rebroplodnik
Ҡая ташҡа баҫып тыңлап торҙом
Киске моңһоу ҡураймоңдарын
 (Халыҡ йырынан)

Ҡурай тураһында легендалар бик күп.

...Сабыр тигән батыр, берҙән-бер улы — Сынбулат 17 — 18 йәшкә еткәндә, яуҙа һәләк була. Сынбулат әсәһе менән, баҫҡынсыларҙан ҡасып, ҡуйы урманлы тау битендәге мәмерйәгә йәшеренеп йәшәй. Әсәһе Зөлхиә бик һылыу була, матур йырлаған. Сынбулат әсәһен хайран ҡалып тыңлаған. Уның да шул көйҙәрҙе йырлағыһы, берәй музыка ҡоралы аша ишеттергеһе килә. Урманда йөрөгәндә, төрлө үләндәр ҙе алып, өрөп-һыҙғыртҡылап ҡарай. Бына шулай оҙаҡ тырышҡандан һун, бер көн ур манда үҫкән таҡыябаш ҡурай алып ҡайта ла тишкеләп, өрөп ҡарай. Көй сыға. Тырыша торғас, тишектәрҙе төрлөсә урынлаштырып, бармаҡтары менән яйлағас, әсәһенең йырҙарын да һыҙҙырта башлай. Бына шунан һуң ҡурай музыка ҡоралы итеп ҡулланыла башлаған.

Ҡурай башҡорт халҡын күп йылдар буйы дәртләндергән, моң-илһам биргән аманат. Уны ҡайҙа ғына бармаһын: яуғамы, туйғамы, эшкәме — оҫталар һәр ваҡыт үҙҙәре менән йөрөткән. Мәҫәлән, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт ғәскәрҙәре сафында байтаҡ ҡурайсы була. Башҡорт корпусы Парижға ингәс, Елисей майҙанына (Елисейское поле) урынлаша. Унда ҡурай уйнап, йырлап, бейеп, ял итәләр.

Икенсе миҫал. Ырымбур губернаторы Перовский Аҡмәсетте алыу өсөн армия ойоштора, унда ла бер нисә башҡорт полкы инә. Яу бик ҡаты була, уны алғас, ошо еңеү хөрмәтенә Перовский уйын-бәйге үткәрә. Шунда 22 йәшлек ҡурайсы Ибраһим исемле егет, һалмаҡ, әммә дәртле көйгә уйнап, Перовскийҙы бейетә.

Ибраһим Перовскийға:

Генерал-губернатор әфәнде, был көйҙө һеҙгә бағышлап сығарҙым,— ти.

Перовскийға был көй бик оҡшай, ул ҡурайсыға бүләк бирә һәм ер вәғәҙә итә. Ибраһим яуҙан ҡайтҡас, кантон идараһы уға бүләк ителгән ерҙе күрһәтә. Егет әлеге урында төпләнә, шунда Ибраһим ауылы барлыҡҡа килә. Ауыл хәҙер ҙә бар. Ырымбур әлкәһендә Ҡыуандыҡ районында.

Порт-Артур тарихында ла ҡурай сынлай...

Мин белгән ваҡыттарҙа башҡорттар һабантуйҙарында, башҡа йыйын-мәжлестәрҙә ҡурай, ҡумыҙ һәм думбыра уйнай торғайнылар.

Бөтә донъяға дан алған мәшһүр Йомабай Иҫәнбаев Турат ауылында тыуған, Йомабай ағай - беҙҙең яҡтарҙа ла оер нисә мәртәбә булғаны бар. Ул үҙенең Парижда сыгыш яһауы тураһында ҡыҙыҡ итеп һөйләр ине:

«Миңә Францияға барыу өсөн әҙерләнергә ҡушҡас, бер аҙ аптырап, ҡаушап ҡалдым. Ни эшләргә? Шунан башҡа бер уй килде. Минең һөнәр - ҡурай уйнау. Француз халҡы ҡурайҙың нимә икәнен белмәй. Шулай булғас, уны уларҙың күҙ алдында яһап күрһәтергә булдым. Тамыры, һабағы менән бер нисә таҡыябаш ҡурай әҙерләргә тотондом.

Парижға килеп төшкәс, йөрәк урынында түгел, тулҡынланам. Бына сәхнә, мин ҡулыма тамыры-һабағы менән ҡурай тотоп сыҡтым. Бер ҡулда

тамырлы ҡурай, икенсе ҡул менән кеҫәмдән бәке сығарып, ҡурайҙы үлсәйем дә артығын киҫеп ташлайым, тишектәр уям. Халыҡ күҙ алмай. Күбеһе бинокль менән ҡарай. Ярай, ҡурай әҙер. Шунан «Урал» көйөн уйнап ебәрәм. Уйнап бөтөү менән, халыҡ, аяҡ өҫтө баҫып, 5-6 минут алҡышланы. Ҡайһылары сәхнә янына килеп, ҡурайҙы тотоп ҡарай. Бер нисә оҙон көй уйнағас, тәнәфес иғлан ителә. Тәнәфес ваҡытында ике ҡурайҙы һорап алалар. Ҡайһы еренән шундай моң сыға, тип аптырап, ҡапшап, өрөп, эсендә берәй эйбере юҡмы, тип ҡарайҙар. Ҡайһылары сәхнәгә менеп, ҡурай тоттороп, фотоға төшөрәләр, ҡайһы яҡтан икән емде, был ҡурайҙың ҡайҙа үҫеүен һорашалар. Һорауҙарға яуап биреп тә өлгөрөрлөк түгел. Шуға күрә концерт бөткәс, бөтә һорауҙарға яуап бирергә булдым.

Мин ҡурайҙа 9-10 йәштәрҙә үк уйнай башланым, ҡурайҙың башҡорт халҡының музыка ҡоралы икәнлеген әйттем».

Йомабай ағай бына шулар тураһында һөйләне осрашҡан саҡтарҙа. Ул һабантуйҙар үткәргәндә, йә Аҡъярҙа, йә Зианчурала, ҡатнашмай ҡалмаҫ ние.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡурай уйнаусылар һирәгәйә төштө. Хәҙер инде ҡурай һәр ҡалала, һәр ауылда тиерлек яңғырай. Ул гүйә тарих һөйләй.

Гиҙгән саҡта башҡорт туғайҙарын
Йэнем әллә ҡайҙа елкенә.
Ишеткәндә моңло ҡурайҙарын,
Йөрәгемә моңдар бөркөлә.
Гәрәй ЯРЛЫҠАПОВ, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны.
"Совет Башҡортостаны" гәзитенең 1978 йылдың 7-се һанында баҫылды
Айыуҙы айыу ашамаҫ, бүрене бүре ашамаҫ