kamaevfБашҡорт халҡының музыка фольклорын өйрәнеү тарихында айырыуса ҡәҙерле, ғәжәп ҙур һәм ҡиммәтле милли мираҫ ҡалдырған исемдәр бар. Фәрит Камаев был исемлектә, мәшһүр С. Г. Рыбаков, Л. Н. Лебединскийҙар менән бергә, иң хөрмәтле урындарҙың береһен алып тора. Ул башҡорттарҙан беренсе булып башҡорт халыҡ йыр мелодикаһының композицион- ритмик законлылыҡтарын, башҡорт музыка фольклорының стиль һәм жанр үҙенсәлектәрен, башҡортта шиғыр төҙөлөшө һәм көй структураһы мәсьәләһен өйрәнеп, төрки музыка фольклорсылығында бығаса булмаған теоретик бейеклеккә күтәрелде. Фәрит Хәснулла улы үҙ халҡының илаһи йыр-моң донъяһына, рухи мәҙәниәтенә йәне-тәне менән ғашиҡ һәм оло йөрәкле,  юғары профессиональ әҙерлекле белгес ине. Үҙенең ғилми- теоретик эшмәкәрлеген ул халыҡ араһында фольклор әҫәрҙәрен йыйыу, өйрәнеү, баҫып сығарыуға әҙерләү, пропагандалау эше менән бергә алып барҙы, шулай уҡ күп йылдар буйы, сәнғәт институтының уҡытыусыһы, проректоры, кафедра мөдире булараҡ, музыка белеме буйынса кадрҙар тәрбиәләү эшенә ҙур өлөш индерҙе.

Фәрит Хәснулла улы Камаев 1944 йылдың 19 апрелендә Ҡаҙаҡ ССР-ының Ҡустанай ҡалаһында хәрби летчик ғаиләһендә тыуған. (Уның атаһы Хәснулла Камаев сығышы менән хәҙерге Силәбе әлкәһенең Арғаяш, әсәһе —Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районынан.) Камаевтар ғаиләһенә әленән-әле бер ҡаланан икенсеһенә күсеп, төрлө урындарҙа асылда сиған тормошо менән йәшәргә тура килә. Фәриткә бәләкәйҙән туған телдә һөйләшеп, туған моңдарҙы тыңлап үҫергә тура килмәй. Әммә барыбер тәбиғәт үҙенекен итә: үҫә төшкәс, яҙмыш уны йыр-моң донъяһына алып килә, башҡорт халыҡ йырҙары уның мәңгелек мөхәббәтенә, ғүмерлек илһамына әйләнә. Дөрөҫ, быға тиклем Фәриткә урау-урау юлдар үтергә, тормошта үҙ юлын табыр өсөн эҙләнергә, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға кәрәк була әле. Хәрби ҡаласыҡтарҙа йәшәгән саҡтарында, һеңлеһе Ғәлиәне етәкләп, алыҫ араны үтеп, музыка мәктәбенә йөрөй ул. 1957-1960 йылдарҙа Павлодар ҡалаһында төҙөлөш техникумында уҡый. Шул уҡ йылда музыка мәктәбенең етенсе класын тамамлай. Тиҙҙән Фәриттең атаһы Хәснулла Камаев, подполковник дәрәжәһендә демобилизацияланып, ғаилә Башҡортостанға, Өфөгә, ҡайтырға ҡарар итә. Өфөлә Фәрит урта мәктәптә һәм музыка мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Әммә киләһе йылына уның алдына ла әлеге лә баяғы «Уҡырға ҡайҙа барырға?» тигән һорау килеп баҫа. Ул үҙе, әлбиттә, күптән инде музыкаға ғашиҡ. Әммә атаһының теләге ҡәтғи: «Инженер булыр минең улым!»— тип бер генә һүҙҙе ҡабатлай ҙа тора. Фәрит Камаевтың тормош юлындағы ошо боролошло көндәр тураһында филология фәндәре докторы, профессор Әхмәт Сөләймәнов «Ирҙең даны илендә»1 тигән биографик очеркында бик ҡыҙыҡлы итеп, ентекләп һөйләп биргән. Беҙ иһә был хаҡта шуны ғына әйтеп үтәйек: Фәрит ул йәйҙә бер ыңғай авиация институтына ла, Өфөнөң сәнғәт училищеһына ла инеү имтихандары тота. Институтҡа һуңғы имтихан ҡалғас ҡына ғаиләлә, ниһәйәт, училищеға барырға тигән ҡарарға киләләр. Бында ул һеңлеһе Фәриҙә, ике туған һеңлеһе Земфира Күләева менән бергә уҡый, бергәләп музыка серҙәренә төшөнәләр. 1965 йылда Фәрит Камаев, сәнғәт училищеһын тамамлап, Ейәнсура районының үҙәге Иҫәнғолға балалар музыка мәктәбенә эшкә ебәрелә. Шул уҡ йылда Гнесиндар исемендәге Мәскәү дәүләт музыка-педагогия институтының Өфөләге уҡыу-консультация пунктына уҡырға инә, йыл ярымдан, Мәскәүгә барып, институттың тарих-теория-композиторлыҡ факультетының көндөҙгө бүлегендә уҡыуын дауам итә.

Фәрит Камаевтың тормошонда Мәскәүҙә уҙғарылған студент йылдарының (1967—1972) әһәмиәте ғәйәт ҙур була. Әммә төпкөлдәге Ейәнсура районында, үҫәргән башҡорттары араһында йәшәгән аҙ ғына — йыл ярым ваҡыт уның рухи үҫешендә ғүмер буйына һағынып иҫкә алырлыҡ яҡты эҙ ҡалдыра. Нәҡ ана шул Иҫәнғолда йәшәгән осорҙа ул, саф шишмә һыуҙарынан ауыҙ иткәндәй, йәнле фольклор сығанаҡтары менән осраша, шул төбәктең ҡабатланмаҫ йыр-моң хазинаһы, йырсылар, ҡурайсылар менән таныша. Буш ваҡыттарында үҙ алдына магнитофон таҫмаһына халыҡ йырҙарын яҙып алыу менән шөғөлләнә башлай. Был эшен ул аҙаҡ күп йылдар буйы эҙмә-эҙлекле дауам итә. Иҫәнғолдан һуң Мәскәүгә барып, институтта уҡырға төшөү менән үк, ул үҙен һәр йәһәттән дә һәләтле, маҡсатҡа ынтылышлы студент итеп күрһәтә. Ә маҡсаты иң элек музыканан төплө белем алыу, донъя классикаһы кимәлендә фекер йөрөтөргә өлгәшеү. Бары тик шул юғарылыҡтан тороп ҡына милли музыканы үҫтереүгә, халыҡ ижадын өйрәнеүгә етди рәүештә тотонорға мөмкин. Институтта Фәрит ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ егеттәре менән аралаша, был халыҡтарҙың фольклор өлгөләрен, композиторҙарҙың популяр йырҙарын тыңлап илһамлана. Был иһә артабан башҡорт халҡының музыкаль-поэтик ижадын дөйөм төрки дала мәҙәниәте менән сағыштырып өйрәнеү, боронғолоҡ тамырҙарын юллау, йыр-көйҙәре беҙҙең милли үҙенсәлеген асыҡлау идеяһына этәргес бирә.

1971 йылдан башлап һуңғы көндәренә тиклем, йәғни ике тиҫтә йылдан артығыраҡ, Фәрит Камаев Өфө дәүләт сәнғәт институтында эшләй. Башта музыка теорияһы кафедраһының уҡытыусыһы була, 1979 йылдан — институттың ғилми эштәр буйынса проректоры, 1989 йылдың мартында уның тырышлығы менән институтта башҡорт халыҡ музыкаһы һәм фольклоры кафедраһы асыла һәм Ф. X. Камаев уның тәүге мөдире итеп билдәләнә. Институтта яуаплы вазифалар атҡарыу менән бергә ул 1972—1976 йылдарҙа, ситтән тороп, Гнесиндар исемендәге институттың аспирантураһын тамамлай. Уның «Башҡорт халыҡ йырҙары мелодикаһының композицион-ритмик законлылыҡтары» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы милли музыка белеме үҫешенә ғәйәт ҡиммәтле өлөш тип баһалана. Фәрит Камаевтың һабаҡташы, сәнғәт белеме докторы Булат Ҡараҡолов (Алматы) был хаҡта бына нисек хәтерләй: «Уның диссертацияһы айырыуса ныҡ тәьҫир итте. Фәриттең структура анализына, фәнни билдәләмәләр, һығымталар теүәллегенә ынтылышы, күп йылдар ныҡышмалы эшләүе башҡорт музыка фәненә хаҡлы рәүештә ғорурланырлыҡ хеҙмәт өлгөһө бирҙе»2. Шуны ла әйтергә кәрәк: ул хеҙмәт башҡорт музыка фольклорына арналған өсөнсө генә диссертация була. Ошо монографияһында башланған бик мөһим фәнни күҙәтеүҙәрен ғалим артабанғы хеҙмәттәрендә үҫтерә, тәрәнәйтә бара. Фәрит Камаев башҡорт халыҡ йырҙарының, классик оҙон көйҙәребеҙҙең композицион-ритмик үҙенсәлектәрен йырҙарҙың һүҙҙәре, поэтик текстың төҙөлөшө менән сағыштырып өйрәнеүҙе асылда билдәле бер тикшеренеү методикаһы кимәленә күтәрә. Был иһә, Әхмәт Сөләймәнов билдәләүенсә, «донъя музыка мираҫында феноменаль күренеш булған башҡорт йыр-көйөнөң эске булмышына тәрән үтеп инергә мөмкинлек биргән»3. Дөрөҫ, был фекер, йәғни башҡорттоң оҙон көйҙәрендә йыр тексының, көйҙөң, шуға нигеҙ булған тарихи ваҡиғаның органик берлеге күптән билдәле. Өҫтәүенә йырҙы, көйҙө ижад итеүсенең шәхесе, ул йәшәгән мөхит, тормош-көнкүреш шарттары, традицияларҙың йәшәйеше, ниһәйәт, халыҡ тарихы — һәммәһен дә тикшеренеүсе иҫәпкә алырға тейеш. Фәрит Камаев, был факторҙарҙы иҫәпкә алып, ысын мәғәнәһендә киң ҡоласлы, тәрән һәм оригиналь фекерле музыка белгесе булып өлгөрә. Башҡорт халҡының тарихи йырҙарында уны, бер яҡтан, ысын мәғәнәһендә тарихилыҡ, уй-фекерҙәр юғарылығы таң ҡалдыра, икенсе яҡтан, һүҙ һәм көйҙөң теүәллеге, төҙөклөгө, камиллығы һоҡландыра. Шуның өсөн дә Фәрит Хәснулла улы үҙе лә һәр ваҡыт илһамланып, үҙ шөғөлөнә оло һөйөү тойғоһо менән ҡанатланып эшләне. Был сифат уға башҡорт халыҡ йыр сән- ғәтенең яңынан-яңы серҙәрен сисергә булышлыҡ итте, уның алдында яңы киңлектәр асыла барҙы. Халыҡ тарихы, этнография менән ҡыҙыҡһыныу уны башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуҙа айырым ырыу-ҡәүемдәргә, тарихи-этнографик зоналарға хас локаль үҙенсәлектәрҙең тәбиғәтен асыҡлауға алып килде. Был иһә, халыҡ араһына сығып, фольклор ҡомартҡылары йыйғанда ла, төрлө төбәктәрҙә һәм төрлө ваҡытта яҙып алынған йыр-көйҙәрҙе асыҡлаған саҡта ла, сағыштырма ысул ҡулланып, хаталаныуға юл ҡуймайынса эш итергә мөмкинлек бирә. Йырҙы башҡарыу манераһында, мәҫәлән, көньяҡ-көнбайыш башҡорттарында хикәйәләү элементы өҫтөнлөк итһә, көньяҡ-көнсығышта һуҙыңҡырап, биҙәкләп йырлау характерлы. Ә инде Ҡурған әлкәһендә йәшәүсе ялан-ҡатайҙар баш- ҡарыуында йыш ҡына оҙон көйлө йырҙың һәр строфаһында беренсе, өсөнсө юлдарҙы, хатта ҡайһы берҙә һәр бер юлды һуҙып, «Э-э-эй» тип башлау киң таралған. Бына 1983 йылдың июлендә экспедиция ваҡытында Ҡурған әлкәһе Сафакүл районының Оло Солтан ауылында талантлы йырсы Хәлит Сабит улы Асҡаровтан яҙып алынған «Низаметдин» тигән йырҙың бер строфаһы нисегерәк йырлана:

Э-эй, Ҡара (й) ғына (у) диңгеҙ уртаһында (й)
Э-эй, ҡаҙ бәпкәһе (й) микән ҡағынған.
Э-эй, сәғәт кенә һайын, минут һайын
Э-эй, ата-инәһе микән һағынған.

Текста йәнә шуға ла иғтибар итегеҙ: һуҙынҡы өнгә бөткән һүҙҙәргә (Ҡара, ғына, уртаһында) күп ваҡыт йәки өндәре өҫтәлеп, үҙенсә ябыҡ ижек барлыҡҡа килтерә. Был күренеш тә йырҙы башҡарыу манераһынан килә.

Тикшереүсенең ғилми эштәр исемлегендә ҡулъяҙма көйөнсә тороп ҡалған «Башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре» (1972), «Ейәнсура районының башҡорт музыка фольклоры» (1972), «Башҡорт халыҡ йырҙарының мелодикаһы» (1980— 1982) һымаҡ хеҙмәттәре бар. Был мираҫ ентекләп өйрәнеүҙе һәм баҫып сығарыуҙы көтә. Ф. X. Камаевтың төрлө ғилми йыйынтыҡтарҙа баҫылып сыҡҡан мәҡәләләре, ғилми конференцияларҙа һөйләгән докладтарының текстары хаҡында ла шул уҡ фекерҙе әйтергә мөмкин. Ул хеҙмәттәр, исемдәренән үк күренеүенсә4, башҡорт халыҡ йыр һәм көйҙәренең төҙөлөшөн, ритмикаһын, жанр һәм стиль үҙенсәлектәрен һәр яҡлап ентекле өйрәнеүгә арналған.

Фәрит Камаевтың ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегендә башҡорт халыҡ көйҙәрен нотаға һалыу, йыр-көй байлыҡтарын баҫып сығарыуға әҙерләү менән бәйле хеҙмәттәр мөһим бер йүнәлеште билдәләй. Уға үҙ ғүмерендә башҡорттоң 3 мең йыр-көйөн йыйыу, 2 меңдән ашыу халыҡ көйөн нотаға һалыу насип була. 80-се йылдар аҙағында Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында уның концепцияһы нигеҙендә өс томдан торасаҡ «Башҡорт халыҡ музыка сәнғәте» тигән капиталь хеҙмәт планлаштырыла. Ғалим нотаға һалып өлгөргән әлеге 2 мең йыр- көйҙөң күбеһе шул томдарҙа урын аласаҡ. 1991 —1992 йылдарҙа Фәрит Камаев инициативаһы менән Өфө дәүләт сәнғәт институғы уҡытыусыларының ғилми хеҙмәттәр каталогы төҙөлә. Был эш уның фәндә киң ҡарашлы, ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәүсе белгес булғанлығын тағы бер тапҡыр раҫлай.

Фәрит Хәснулла улы ҡурайсы-сәсәндәр, йырсылар менән тығыҙ бәйләнештә йәшәне, атаҡлы башҡорт халыҡ музыканттарының ижадын өйрәнеүгә күп көс һалды. Улар менән экспедицияларҙа, командировкаларҙа осрашыуҙарҙан тыш, Өфөлә уҙғарылған һәр төрлө фольклор байрамдарында, смотрҙар, конкурстар ваҡытында аралашып, танышып, йыр-көйҙәрҙе яҙып алырға тырышты. Миңә Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында йәшәгән халыҡ ҡурайсыһы Кәрим Дияровтың репертуарынан айырым йыйынтыҡ әҙерләгән осорҙа Фәрит Камаев менән бергәләп эшләргә тура килде. Фәрит үҙе Ниғәмәт ауылына әллә нисә тапҡырҙар барып йөрөнө. Бер ваҡыт хатта Кәрим ағай менән уның ҡатыны Фәрзәнә апайҙы Өфөгә саҡырып алып, үҙҙәренең фатирында йыр, ҡурай моңдарын тыңлап, яҙып алып ултырҙы, һөҙөмтәлә беҙ икәүләп 70-ләп башҡорт халыҡ йыр-көйҙәренән, йыр тарихтарынан һәм нота яҙмаларынан торған ғәйәт ҡиммәтле йыйынтыҡ төҙөнөк. Китап 1988 йылда 2000 генә дана тираж менән баҫылып сыҡты5 һәм аҙна- ун көн эсендә үк таралып та бөттө.

1982 йылда Фәрит Камаевтың «Ҡурай моңо» тигән китабы донъя күрҙе. Йыйынтыҡҡа атаҡлы халыҡ ҡурайсыларынан яҙып алынған башҡорттоң тарихи йырҙары тупланған. Йәнә килеп, автор бөйөк Ғәбит Арғынбаев сәсәндән (1822—1921) башлап беҙҙең дәүерҙең күренекле ҡурайсылары Сәғәҙәт Бараков (1906—1978). Рәхмәтулла Бүләкәновҡа (1909—1981), йәштәрҙән Азат Айытҡоловҡа, Юлай Ғәйнетдиновҡа, Зыя Хәлиловҡа тиклем күп кенә халыҡ музыканттары тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт тә биргән. Фәрит Хәснулла улы халыҡ йырсыһы, драма артисткаһы Бибикамал Мәһәҙиеваның башҡарыу оҫталығын юғары баһалар ине. Әйткәндәй, был исем музыка белгестәренә Л. Н. Лебединскийҙың киң билдәле («Башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре». М., 1962) китабы буйынса яҡшы таныш. Халыҡ йырсылары, ҡурайсылар, күңел түрендә йыр- моң байлығын һаҡлаусылар Фәрит Камаевты һәр ерҙә яратып ҡаршы алырҙар, уға ҙур хөрмәт менән ҡарарҙар ине.

Ғилми экспедициялар тураһында бер нисә һүҙ. Фәрит үҙенең тәүге экспедицияһына аспирантураның һуңғы курсында, 1976 йылда сыға. Был ваҡытта ул билдәле фольклорсы, профессор Э. Е. Алексеев етәкселегендә Монголияла, оҙон юлдарҙы үтеп, боронғо дала моңдарын тыңлап, халыҡ йырсыларының, музыканттарының ижады менән танышып ҡайта. Бер йыл үтеүгә уға Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Наил Бикбулатов тарафынан ойошторолған этнографик экспедицияла ҡатнашырға тәҡдим итәләр. Был юлы тикшеренеүселәр төрки донъяһының боронғо төйәге Алтайға йүнәлә. Был сәйәхәттәр йәш фольклорсының күңелендә тәрән эҙ ҡалдыра. Артабан Ф. X. Камаев йәй һайын ғилми командировкаларҙа, экспедицияларҙа йөрөп, алһыҙ-ялһыҙ башҡорт музыка фольклоры ҡомартҡыларын йыйыу эшенә тотона. Көньяҡ Башҡортостан, Урал аръяғы райондары, Дим буйы, Ҡурған әлкәһе — былар Фәрит Камаев үткән маршруттарҙың иң ҙурҙары ғына әле. Миңә 1982, 1983 йылдарҙың йәйге айҙарында Дим буйының Дәүләкән һәм Әлшәй райондарына, Ҡурған әлкәһенең Сафакүл районына Фәрит Камаев етәкселегендәге фольклор экспедицияларында ҡатнашыу, талантлы музыка белгесе менән, иңгә-иң терәп тигәндәй, бик күп ауылдарҙа бергәләп башҡорт халыҡ йырҙарын, легендалар, риүәйәттәр, ауыл тарихтарын, шулай уҡ топонимик материалдар яҙып алыу насип булды. Алыҫ юлдарҙа үткәргән ул көндәр, ул сәфәрҙәр тураһында күңелемдә бары тик яҡты һәм ҡәҙерле хәтирәләр һаҡлана.

Фәрит Хәснулла улының киләсәккә пландары, ниәт һәм маҡсаттары бик ҙур ине. Беҙ уның менән Башҡортостандың иң көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш төбәктәрен — Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла яҡтарының төпкөл ауылдарын үтеп сығырға, 1997 йылда, «Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары» китабының донъя күреүенә 100 йыл тулыу айҡанлы, С. Г. Рыбаковтың маршруты буйынса экспедицияла йөрөргә хыяллана инек.

Башҡорт моңоноң донъяла феноменаль күренеш булыуы, унда илаһи серҙәр һаҡланыуы тураһында һүҙ сыҡҡанда Фәрит Хәснулла улы, йыр тексының поэтикаһы менән бергә, башҡорттоң телмәр мелодикаһына иғтибар итеү кәрәклеген бик йыш әйтә торғайны. Уныңса, башҡортса һөйләшеүсе асылда шул уҡ башҡорт йырының, башҡорт моңоноң төҙөлөшөн ҡабатлай. Профессор М. Ғ. Мортазинаның хәтерләүенсә, Ф. X. Камаев кемгәлер «Йырлау сәнғәтендә башҡорт фонетикаһы» тигән тема тәҡдим иткән, бында ла асылда шул уҡ фекерҙең дауамын күрергә мөмкин.

Фәриттең тынғыһыҙ, эҙләнеүсән тәбиғәте, оригиналь фекерләүсе белгес булыуы ошондай иҫтәлектә лә асыҡ күренә. Әхмәт Сөләймәнов Баймаҡта бергәләп командировкала булған саҡтарында башҡорт халыҡ ижады, өзләү сәнғәте, классик оҙон көйҙәребеҙ тураһында һөйләшеү, фекер алышыуҙары хаҡында уртаҡлашып, ошондай бер диалогты иҫенә төшөрә.

— Беләһеңме, Әхмәт ағай, теләһә, асылда һәр башҡорт оҙон көйҙө йырлай, өзләү сәнғәтен дә үҙләштерә ала,— ти Фәрит Хәснулла улы.

— Булмаҫ та,— ти Әхмәт Мөхәмәтвәли улы.

— Өзләү, оҙон көйгә йырлау сәнғәтенә эйә булған халыҡтарҙың күбеһеңдә булып сыҡтым,— тип дауам итә Ф. X. Камаев.— Уларҙың барыһының да тауыш аппараты бындай сәнғәте булмаған халыҡтарҙыҡынан айырылып тора... һәм был үҙенсәлек гендар менән быуындан-быуынға бирелеүсән,— тип өҫтәп ҡуя.

Фәндә, ғилемдә бындай асыштарҙың ҡиммәте, әлбиттә, баһалап бөткөһөҙ.

Фәрит Камаев республикабыҙҙың музыка йәмәғәтселеге араһында һәм унан ситтә лә ҙур абруй ҡаҙанған белгес булды. 1973 йылдан бирле Башҡортостан Композиторҙар союзының ағзаһы булып торҙо. Союзда музыка белеме секцияһына етәкселек итте. Уға Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре тигән маҡтаулы исем бирелде.

Үкенескә ҡаршы, талантлы ғалим, тәрән фекерле, киң ҡоласлы музыка белгесе Фәрит Хәснулла улы Камаевтың ғүмере бик иртә өҙөлдө. 1993 йылдың ғинуарында ул Өфө ҡалаһында ҡаты ауырыуҙан үлеп ҡалды.

Фәрит Камаевтың исеме башҡорт музыка фольклорын өйрәнеү тарихында иң хөрмәтле, һис ваҡыт онотолмаҫ урындарҙың береһен алып тора.

  1. Сөләймәнов Ә. Ирҙең даны илендә //Йәшлек, 1994, 30 апр.
  2. Ҡариҡолов Б. Фекерҙәш //Башҡортостан, 1994, 20 апр.
  3. Сөләймәнов Ә. Шул уҡ хеҙмәт.
  4. Миҫал өсөн ғалимдың ошондай мәҡәләләрен атап үтәйек: Стилевые и жанровые особенности башкирского музыкального фольклора //Научно- методические записки, вып. 1.— Уфа, 1973; К вопросу о структурной типоло­гии башкирских народных песен //Вопросы музыковедения, вып. 2.— Уфа, 1977; К сравнительному изучению фольклора западных и юго-западных башкир (вокальная часть) //Вопросы музыковедения, вып. 3.— Уфа, 1977.
  5. Уның хаҡында ошо уҡ китаптағы «Ҡурайсы аманаты» тигән очерктан уҡығыҙ.
Рәшит Шәкүр
1994 йыл
Ҡолонло бейәнән ҡойо һыуы артмаҫ, йүнһеҙгә, аҡса бирһәң, әйләнеп ҡайтмаҫ