илкәйем, илкәйенең

Батыр иркәйе.

Ҡулдарыма һаҙаҡ алдым тиеп,

Торомтайҙай осма, йән күреп,

Һай, илкәйем, ауыр

Булыр үтер юлдарың.

Сал бөркөттәй талғын бул сапҡанда,

Дошманыңды ҡыйрат яй белеп...

 

 

Йыр Тыуған ил һағына китеүсенең рухын күтәрә, ил яҙмышы уның батырлығына бәйле икәнде тәҡрар­лай. Шулай уҡ, хәлдең киҫкенлеген билдәләп, алдағы юлдың ауыр буласағын иҫкәртә. Еңеү шатлығын кисе­реү көндәренә ынтылыш, ниәт тойғоһо уятып, рухлан­дырып ебәрә. Үтер юлдар ауыр буласаҡ, дошман менән көрәш еңел булмаясаҡ, шул саҡтарҙа сал бөркөттәй талғын булырға өйрәтә. «Сал бөркөттәй талғын бул сапҡанда» — был ғәжәп күп мәғәнә аңлатыусы образлы сағыштырыу. Алабарманлыҡ йәки башҡа төрлө аҙағына тиклем уйлап еткерелмәгән

ҡылыҡ, холоҡ, ашҡыныу, ашығыу күрһәтергә ярамай, ә яҡшы уйлап, үҙ эшеңде белеп, үҙеңә генә ышанып эш итергә тейешһең. «Дошманыңды ҡыйрат яй белеп», — тигән кәңәш тә бирелә йырҙа. Тимәк, һуғыш сәнғәтен өйрәнергә, уны үҙләштерергә, уға эйә булырға тейешһең. Шунда уҡ буласаҡ яугирҙарҙы «буҙ балалар» тип атап, уларҙың күңел, рух ныҡлығын билдәләй.

«Ерән ҡашҡа» йырында ҡыҙҙар һәм егеттәр хуш­лашҡанда үҙ тойғоларын, теләктәрен белдерәләр, Тыу­ған ил алдында бер-береһенә вәғәҙә бирешәләр. Ә инде «Һары сәс» йыры — тәбиғәт ҡосағында ҡыҙ ме­нән егеттең яуға китер алдынан бирешкән вәғәҙәһе, уларҙың тәрән мөхәббәте тураһындағы дуэт ул.

Башҡорт халҡының Тыуған иленән - Уралтауҙан алып киткән мөхәббәте, pyxBi яу ҡырында, ауыр көрәш юлында юлдаш була. Шуға күрә еңеү танта­наһы ла көслө, тыуған ергә ташҡын шикелле ҡайта. Мәҫәлән, «Любизар» йыры:

 

 

Беҙ һуғышҡа ингәндә,

Бәхилләштек барыбыҙ.

Беҙ һуғыштан сыҡҡанда,

Алдан сыҡты даныбыҙ.

Любезники, любизар,

Маладис, маладис!

 

Йәки:

 

Мәскәүгә лә керҙек беҙ,

Парижды ла күрҙек беҙ.

Француздарҙы еңгәндә,

Ер емертеп йөрөнөк беҙ.

Любезники, любизар,

Маладис, маладис!

 

 

Башҡорт халҡы 1812 йылғы Ватан һуғышында рус армияһы полководецы, Рәсәйҙең ысын патриоты, та­лантлы етәксе М. И. Кутузовҡа арнап йыр сығарып, йыр поэтикаһы аша уның ҡаһарманлығына баһа бирә:

 

 

Полководец батыр иp Кутузов —

Уттар, һыуҙар кисте, ҡурҡманы,

Һай, Кутузов,

Полководец икән Кутузов.

Наполеондың баҫҡынсы яуҙарын

Көтөү кеүек әйҙәп туҡманы,

Һай, Кутузов,

Полководец икән Кутузов.

 

Йәки:

 

Ирҙәре лә батыр ирҙәр икән,

Ил дошманың яуҙа еңә икән,

Һай, Кутузов,

Полководец икән Кутузов.

 

 

Һәр бер куплетта, Кутузовҡа шундай ҙур ихтирам күрһәтеү теләгенән сығып, шәп «полководец икән Кутузов» тигән һығымта ҡабатлана һәм Кутузов ғали йәнәптәренең исеменә баҫым яһала бара. Уның эшләгән эштәре, сифаты, рухы күрһәтелә һәм ла­йыҡлы баһа бирелә, бөйөк полководец Кутузовтың ту­лы образы хасил була. Шул уҡ ваҡытта Ватан алдын­дағы бурысын намыҫлы үтәгән патриот Кутузовтың ғәйәт ҙур, айырым бер тарихи шәхес, ҙур илдең мәш­һүр кешеһе икәнлеге күрһәтелә. Халыҡ Кутузовҡа бер аҙ иркәләп тә өндәшә, тимәк, үҙ итә. Кутузовтың үҙе- нә генә арнап ижад ителгән йырҙағы кеүек, шул осор ижадында ла халыҡ Кутузовты тейешле баһа менән иҫкә ала. «Әхмәт Байыҡ» йырында ошондай юлдар бар:

 

 

Атлы ғәскәр сыға күперҙән,

Сығыр еркәйҙәре һүтелгән.

Француздарҙың ғәскәрен

Ҡотдос ғәскәрҙәре бөтөргән, —

 

 

тигән һығымта яһап, бөтә француз яуы, Ватан һуғышы ниндәй һөҙөмтә менән тамамланыуын билдәләп ҡуя, шул уҡ ваҡытта Кутузовҡа башҡорт исеме биреп, уның башҡорттар араһында үҙ кеше булып ҡалыуын билдәләй.

Башҡорт халҡы яуҙа еңеп сыҡҡан, Ватанының бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалған, еңеү шатлығын кисереп, тыуған ере - Уралтауға ҡайтырға, унда йә­шәргә мөмкинлек алған ир-егеттәрҙе маҡтай, данлай һәм уларға үҙенең тәрән мөхәббәтен, ихтирамын үҙе­нең йыр поэтикаһында күрһәтеп биргән. Бейеү көйө «Байыҡ»тан бер өҙөккә иғтибар итәйек:

 

 

Һай, азамат арыҫлан да,

Яуҙа дошман айҡаған,

Йөҙҙәрендә нуры балҡый,

Күп ерҙәрҙе байҡаған.

Ай, һай, һай, һай,

Түрҙән урын алығыҙ.

Ай, һай, һай, һай,

Һары балды һалығыҙ,

Арыҫландай батырҙарҙың

Арҡаһынан ҡағығыҙ!

 

 

Халыҡ ҙур кинәнес, ғорурлыҡ кисерә, батырҙарын ололап түрҙән урын бирә, башҡорт халҡының иң юға­ры баһаһы - «арыҫлан ир-егеттәр» йәки «Уралтау бөр­көттәре» тигән исемдәр менән ҙурлай.

Яуҙа йөрөп, иҫән ҡайта алмаған ир-егеттәр иҫтәле­ген халыҡ Ҡаһым түрә образдарында дөйөмләштергән. Шул ук ваҡытта «Ҡаһым түрә» француз яуын еңеп, ҡоралдаштарының ихтирамын яулаған, көслө ихтыяр­лы, талантлы етәксе-яугирға, Тыуған иленең ысын пат­риотына дан-йыр булып яңғырай:

 

 

Ыласын, бөркөт үҫкән, ай, Уралда, вай кем,

Сал бөркөттәй һайлам ир ине.

Яуға ҡаршы сапҡан мәлдәрендә, вай кем,

Тау-таш ярыр йылдам ир ине, —

 

 

тип баһалай башҡорт халҡы еңеп сығып та иҫән ҡайтып инергә насип булмаған Ҡаһым түрәне. Урал­дағы сал бөркөт менән сағыштырыу, исемен йырға һалыу, мәңгелек ихтирамға лайыҡ булыу - бик юғары баһа ул.

 

 

Көмөш кенә һаплы булат ҡылыс, вай кем,

Ҡаһым түрә аҫҡан биленә.

Булат ҡына ҡылысын төҫө итеп, вай кем,

Алып ҡайтайымсы иленә.

 

 

Яуҙа батырҙарса һуғышып ҡорбан булғандарҙың рухын алып ҡайтыусы ир-егеттәрҙең береһе Буранбай тураһында бер нисә һүҙ...

Ватан һуғышы еңеү менән тамамлана. Рус гене­ралдары Владимир ҡалаһында тантаналы еңеү байра­мы үткәрә. Легенда буйынса, унда әсиргә төшкән француз генералдары ла була. Башҡорт ғәскәрҙәренең командующийы Ҡаһым түрә лә саҡырыла. Рус гене­ралдарының бойороғо буйынса француз генералы Ле­форт Ҡаһым түрәгә ағыу эсерә...

Ҡаһым түрә тантаналы мәжлестән сыға ла: «Буран­бай ағай! Мине ағыуланылар, ошонда күмеп ҡалдырып, атайым-әсәйемә «һуғышта һәләк булды» тиерһегеҙ, һор юрғамды атайыма алып ҡайтып тапшырығыҙ», - тип Буранбайға мөрәжәғәт итә... Йырҙа ошондай юл­дар бар:

 

 

Ҡаһым түрә менгән һор юрғаҡай, вай кем,

Тояҡтары ҡупҡан, баҫа алмай.

Биш йөҙ кеше ҡарап өнһөҙ ҡалған, вай кем,

Ҡайғырышып ҡәбер ҡаҙалмай.

 

 

Ул заманда полкта биш йөҙ яугир булған. Ҡәбер ҡаҙыусылар араһында Буранбай ҙа була.

Легенда буйынса, Буранбай һор юрғаны алып ҡай­тып, Ҡаһым түрәнең атаһы Илмырҙаға тапшыра.

Илмырҙа: «Малҡай, эйәңде ҡайҙа ҡалдырҙың?» — тип илап, һор юрғаны ҡабул итә. Ҡаһым түрәнең әсәһе Сажиҙә лә оло ҡайғынан зар илай. Был ауыл бөгөнгө көндә Салауат ҡалаһынан 18 саҡрымда ятҡан Айыусы ауылы янында, Ашҡаҙар буйында була, һор юрғаны өйөргә ебәрәләр. Бик ҡартайғас, Ҡөрьән уҡып салып, ҡәбергә күмәләр. Әлеге көндә лә ул ҡәбер бар.

Буранбай үҙ ауылына (Баймаҡ районы Буранбай ауылы) ҡайтып, старшина булып хеҙмәтен дауам итә. Әммә халыҡҡа изгелек эшләргә тырышыуы арҡа­һында, һуғыштан ҡайтыуға 7 — 8 йыл үтеүгә, һөргөнгә оҙатыла (Ә. 3. Әсфәндиәровтың, архив материалдары­на таянып, «Совет Башҡортостаны» гәзитенә яҙған мәҡәләһенән). Буранбай, һөргөндән ҡасып ҡайтып, Ялан Йәркәй исемендә Һаҡмар буйы тирәләрендәге төбәктәрҙә йәшәргә мәжбүр була. Ғата Сөләймәнов ағай фараз итеүенсә, Буранбай ғүмеренең һуңғы йылдарында Сурай ауылы яҡтарында, тауҙар араһын­да «Сәлимәкәй» менән ҡартайғансы йәшәгән. Ҡартай­ғас, Ә. 3. Әсфәндиәров яҙыуынса, ҡулға алынып, Ырым­бур төрмәһенә бикләнә...

«Буранбай, үҙ ғаиләһен алып китеү мөмкинселеге булмағас, Ирәндек буйында йәйләүсе башҡорттарҙың Сәлимә исемле ҡыҙҙарына әйләнеп, Һаҡмар буйын­дағы әлеге Сурай ауылы янына алып киткән. Ирәндек буйындағы йәйләүҙәрҙәге башҡорттарҙың ауылы Әх­мәр булманымы икән? Төрлө кешеләргә мәғлүм бул­маһын өсөн, Сәлимәне Ырымбур яғына бер кеше алып ҡасты, тигәндәр», - тип яҙа Ғата Сөләймәнов. Ә «Сәлимәкәй» йырында ошолай тип әйтелә:

 

 

Һаҡмар ғына һыуы ташып уҡ бара,

Аҡ таш менән үк быуайым;

Сәлимәкәй һылыу ҡасып уҡ бара,

Аҡбуҙатты менеп ук ҡыуайым.

 

 

Буранбай сәсән — ҡурайсы ла, йырсы ла. «Буран­бай», «Ялан Йәркәй», «Сәлимәкәй» йырҙарын да үҙе сығарған, тигән фараздар бар.

Ырымбур губернаторҙары ауылдарҙа аҡса түләп шымсылар тотҡан. Улар эшмәкәрлеге арҡаһында Бу­ранбай, Ибраһим, Хажиғәле, Хөсәйен, Абдрахман кан­тон һәм башҡалар хөкөмгә тарттырылған. Ә бына Буранбай менән Бейеш ҡартайғас ҡулға алына. Улар­ҙы тоттороусыларға аҡсалата бүләктәр тәғәйенләнгән була.

Был шәхестәр халыҡ менән аралашып йәшәгән. Кем икәндәрен белеүселәр ҙә аҙ булмағандыр...

Ә. 3. Әсфәндиәров яҙыуынса, Бейеш — һуғыш баты­ры, Урта Азияла 25-әр йыл хеҙмәт итеүсе башҡорт һалдаттарын рус офицерҙарының туҡмауҙарына ҡар­шы баш күтәртеп, ғүмерлек хеҙмәткә хөкөм ителгән күп кенә һалдаттарға етәксе булып, уларҙы тотҡондан алып ҡаса.

Ҡасҡындар Учалы, Белорет яҡтарындағы Ҡурташ ҡаялы тауҙарында урынлаша. Эҙәрлекләп килеүсе бат­ша ғәскәрҙәре менән улар 10 йылға яҡын һуғыша. «Ҡурташ» йыры шул ваҡыттарҙа ижад ителә лә инде:

 

 

Һин минең Ҡурташым,

Иҙел башым, ҡуш ташым,

Йәйен түшәк булған таш,

Ҡышын төйәк булған таш.

 

Дошман килеп ҡамағас,

Тирмәмде ут ялмағас,

Уҡ та булды Ҡурташым,

Дуҫ та булды Ҡурташым.

 

Дошман башын юймайса,

Инде килмәм ҡашыңа.

Үс алмаһам дошмандан,

Антым етһен башыма.

 

 

Ә «Бейеш» йырын ул үҙе сығарған. Ваҡыт үтеү ме­нән, һалдаттар ауылдарына ҡайтып бөткәс, Бейеш үҙ ауылы Ҡусҡарға (Әбйәлил районы) ҡаршы Ирәндек ҡаяһындағы мәмерйәлә йәшәгән. Бейеште ҡартайып, хәлдән тайғас һатҡан ауылдашының да исеме билдәле. Ул ләғингә, ҡартайып, хәлдән тайған Бейеш үлмәҫ элек тоттороп, хаҡ алайым, тигән яһил уй килмәнеме икән?

Ғөмүмән, башҡорт халыҡ йырҙары араһында Тыу­ған илгә, халҡына бирелгән изге ир-егеттәргә бағыш­ланғандары менән йәнәш яуыз-яһил, һатлыҡтар ха­ҡындағылары ла бар. Француз яуынан иҫән ҡайтҡан ир-егеттәр, бик яҡшы әҙерләнеп, 1835 йылда азатлыҡ өсөн һуғыш башлайҙар. Ләкин Мәсәғүт ауылындағы һәм башҡа төбәктәге һатлыҡ йәндәр тарафынан күп­тән инде Ырымбур губернаторына был хаҡта хәбәр ителгән була. «Иртәгә башлайбыҙ» тигән төндә бары­һы ла ҡулға алынып, бығауланған килеш туҡмап үлте­реләләр. Ә Ҡолой кантон үҙ ғәскәрҙәре менән, губер­наторға ярамһаҡланып, баш күтәреүселәргә ҡаршы һуғыша. Шуға ла халыҡ:

 

 

Ҡолой ҙа ғына кантондың буйҙары

Буша ғына үҫкән тар малай.

Ил күҙенән ҡанлы йәш ағыҙған

Ҡолой кантон менән Ермолай, —

 

тип йырлаған.

 

Был ихтилалды аяуһыҙ баҫтырғандан һуң, губер­наторҙар Урта Азия халыҡтарын баҫып алыу өсөн башҡорт ғәскәрҙәрен файҙалана, һәр саҡ уларҙы күп­ләп ҡырылырҙай яуға ташлайҙар.

«Түрәкәй» йыры ана шул хаҡта һөләй:

 

 

Тройкала еккән берәү килә, тимен,

Һай, түрәкәйгенәһе,

Тройкаһы ҡайыш көймәле.

Ир солтаны тиеп ҡарап торһам, тимен,

Һай, түрәкәйгенәһе,

Яғалары аҡыҡ төймәле...

Түрә лә генә килә, түрә килә, тимен,

Һaй, түрәкәйгенәһе,

Килгән түрәләрҙән ҡаҡшаныҡ.

Яуыз түрәләрҙе ҡуя икән, тимен,

Һай, түрәкәйгенәһе,

Рәсәй генә тигән батшалыҡ.

 

 

Был йырҙы тыңлаған бер кеше: «Аҡыллы түрә икән тиһәм, яуыз Рәсәй ялсыһы икән»,-тигән һығым­та яһай.

Каруанһарай башҡорт яугирҙары өсөн ҡунаҡхана сифатында башҡорттарҙың үҙ хәләл аҡсаһына һалына. «Каруанһарай» йыры - ошо хаҡта туранан-тура һөй­ләүсе тарихи документ ул:

 

 

Айҡай ҙа ғына сайҡай, ҡолас киреп,

Һай кем, ҡолас киреп,

Таштар ҙа ғына вата, ай, һарайға,

Һай кем, ай, т,ауҙарҙа.

Майор ҙа ғына беҙгә торлаҡ тине,

Һай кем, торлаҡ тине,

Батыр ҙа гына булғас һуғышҡанда шул,

һай кем, ай, яуҙарҙа.

Каруан да һарай, башы ҡалай,

Һай кем, башы ҡалай,

Һалған да ғына уны, ай, атайҙыр,

Һай кем, яу бөткәндә.

Майор ҙа ғына илгә фарман бирҙе,

Һай кем, фарман бирҙе,

Атлы ла ғына яуға таралырға,

Һай кем, яй киткәнгә.

 

 

Башҡорт ғәскәрҙәре таратылыуға күп ваҡыт үтмәй, рус батшаһы Александр II башҡорт ерҙәрен һатырға рөхсәт биреүе тураһында Указ сығара. Шул сәбәпле ерһеҙ ҡалған башҡорт халҡы урман ҡырҡыу, һал ағы­ҙыу, шахталарҙа, ҡалаларҙа, ауылдарҙа байҙарға, сау­ҙагәрҙәргә төрлө ваҡ эштәргә осһоҙ хаҡҡа ялланып интегергә, зимагор булырға дусар ителә.

Тыуған илен һағынып, ауыр тормоштан арып- әрнеп сығарылған йырҙарҙы һанап бөтөрлөк түгел... «Ғилмияза» йырында шундай юлдар бар:

 

 

Һаҡмар һыуы аға ҡибла табан,

Урал тауы буйлап көн битләп.

Тыуған илкәйемә ҡайтыр инем,

Аяҡтарым талһа, имгәкләп.

 

Алыҫтарҙан балҡып, ай, күренгән

Урал микән, әллә көн микән ?

Сит илдәрҙә үткән ғүмеремдең

Һәр көнө лә әллә йыл микән ?

 

 

Билдәле булыуынса, 1798 йылда Башҡортостан кан­тондарға бүленә, һәм башҡорттар хәрби сословиеға әйләндерелә. Был административ үҙгәрештәр кантон­дар араһында дошманлыҡ тыуҙырыу, уларҙың берҙәм­леген ҡаҡшатыу юлы менән ихтилалдарға юл ҡуймау, башҡорттарҙы тамам буйһондороу өсөн ойошторола. Унан һуң Ҡаҙағстанды һәм Урта Азияны буйһондороу өсөн башҡорт ерендә плацдарм кәрәк була. Шулай уҡ башҡорттарҙың һуғышсанлыҡ сифаттары ла иҫәпкә алына.

Шуға күрә лә Рәсәйҙең көньяҡ-көнбайыш сиген һаҡлау өсөн хөкүмәт аҡса сығармай, уның бөтә ауыр­лығын башҡорт халҡына йөкмәтә. Хеҙмәт итеүселәр мохтажлығын да халыҡ күтәрә, ә һалдаттар, үҙ йүндә­рен үҙҙәре күреп, оҙаҡ йылдар хеҙмәт итә.

Бына ошондай хәлдәге линия хеҙмәтенең ауырлы­ғы «бөлдөрә» һүҙе менән генә аңлатыла, һәм ысын асылы йөрәк тетрәткес көйлө «Әрме» йырында күбе­рәк сағыла:

 

 

Ырымбур ҙа юлы, ай, таҡырҙыр,

Күк күгәрсенкәйҙәр йүгерә.

Таҡыр ғына түгел, ай, баҡыр тип,

Шуны һаҡлау беҙҙе бөлдөрә.

 

Әрмеләрҙә йөрөп сәс еткерҙем.,

Сәскенәйем етте үрмәгә.

Ризыҡ яҙған булһа, бер ҡайтырбыҙ

Тыуған еркәйҙәрҙе күрмәгә.

 

 

Һалдат: «Берәй ваҡыт ҡайтырмын әле», —тип өмөт кенә итә, ә уның ҡасан булыуы билдәһеҙ.

 

 

Йәмле генә Урал буйҙарында

Ҡымыҙлыҡтан йыуан йыуа бар.

Егет кенә саҡта әрмеләрҙә

Хеҙмәт итеү тигән йола бар, —

 

 

тип ул күңелен йыуата, рухын күтәреп ҡуя.

Линия хеҙмәте, Урта Азия походтары тураһындағы йырҙарҙа күтәренке, патриотик тойғо мотивтары бө­төнләй юҡ. Улар тыуған ерҙе һағыныу тойғоларына һуғарылған. Линия һағында тороу күңелде күтәрмәй, патриотик рух менән һуғармай, сөнки бында ул батша хөкүмәтенең колониаль сәйәсәтен тормошҡа ашыра, һалдат үҙ теләгенән тыш Тыуған иленән айырылырға һәм сит ерҙәрҙә ят бурыс атҡарып йөрөргә мәжбүр, шуға ул тәрән уйлана. Мәҫәлән, ҡайғы һәм һағыш ҡатыш уйланыу мотивтары «Уйыл» йырында айырыу­са тәрән бирелгән.

Рәсәйҙең көньяҡ-көнсығыш сиге Тубыл йылғаһы­нан Каспий диңгеҙенә тиклем һуҙылған. Тубыл йылға­һының ҡушылдығы Уйыл буйында хеҙмәт итеүсе баш­ҡорттар «Уйыл» тигән йыр ижад иткәндәр:

 

 

Ике лә генә егет бесән саба

Уйыл буйҡайында ла сабында.

Ҡайҙа ғына йөрөмәй, ниҙәр күрмәй

Ир-егеткәй иҫән дә сағында.

 

Уйылып ҡына аҡҡан Уйыл һыуы

Уйландыра уйсан да ирҙәрҙе.

Уйландырып ҡалмай, моңландыра,

һағындыра тыуған да ерҙәрҙе.

 

 

Йырҙа ике һалдаттың көндәлек тормошонан атта­рына бесән сабыу күренеше бирелгән. Йылға буйын­дағы сабында бесән сабыу һалдатҡа тыуған төйәген- дәге күнеккән эшен, тыныс тормошон иҫенә төшөрә.

Тыуған ер һәм ят сик буйы, хәрби хеҙмәт һәм тыныс тормош поэтик ассоциацияға инә, һәм һалдат илен, илендәге тыныс хеҙмәтен поэтиклаштыра. Шулай итеп, йырҙа Тыуған ил дә, илдәге тыныс тормош та матурлыҡ итеп дөйөмләштерелә. Һағыш һәм ҡайғы аша Тыуған илде һағынып, уның матурлығын һәм бөйөклөгөн таныу йырҙың төп идея-эстетик йөкмәт­кеһен тәшкил итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп осраҡта артистарҙың тарихи текстан айырылып, төрлө осраҡ­лы һүҙҙәр менән йырлауы йырҙың эстетик зауығын кәметә.

Билдәле булыуынса, кантонлыҡ заманында Перов­ский етәкселегендә башҡорт ғәскәрҙәре, Урта Азияны буйһондороу өсөн, 1839-1840 йылдарҙа Һыр-Даръя аръ­яғындағы Аҡмәсет нығытмаһына походҡа китә. Поход бик фажиғәле тамамлана. Шәп ағымлы Һыр-Даръяны аша сығыу үтә лә хәүефле, ерле халыҡ аяуһыҙ һуғы­ша, һөҙөмтәлә башҡорт ғәскәрҙәре ҡырыла, һәм ҡал­ғандары кире ҡайтырға мәжбүр була. Бына ошо ваҡи­ғаның поэтик сағылышы булараҡ, ҡайғы һәм моң-зар тулы «Һыр» йыры тыуа:

 

 

Һыр йылғаһы аға, ай, тауҙарҙан,

Һыуын ала икән ҡарҙарҙан.

Күп иркәйҙәр шунда ятып ҡалды,

Ҡайта алмайса ҡанлы яуҙарҙан.

 

 

Беҙ ваҡиғаның ҡайҙа, ниндәй тәбиғәт шарттарында булыуын һәм фажиғәле тамамланыуын шунда уҡ аңлайбыҙ. Ә һалдатта рухи өмөт юҡ, эсе тулы һағыш ҡына. Ватан өсөн һуғыш менән баҫып алыу һуғышы араһына халыҡ тигеҙлек билдәһе ҡуймай. Ватан өсөн һуғышты халыҡ данлаһа, баҫып алыу һуғышын ләғ­нәтләгән. Илен, уның азатлығын һаҡлап, даръялай ҡан ҡоя белгән халыҡ сит халыҡ илен баҫып алыуҙың енәйәт икәнен дә яҡшы аңлаған. Колониаль поход­тарҙы һәм һуғыштарҙы ләғнәтләп тә йыр йырлар бул­ған яугирҙар.

1853 йылда Перовский етәкселегендә башҡорт ғәс­кәрҙәре Аҡмәсетте ала һәм «Аҡмәсет» тигән марш та ижад итә. Әммә был осраҡта ла «Беҙ шулар менән һуғыштыҡ, еңдек» тибындараҡ фекер әйтеү юҡ, сөн­ки халыҡ баҫып алыу һуғышының ғәҙел булмауын яҡ­шы тоя.

«Элмәлек» — ҡомһоҙ, выжданһыҙ, яһил, яуыз байға ҡарата нәфрәт йыры. Бай үҙенең хеҙмәтсеһен: «Минең улым урынына хеҙмәт итеп ҡайт (25 йыл), ә кәләшең миңә хеҙмәт итеп йөрөп торор... Һин хеҙ­мәттән ҡайтҡас, мин һеҙгә мал, ҡамалы тундар бирер­мен, һеҙ рәхәт донъя көтөрһөгөҙ»,— тип күндерә. Егет яҙ­мыш ҡулына эләгеп, әрмелә әрнеү, һағыныу, һыҡтау, хәрби походтар, һуғыш ғазаптарын кисереп, арып- асығып, хәлдән тайған саҡтарында рус офицерҙары­нан туҡмалыу хурлыҡтарына ла түҙеп, мең төрлө яфа- ғазаптар сигеп, хеҙмәтен тултырып, кәләшен күрергә зар-интизар булып ҡайтып төшә...

Егерме биш йыл ғүмер үткән... Ғүмер башындағы хыялдар, уй-тойғолар, хистәр төштә генә булғандай, мөхәббәт ялҡындары ялмап бармай, ауыр хеҙмәт, маҙаһыҙ борсоулы ғүмерҙән көс-ҡеүәт һүрелгәндәй, мөхәббәт ялҡындары бөрккән ҡараштар, нурлы йөҙ­ҙәр уйсан, моңһоу төҫтәргә алышынғандай тойола...

Хәләл ефетенең дә ғүмер буйы, көн һайын, иртә­нән ҡара кискә тиклем көйәнтә менән нисәмә бисәле, ашау өсөн генә йәшәгән, күп бала-сағалы, ейән-ейән- сәрле, мал-тыуарлы бай донъяһына етерлек һыу та­шыу арҡаһында яурындары көмрәйгән, ҡышҡы һы­уыҡтарҙа, рашҡы-ямғырҙарҙа, ҡулдарҙы зәңкетерлек әсе елдәрҙә һыу алған, көйәнтә тотҡан яланғас ҡул­дары кер йыуыуҙан ярылып ҡатҡан, йәш ваҡыттағы ап-аҡ йомшаҡ ҡулдарҙы инде ваҡыт туты баҫҡан.

Атаһының байлығы арҡаһында әрме хеҙмәтенә ебәрелмәй, үҙе урынына хеҙмәтсе егетте ебәреп, ан- һат-рәхәт тормош үткәреүсе бай малайының ҡиәфәте лә икенсе: сиртһәң ҡаны сәсрәрлек йөҙлө, һимеҙ үгеҙҙәй елкәле, һалынып торған эйәкле, йәйелеп-һал- бырап торған ҡорһаҡлы, күп ашау-эсеү, йоҡлау арҡа­һында уйлау һәләтен юғалтҡан ғәмһеҙ башлы, йыуан аяҡтарын саҡ ҡуҙғатып, уңға-һулға ҡайҡаңлап, йыба­нып ҡына хәрәкәтләнеүсе бер тереклек, тиергә була уны.

Байға кешелеклелек, иман, выждан кеүек тойғолар ят. Улы урынына хеҙмәткә ебәргәндә вәғәҙә иткән малдарҙы бирмәй. Ә ҡамалы тун урынына көйә тө­шөүҙән ылбыраған иҫке тунын тоттора. Алама тунды байҙың үҙенә быраҡтырып, хәләл ефетен етәкләп, ал­дағы көндәрҙә үҙ йүндәрен үҙҙәре күреү өсөн, һынал­ған мөхәббәттәрен юлдаш итеп, изге ниәт-өмөттәр ме­нән тормош юлына бергәләп аяҡ баҫҡан хеҙмәтсенең яҙмышына бағышланған «Элмәлек» йыры:

 

 

Ҡамалы тун, ҡамалы тун,

Ҡамалы ла тундарҙы беҙ кеймәнек.

Яҡшы аттарҙы беҙ екмәнек,

Донъя ауырлыҡтарын йөкмәнек.

 

 

Тыуған ил төшөнсәһенә Ватан, тыуып үҫкән ер, тыуып үҫкән ауыл, уның тауҙары һәм йылғалары, ур­мандары һәм ҡырҙары ла инә. Ошонан сығып, илһөйәрлек төшөнсәһенең үҫә, киңәйә һәм тәрәнәйә бары­уын да күрергә мөмкин. «Ғилмияза» йырында уны асыҡ күреп була:

 

 

Алыҫ ерҙән балҡып, ай, күренгән

Урал микән, әллә көн микән?

Сит илдәрҙә уҙған ғүмеремдең

Бер көндәре әллә йыл микән ?

 

Һаҡмар һыуы аға ҡибла табан,

Урал тауы буйлап, көн битләп:

Илкәйемә лә ҡайтыр инем,

Аяҡтарым талһа, имгәкләп.

 

 

Ғилмияза ауылынан урлап алып кителгән ҡыҙ бул­ған. Тыуған ауылын һағыныу, ҡайтҡыһы килеүе күк­рәгенә һыймай йыр булып урғылып сыҡҡан, һәм йыр һүҙҙәре һәр кемдә тыуырҙай уй-тойғоларға тап килә, ә көйө ысын йөрәктән сыҡҡан тәрән һағышлы, аһ-зар менән һуғарылған моңло булыуы менән кеше күңелен йәлеп итә. Был - Тыуған илгә ҡайтыу теләгенең көслө­лөгөн символлаштырыусы йыр. Тыуған ауыл, уның тәбиғәте, йылға-күлдәре, тау-түбәләре, урман-яландары халыҡ йырҙарында тормош һәм бәхет терәге итеп поэтик дөйөмләштерелә, халыҡтың патриотик тойғола­ры конкрет кәүҙәләнеш таба.

«Ишмырҙа» («Үткәүел») тигән йырҙа Тыуған илгә һөйөү шул сиккә ҡуйыла: унан айырылыу үлем менән бер, хатта унан да көслө:

 

 

Ике лә генә аҡҡош осоп бара,

Ҡайҙа икән уның ҡышлауы ?

Ҡайҙа икән уның ҡышлауы ?

Йән биреүкәйҙәрҙән ауыр икән

Тыуып үҫкән илде ташлауы,

Тыуып үҫкән илде ташлауы.

 

 

Сит илдәрҙә зарығыу йырҙары ярайһы күп. «Елмерҙәк» йырына иғтибар итәйек:

 

 

Елмерҙәккәй тауҙың көн битендә

Елберләйҙер ҡайын елдәрҙә.

Ир-егеткәй ситтә йөрөһә лә,

Уйҡайҙары тыуған илдәрҙә.

 

 

Тыуған илде тыуған ауылдан тыш күҙ алдына кил­тереү мөмкин түгел. Халыҡ йырҙарындағы патриотик мотивтар тыуған ауылға тамырланып үҫеп сыға һәм Тыуған ил - Урал образдарында ҡеүәт ала. Кеше үҙе ситтә йөрөһә лә, йөрәк тамырҙары тыуған тупрағына тоташҡан хәлдә ҡала. «Ғайса ахун» йыры шул хаҡта:

 

 

Аҙаштырған болан балаһындай,

Яңғыҙ башым ситтә интегәм.

Көндәрен дә төнөн йөрәгем яна,

Иҫемә төшһә тыуған илгенәм.

 

Йүгереп кенә мендем тау башына,

Гөрләп тә генә килә машина.

Һау-сәләмәт ҡайтһам Тыуған илгә,

Тарих яҙыр инем ташына.

 

 

Башҡорт халыҡ йырҙарына Тыуған илде уның мөһабәт Уралы һәм Уралдың конкрет поэтик детал­дәре һәм күренештәре аша һынландырыу хас, һәм һәр бер көнкүреш детале, Урал тәбиғәтенең һәр бер күре­неше хис-тойғоларға рухи ҡанат ҡуя.

«Ҡалды» көйөнә йырлана торған йырҙы ҡарайыҡ:

 

 

Урал буйҡайҙары, әй, -ҡалды инде,

Һары баш, һары баш үләндәр алды инде.

Урал буйҡайында уҙған ғүмер һағынып,

Һағынып һөйләргә ҡалды инде.

 

 

Ә ситтә йөрөп тыуған ауылына ҡайтыусыларға ха­лыҡ әле лә «Йәйләүлек» йырын йырлай:

 

 

Ай, тау ғына яҡшы, тау яҡшы,

Тау яғалап үткән юл яҡшы.

Алтын менән көмөш сыҡҡан ерҙән

Тыуған ғына үҫкән ил яҡшы.

 

 

Тыуған ил, Ватан, башҡорт халҡы рухын юғары кимәлдәрҙә йөрөтөүсе бөйөк шәхестәребеҙҙең береһе Зәйнулла Ишанға (1833-1917) ла халыҡ йырҙан һәйкәл һала.

Зәйнулла Рәсүлев — Ырымбур губернаһы Троицк әйәҙе Шәрип ауылы (хәҙерге Учалы районы) баш­ҡорто. «Рәсүлиә» мәҙрәсәһенә нигеҙ һалыусы (хәҙерге Силәбе — Ҡарталы тимер юл буйындағы Троицк ҡала­һында), мәҙрәсәнең шәйехе (хәҙергесә әйткәндә, рек­торы), 1869 йылда хажға барып, «Нәкеш бәнди» дәрә­жәһенә лайыҡ була. Зәйнулла ишан 10 йылға яҡын һөргөндә — Вологда, Кострома губерналарында ғүмер кисерә... Аҡыллы, белемле, рухлы булыуы сәбәпле, баш эймәй, иленә әйләнеп ҡайта.

 

 

Әйтер инем, дуҫҡай, илкәй,

Уйнап-көлөп үҫкән еркәй,

Алыҫ ҡына ҡалды шул тыуған илкәйем,

Ирәндеккәй буйында үҫкән еркәйем.

Ат уйнатып сапҡан еркәй,

Ирәндеккәй буйы юлҡай,

 

Иҫкә төшһә, дуҫҡай, йөрәккәйем,

Тилмерепкәй көтәлер, һағынып, йәнкәйем.

Йырсыларға ҡалыр йырым,

Ҡомартҡыға ҡалыр ҡылысым.

Зәйнулла китеп, иркәйҙәр шул ҡалмаҫмы,

Дошмандарҙан уның үсен алмаҫмы ?

 

 

Был рухи һәйкәл дә башҡорт халҡында ғорурлыҡ тойғоһо тыуҙырып, рухи бейеклеккә әйҙәп йәшәй. Со­циаль тигеҙһеҙлекте, синфи ҡаршылыҡтарҙы һәм яуыз түрәләрҙе сағылдырыусы йырҙарҙа ниндәйҙер кимәлдә замандың социаль-иҡтисади шарттар тарафынан тыу­ҙырылған тарихи күренештәре сағыла.

Мәҫәлән, рус халҡы менән башҡорттар 1904-1905 йылғы япондарға ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Был ва­ҡиға һөҙөмтәһендә рус халҡы «Варяг» йырын йыр­лаһа, башҡорттар был ваҡиғаны «Порт Артур» йы­рында сағылдырған:

 

 

Порт Артур тигән таш ҡала

Күп ҡалаға баш ҡала.

Һары. диңгеҙ буйҙарында

Ҙур ҡаланан һанала.

 

Дошмандарҙан уны һаҡлап,

Күп ирҙәр башын һала.

Ирҙәр үлә, башын һала,

Бөтмәҫ дандары ҡала.

 

 

Был йырҙа Порт Артурҙы һүрәтләү юлы менән һуғыштың маҡсаты, дошмандың аяуһыҙ, һуғыштың ҡаты, дәһшәтле булыуы, күп ирҙәрҙең ҡорбанға әүе- релеүе хаҡында әйтелә. Йырҙың бер куплетында: «Ку- ропаткин һатылмаһа, ҡалмай ине дошманға», - тип рус һалдаттарының батырҙарса һуғышыуына ҡарамаҫ­тан Порт Артурҙың дошман ҡулында ҡалыуының сә­бәбе конкрет күрһәтелә.

Шулай итеп, яңы тарихи дәүерҙәрҙә тыуған йыр­ҙарҙа патриотизм тойғоһоноң яңы сифаттары сағыла.

Заманындағы социаль-нҡтисадн шарттарҙа тыуған та­рихи ваҡиғалар халыҡ ижадында, шул иҫәптән йыр­ҙарҙа, даими сағыла килгән. Башҡорт халыҡ йырҙа­рында бик боронғо замандарҙан алып Тыуған илгә тә­рән һөйөү, сикһеҙ бирелгәнлек тойғолары, юғары иде­алдар һаҡлана.

Быуаттар төпкөлөндә тыуған ер, Тыуған ил —Урал­тау, Рәсәй составына ингәс, Рәсәй иле, халыҡтар дуҫ­лығы, рус, башҡорт һәм башҡа халыҡтар яҙмышы тө­шөнсәләре өҫтәлә барып, патриотизм тойғоһо үҫә, киңәйә барған. Һәр заман илһөйәрҙәренең хис-тойғо- лары йырҙарҙа сағыла, шунда уҡ ваҡиғаларға, тәрән шәхестәргә дөрөҫ, аныҡ һәм лайыҡлы баһа бирелә килгән.

Героик һәм патриотик тойғо менән һуғарылған башҡорт халыҡ йырҙары бөгөнгө көндә лә халыҡты, бигерәк тә йәш быуынды, милли рухлы, юғары мәҙә­ниәтле итеп тәрбиәләүҙә бик әһәмиәтле идея ҡоралы булып тора.

 

 

Батыр кеше баҡыр өҙөр