dylmuhametovi1946 йылдың март айҙары ...

Бөтә илде ялмап уткан дәһшәтле Һуғыш илде ялмап куп ерҙә ярылып ята. Халыҡтың өҫ башына ла, ашарына ла наҡыҫ, ләкин киласәккә яхты өмат һәр кемда миндәйҙер дәрт һәм ышаныс уята. Ул саҡтарға даны Урал аръяғына ғына түгел, төрлө тарафтарға киткән Сибай руднигына яҡын тира ауылдарҙан кеше ағыла. Уларҙың күбеһе — әле иңенән харби шинелдәрен да һалмаған кисәге һалдаттар, мылтыҡ, ҡылыс тотҡан ҡулдарына кәйлә, көрәк алып, илгә көрәкле металл табыу өсөн шахталарға, карьерҙарға төштө. Ул ваҡытта «Сибайзолото» тип аталған рудникта төрлө яҡтан йыйылған халыҡ көндән-көн кубәйә. Торлаҡ, уңайлы тормош шарттары тураһында уйлаған, уны администрациянан даулаған бер әҙәм дә юҡ. Сибайға килеп туҡталған һәр кеше үҙ көрәге менән сиҙәм ала ла, кәҫтән торлаҡ һалып керә. Үҙе генә түгел, шул ояһына туған-тумасаларын, таныш-тоноштарын да фатирға индерә. Үҙ-ара бер ниндәй талаш-тартыш та сыҡмай, бер кемдә, артыҡ байлыҡ булмағас, көнләшеү ҙә, ыҙғышыу ҙа юҡ, барыбыҙ ҙа бер тигеҙ.

Ләкин, тормош нисек кенә ҡыҫынҡы, ауыр булмаһын, рудникҡа йыйылған, нигеҙҙә йәш халыҡтың, йыр-моңға һыуһағаны күренеп тора. Шунда уҡ һуҡыр сысҡан шикелле, ярты биленә ҡәҙәр ер ҡаҙып йәштәр ятағы итеп эшләнгән землянкаға, көн һайын тиерлек киске уйындарға йыйылабыҙ. Йәштәрҙең ошо эске дәрте урғылып тороуын белгән шикелле бындағы алтынсьлар янына Баймаҡ күсмә колхоз-совхоз театры йыш ҡына килеп китә. Ул коллектив үҙ спектаклдәрен ғәҙәттә Сибай баҡыр заводының ағас клубында ҡуя, ләкин ул спектаклдәрҙе ҡарау бәхете бөтә кешегә лә тәтемәй. Сәхнәлә күбәләк һымаҡ осҡан театр артистарын эстән йылы боҫ бөрккән шар асыҡ ишектән күҙ ҡырыйың менән генә күpeп ҡайтһаң да бик шатһың.

Шулай бер көн мин, фатир хужалары менән бергә иртәнге сәйҙе эсеп тә өлгөрмәнем, землянкаға береһенән-береһе һылыу, тал сыбығылай өс егет килеп инде. Улар беҙҙең менән ҡулдарҙы һелкә-һелкә күреште лә, шунда уҡ, танышырға тотондо. Хужабикәнең туған тейешлеһе, ҡуңыр түңәрәк битле, муйыл кеүек, дөм ҡара күҙҙәре янып торған Рыскужин Фәйзрахман тигәне үҙ иптәштәрен:

— Бына быныһы театрыбыҙҙың әле атаҡлы түгел, ләкин киләсәктә шуға еметен өҙмәгән мәшһүр ҡурайсыһы Ишмулла Дилмөхәмәтов була,— тип билен һыға быуған, һалдат гимнастеркаһы өҫтөнән иҫке генә һоро пинжәк, галифе салбар, бигүк яңы булмаһа ла ниҙер менән йылтыратып майланған итекле, ҡарсыға танаулы, оҙонсараҡ күркәм битле, артҡа таралған ҡара ялтыр сәсен һыйлап, күкрәген киреберәк, ситтәрәк торған зифа буйлы егеткә төрттө. Ул, үҙ иптәшенең тәҡдимен ысын күңелдән ҡабул иткән һымаҡ, һул ҡулына тотҡан ҡурай ҡынын айбашына ҡыҫты ле, нур сәсеп торған күҙҙәрен уйнатып, ҡарлуғас ҡанатындай ҡыйғас ҡаштарын яҙып, беҙгә баш эйҙе

— Ә инде быныһы, тип дауам итте Фәйзрахман, —киләсәктә данлыҡлы Ғиниәт Ушановты алмаштыра торған артисыбыҙ Марат Баһауетдинов була,—тип ыҫпай кейенгән, аҡ ҡына битле, ҙур түңәрәк күҙҙәренең ҡабағын уратып тигәндәй алған ҡуйы ҡара ҡашлы егеткә күрһәтте.

— Ә инде мине белмәгән кеше бында юҡтыр, тип уйлайым. Белмәһәләр, күптән белергә ваҡыт,—тип ырҙын шикелле тапалған ер иҙәнгә дағалы итегенең эҙҙәрен ҡалдырып, тыпырсынып алды.

Хужабикә самауырҙы яңынан шаулатып ебәрҙе. Тәпәш кенә тәҙрә төбөнә һөйөп ултыртылған өҫтөлгө һыйынышып ултырып, сөйгө яңынан тотондоҡ, хәйер, башҡа аҙыҡ-ризыҡҡа етешһеҙлек булһа ла Сибай старателдәренә таҡта сәйҙе һәр саҡ етерлек биреп торалар ине. Хужабикә, уңайһыҙланыуынан яулығының осо менән ярты битен ҡаплап, аш-яулыҡ өҫтөнә һоло ононан көлгө күмелгән бер өшә килтереп һалды.

— Ошо Фәйзрахман ағайымдың ғәҙәте һәр саҡ шул булыр инде, алдан әйтмәй-нитмәй, кеше оялтып, баҫып килә лә инә,— тип һуҡранды хужабикә.

— Ай әттәгенәһе, был айға тейешле нурмыбыҙҙы алалмай торабыҙ ҙабаһа, Мынауындай ҡунаҡтар алдында ҡайһылай ҙа уңайһыҙ булды, —тип өтәләнде.

Фәйзрахман, ынйы һымаҡ ап-аҡ тештәрен ялтыратып, келдө лә:

— Әй, беҙгә, әртис кешегә, ошо өҫтәлдәге һый ҙа тап-таман, беҙ яҡшы һый-хөрмәткә ғәҙәтләнмәгән, ауыл һайын йөрөп, беҙ һәр төрлөһөнә өйрәнеп бөткәйбеҙ инде, — тине лә, —өйҙә, ағай-эне, етешегеҙ, — тип, иптәштәрен ҡыҫтаны. Ә улар инде бигүк тартынып торманы. Хужабикә ҡулы менән һындырып һәр кемгә тотторған һыныҡҡа ҡушып маҡтай-маҡтай шәкәрләп сәй эстеләр.

Сынаяҡ аҫтына һалған сәйҙе бейәләйҙәй ҙур усына йомоп, уртала сәй һемереп ултырған Ишмулла тигәне, һоло икмәген көйшәй-көйшәй, башын яурынына ҡырын һалды ла, һул ҡашының ҡойроғон өҫко сойөп, һүҙ башланы:

— Уйлап ҡараһаң, тәмле-татлыны самаһыҙ ашауҙың бер яғынан зыяны ла күп. Әртис кешегә ашау килешмәй ул. Яратылған ат шикелле, уның эсе һар саҡ һыртына йәбешеп торорға тейеш. Шулаймы? — тип ул иптәштәренән яуап коттө. Тегеләре икеһе берҙәй баш һелккәс, һүҙен дауам итте:

— Бына, пример, мин үҙәм ныҡ туйһам, дәртләнеп, ҡурай уйнай алмайым,—тип хәйләкәргенә йылмайҙы. Уның был һүҙен үҙенә төбәлгән, төртмә хәбәр тиеберәк ҡабул иткән хужабикә шунда уҡ эләктереп алды:

— Ҡана һуң мынауы сәйгә тәрилкә тултырып һары май сәнсеп, шуны табала күмелгән эҫе икмәк мөнән ашап ебәрһәң, беребеҙҙең дә эсен тишмәҫ ине лә ул, юҡ бит, хәйерһеҙ,— тине.

Ҡарындаш тиемме, еңгәй тиемме, ләкин ундай ризыҡ асҡаҡһып йөрөгән әртискә килешмәй ул. Әртис һәр саҡ фәҡир булырға тейеш, байлыҡ әртис кешегә йоҡмай ул,— тип Ишмулла башын артҡараҡ ташлап, ҡуңыр биттәренә ризалыҡ һыҙаттары йүгертте лә, яңынан киң йылмайҙы. Хужабикә уның һайын ҡыҫтай-ҡыҫтай сәй яһаны. Сәй эсеп, камил туйғас, ҡунаҡтар, рәхмәт әйтеп,үҙҙәре ултырған эскәмйәһен стена ҡырына ҡуйҙы ла, яңынан теҙелешеп ултырҙы. Ишмулла ике киң усын ҡайыш аҫтына тыҡты ла, бармаҡтары менән эсенә һуҡ. ҡылап алды.

Туҡландыҡ, егеттәр, тамаҡ туйҙы бит, әй,— тине. Шунан бер аҙ ултыра биргәс:

— Әй, егеттәр, был һоло икмәге ашағандан һуң, беҙ сәхнәгә сығып, өсәүләп кешнәргә тотонмаһаҡ ярар ине,тип үҙе башлап келөп ебәрҙе. Барыбыҙ ҙа уға ҡушылып, шарҡылдап көлдөк.— Ну, малай, Абыҙгилдина1 апайҙы аптыратыр инек. Нишләр ине икән, әй? — тип ул иптәштәренә хәйләкәр ҡарап ҡуйҙы. Фәйзрахман көлөүҙән туҡтағас, битенә етдилек йүгертеп:

— Һин, Ишмулла, давай, теләһә ни һөйләп ултырма әле, бейеү көйөн уйнап ебер, Бер тапап, сәй һеңдереп алайыҡ. Хәсөндөрҙән сыҡҡан бейеүсе мин генә тип уйлама. Бына бында Биишевтарҙан йөнә бер бейеүсе ултыра әле,—тип хужабикәгә ымланы. Уға ҡаршы ағастан юнып эшләнгән карауат өҫтөндө ултырған хужабикәнең сикәһендө ике бәләкәй генә соҡоро яҙыла төштө, ағаһына үпкәләгәндәй, ул алһыуланған битен уға борҙо ла йоҡа ғына ирендәрен бүлтөйтеп ҡуйҙы.

Ишмулла мөйөшкә һөйәлгән ҡыны эсенде ҡылтырлап ҡатҡан ҡурайҙарынан береһен һайланы ла, башта теленең осон сығарып, уның тишектәрен еүешләне, шунан бармаҡ остарына токөроп алды ла,ҡурайҙың йыуан башын усы эсендә әйландереп, саңын һөрттө. Башын уң яҡҡа ҡырын Һалып, ҡурайын ауыҙына ҡуйҙы ла, күҙен йомоп, бергә төйнәлгән ҡуйы дөм ҡара ҡаштарын һикертте. Ҡурайҙы ҡымтыған ирендәрен дерелдәтеп, бер ниса тапҡыр һыҙғыртып, башта көй самаланы. Шунан һуң ғына ҡырын һалған битенә етдилек һыҙаттары өҫтәп, һажлатып «Зарифа»ны уйнап ебәрҙе. Ирекһеҙҙән беҙҙең аяҡтар тыбырсына башланы. Бәләкәй генә, тәпәш землянка ҡурайсының киң күкрәгенән ағылған дәртле моң менән тулды. Балсыҡ менән һыланған кәҫ стеналарға бәрелеп, ҡурайҙың көслө моңо ярым асыҡ ишек аша урамға атылды. Тәүҙә бер нисә, ә һуңынан байтаҡ кеше минең хужаның землянкаһын һырып алды. Дүрт йыл ситтә йөрөп, башҡорт моңона, бигерәк тә уның тылсымлы, сихри ҡурайына сарсап ҡайтҡан минең күңелдә был моң әллә ниндәй тәрән кисерештәр уятты.

Беренсенән, һуғышта ятып ҡалған ауылдаштарҙың, төрлөһө төрлө урында баш һалған, бергә ауыр фронт юлдары үткән иптәштәрҙең был көйҙе ишетеүҙән мәңге мәхрүм булыуҙарын, яңынан тороп бер ҡасан да өҙә баҫып бейей алмаясағын уйлап йән әсене, йөрәк әрнене. Икенсенән, сылтырап аҡҡан көмөш шишмә шикелле, бер талпынып, берсә моңайып сыҡҡан ҡурай тауышы йәшәү мәңгелеген раҫланы, тыңлаусылар йөрәгенә дәрт өрҙө, етешһеҙ донъя мәшәҡәттәрен ваҡытлыса булһа ла оноттороп, йәндәрен елкендерҙе.

Бик артыҡ ҡыҫтатып тормай, күптән «табаны ҡысып ултырған» хужабикә, иҙән уртаһында ике ҡулы менән күлмәк итәктәрен тотҡолап бер аҙ торҙо ла, зыр әйләнеп, бармаҡтарын шартлатып, бейергә төшөп китте. Эске дәрт менән тулған күҙҙәренән ҡыуаныс сатҡылары һибеп, Фәйзрахман, хужабикә бейегәндә, ҡулдарын сәпәкәйләп:

Ана шулай-шушылай, өҙә баҫа бииштәр,—тип һамаҡлап,ҡарындашына ҡеүәт әҫтәне. Ҡыҫтап-ҡыҫтап, барыбыҙҙы ла бейергә төшөрҙөләр. Мин иҙән уртаһына баҫҡас, Ишмулла ҡурай тартыуынан туҡтап, үҙенә генә хас, йылы мөләйем ҡарашын миңә һирпте лә:

— Йә, Һалдат ағай, һиңә ниндәй көй тартайым?— тип һораны. Мин, әллә ниндәй оҫта бейеүсе кеше шикелле:

— «Ҡарт Байыҡты» тарт,—тип махсус заказ биреп ебәргән кеше булдым. Ҡапыл үҙ-үҙемдән үҙем оялдым. «Мыҡты кеше, әллә кем булып, оялмай заказ биреп торған була»,— тип аҙаҡтан үҙ үҙемде әрләнем. Ошоға тиклем ҡурайҙа «Ҡарт Байыҡ»ты уның һымаҡ башҡарған кешене ишетмәгәс, мин, иҙән уртаһында торған килеш, ҡаушап кйлдым. Әлеге лә баяғы Фәйзрахман:

— Әйҙә, әйҙә, ағай кеше, көйҙө әрәм итмә, баҫ!— тип ҡыҫтағас, бер нисә тапҡыр иҙәнде әйләнеп бейергә тура килде. Землянка тирәһен һырып алған кешеләрҙән бер нисәүһен, Фәйзрахман һөйрәп тигәндәй, өйгә бейетергә алып инде.

Бейеүҙәр туҡталғас, Ишмулла маңлайына сыҡҡан тир бөрсөктәрен усы менән һөртөп алды ла, ҙур эске әҫәрләнеү менән, дәртләнеп оҙон көй уйнарға тотондо. Ләкин уға ҡушылып йырларға баҙнат итеүсе табылманы. Оҙон башҡорт көөйҙәрен йәштән әҙ-мәҙ һуҡалауыма, ҡурай тауышына йәшлек дәрте күкрәккә һыймай урғылып ҡайнауына ҡарамаҫтан, ауыҙ күтәреп, уға ҡушылып йыр башларға минең дә батырсылығым етмәне. Ул батырсылыҡ, Ишмулланы яҡындан белә башлағас, бик оҙаҡ йылдар үткәндән Һуң, аҙаҡтан ғына килде. Мин уның моңон тәүге тапҡыр ишеткәндә, ул әле ҡурайҙы «күкрәккә Һалып» түгел, нескә бай тембрлы көйҙәрен таҙа тауыш менән уйнай ине ләкин шул тәүге күреүҙә үк уның куплет аҙағында өзләүгә күсергә тырышыуы төҫмөрләнә ине.

1947 йылдың аҙағында эшкә райкомға, уның пропаганда Һәм агитация бүлегенә күскәс, Ишмулла эшләгән Баймаҡ күсмә колхоз-совхоз театры беҙҙең туған коллективҡа әйләнде. Улар әҙерләгән һәр спектаклде ҡабул итеүҙән тыш, театрҙың байтаҡ ҡына башҡа мәсьәләләре менәй дә шөғөлләнергә тура килде. Шул саҡта артистар йәшәгән саман барактың бер тәҙрәле генә бүлмәһендә Ишмулланың йыш ҡына ниңәлер зарығып-зарығып оҙон көй уйнауҙары әле лә ҡолаҡ төбөндә яңғырап тора. Ләкин Ишмулла театрға ҡурайсы сифатында түгел, ә драма артисы булып килде. Уның тал сыбығындай бейек, зифа буй-һыны ла, бөтә кешене үҙенә тартырлыҡ күркәм йөҙөнә ҡарап, уны сәхнәлә артист итеп уйнатмау мөмкин булмағандыр шул.

Уның атаһы Ишғәле ағай, Баймаҡтағы артистар йәшәгән саман баракты табып, үҙенең ун алты йәшлек улын етәкләп нисек итеп беренсе тапҡыр театрға алып килгәнен Ғәшиә Абыҙгилдина бик ҡыҙыҡ итеп һөйләп тә ишеттергәйне, ләкин уның һүҙен ҡабатларға минең выжданым ҡушманы. Мәрхүм Ишмулла һәм уның яҡты образы хаҡында ул үҙ һүҙен үҙе әйтер, тип уйлайым. Ишмулла Дилмөхәмәтовтың

«Таңсулпан», «Ғәлиәбаныу» һәм «Балҡан» («Зимагорҙар») спектаклдәрендә төп ролдәрҙе башҡарыуы хәтерҙә. Уның драма артисы булараҡ, ролдәрҙе нисек башҡарыуын һөйләү театр белгестәре выжданында, ләкин мин шуны ғына әйтә алам: киң күкрәкле, ҡыйғас ҡара ҡашлы ҡуңыр йөҙөндә һәр саҡ нур балҡып торған, көслө, тоноғораҡ тауышлы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың сәхнәлә күренеүе залда ултырған бер тамашасыны ле тыныс ҡалдырмай торғайны.

...Мин эшләгән кабинетҡа, Ишмулла Дилмөхәмәтовты артынан эйәртеп, урта йәштәрҙәге бер ағай килеп инде. Ул миңә көрәктәй ҡулын һоноп күреште лә:

Мин бына ошо еғеттең атаһы Ишғәле булам, — тип таныштырҙы.

Ул Ишмуллаға ҡарағанда байтаҡ бейегерәк, эре һөйәкле, киң яурынлы, дүрткелерәк битен матурлатыл ҡара мыйьгк ебәргән, типһә тимер өҙерлек ир уртаһы кеше ине. Уның тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап, мин: «Был кешегә хоҙай кәүҙәһен дә, көсөн дә йәлләмәгән икән», — тип уйлап ҡуйҙым. Ысынлап та, ул тәү ҡарамаҡҡа, һабантуйҙарында бил бирмәй көрәшә торған бәһлеүәндәргә оҡшағайны. Мин уға ултырғыс шылдырҙым. Ул үҙенең ҡарсығалай күҙҙәре менән минең кабинетты байҡап сыҡты ла, шкаф мөйөшөндә ултырған ике ботлоҡ ' гергә текәлде. Уның бында нишлөп килеп инеүенә ғәжәпләнгән кеше һымаҡ тыйнаҡ ҡына һорап ҡуйҙы-

Ҡустым, әллә быны күтәреүселәр ҙә бармы?— тип, кабинетта ултырған йәштәргә ҡарашын һирпте.

Эйе, Ишғәле ағай, дәртләнеп китһәк, күтәреп тә ташлайбыҙ уны,— тигәс, минең һүҙгә ышанмағанын һиҙҙереп, ирен ситтәренә йылмайыу һыҙаттары йүгертте. Бына-бына ул үҙенең өҫтөндәге иҫкерәк пальтоһын һыпырып ташлар ҙа ике ботлоҡ герҙе күккә сөйә башлар төҫлө тойолдо миңә. Ләкин ул урынынан ҡуҙғалманы. Бер аҙ ултырғас, ул һәлмәк кенә һүҙ башланы:

Бына ошо егет минең Ишмулла тигән малайым була,.— тине лә, усы менән ауыҙын ҡаплап, әҙәпле генә йүткереп алды.

Мин, ағай, Ишмулланы беләм. Райкомға килгәнгә тиклем үк танышбыҙ,— тинем.

Эйе, эйе. Ул миңә юлда һөйләп килде,— тип дөрөҫләне Ишғәле ағай... Ул киң күкрәген тултырып тын алды ла, һүҙен дауам итте:

Ҡустым, әйтәһе һүҙем шул; ул бында театрҙа әртис булып эшләп йөрөгөн була. Сит ер. Туған-таныштар ҙа юҡ. Яҡуп ауылы яҡын ара ла түгел, донъя мәшәҡәттәренән бушап, йыш ҡына килеп йөрөп тә булмай. Йәштәрҙең аҙып-туҙып китә торған холҡо ла бар. һин, ҡустым, әтдил пыра паганда бит — бына ошо егеткә күҙ-ҡолаҡ булып тор инде. Боронғоса әйткәндә; «Ите һиңә, һөйәге миңә»,— тимәксемен, тип, шкафҡа һөйәлеп торған Ишмуллаға ата мөхәббәте тулған һоро күҙҙәрен төбәне. Ишмулланың ҡуңыр битенә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе. Кабинет эсе бер аҙға тынып ҡалды. Мин, урынымдан тороп, уның ҡулдарын ҡыҫтым да:

Ишғәле ағай, борсолмағыҙ. Был егеткә аҙырға ирек бирмәбеҙ. Үҙең әйтмәксе, күҙ-ҡолаҡ булып торорбоҙ,— тил вәғәҙә бирҙем. Ул урынынан торҙо ла:

Ярай, рәхмәт, ҡустым, йомошом шул ғына ине,— тип, Ишмулланы эйәртеп, кабинеттан сығып китте.

Тик һуңынан ғына, Ишғәле ағай Баймаҡҡа йышлай башлағас, артистарҙың бер мәжлесендә бергә булған саҡта, ул Ишмулланыҡына ҡарағанда ла йыуаныраҡ ҡурайҙан мәшһүр «Урал»ды, төрлө биҙәктәр менән һырлап, уйнап ебәргәс кенә, уның «атаҡлы Ишғәле ҡурайсы» икәнен белдем. Уның атаһы ла, йәғни Ишмулланың олатаһы ла, бөтә Урал аръяғында танылған ҡурайсы булыуын шул мәжлестә Ишғәле ағайҙың үҙенән ишеттем. Тиҙҙән, 1946 йылдың март айында, мин беренсе тапҡыр Сибайҙа осратҡан өс артисты ла Совет Армияһына оҙаттылар. Ике-өс йыл үтеүгә был өс егет театрға яңынан әйләнеп ҡайтты. Ул мәлдә ир-егеттәргә йотлоҡ кисергән театрға быларҙың ҡайтып төшөүе оло байрам булды. Бер нисә көн үткәс, билен яңы ҡайыш менән һыға быуып, бите ҡара янған, элеккегә ҡарағанда ла мөһабәтләнеп киткән Ишмулла Дилмөхәмәтов райкомға килеп инде, хәл-әхүәл дә Һорашып тормай, иҙән уртаһында шаҡылдатып үксәләрен бер-береһенә һуҡты ла, кәүҙәһен турайтып честь бирҙе.

Һиңә йәүитсә булырға килдем,— тип йылмайҙы.

Иҫәнлек-Һаулыҡ һорашып ултъ1рғас, мин Ишмулланан һорай ҡуйҙым:

Хеҙмәт нисегерәк үтте? һалдат йөгө бик ауыр булманымы?— тинем.

Ишмулла, башын түбәнерәк эйеп, үҙенә генә хас илле йылмайыу менән көлдө лә:

Беҙ ни, ағай, унда ла ансамблдә йөрөнөк,— тип яуап бирҙе.

Кем һуң ул беҙ?— тип һораным.

Әлеге лә баяғы инде — Рыҫҡужин Фәйзрахман, Марат Баһауетдинов, мин. Мин ҡурай тарттым, Фәйзрахман бейене, ә Марат мандолинала уйнаны,—тип көлдө.—Фәйзрахман армиянан рус бейеүе алып ҡайтты. Хәҙер ул «Перовский»ҙы ғына бейемәй,— тип өҫтәне.

Ошо осрашыуҙан һуң беҙ уның менән бер аҙ айырылышып торҙоҡ. Яңынан беҙ уның менән Өфөлө генә күрештек. Өфөгә килгәс, ул башта Баш ҡорт академия драма театрында артист булып эшләне, ара-тирә төрлө концерттарҙа ҡурай уйнаштырҙы. Был саҡтарҙа ул бик тә ауыр кисерештәргә дусар булды. Материаль һәм мораль яҡтан да уның өсөн тормош ауырайып китте. Ләкин ул үҙенең көслө ихтыярын бергә төйнәп, ситтән бер ниндәй ярҙамһыҙ, ошо хәлдән ҡотолорлоҡ көс тапты.

Драма театры сәхнәһен ҡалдырып, филармонияға күскәс, үҙенең төп һәнәрен — ҡурайҙа уйнауҙы һаман камиллаштыра барып, алтмышынсы йылдар уртаһында республиканың тиңдәшһеҙ ҡурайсыһына әүерелде. Был ваҡытҡа ул элекке быуындың атаҡлы ҡурайсылары Йомабай Иҫәнбаев, Хәмит Әхмәтовтарҙың уйнау традицияларын, уларҙың үҙенсәлектәрем, алымдарын үҙләштереп кенә ҡалмай, ә артабан үҫтерә барып, һәр көйгә үҙенә генә хас бай биҙәктәр өҫтәне, бөтөнләйгә «күкрәккә һалып» уйнауға күсте. Көйҙөң икенсе строфаһы аҙағында, бигерәк тә куплет бөткәс, ҡурайын ауыҙынан алып, зал яңыратып, өзләүгә күсеп китеүе бөтә тыңлаусыларҙы таң ҡалдырҙы.

Бер мәл ул йөрәк сире менән интегә башланы. Шул саҡ мин унан:

Ишмулла ҡустым, бәлки, сәхнәгә сыҡҡас, һин бигерәк йөрәкһеп китә торғанһыңдыр? Шуға күрә лә йөрәгең сыҙамайҙыр?—тип һораным. Ул башын ҡырын һалып, дөм-ҡара ҡаштарьж төйөп, алыҫ офоҡҡа оҙаҡ ҡына текләп ултырҙы ла:

Ағай, ҡурайҙы ғәмһеҙ гене, йоҡомһорап, һүнгән йөрәк менән уйнап булмай ул. Йә йөрәгеңдең бөтә ялҡынын ҡушып уйнарға кәрәк, йә, ҡурай тартам тип, сәхнәгә бөтөнләй сыҡмаҫҡа кәрәк — икенең бере,— тип яуап бирҙе.

Ҡайһылай тура һәм дөрөҫ яуап ине был.

Бер саҡ шулай, йөрәге тағы ла насарая башлағас, уға Министрҙар Советы аша пенсия алып биреүҙә ярҙамлаштым, уның шатлығының иге-сиге булманы, бәләкәй - балалар шикелле ҡыуанды. Бер тапҡыр мин унан тағы Һорай ҡуйҙым.

Ишмулла, хәҙер нишләрбеҙ инде? Ҡурай уйнай алмаҫһың бит?— тип йәлләнем, Ул мөләйем ге нә йылмайҙы ла:

Әй, ағай-ағай, бушка ҡайғырма. Мине сығарып, сәхнәгә һөйәп ҡуйһалар,- шул eткән, ҡустың шул саҡта ла ҡурайын өрөп торасаҡ,— тип мәрәкәләне.

Ысынлап та, ошо һөйләшеүҙән һуң ул республика хеҙмәтсәндәрен генә тугел башҡа бик күп тарафтарҙың тамашасыларын да үҙ моңо менән әсир итте. Сит илдәргә сыҡты. Швецияға, Парижға Токиоға һәм башҡа бик күп илдәргә барып, үҙенең Һоҡланғыс һәнәрен күрһәтте.

Швециянан йөрөп ҡайтҡас, миңә швед телендә баҫылған бер төргәк рецензиялар, афишалар тотторҙо ла:

Мә, ағай, һин швед теленә бик тә маһир шикелле, ошо нәмәләрҙе форсатың барҙа уҡып сыҡ,— тип көлдө.— Ә инде бына быныһы, үҙе бәләкәй генә булһа ла, улар тарихы өсөн бик тә ҡиммәт ле нәмә,— тип, фарфорҙа) эшләнгән кескенә статуэтканы өҫтәлгә ҡуйҙы. Ул ҡулына ҡурай тотоп ултырған кешегә оҡшағайны.

Ҡурайсының күңеленә хуш килгәндер инде был статуэтка. Мин әле лә ошо бүләкте уның һүнмәҫ образы итеп һаҡлайым, ул әле лә минең шкафым өҫтөндә иң ҡәҙерле урынды биләп тора. Ҡайҙа ғына бармаһын, үҙебеҙсә әйткәндә, Дилмөй, үҙ яҡындарын, шул иҫәптән мине лә, бер ҡасан да иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Париждан алып ҡайтҡан күлдәктең ең осона ҡуя торған запонкаларҙы ут яҡтыһында:

Ҡара, ҡара ағай, уның ташы төрлө яҡтан төрлөсә күренә,— тип, электр лампаһы яҡтыһында әйләндереп-әйләндеpeп күрһәтте лә, күлдәк енемә үҙе ҡаптырып ҡайтып китте.

Эсе бошҡан саҡтарҙа ул, телефондан шылтыратып, оҙаҡ-оҙаҡ һөйләшер ине, йәки йыш ҡына өйгә килеп тә сығыр ине. Ҡолаҡтарын өҫкә түгел, артҡа тарттырып бәйләгән бүркен кейем элгес башына ырғытыр ине лә, пальтоһын элгәс, ойоҡ менән залға үтеп, оҙаҡ ҡына: «Бында ниҙәр үҙгәргән икән?», — тигән һымағыраҡ бүлмәне байҡап сығыр ине. Беҙгә килгәндә мотлаҡ бер ҡыҙыҡ хәбәр алып килер ине. Йә гастролдәрҙә йөрөгәнендә берәр мәрәкәгә юлығыуын, йә үҙ баҡсаһын төҙөгән саҡта ниндәйҙер бер мәҙәк килеп сығыуын яйлап ҡына, тәмләп һөйләр ине лә, ике күҙе йомолғансы рәхәтләнеп көлөр ине. Бер килгәнендә:

— Ағай, миңә Федерацияның персональ пенсияһын бирмәнеләр әле, бөтә юллау документтары кире әйләнеп ҡайтты, — тине. Мин ғәжәпләнеп:

— Ул нисек була һуң? һиңә лә бирмәгәс, ул кемдәргә тейеш икән? — тип аптыраным. Ул киң усы менән битен һыйпап алды ла, йөҙөнә ниндәйҙер болоҡһоу һыҙаттары йүгертеп:

— Ордены юҡ, тип әйтәләр ти. Ошоға тиклем булмағас, хәҙер уны ҡайҙан алмаҡ кәрәк? — тип уйға ҡалды. Ысынлап та, ул бер орденһыҙ, бер миҙалһыҙ оло талант эйәһе ине. Ҡырҡ йылға яҡын үҙенең ҡурайы менән республика халҡын ғына түгел, илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә меңәрләгән тамашасыны таң ҡалдырған, төрлө дәүләттәрҙең баш ҡалалары Токио, Стокгольм, Париж, Берлин, Ханой һәм башҡаларҙың мәрмәр һарайҙарын яңғыратып ҡурайын уйнаған Ишмулла Дилмөхәмәтов түшенә бер орден тағырға ла лайыҡ була алмай донъя ҡуйҙы. Бының өсөн, беҙ, донъяла йәшәп ятҡан уның иптәштәре, яҡындары, барыбыҙ ҙа хәҙер ҙә күңел ғазабы кисерәбеҙ. Үкенескә ҡаршы, беҙ бөтәбеҙ ҙә үҙ иптәштәребеҙҙең, яҡындарыбыҙҙың ҡәҙерен улар донъянан киткәс кенә баһалайбыҙ шул.

Ул беҙгә килгән һайын, дәртләнеп ҡурай уйнамай ҡайтманы. Мин үҙ квартирамда ҡурайҙарҙың яһалғанын да, яһалмағанын да уның өсөн махсус тоттом. Ул, өҫтәл артына ултырып, хәл-әхүәл һорашҡас, ашыҡмай ғына сәй эсеп алабыҙ ҙа ҡурайға тотонабыҙ. Мин уның алдына биш-алты ҡурай килтереп һалам да үҙем ситтән генә уға диҡҡәт менән ҡарап ултырам. Ул, иҙән сүпләнмәһен өсөн, тубыҡтарына берәй сепрәк йәйә лә, кеҫәһенән бәкеһен сығарып, ҡурай эшләргә тотона. Иң башта бер күҙен ҡыҫып, өҫтәлдә ятҡан һәр ҡурайҙың эсен яҡтығаҡуйып ҡарап ала. Шунан йыуан башын ирененә терәп, теле менән ҡурай буйлатып «тыф», «тыф» тип тауыш сығара. Үҙе эш менән мәшғүл булһа ла һорап ҡуя.

Ағай, был ҡурайҙарҙы һиңә кем ҡырҡып ебәргән?

— Баймаҡ районы Ленин исемендәге колхоз председателе Хәсәнов Хөрмәтулла ебәргән, тигән яуапты ишеткәс:

— О, улай булғас, яҡшы, яҡшы. Үҙе ҡурайсы кеше уның ниндәйен һайларға белә инде. Председатель кешенең машинаһы ла булғас, Уралдың ҡыразынан тороп йыйҙы инде уны. Беҙҙең ише йәйәүле Мәхмүтме ни ул? — тип мәрәкәләй ҙә:

Пажалый, мынауһы барыр,— тип биш-алты ҡурай араһынан береһен алып, көрәктәй ҡулдары менән тотамлап сыға. Ҡурай өҫтөнә бармаҡтарын һалып үлсәй ҙә тишек тишә башлай. Мин инде, магнитофонды йәтешләп, түҙемһеҙлек менән көтә башлайым. Ғәҙәттә ул беҙгә һәр ҡасан тиерлек Башҡорт АССР-ы- ның халыҡ артисы Рамазан Йәкбәков менән килде.

Йә, Рамазан, нимәне тартайым?, — тип ауыҙынан ҡурайын алмай ғына уға башын бора.

Давай, Ишмулла ағай, «Сибай»ҙы ебәр, булмаһа,— ти ҙә Рамазан да күҙҙәрен йомоп, ҡурайға ҡушылырға әҙерләнә. Тәүҙә бәләкәй генә залды ярырҙай итеп, Ишмул- ланың ҡурай тауышы яңғырай, ә унан инде Рамаҙандың йөрәктәргә үтеп ингән моңло йыры ағыла. Шулай бер аҙ дуэт менән концерт ҡуйып алғас, мин магнитофонды ҡайтанан ебәрәм. Инде улар икәүләп үҙ тауыштарын тыңлай. Йыр аҙағында, һоҡланыуымды йәшерә алмай, мин үҙем дә һиҙмәҫтән: «Ай, афарин!», тип көй күтәреп ебәрәм.

Ну, шәп уйнаның да, оҫта йырланың да, — тип уларҙың икәүһенә ҡарайым. Ишмулла күҙҙәре менән генә көлә лә:

— Юҡ, ағай, уйнау уртаса ғына булды, ләкин магнитофоның бик тә шәп яҙа икән,тигән була.—Ағай, һиношо ҡурайҙы берәй ереңә әтдилнерәк һалып тор әле, тыштан ҡарамаҡҡа әллә ни күренмәһә лә, тауышы бик яңғырап сыға,— тип уйнаған ҡурайын бер яҡҡа һалып ҡуя. Шулай итеп, улар икәүләп беҙҙең квартираға килеп, күп кенә көй, шулар араһында бик һирәк йырланған көйҙәрҙе лә, яҙҙырып китә. Мин уларҙы хәҙер, Ишмулланың вариҫы булып, уның изге ҡомартҡыһы итеп һаҡлайым.

Ҡурайсы булыу менән бер рәттән, ул көйҙәребеҙҙең тарихын да яҡшы белде. Ҡайһы саҡтарҙа ул беҙгә килеп, башҡорт эпостарынан, легендаларынан өҙөктәр һөйләп, яҙҙырып китер ине.

«Емельян Пугачев» фильмы төшөрөлә башлағас, уны Юлай ролен башҡарырға Минскиға саҡырҙылар. Шунан йөрөп ҡайтҡас, күп тә тормай, беҙ уның менән яңынан осраштыҡ. Өйгә килеп инеп, бер аҙ ултырғас, ул иҙән уртаһына баҫып, Салауат Юлаевҡа бағышлап сығарған үҙ шиғырын уҡыны. Шул саҡ ҙур эске тулҡынланыу менән бөтә йөрәгенән уҡыған уның шиғыры тойғоло хистәр, сихри уйҙар менән беҙҙең бөтә булмышыбыҙҙы солғап алды, эске әҫәрләнеүебеҙҙән күҙҙәребеҙгә әсе йәш эркелде. Беҙ, Салауат Юлаев образын кәүҙәләндереп, иҙәндә хәрәкәтһеҙ тынып ҡалған Ишмулланы ысын күңелдән тәбрикләп, ҡосаҡлап алдыҡ. Ысынлап та, бындай кеше йәнен ялмап алырлыҡ ҡайнар хисле шиғырҙы ғәмһеҙ, һалҡын йөрәкле әҙәм сығара алмайҙыр, әлбиттә.

Беҙҙең ауылдан өс кенә саҡрым ерҙә, Ҡыҙыл йылғаһы буйлап үрҙәрәк, Мунаш тигән бик тә боронғо ауыл ултыра. Ул ауылда бик тырыш, эштә лә, ашта ла намыҫсан, ал бирмәҫ кешеләр, минең яҡташтар йәшәй. Беҙ бала саҡта шул ауылдың ҡайһы бер яғаһынан кеше алдырмаҫ ирҙәре, башын артҡа ташлап, салғыйҙарын һирпеп ебәрә торғайны. Ишмулланың сираттағы бер концертында уның сәхнәгә килеп сығыу ғәҙәтен яңынан күҙәтеп ултырҙым да, икенсе бер осрашҡанда уға һорау бирҙем:

Һин, Ишмулла, мин әйтәм, сәхнәгә тәс минең күрше Мунаш ауылының ҡайһы бер кешеләре кеүек килеп сығаһың, — тим.

Ишмулла: «Ул Мунаш тигәнең ниндәй ауыл һуң, ул ҡайһы тирәләрҙә ята?»—тип һорап та торманы. Шундуҡ һис бер уйлап тормаҫтан:

Һуң, Рамаҙан ағай, мин Мунаштың ейәне булғас нишләтәйем? — тип яуап бирмәһенме. Мин торған урынымда йығылып уҡ китә яҙҙым, ғәжәпләнеүем шул тиклем булды.

Ишмулла, китһәнә, һин нишләп Мунаш ауылының ейәне булаң, ти? — тип һорарға ашыҡтым. Ул һис тә аптырамай ғына:

Һин әллә боронғо ҡурайсылар өйөндә генә ятҡантип уйлайһыңмы ни? Улар беҙҙең ише ил ҡыҙырып, ауылдан-ауылға, йыйындан-йыйынға йөрөп ятҡандар ул - тип яуап бирҙе ләмәкерле генә йылмайып, алсаҡ күҙҙәрен уйнатты. —Бына шулайтыпауыл һайын ҡурай тартып цөрөй торғас, минең олатай Һеҙҙең Мунаш ауылында бер сибәрҙе күҙләгән дә, шундуҡ әйттереп, Яҡупҡа (Ишмулланың тыуған ауылы. Хәҙер Йылайыр районына керә) альп ҡайтып та киткән. Шулай булғас, хәҙер минең ҡыланыштарҙа үҙ ауылдаштарыңдың ғәҙәттәрен табыуың ғәжәп түгел тип өҫтәне лә,— төптәнерәк тикшерә башлаһаң, һин миңә моғайын, бер сыбыҡ осолор әле,— тип көлдө.

Ҡырҡ йылға яҡын Ишмулла менән күрешеп-һөйләшеп йөрөгән минең өсөн был ысынлап та көтөлмәгән асыш ине Ләкин Мунаш ауылындағы оләсәһе яғынан туған-тумасаларын тикшереп, тағы ла ентекләберәк һорашырға нисектер форсат табылманы. Был серҙе ул үҙе менән бергә алып китте.

Икенсе тағы бер шылтыратҡанында ул һүҙ араһында минән һорап ҡуйҙы:

— Ағай, теге мин эшләп ҡалдырып киткән ҡурай иҫәнме әле? Шуны һағындым әле нишләптер төшөмә керә шул ҡурай? — тине. Үкенескә ҡаршы мин уны шатландыра алманым. Мин өйҙә юҡта ниндәйҙер бер ҡурайсы йораты килеп ингән дә, ҡурайҙарҙы аҡтарырға керешкән. Беҙҙең өйҙәгеләр:

— Был Ишмулла Дилмөхәмәтовтың ҡурайы, зинһар, тейә күрмәгеҙ, — тип киҫәткән. Ә теге кеше, киреһенсә, уның ҡурайы менән уйнап ҡарарға уйлаған. Килешһеҙ бармаҡтарын ҡаты баҫып, уның ҡурайын нәҡ уртаһынан һындырып сығарған. Был хәлде күргәс, мин, үҙемде ҡәһәрләп, оло ҡайғыға юлыҡтым. Ҡыйын булһа ла бына шул турала уға телефон аша әйтергә тура килде. Бындай хәбәрҙе ишеткәс, ул ҡаты уфтанып, телефондың теге башында бер аҙ һүҙһеҙ ултырҙы.

— Әй, әттәгенәһе, ауыҙына май биргән, ҡурайсының яратҡан ҡурайы һыныуы, йә тикторған көйөнсә кибеп ярылыуы борон-борондан бик шәп нәмә түгел инде. Уны элек-электән насарға юрайҙар. Ярай, хәйерлегә булһын, — тип трубкаһын бойоҡ ҡына һалды. Мин үҙемдә:«Берәр ҡазағаюлыҡмаһаҡ ярар ине», — тип оҙа ҡына бошоноп йөрөнөм.

Уның менән һуңғы тапҡыр опера һәм балет тарында осраштыҡ. Ул көндәрҙә Заһир Исмәғилевтың Ишмулла Дилмөхәмәтов либреттоһы буйынса яҙылған «Урал илселәре» тигән тарихи операһы бара ине. Ул телефон аша беҙҙе операға саҡырҙы ла, театр фойеһына ингәс, уның бейек болдоронда тороп, ҡаршы алды Билдәле, уның либретто яҙа башлауын мин бик күп алданбелә инем инде. Бер тапҡыр килеп, унан өҙөктәр ҙә уҡып киткәйне.

Тамаша залына инеп, и урындарыбыҙға ултырған сакта, байрамса кейенгән Ишмулла, төҫөнә ниндәйҙер эске йыйнаҡлыҡ, тантаналыҡ, шул уҡ ваҡытта сырайына етдилек һыҙаттары йүгертеп, оло ҡайғыға дусар булған кеше шикелле, залға боролоп ингән тамашасыларҙы бойоҡ ҡына күҙәтеп тора ине. Беҙҙең урындар арттараҡ икәнен куреп ҡалды ла, йүгертеп тигәндәй килеп, беҙҙе үҙенә һәм ҡатыны Әнисә ханыма тәғәйен урындарға ултыртып китте. Эйе, Ишмулла ғүмере буйы бөтә кешегә сиктән тыш иғтибарлы һәм кеселекле булды. Уның сиктән тыш әҙәплелеге, инсафлылығы хаҡында тағы ла ҙур бер иҫтәлек яҙырға булыр ине.

Ошо осрашыу беҙҙең һуңғы күрешеүебеҙ булған икән. Сирләп больницала ятҡан. сағымда уның үлем хәбәре минең генә түгел, уны белгән бөтә кешенең йөрәген тетрәтте.

Шул фажиғәле минутында ла ул, ил һағында торған һалдат шикелле, ҡурай ҡынын ҡулынан ыскындырманы.

ИшмуллаДилмөхәмәтов башҡорт культураһы, атап әйткәндә, ҡурай сәнғәте күгендә ҡабынған мәңге һүнмәҫ яҡты йондоҙ булды, һулышының һуңғы минутына тиклем үҙ халҡына бөтә йөрәге тоғро хеҙмәт иткән Ишмулланың баҙымаҫ тылсымлы йының моңо, ҡайнар йөрәгенең ялҡынын ҡушып талнып-талпынып йырлаған ҡабатланмаҫ йырҙары уның оло талантын ихтирам иткән меңләгән тамашасылар күңелендә мәңге һаҡланыр.


1. Абыҙгилдина Ғәшиә Баязитовна — БАССР ҙың халыҡ артискаһыБаймаҡ колхоз-совхоз театрының нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Ул оҙаҡ йылдар ошо театрҙың директоры, партия ойошмаһы секретары булды: Хәҙер Сибай ҡалаһында йәшәй

Рамазан ӨМӨТБАЕВ.
“Совет Башҡортостаны” гәзитенең
1978 йылдың 172-174 се һандарында баҫылды
Ураҡ урмаҡ — уйнамаҡ, бесән сапмаҡ — йән сыҡмаҡ