2004 йылдың 27 август, йома көнө, Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылы янындағы бәләкәй гөнә аҡланда данлыҡлы ҡурайсы, Башкортостандың аткаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәйфулла Ишҡәле улы Дилмөхәмәтов халыҡ алдында сығыш яһап торған ерҙән ҡапыл ғына вафат булып ҡалды.

Иҫәнгилде ауылы халҡы яҡташтарын, күршеләре — баймаҡтарҙы башкорт тарихында тәрән эҙ ҡалдырған сәсән, йырсы Буранбайҙың һуңғы төйәген күрһәтергә, уға зыярат ҡылырға саҡырған ине ул көндө. Сәйфулла ағай ҙа килде. Сәсән иҫтәлегенә аят уҡытып бөтөп, Буранбай үҙәгенән Тулыбай йылғаһы буйына төшкәс тап иттем мин Сәйфулла ағайҙы. Йөҙө көләс, йәшәреп, матурайып киткән кеүек.

-Хәлдәр нисек? Именлек-һаулыҡмы? — тип өндәштем, ике ҡулды биреп күрешкәс, ике тапкыр инфаркт үткәргәнен белгәнгә күрә.

-Һәйб-ә-ә-өт, -тине яҡташым, һуңғы ижекте самаһыҙ оҙаҡ һуҙып. Үҙе шуҡ йылмая.

Һөйләшеп торорға яҙманы. Тирмәләр янындағы аҡланға саҡырҙылар. Район хакимиәте башлығы Рәмил Арыҫланов кисәне асты, Сәйфулла ағайға һүҙ бирҙе. Сәйфулла ағай бер үҙе түгел, Аҡъярҙағы курайсылар йәмғиәте рәйесе Илдар Юнысовты һәм Хәйбулла районы ҡурайсыһы Ришат Аҡбалинды эйәртеп сыҡты, «Буранбай» менән түнгәүерҙәрҙең «Көтөр батыр» көйөн уйнаясаҡтарын әйтте һәм илһамланып «Буранбай» йыры тураһында һөйләй башланы.

«Республикала «Буранбай» йырын бер генә кеше дөрөҫ йырлай. Ул Флүрә Килдейәрова, - тине ул. — Өфөлә уның ошо йырҙы хорҙа башлап йырлағанын бер нисә тапҡыр ишетергә яҙҙы. Күҙенә йәш алмаған кеше булмағандыр.

Йырҙың башында Буранбай, аҙарынып, иленән, халҡынан ғәфү һорай. Уралым, башҡорттарым, дуҫтарым, илем, ерем, зинһар өсөн, мине ғәфү итегеҙ, ҡотҡарығыҙ, тип башлана ул йыр. Аҙағында, хәле бөтөп, тыуған төйәге, Уралы менән хушлаша. Йыр­ҙың ошо урынын бер йырсы ла, бер курайсы ла дөрөҫ ала алмай.

Бына шуның өсөн...»

Шул ваҡыт ниңәлер микрофон һүнде. Сәйфулла ағай, уң ҡулы менән күкрәген тотоп:

- Уй, миңә әллә нимә... - тип кенә әйтеп өлгөрҙө, быуындары бөгөлөп, ергә ауҙы һәм бер нисә секунд эсендә йән дә бирҙе.

Ә халыҡ Сәйфулла ағай ҡурайын алырға ынтылды тип уйланы.

Аҙағыраҡ, әҙерәк иҫкә килеп, ни тиклем кот осҡос хәлдең шаһиты булғанымды аңлағас, ошо шағирҙың:

...Килер миңә үлем - ят ҡунаҡ.
Үлһәм ине шул сак бәйгеләрҙә,
Йөрәге ярылып үлгән ат һымаҡ,
- тигән һүҙҙәре йөрәкте ярып үтте.

Сәйфулла ағай тураһында әйттеме икән ни?

Атаһы Ишҡәле, ағаһы Ишмулла Дилмөхәмәтовтарҙың васыяттарына тап төшөрмәй, халҡым, йырым, ҡурайым, тип йәшәне Сйфулла ағай. Ҡурайын ҡулынан төшөрмәй, халҡы алдына баҫып хушлашып, тыуған иленән ризалыҡ алып китте ул якты донъянан. Сәйфулла ағай ғүмере буйы ҡурайҙы данлаһа, ҡурай, киләсәктә, Сәйфулла атай исемен данлар

Кисә үткәс, Сәйфулла атайҙы буранбай сәсән ҡәбере янына ҡуйып фотоға төшөрөрмен тип уйлап ҡуйғайным. Фотоға төшөрөп өлгөрә алманым. Диктофонымда уп һөйләгән һүҙҙәр генә яҙылып калды

 

Фәрит Әхмәров.

Аты икәүҙең аяғы тынмаҫ, ҡатыны икәүҙең ҡолағы тынмаҫ