Ҡурайсылар борон-борондан илаһи, тәбиғи музыка ҡоралы аша быуаттарҙан быуаттарға рухи көс биреп, халҡыбыҙ тарихын яҙып килә. Үҙ һөнәрҙәренең оҫтаһы, тәбиғәт биргән һәләттәренә тоғро ҡалып, ҡурайҙы, ҡурай менән бергә халҡыбыҙ мәртәбәһен һаҡлаусы ҡурайсыларҙы әңгәмәбеҙ ҡорона саҡырҙыҡ. Бөгөн беҙҙең менән – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов һәм Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Роберт Юлдашев.

Ҡурай ҡайҙа үҫә? Башҡорттар йәшәгән ерҙә.

- Ҡурайсылар менән йыш аралашыла. Улар ҡурайҙа уйнау оҫтаһы ғына түгел, ә ошо музыка ҡоралы хаҡында ғәжәйеп легендалар, риүәйәттәр һөйләй. Һеҙҙең ауыҙҙан да ишетке килә ҡурай тураһында берәй хикмәт.

Азат АЙЫТҠОЛОВ:

- Ҡурай – ысын мәғәнәһендә ғәжәйеп музыка ҡоралы. Моң эйәһе. Ул тәбиғәттең бар асылын, моңон үҙенә һеңдереп тәбиғәт ҡосағында үҫә, шуға күрә уның кешеләр күңеленә дауа булыуына ла, бәндәләргә илһам биреүенә лә, мөҡәддәс тойғолар уятыуына ла һис ғәжәпләнергә түгел. Ул тәбиғәттең үҙе кеүек үк ябай, тәбиғәттең үҙе кеүек үк бөйөк.

Ҡурайҙың көсө хаҡында халыҡ араһында бик күп риүәйәттәр йәшәй. Береһен иҫкә алып китәйек. Егете яуҙа һәләк булған ҡыҙ баланы ҡайғы баҫа, ул һарыға һабыша, әммә илай алмай, көндән-көн кибә. Боронғо йолалар буйынса уны өзләп тә, сеңләп тә, бәйет әйтеп тә илатырға, йөрәгенә таш булып ятҡан ҡайғыһын сығартырға тырышалар, әммә бер нәмә лә ярҙам итмәй. Ҡыҙ бала үҙе таш һын булып ҡатҡан. Әлеге заман психологтары булһа, уның был хәлен депрессия тип атар ине, моғайын. Әйткәндәй, изге китаптар ҙа, халҡыбыҙ йолалары ла уйылып китеп ҡайғырырға, бирешергә ҡушмай. Әммә кешеләр ерҙә төрлө, һәр кем үҙ холҡо, яҙмышы менән тыуған, шуға күрә берәүгә килешкән ғәмәл икенсегә бармауы ла ихтимал. Кеше – тәбиғәт балаһы. Уның һәр ҡылығына дауа тәбиғәттең үҙендә, кешенең үҙендә ята.

Баяғы риүәйәткә әйләнеп ҡайтайыҡ. Ҡыҙ баланың ҡаты ҡайғыға батыуын ишетеп, ҡурайында көй уйнай-уйнай уларҙың йортона ҡурайсы килеп инә. Ҡурай моңонан һиҫкәнгән ҡыҙ бала башта нимә эшләргә белмәй, урамға йүгереп сыға, кире өйгә инә. Оҙаҡ уйнай ҡурайсы. Үҙәккә үткес көй уның йәненә инеп ултырған ҡайғыһын ҡыуып сығарып, йәшәүгә ынтылыш, өмөт уята: ҡыҙ бала буҫығып-буҫығып илап ебәрә. Бына был хикәйә, минеңсә, ҡурай моңоноң көсө хаҡында һөйләй.

Донъяға билдәле саксофонсы Пол Винтер менән Екатеринбургта бергә сығыш яһарға тура килгәйне. Ул халыҡ музыка ҡоралдарын өйрәнә, улар ярҙамында фестивалдәр эшләй, көйҙәрҙе тәбиғи асылында тамашасыға еткереү яҡлы. “Сыңрау торна”ны уйнағас, ул: “Башҡорт халҡын һаҡлай торған көй”, тип әйтте, ғөмүмән, ул беҙҙең халыҡ моңдарын бик оҡшатты.

Роберт ЮЛДАШЕВ:

- Рамаҙан Йәнбәков менән Ишмулла Дилмөхәмәтовтың баҡсалары йәнәш кенә булған. Күп итеп ҡурай үрсетәм тип, Ишмулла ағай баҡсаһына ҡурай сәскән, имеш (көлә). Ҡурай килеп тороп мул итеп уңған, ти, был нәмә әллә укропмы икән тип күрше баҡсалағы мәрйәләр үләнде йолҡоп, ҡыяр тоҙлаған, ти. Был инде, әлбиттә, кеше көлдөрөр өсөн Рамаҙан, Ишмулла ағайҙар үҙҙәре уйлап сығарған көләмәс. Ысынында иһә, ҡурайҙы махсус рәүештә сәсеп, питомниктарҙа тәрбиәләп, йәиһә өйөңдә гөлдәй итеп ҡәҙерләп тә үҫтереп булмай. Ул тәбиғәттә – Урал тауҙары ҡосағында үҫә. Ҡурайға оҡшаш үләндәрҙе төрлө төбәктәрҙә күрәләр, әммә ул быуынлы үләндәр ҡурай түгел. Ҡурайҙың быуыны юҡ: ике метрлы быуынһыҙ көпшә башҡорттар йәшәгән ерҙә генә үҫәлер ул, моғайын.

Урта Азияла гастролдә йөрөгәндә миңә бер бик үҙенсәлекле легенда ишетергә тура килде. Имеш, борон заманда бер пәйғәмбәр Алла менән осраша һәм йөрәгендәге бөтә шатлығын кешеләргә һөйләргә теләй. Әммә был хаҡта берәүгә лә әйтергә ярамай. Шул ваҡыт ул сүллектә китеп барғанда Алланың тауышын ишетә. Эсеңә һыймаҫтай булған шатлығың, кисерештәрең хаҡында ҡоҙоҡҡа барып һөйлә, ти ул. Пәйғәмбәр шулай эшләй ҙә һәм ҡоҙоҡ эргәһендә бер көпшә үҫеп сыға. Көтөүсе малай уны киҫеп алып, тишектәр тишеп, уйнап ебәрә. Ана шул рәүешле Алланың шатлығы кешеләргә килеп етә!

Ә һеҙҙә ул көпшә ҡайҙа үҫә һуң, тип һораным мин, әммә уны белеүсе юҡ, легенда ғына һаҡланған. Унда көпшәне бамбуктан эшләп, көйҙәр уйнайҙар. Ә бит ул тәбиғәттә үҫкән үлән Уралда, башҡорттар йәшәгән ерҙә һаҡланған. Ҡурай – ул Аллаһы Тәғәләнең бәндәләренә бүләге. Ҡурай боронғолоҡ, йолалар, традиция, көйҙәр тарихы, музыка ҡоралына мөхәббәт һаҡлаған ерҙә генә һаҡланған һәм үҫә – ул Башҡортостан, башҡорттар йәшәгән төбәк.

- Ҡурай, ысынлап та, башҡорттар йәшәгән ерҙә генә үҫәме?

Азат АЙЫТҠОЛОВ:

- Уҡытыусым, мәшһүр ҡурайсы Әҙеһәм Исҡужин “Межа” тигән йыр йырлай торғайны. Шунда ҡурай тураһында ла әйтелә: ҡурай башҡорт йәшәгән, көн иткән төбәктәрҙә үҫә тигән фекер һалынғанын хәтерләйем.

Ҡайҙа ғына гастролдә йөрөһәк тә, ҡурай үләне эҙләйем. Пермь өлкәһенең Барҙа районында ҡурай үҫә. Силәбе, Свердловск өлкәләрендә, милләттәштәребеҙ һибелгән күрше төбәктәрҙә ҡурай үләне үҫеүенә шаһит булғаным бар. Алтай тауҙарында үҫә, тиҙәр. Ҡаҙаҡтар шыбыҙғы тип ҡыҫҡараҡ музыка ҡоралында уйнай.

Роберт ЮЛДАШЕВ:

- Боронғо дәүерҙәрҙән халҡыбыҙ күсмә тормош алып барған. Шуға күрә Ер планетаһының милләттәштәребеҙ көн иткән төбәктәрендә ҡурай үҫеүе лә ихтимал. Әммә күпселек осраҡта Уралтау буйҙарында үҫә. Ҡояштың, Ерҙең мөхәббәтен үҙенә һеңдереп үҫкән музыка ҡоралының тыуған ере – ул Урал.

Екатеринбургтан Урай ҡалаһына китеп барғанда, поезд бер ни тиклем туҡтап торғас, яйлап ҡына ҡуҙғалды бит инде. Шунда поезд юлы буйлап үҫкән ҡурайҙы күреп, таң ҡалғайным. Әллә шул тиклем ҡурайҙың уңған йылы булды инде! Хатта төшөп өҙөп алырға ла дәрт иткәйнем, әммә поезд тиҙлеген шәбәйтте.

Исҡужин мәктәбе

- Һеҙ икегеҙ ҙә ҡурайсы – Әҙеһәм Исҡужиндың уҡыусылары. Ҡурайсылар, ҡурайсылар мәктәбе хаҡында һөйләшеп китәйек әле?

Азат АЙЫТҠОЛОВ:

- Ҡурайсылар мәктәбенең тамыры боронғо дәүерҙәргә барып тоташа. Халыҡ хәтерендә, телендә исемдәре билдәһеҙ ҡурайсылар хаҡында риүәйәттәр, легендалар йәшәй. Халҡыбыҙ борондан ҡурайға инанып, һығынып баҡҡан!

Миңә үҙ ваҡытында мәшһүр ҡурайсылар менән аралашыу, уларҙың ҡурай моңон ишетеү, уларҙан илаһи музыка ҡоралы серҙәренә төшөнөү бәхете тейҙе. Бәхете тим, сөнки уларҙың һәр береһе миндә ҡурайға ҡарата ниндәй ҙә булһа яҡты, йылы ҡараш уятты. Ғата ағай Сөләймәнов ҡурай хаҡында белгәндәреңде файҙаланып, көйҙөң тарихын ошо музыка ҡоралы аша бирергә өйрәтте. Сәнғәт училищеһында шәхсән уның ҡулы аҫтында ҡурайҙа уйнау оҫталығы үрҙәренә артылдым.

Ишмулла ағай Дилмөхәмәтов сәхнәлә үҙен тотошо, үҙенә бер төрлө уйнауы менән хәтеремдә уйылып ҡалған. Мин филармонияға эшкә килгәндә ул иҫ киткес данлыҡлы ҡурайсы ине. Заманында улар ҡурай менән Европаны таң ҡалдырып ҡайтҡайны.

Уҡытыусым Әҙеһәм ағай Исҡужин хаҡында оҙон-оҙаҡ һөйләй алам. 1-се башҡорт республика мәктәп-интернатында (хәҙерге Р. Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһы) уҡыным. Шунда Әҙеһәм ағай ҡурайҙа уйнарға өйрәтте, күп көйҙәрҙең тарихын һөйләне, оҙон көйҙәргә һөйөү тәрбиәләне. Хәлил Бүләков кеүек ауыл мәктәбендәге уҡытыусым, Әмир Моратов кеүек завуч үҙ ваҡытында хәстәрләп, ошо интернатҡа урынлаштырмаһа, кем белә, бәлки, был тормошта бөтөнләй икенсе юлдан киткән булыр инем. Хәҙерге тормош тәжрибәмдән сығып уйлайым да, ҡурай мине тормош афәттәренән һаҡлап йөрөткән. Был һүҙ өсөн әйтелгән һөйләм түгел, ә ысынында шулай. Ҡурай менән ҡыҙыҡһыныуым да бала саҡтан килә. Беҙ бәләкәй саҡта ҡурай моңон һирәк ишетә торғайныҡ. Ул бер танһыҡ, көтөп алынған осрашыу һымаҡ хәтеремдә ҡалған. Әммә ҡурайсылар һирәк булған заманда ла тере ҡурайсыны күргәнем булды. Моғайын, Ишҡәле олатай Дилмөхәмәтов булғандыр, тип фаразлайым. Ул бик билдәле ҡурайсы ине. Матур уйнай торғайны.

Башҡортостанда, башҡорт ерлегендә ҡурайсылар мәктәбе тәбиғи рәүештә, ҡурайсыларҙың үҙҙәренең тырышлығы менән һаҡланып килә. Йылдан-йыл ҡурайсылар һаны арта. Балалар ҡурай менән ҡыҙыҡһына. Был бик матур күренеш. Ҡурай халҡыбыҙ рухы һағында ғына түгел, кешелек иманы һағында тора.

Роберт ЮЛДАШЕВ:

- Башҡортостанда ҡурайсылар мәктәбе көслө. Ҡурайсы ла ғүмер буйы үҙ эшенең оҫтаһы булырға өйрәнә. Өлкән быуын ҡурайсыларының моңон тыңлап, һәр береһенән нимәгә лә булһа өйрәнеп, моңға, ҡурай моңона ғашиҡ булып үҫелде. Ҡурайҙа уйнарға өйрәткән, уның серҙәрен асҡан, уйнар алдынан көй тарихын һөйләп, халҡыбыҙ тарихына, үткәненә, бөгөнгөһөнә ғашиҡ иткән, киләсәгенә юл һалыуға өндәгән уҡытыусыларыма рәхмәтлемен. Әҙеһәм ағай Исҡужин, Юлай ағай Ғәйнетдинов ҡурайҙа уйнарға ғына түгел, ҡурай фольклорын, ижад юлын боронғо ҡурай мәктәбенә таянып башлауға өндәне. Бер ҡараһаң, ябай ғына нәмәләр төҫлө, әммә үҙ эшеңдең маһиры булырға теләгән кеше өсөн – минең өсөн улар алтынға бәрәбәр. Хәмит Әхмәтов, Абдулла Хәлфетдинов, Ишҡәле, Сәйфулла, Ишмулла Дилмөхәмәтовтар кеүек ҡурайсылар башҡарыуында боронғо ҡурай мәктәбенең ауаздарын ишетәм. Һәр һөнәрҙең һиңә тиклем һалынған юлы, нигеҙе бар, ана шуны, тамырҙарыңды белеү мөһим. Тамырҙарыңды ни тиклем тәрән тойһаң, шул тиклем заманыңды ла тойоу, аңлау ҡеүәһенә эйә булаһың. Тойоу ынтылышы әйҙәй ҡурайсыны. Азат ағайҙың уйнауын тыңларға яратам. Мөхәммәт Түлебаевтың ҡурайҙа уйнауы ҡыҙыҡлы. Йәғни, бының менән мин ҡурайҙа оҫта уйнаусының һәр береһенән оҫталыҡ серҙәрен төшөнөүеңде дауам итергә була тип әйтмәксемен.

Бына Азат ағай ҙа әйтеп китте: хәҙер үҫмерҙәр, балалар ҡурайҙа уйнарға өйрәнергә тырыша. Был үҙенә күрә генетик хәтерҙең уяныуынан килә, минеңсә. Төбөнә төшөп уйнарға ынтылыу барлығы ҡыуандыра мине. Ә бит ҡурайҙа ҡурай тарихын, көй тарихын, халыҡтың үткәнен белмәйенсә лә уйнарға мөмкин тип уйлаусылар бар. Улай түгел. Ҡурай тәбиғәт ҡосағында үҫкән илаһи көпшә, моң эйәһе тип әйттек бит инде. Ул барыһын нескә тоя. Шуға күрә насар уй менән ҡурайҙы ҡулға алыу ҙа дөрөҫ түгел, сөнки уның энергетикаһы шул тиклем көслө, ул шунда уҡ үҙенең мөнәсәбәтен белдерә. Ҡурай – ул рух, иман, күңел сафлығына ла ынтылыш.

Ҡулына ҡурай алған һәр кем шуны аңларға тейеш: ҡурай – ул ҡош һымаҡ. Ҡурайсы ла, шул ҡош һымаҡ, ҡурайында уйнай, һайрай, моңлана, ул хатта ни өсөн моңланғанын аңламауы ла ихтимал. Ул бары тик, теге риүәйәттәге һымаҡ, йөрәгендәге Алланың шатлығын башҡаларға еткерергә бурыслы. Ҡурай ҡурайсыға яуаплылыҡ өҫтәй.

Ҡурай сере

- Ҡурайсылар ауыҙынан шундай фекер ишеткәнем бар: ҡурайҙа уйнағанда күктәр менән илаһи бәйләнешкә ингән төҫлө булаһың. Әле бына һеҙҙе тыңлайым да үҙенән-үҙе бер һорау тыуа: ҡурайсылар үҙҙәре ҡурайҙа уйнауҙың серен сисә аламы?

Азат АЙЫТҠОЛОВ:

- Ҡурайҙа уйнауҙың сере лә, ҡурайҙың үҙе кеүек, ябай, тәбиғи. Әгәр ҡурайҙың, халыҡтың, көйҙәрҙең тарихын беләһең, күктәрҙән һинең күңелеңә моң оялаған икән, тимәк, һиңә ҡурайсы булыу өсөн күп тә кәрәкмәй: бары тик ҡурайҙы ҡулыңа алып, уйнарға өйрәнергә генә ҡала. Ни өсөн ҡурайҙың йәне, йөкмәткеһе хаҡында алдан  әйткәнемде аңлағанһығыҙҙыр, сөнки техникаға өлгәшеүе әллә ни ауыр түгел. Ҡурайҙа уйнау техникаһына ғына ҡалһа, теләк оҙаҡ көттөрмәй, һөҙөмтәһен бирер. Үкенескә ҡаршы, бөгөн ҡурай техникаһын өйрәнеп, ҡулына был музыка ҡоралын алыусылар ҙа күбәйеп китте. Әммә был тышҡы күренеш кенә, йәғни баяғы һүҙемде ҡабатлау кеүек килеп сыға инде, уның йәне булмай. Әммә шундай ҡыҙыҡлы, әллә ҡыҙғанысмы күренеш элек-электән йәшәп килә: талантһыҙҙар әрһеҙ була. Көйҙөң, сығышының эстәлеген аңламаған кешенең сәхнәгә сығып ҡурайға өрөп тороуынан ни фәтүә?! Ә инде иң үкенеслеһе шул булды: һуңғы йылдарҙа тап шундайҙар чиновниктар менән уртаҡ тел тапты, Мәҙәниәт министрлығының ҡурсауын, яҡлауын яулай алды. Һөҙөмтәлә, республикабыҙҙың йөҙөн, халҡыбыҙҙың асылын күрһәтерҙәй сараларҙа ҡурайға йән өрә алмаҫтайҙар ҡурайҙы, ҡурайҙа милли көйҙәребеҙҙе ыҙалатты. Шуныһы ҡыҙыҡ, боронғо әкиәттәрҙә йәки легендаларҙа ҡурҡаҡтарҙың, ҡуштандарҙың исеме һаҡланған, әммә ҡурайҙа уйнай белмәүсе берәүҙең дә исемен халыҡ телдән-телгә күсереп йөрөтмәгән, хәтеренә һалып ҡуймаған. Уларҙың бөтәһен дә бер исем менән йөрөткәндәр: урта ҡуллы ҡурайсы. Ошо һүҙбәйләнеш үҙе үк ҡурайҙы ҡулына алыусының кем икәнен әйтеп торған.

Ҡурайҙы ҡулға алып сәхнәгә сыҡҡас, “бисмиллаһир рахманирр рахим!” тип әйтеп, уйнай башлайым. Ҡурай ихласлыҡты ярата. Ҡурайсы сәхнәгә һүҙ әйтергә сыға, әгәр уйнаясаҡ көйгә һалынған фекер тамашасыға барып еткәнен тояһың икән – был инде иң юғары осош!

Ҡурай, алда әйттем бит инде – бик һиҙгер музыка ҡоралы. Башҡаларҙан айырмалы һиҙгер тип әйтер инем хатта, сөнки уға кеше бер ниндәй ҙә элемент, башҡа материал да өҫтәмәгән, ул тәбиғәттә нисек бар, шулай ҡулланыла, бары тик көй сығарыу өсөн бер нисә урынынан тишек кенә тишелә. Ҡурайҙа уйнағанда онотолоп китеп, үҙеңде әллә ниндәй сихри донъяла кеүек хис итеп, Йыһанда гиҙгәндәй тойған саҡтар ҙа була. Ҡурай Йыһан, донъя, тәбиғәт менән бер бөтөн, уның бер өлөшө икәнеңде тойоуға булышлыҡ иткән музыка ҡоралы.

Йәнә лә шуны әйтә алам: ҡурай хыянат иткәнде яратмай. Бер мәл мине филармонияның художество етәксеһе итеп ҡуйҙылар. Туғыҙ ай чиновник булып ҡараным, ул инде ҡурайҙа уйнау түгел. Үҙемде ике бисә араһында йөрөгән, береһенә лә ярай алмаған ир һымаҡ хис иттем (көлә). Ҡурайсы – ул ижадсы. Ысын ҡурайсы чиновник булырға тейеш түгел, бигерәк тә филармония кимәлендә, сөнки ҡурай кеүек илаһи донъя үҙе менән генә йәшәүҙе талап итә. Ҡурайҙы яратһаң, ул һине үҙе ҙурлай ул. Ҡурайсылар бер ҡасан да ас йәшәмәгән, улар һәр ваҡыт ихтирамлы, ҙур йөрәкле, яҡты күңелле кеше булған. Шуға күрә бөгөн көйҙөң асылын аңлап, яратып ҡурай уйнаған егеттәрҙе күреп, ҡыуаныс тойғоһо кисерәм. Ҡурайҙа уйнауҙың боронғо традициялары һаҡлана.

Ҡурайҙа башҡа милләттәр ҙә уйнап ҡарай. Был музыка ҡоралында уйнау оҫталығына өлгәшеү өсөн генетик хәтерҙә, эске аңда ҡурайҙы тойоу ҙа булырға тейеш. Ҡаныңда булырға тейеш ул хис. Ҡурай башҡаларҙы көнләштерерлек музыка ҡоралы. Ҡаҙаҡтар ҡурайҙа уйнарға өйрәнеп ҡараны, ҡарай, техник яҡтан бөтәһен дә дөрөҫ эшләгән кеүек булһалар ҙа, ошо моңдо тойоу, һөйөү етеңкерәмәгән төҫлө миңә. Алтай ҡаҙаҡтары шыбыҙғыларында уйнай. Ул – ҡурайға оҡшаш музыка ҡоралы. Бер боронғо, боҙолмаған шыбыҙғысы менән таныштырҙылар, үҙҙәренең көйҙәрен бик оҫта уйнай, ҡурайҙа уйнарға өйрәнергә тырыша ул, әммә, алда әйткәнемсә, ҡан хәтерендә ҡурай моңон тойоу юҡлығы үҙен һиҙҙерә. Ҡурай∂а уйнау өсөн башҡорт булырға кәрәклегенә көндән-көн инанам. Ҡурай аша оҙон көйҙәребеҙ тик беҙҙеке икәнен генә иҫбатларға тейешбеҙ. Үҙ моңобоҙ аша халҡыбыҙ данын башҡа яҡтарға таратыуҙы дауам итергә кәрәк.

Моңонда – мәңгелек ауазы

Роберт ЮЛДАШЕВ:

- Азат ағайҙың ҡурайҙа уйнау сере ябай тигән һүҙҙәренә ихлас ҡушылам. Был, ысынлап та, шулай. Әгәр һиндә ҡурайға мөхәббәт бала саҡтан яралған, Аллаһы Тәғәлә исеменән йөрәгеңә ҡулыңа ҡурай ал тигән тойғо һалынған икән, һин ҡурайҙа уйнарға тейешһең! Ана шул ҡурайыңа бары тик хыянат итергә, бала саҡ хыялыңды юғалтырға ғына ярамай. Ғөмүмән, был тойғо ҡурайсыларға ғына ҡағылмай. Һәр кем үҙенә Хоҙай Тәғәлә биргән яратҡан шөғөл менән шөғөлләнергә тейеш. Аллаһ мөхәббәте ҡағылған эш менән шөғөлләнеүҙән дә илаһийыраҡ, ҡәҙерлерәк мәл бармы икән?! Юҡ, әлбиттә! Мин аҡса артынан ҡыуып, күпләп аҡса эшләргә ынтылған, аҡсаны Алланан да бөйөгөрәк итеп ҡуйған кешеләрҙе осратҡаным булды. Улар аҡса артынан ҡыуып, үҙҙәренең донъяға ниндәй маҡсат менән яратылғанын да онота. Аҡса, аҡса, тип йөрөй торғас, улар һаулығын юғалтып, сит ил клиникаларында шул аҡсаларына дауалана. Донъяла бөтәһе лә әйләнештә, дөйөм бәйләнештә йәшәй. Шуға күрә мин һәр саҡ бала саҡтағы “Мин ҡурайсы булам!” тигән хыялыма тоғро ҡалырға ярҙам иткән, яҙа юлға сығармағаны өсөн Хоҙайға рәхмәтлемен! Ҡурай кешене тәрбиәләй. Ҡурайҙа уйнауҙы кәсепкә һалып, уның ярҙамында аҡса эшләргә тырышыусылар ҙа бар. Ҡурай был донъяға изге маҡсат менән ебәрелгән. Ҡурайҙа, алда әйткәнебеҙсә, Хоҙайҙың шатлығы ишетелә. Эйе, минең ижадташтарым, “Парк Горького!” рок ансамбленең солисы Николай Носков: “Ҡурайҙың, рок кеүек, үҙ овердрайвы бар. Үҙ ансамблем өсөн музыка ҡоралын донъяның ҡайһы мөйөшөнән генә эҙләмәнем?! Америка ла, Тибет та ҡалманы һәм уны тап ҡурай моңонда таптым”, – тигәйне. Ә Гарик Сукачев: “Ҡурай моңонда мәңгелек ауазы ишетелә”, – тип үҙ фекерен белдерҙе. Был музыка ҡоралының һәр өнө Йыһандың бар ауазын үҙенә туплап, кешеләрҙең күңелен дауалау көсөнә эйә. Азат ағай менән мин дә килешәм: үҙен ҙурлағандарҙы ҡурай ҙа ҙурлай.

Үҙ заманында Ишмулла, Азат ағайҙар Европа сәхнәләренән тороп, ҡурай моңон бар донъяға ишеттергән. Ҡурай моңо аша улар тыңлаусыларҙың күңеленә илһам, дәрт, тәбиғи моң һалған. Быйыл ижадташ дуҫым, опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов менән бергә Ла Скала сәхнәһендә тороп, ҡурай моңон, башҡорт халыҡ йырҙарын ишеттереү бәхетенә өлгәштек. Был бер сәғәт тә ҡырҡ биш минутлыҡ ваҡыт минең өсөн аңлатып булмаҫлыҡ шатлыҡлы тойғолар бүләк итте! Шунда гәүһәрҙәр йәшелсә лавкаһында һатылмай, тигән фекер иҫемә төштө. Быуатлыҡ сәхнә ҡаҙанышы, бөйөк ижадсылар сығышы энергетикаһын үҙенә туплаған был сәхнәлә сығыш яһау тулҡынландырғыс минуттар бүләк итте. Ҡурайҙы тамашасы үҙ итте! Тап ҡурай беҙҙе ул сәхнәгә алып менде. Ҡурайҙы донъяның башҡа халыҡтары ла ишетергә тейеш. Ҡурай моңонда кешелекте афәттән ҡотҡарыусы юлға алып сығыусы көс бар. Ҡурай бәндәләрҙе нурлай, үҙ асылын аңлар юлға саҡыра. Ҡурай – ул музыка ҡоралы ғына түгел, ә ҡорал. Ул – яҡтылыҡ, изгелек ҡоралы.

Халыҡ рухы һағында торалар

- Һуңғы егерме йыл эсендә ҡурайсылар һаны бермә-бер артты, Башҡортостан Ҡурайсылар союзы барлыҡҡа килде. Бөгөн ҡурайсылар ниндәй уй-ниәттәр менән йәшәй?

Азат АЙЫТҠОЛОВ:

- Сит төбәктәргә сыҡһаң, һәр береһе тап үҙҙәренә генә хас музыка ҡоралдары, бейеү, йыр-моң аша үҙ асылын, донъя йөҙөндәге үҙенсәлеген күрһәтергә тырыша. Әммә етәкселектең һуңғы йылдарҙағы ҡурайға булған мөнәсәбәте ҡурайҙы заманса, яңы һулыш менән донъя кимәленә сығарыу мөмкинлеге тыуҙырҙы тип әйтеүе ауыр. Роберт Ла Скалала сығыш яһаған икән, ул бит унда үҙ ниәте, үҙ аҡсаһы менән йөрөп ҡайтты. “Ҡурайсы” төркөмө лә Мәҙәниәт министрлығына ла, филармонияға ла ҡарамай. Улар үҙ аллы эшләйҙәр, ҡурай данын тараталар, үҙҙәренең профессиональ кимәлдәрен үҫтерәләр. Ҡурай – ул республиканың гербында, флагында бар икән, ул дәүләт символы. Был әле дәүләт символдары, ә күпме башҡорт күңелендә, ҡурай моңон тыңлаған һәр кешенең йөрәгендә ҡурай сәскә ата!

Яңыраҡ Ҡурайсылар йыйыны үтте. Ҡурайсылар союзына рәйес итеп Илшат Солтангәрәев һайланды. Эшләйбеҙ тип янып торған егеттәр бар, шуға күрә ҡурайсылар төшөнкөлөккә бирелгәне юҡ, сөнки улар, әйтерһең, халыҡтың рухы һағында тора. “Һуңғы башҡорт ҡәберендә ҡурай уйнар һуңғы ҡурайсы” тигән һүҙҙәргә ҡаршы сығып, йылдан-йыл ҡурайсылар һаны арта. Ә. Исҡужин, Й.Иҫәнбаев, И. Дилмөхәмәтов. Ғ. Сөләймәнов исемендәге ҡурайсылар конкурстарында ҡатнашыусылар күбәйә. Конкурс талабы буйынса улар мотлаҡ 60 халыҡ көйөн уйнай, тарихын белергә тейеш. Был талап өлкән быуын ҡурайсылары тарафынан ҡурай традицияһын, боронғо көйҙәрҙе уйнау йолаһын һаҡлау өсөн ҡуйыла. Дәүләкән районында йәш ҡурайсылар менән эшләүсе Рият Тимеровты маҡтап телгә алыр инем. Ул ал-ял белмәй, бер нәмәгә ҡарамай балаларға ҡурайҙа уйнау серҙәрен өйрәтә. Ул етәкләгән “Берҡаҙан” ансамблен хәҙер сит яҡтарҙа ла беләләр. Иң мөһиме – беҙ ҡурайҙы ҡулына алып, алға табан атлауҙы дауам итәбеҙ. “Ҡурай моңо – йән дауаһы” исемле концерт әҙерләйем. Тамашасы менән осрашып, әйтәһе һүҙҙәрҙе еткерәһе бар әле. Әүәлгесә ҡурай микрофон аша яңғырағанда тауышы боҙола, ул камералы шарттарҙа уйналырға тейеш тигән фекерҙәмен. Ҡурайын ҡулына алып, йөрәк моңдарын өләшеүсе ҡурайсылар менән бергә халҡыбыҙ өсөнсө меңйыллыҡҡа артылды. Артабан да шулай булһын!

Роберт ЮЛДАШЕВ:

- Ҡурай моңо менән донъя халҡын ғына һуғарырға тейеш түгелбеҙ, ә ул тулы хоҡуҡта Башҡортостанда, ошо ерҙең йөрәгендә яңғырарға тейеш. Шәхестең рухи үҫеше лә көрәштәр аша яулана, был беҙгә тиклем дә иҫбатланған тәғлимәт. Әгәр Башҡортостандың Рәсәй менән бергә дуҫ булып йәшәүенә 450 йыл тулғанда сәхнәгә 450 ҡурайсы сығарып баҫтыра алыуға ҡурайсылар үҙҙәре өлгәшә алған икән, тимәк, Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттар, башҡорт полктары, башҡорт батырҙары алдында баш эйеп, 1812 йылғы һуғыш тамамланыуҙың 200 йыллығын билдәләгәндә беҙ, Хоҙай насип итһә, сәхнәгә 2000 ҡурайсыны ла сығара алырбыҙ. Ә инде ярҙам итеп ебәрһәләр, бик шат булыр инек. Алда әйткәнемсә, ҡурай – ул музыка ҡоралы ғына түгел, ә ҡорал. Борон замандан ҡурай кешеләргә Хоҙай шатлығын өләшеп, уларҙы бәләләрҙән һаҡлап ҡалған, батырҙарҙы изге яуға өндәгән, көрәштә яҡтылыҡ тантана итеүсе көстө туплаған, бәндәләрҙең күңелен дауалаған, илһамландырған, өмөт уятҡан. Ҡурай моңонда моңһоу мотивтарҙы күберәк ишетеүселәр ҙә бар. Донъя булғас, уныһы ла барҙыр. Бәндәнең үҙе кеүек, ҡурай ҙа моңһоулана, уйлана, һиҫкәнә, тетрәнә, ғазаплана, өмөтләнә, әммә ул тере һәм шуның өсөн дә ул һис ҡасан битараф түгел. Ҡурай Уралтауҙа, Уралтау итәгендә үҫә, ул башҡорт ҡулында терелеп, йәнләнеп, үҙенең илаһи көсөн тарата. Бер ҡараһаң, замананың ваҡ чиновниктарының ризаһыҙлығы, ысын ижадсыларға юл бирмәҫкә тырышыуы – ул шул тиклем ваҡ нәмә. Тарих төпкөлөнә күҙ һалығыҙ, тип әйтмәксемен уларға: ниндәй генә батшалар, етәкселәр булмаған, әммә уларҙы дәреслектәр аша ғына иҫкә төшөрәләр, ә Аллаһ бар иткән ҡурайҙың моңо ҡолаҡтарҙа, йөрәктәрҙә, эске аңда моңланып тора, ҡурай мәңгелек, күктәрҙең әмере буйынса, тәбиғәттең үҙе тарафынан һаҡлана! Ҡурайҙы ҡулға алыу, ҡурай моңон ишетеү менән кешеләрҙә рухи камиллыҡҡа ынтылыш тойғоһо уяна. Ҡурай мөхәббәтле донъяға һөйөү, өмөт, ышаныс уята алыуы менән көслө.

Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.

 

Аҫтыңдағы атыңа ышанма, ҡуйыныңдағы ҡатыныңа ышанма