Мин уның менән 1927 йылда Германияға, Беренсе бөтә донъя күргәҙмәһенә барыр алдынан таныштым. Ул бик матур кеше ине, мөһабәт кәүҙәле, ҡарағусҡыл, мөләйем йөҙлө, аҡыллы ҡарашлы. Беҙҙең концерттар Майндағы Франкфурттың Ҙур опера театрында барҙы. Йомабай ҡурайҙа башҡорт көйҙәрен уйнаны, һәм был иҫ киткес ине! Ғәжәп саф, яңы һәм һоҡландырғыс! Залдағы туп-тулы сит ил тамашасыларының ошо һоҡланғыс һәм илаһи музыкантҡа арнаған ҡайнар алҡыштарын, уның оло уңыштарын яҡшы хәтерләйем. Минең үҙемә лә Йомабай менән бергә сығыш яһау бәхете тейҙе. Ана шул концерттарҙа унан отоп алған һәм уның юғары оҫталыҡта ҡурайҙа оҙатыуында “Абдрахман” һәм “Байыҡ” йырҙарын йырланым. Иҫ киткес талантлы музыкант-ҡурайсы Й.Иҫәнбаев менән булған сығыштарымды мин яҡты музыка байрамы итеп күңелдә һаҡлайым. Был талантлы шәхес тураһындағы изге хәтирәләрҙе һаман күңелемдә йөрөтәм. Уны онотоу мөмкин түгел”,- тип яҙған 1973 йылдың 16 декабрендә СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Ирма Петровна Яунзем Ғата Сөләймәновҡа уның үтенес-һорауына яуап итеп.

Ә, ғөмүмән, ҡурайҙың сит ил сәхнәләрен яулауы 1925 йылда Парижда башлана. Ҡурай моңон беренсе булып сит ил сәхнәләренән яңғыратҡан, тәүгеләрҙән булып ҡурай сәнғәтен профессиональ сәхнәгә алып сыҡҡан бөйөк ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев тураһында һүҙебеҙ.

isanbaevЙомабай Иҫәнбаев

Парижда декоратив сәнғәттең 1-се Бөтә донъя күргәҙмәһендә СССР халыҡтарының ижадына арналған концерттарҙа ҡатнашыу өсөн РСФСР Мәғариф халыҡ комиссариаты саҡыртыуы буйынса 1925 йылдың июнь айында ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев Мәскәүгә килә. Ошо уҡ маҡсат менән башҡалаға ҡаҙаҡ, украин, үзбәк, азербайжан, әрмән һ.б. республикаларының билдәле артистары йыйыла.

Мәскәү тамашасылары париж концерттары программаһын ике тапҡыр ҡарай. Милли республикалар артистарының, айырыуса Йомабай Иҫәнбаевтың, сығыштары ифрат юғары баһа ала. Был ул саҡта илдең төп гәзите “Правда”ла баҫылған материалдарҙаласағыла: “Прекрасный концерт! Истинный “гвоздь сезона”, если угодно – башкирский курайчи Исенбаев, киргизский “анши” (певец) Амре Кашаубаев, узбекская танцовщица и певица Тамара Ханум, армянское инструментальное “трио” Сукиасов, Харибекишвили и Кахуров – подлинные народные артисты (не по “почетному званию” только) союзных республик. Их “примитивы” не уступают похудожественной высоте творчества и исполнения лучшим номерам европейских виртуозов, а если сравнить “орудия производства”, то и побивают рекорд: какими скромными средствами достигают они потрясающего эмоциального и эстетического воздействия на слушателя!” (“Правда”, 26 июня 1925 г.)

“Известия”гәзитендә лә шундай уҡ һоҡланыу: “Здесь – подлинный быт и музыкальный дух самого народа, и многое звучит нетолько любопытно, но в высокой мере свежо, глубоко и ярко. Прекрасны задумчивые песни, исполненные на инструменте “курай” башкиром Исенбаевым и киргизские примитивы, исполненные Кашаубаевым”. (“Известия”, 26 июня 1925г.).

Рәсәй филармонияһы идараһы ҡарары менән париж концерттарында ҡатнашыу өсөн 1925 йылдың 9 июлендә Мәскәүҙән юлға сыҡҡан төркөмдә Йомабай Иҫәнбаев, ҡаҙаҡ йырсыһы Әмре Ҡашаубаев, әзербайжан йырсыһы Шәүкәт Ханум Мамедова, үзбәк йырсыһы Ҡарый Яҡупов, үзбәк бейеүсеһе Тамара Ханум һ.б. була. Беренсе концерт 20 июлдә декоратив сәнғәттең Бөтә донъя күргәҙмәһе ойошторолған бинала, ә ғөмүмән, Париждың төрлө театрҙарында бөтәһе 11 концерт күрһәтелә.

Париж тамашасыһының тәъҫораттары түбәндәге юлдарҙа асыҡ сағыла:

 “Неделя русского этнографического искусства в зале “Комедия” отличается от тех концертов, на которых нам обычно приходилось бывать. Мы увидели зрелище ввысшей степени интересное, мы услышали захватывающую музыку Туркестана, Украины, Урала и Кавказа в ее нетронутом примитивном виде. В то же время в нейнет ни гармонических, мелодических искажений, ни перемещения звука, что нарушило бы своеобразный характер. Песня киргизов, башкир, великороссов исполнялись певцами с их подлинными интонациями и музыкальные пьесы на настоящих самодельных инструментах.

...Временами к этим струнным звукам присоединялся тоскующий и тонкийзвук свирели – это замечательный музыкант башкир Исенбаев играет на курае художественные и очаровательно-меланхолические арии. Курай отличается особенностью окутывать мелодию звучной дымкой...”. (“Парижский еженедельник”, 31 июля 1925 г.).

Концерттарҙың береһендә йәш бер ханым сәхнәгә йүгереп менә һәм ҡурайсының рөхсәте менән ҡурайҙың эсенә күҙ һала, уның ябай көпшә икәнен күреп шаҡ ҡата. Зал тағы ла ҡайнар алҡыштарға күмелә, ә теге ҡатын, ҡулындағы алтын балдағын сисеп, ҡурайсының һуҡ бармағына кейҙерә.

Сорбонна профессоры Перно, Йомабай Иҫәнбаевты фонография кабинетына саҡырып, “Урал”, “Буранбай”, “Байыҡ”, “Ҡара юрға” көйҙәрен яҙҙырып ала. Йомабай Иҫәнбаевтың Сорбонналағы фонояҙмаларының (интернеттан профессор Перноның фондының каталогын таптыҡ, әммә унда Йомабай Иҫәнбаевтың яҙмалары инмәгән. Күрәһең, Перно бөтә яҙмаларын да фондҡа индереп, теркәп өлгөрмәгән, тимәк яҙманың үҙен табырға кәрәк, уларҙың Париж милли китапханаһының аудио-видеояҙмалар департаментында һаҡланыуы ихтималлығы ҙур) күсермәһен юллап алыу бурысы тора алдыбыҙҙа.

1927 йылдың йәйендә Германияның Майндағы Франкфурт ҡалаһында Бөтә донъя музыка күргәҙмәһе ойошторола. Күргәҙмәлә 22 - 31 июлдә үткәрелгән рус музыка аҙнаһында ҡатнашыу өсөн тупланған совет этнографик төркөмөнөң етәксеһе итеп домрасы һәм дирижер, 1919 йылда беренсе профессиональ домрасылар ансамблен ойоштороусы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1925 й.) Григорий Любимов тәғәйенләнә. Төркөмдөң составында Йомабай Иҫәнбаев та була. Совет артистары 1500 урынлы Ҙур опера театрында 9 концерт күрһәтә. Шул саҡтағы “Франкфуртер Цейтунг” гәзитендә баҫылған “Профессор Г.Любимовтың етәкселегендә айырым мәшһүр башҡарыусылар ҡатнашыуында күрһәтелгән тамаша бөтә көткәндәребеҙҙе үтеп китте” (“Советская Башкирия”, ”Кураист”. Х.Хабиев. 7 октября 1958 г.) тигән баһа сығыштарҙың кимәле тураһында һөйләй.

isanbaev1

isanbaev2

isanbaev3

Йомабай Иҫәнбаев иптәштәре менән сит илдәрҙә гастролдә

Мәшһүр ҡурайсы күргәҙмәнән һуң төркөм составында Германия, Швейцария, Бельгия, Голландия илдәрендә биш ай дауамындағы гостролдәрҙә, йәмғеһе 54 концертта ҡатнаша. Күргәҙмәлә һәм был концерттарҙа ул яңғыҙ башҡарыуҙан тыш, алдараҡ мәғлүм булыуынса, йырсы Ирма Яунзем башҡорт халыҡ йырҙары “Абдрахман”, “Байыҡ”ты йырлағанда ҡурайҙа ҡушылып уйнай.  Сит илдәрҙәге гастролдәрҙән Һуң Өфөлә Башҡорт драма күсмә театрында ҡурайсы–артист булып эшләй. 1929 йылда тыуған яҡтарына ҡайта. Шуныһы ла мәғлүм: ауылына ҡайтҡас, колхоз ойоштороуҙа ҡатнаша, бер нисә йыл хужалыҡ рәисе була. 1940 йыл нахаҡҡа ҡулға алынып төрмәлә ултырып сыға. 1989 йылда Хәйбулла районында үткәрелгән Йомабай Иҫәнбаев көндәрендә ҡурайсының улы Салихйән ағай (Йомабай ҡурайсының Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында йәшәгән ҡыҙҙары Рафиға һәм Фәриғә апайҙар ҙа байрамдың оло ҡунаҡтары булды) былай тип һөйләне: “Атайымдан 1941 йылда һуғышҡа китешләй Ульяновск ҡалаһынан хат килде, һуңғы хәбәрен 1943 йылда алдыҡ”. Мәшһүр ҡурайсы 1943 йылда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған, тип фараз итергә мөмкин. Бала сағына килгәндә, шул мәғлүм: 1891 йылдың 21 сентябрендә хәҙерге Хәйбулла районының Үрге Смаҡ ауылында тыуған. Бәләкәйҙән халыҡ йырҙарына, көйҙәренә ғашиҡ булып үҫә. Ҡурай сәнғәте буйынса һабаҡтарҙы ауылдашы, талантлы халыҡ музыканты һәм педагогы Һибәтулла Ҡотошовтан ала. 17 йәшендә уның репертуарында 100–ҙән ашыу көй булғаны билдәле. Шағир Ҡәҙим Аралбаев “Башҡортостан” гәзитенең 1991 йыл 15 июнь һанында Йомабай Иҫәнбаевтың шәжәрәһен баҫтырҙы:

isanbaevshagaraЙомабай Иҫәнбаевтың шәжәрәһе

Рәссам Өлфәт Ҡобағошовтың “Ағиҙел” журналының 1988 йыл, 8-се һанында баҫылған “Йыйын тигән йола бар” тигән мәҡәләһендә бала сағында Йомабай Иҫәнбаевты күргән, ҡурайын ишеткән Гәрәй Ярлыҡаповтың хәтирәләре килтерелә:

”Миңә бала саҡта, революциянан Һуң, 1923 йылда булҺа кәрәк, Аҡтүбәлә ҙур йыйында булырға тура килде. Уны ҡаҙаҡтар менән башҡорттар бергә үткәрҙе. Башҡорт яғынан бик күп йырсылар, ҡурайсылар, батырҙар килгәйне…

Ҡурайсылар бәйгеһендә Йомабай Иҫәнбаев беренсе урын алды. Ул тәүҙә йырҙыңтарихын һөйләп бирә, йырламаҫ борон һүҙҙәрен әйтеп сыға. Уйнағас, шул тиклем моңло, һүҙҙәрен асыҡ итеп әйтеп йырлай, шулай итеп, уға тиңләшеүсе булманы…”

Йомабай Иҫәнбаевтың остазы, Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үрге Смаҡ ауылының данлы ҡурайсыһы Һибәтулла Ҡотошов (вафаты 1910 йылда) – түңгәүер ырыуының борондан килгән ҡурайсылар мәктәбен дауам итеүсе булған. Ирәндек – Һаҡмар зонаһы (бөрйән ырыуы) оҫталары кеүек, түңгәүерҙәр ҙә оҙон ҡурайҙа, күкрәк моңон ҡушып уйнай. Репертуарҙарында үҙенсәлекле марштар бар: “Хәйбулла маршы”, “Дәләү Ғәйшә”, “Фарсы маршы” (Петр батшаның Азов походы менән бәйле), “Ҡараһаҡал маршы”, “Аллаяр батыр” һ.б.

Һибәтулла Ҡотошовтың күренекле уҡыусылары – Йомабай Иҫәнбаев, Солтанморат Насиров (хәҙерге Йылайыр районының Сәлим ауылынан); артабанғы быуын - Ишҡәле Дилмөхәмәтов (хәҙерге Йылайыр районы Иҫке Яҡуп ауылынан), өсөнсө быуын – Ишҡәле ҡурайсының уландары Ишмулла, Сәйфулла Дилмөхәмәтовтар. Мәшһүр ҡурайсы, йырсы, импровизатор, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы F.Сәләм һәм С. Юлаев исемдәрендәге премиялар лауреаты Ишмулла Дилмөхәмәтов үҙенең Йомабай Иҫәнбаев менән бер үк халыҡ сәнғәте мәктәбе вәкиле булыуын ғорурланып телгә ала торғайны. Бөгөн был мәктәптең традицияларын дауам итеүселәр - Сәйфулла Дилмөхәмәтовтың уҡыусылары, шул иҫәптән, Хәйбулла районының “Түңгәүер” ансамбле ҡурайсылары. Сәйфулла ағай, 1812 йылғы Ватан һуғышына түңгәүер ырыуынан Аллаяр батырҙы нуҡталап алып барғандар. Шунда ҡурайсылар ат өҫтөндә уйнап барған марш “Аллаяр батыр” исеме менән беҙҙең көндәргә килеп еткән, тип һөйләй торғайны.

Элек йыш ҡына көйгә ижад итеүсеһенең исеме бирелә торған булғанын һәм “Аллаяр батыр” көйөнөң музыкаль төҙөлөшө үрҙә бәйән ителгән мәктәптең үҙенә генә хас моң буяуҙарынан туҡылғанлығын иҫәпкә алғанда, Йомабай Иҫәнбаевты тәрбиәләгән халыҡ сәнғәте мәктәбе тарихында Аллаяр ҡурайсы ла булған, тип фараз итергә мөмкин. Сәйфулла ағай, Йомабай Иҫәнбаевтың һәм атайымдың башҡарыу сәнғәтенә шулай уҡ Ғәбит ҡурайсының (Ғәбит Ибраһим улы Бараковтың (1857-1927) тамырҙары хәҙерге Баймаҡ районы Йомаш ауылынан. Йомаштан Исмаҡай ауылы, Исмаҡайҙан Түш ауылы (хәҙерге Хәйбулла районы) бүленеп сыға. Ғәбит ҡурайсы күпмелер ғүмерен Түш ауылында, артабан хәҙерге Баймаҡ районының Ислам, Бөрйән-Йылға ауылдарында йәшәй, һуңғыһында донъя ҡуя) йоғонтоһо ҙур булған, атайым уны тәрән ихтирам менән телгә ала торғайны, тип һөйләгәйне. Ғәбит ҡурайсының улы Сәғәҙәт Бараковтың башҡарыу үҙенсәлеге, репертуары Ишҡәле ҡурайсыныҡынан (икеһенең дә яҙмалары Өфө дәүләт сәнғәт институтының фольклор кабинетында һаҡлана) айырылмай тиерлек. Был инде түңгәүер ырыуы һәм бөрйән ырыуы ҡурайсылары мәктәптәренең үҙ-ара тығыҙ бәйләнештәре тураһында һөйләй.

Йомабай Иҫәнбаевтың уйнауын яҡындан ишеткән (хәҙер инде мәрхүмдәр) Әхмәҙиә Юланов (Үрге Смаҡ), Мәхмүтйән Арғынов (Йылайыр районы, Матрай ауылы): “Шул хәтлем зәһәр уйнай ине, тыңлағанда хатта сәстәр үрә тороп кире ята торғайны”, – тип һөйләнеләр миңә 1988 йылда.

Йомабай Иҫәнбаевтың ҡурайсы булараҡ профессиональ эшмәкәрлеге 1925–29 йылдарға тура килә. Көнбайыш Европа тамашасыһы алдында сығыштары тураһында тәьҫораттарын һөйләтер өсөн был осорҙа уны төрлө осрашыуҙарға саҡыралар.

1927 йылда Өфө сәнғәт техникумында уҙған осрашыуҙа Йомабай Иҫәнбаевтың һөйләгәнен тыңлаған, ул саҡта әле йәш ҡурайсы, һуңынан Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С.Юлаев исемендәге премия лауреаты Fата Зөлҡәфил улы Сөләймәнов хәтирәләренән:

1925 йылдың йәйендә, – тип һүҙ башланы ҡурайсы, – Башҡортостан Үҙәк Башҡарма комитетына Мәскәүҙән, Мәғариф халыҡ комиссары А.В.Луначарскийҙан телеграмма килгән. Унда Парижда асыласаҡ Бөтә донъясәнғәт күргәҙмәһендә ҡатнашыу өсөн ҡурайсы кәрәк булыуы хаҡында әйтелә. Ошо уңайҙан Йылайыр кантонына мөрәжәғәт иткәндәр. “Кантон Башҡарма комитетырәйесе Айнулла Бикбов мине саҡыртып алды ла: “Йомабай ҡустым, Парижға бараһың. Наполеонды еңгән атай–олатайҙар йөрөгән урамдарҙан һин дә йөрөп ҡайтәле”,– тине.

Парижда буласаҡ концерт программаһын ике тапҡыр Мәскәү тамашасыһына күрһәттек. Газеталарҙа “Концерт прораммаһы һоҡланғыс, тәү ҡарашҡа бик “примитив” күренгән ҡоралдарҙа уйнаусыларҙың, йырсыларҙың, бейеүселәрҙең башҡарыу оҫталығы Европа виртуоздары сығыштарынан бер яғы менән дәҡалышмай ,– тип юғары баһа бирелде, ә нарком Луначарский: “Ҡурайҙың урыны – профессиональ сәхнәлә”, – тип әйтте.

… Париждың ҙур театрҙарының береһе тамашасылар менән шығырым тулыине. Тәүҙә сәхнә артында “Урал” көйөн уйнаным. Шаршау әкрен генә асылғас,башҡорт милли кейемендә сәхнәгә ҡурайһыҙ ғына сыҡтым. Унан йыуан ағас төбө эргәһендә “үҫеп ултырған” ҡурай үләнен (Й.Иҫәнбаевтың сығышына Урал тәбиғәтен һүрәтләгән декорация эшләнә – Ю.F.) бик һаҡлыҡ менән ҡырҡып алдымда үлсәп, уйымдар яһап, “Байыҡ”ты уйнап ебәрҙем. Уйнап бөтөүем булды, залдағылар геү килеп ҡул сапты. Ҡурайымды уң ҡулыма тотоп баш эйәм, ә күңелгәйыр килә:

Ҡаһым түрә менгән һор юрғаның, һай кем,
Маңлайында булыр ҙа урайы,
Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта, һай кем,
Уң ҡулында булыр ҙа ҡурайы.

Ҡасандыр башҡорт ир–арыҫландары, Наполеонды еңеп, Париж урамдарындаоло тантана уҙғарғанда, Ҡаһым түрә лә бит ҡурай уйнаған… Мин дә шулҡаһармандар эҙенән килеп, Байыҡ сәсәндең көйөн башҡарҙым, тип, ғорурланып сәхнәнән сығып киттем…

(”Ҡурайсы даны”, Ғата Сөләймәнов. “Совет Башҡортостаны”. 1988 йыл, 18июнь).

1989 йылда Хәйбулла районында Йомабай Иҫәнбаев көндәрендә миңә данлыҡлы халыҡ йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Бибикамал Мәһәҙи ҡыҙы Мәһәҙиева (1914–1992) менән әңгәмәбеҙҙе магнитофонға яҙып алырға насип булды. Бибикамал апай ҡурайсы хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашты:

Мин Йомабай ағай менән 1936 йылда таныштым. Өфөлә театр училищеһендәуҡып йөрөгән саҡ. Ул осорҙа Министрҙар Советында Шаһимәрҙәнов тигән кешеэшләй ине. Шул Сәләм ағай Fәлимовҡа: “Миңә үҙеңдең ҡурайсыларыңды, йырсыларыңды күрһәтеп, бер концерт ойоштор әле”,- тигән. Ул саҡта Сәләм ағай фольклор йыйыу, халыҡ таланттарын асыу менән шөғөлләнә ине. Шулай бер көндөбеҙҙе Министрҙар Советына саҡырҙылар. Унда ҙур зал бар икән. Минең менән бергә ҡурайсы Fәйфулла Сарбаев (ул минең менән бергә уҡыны), драма театрынан Fәлиәстән Шәмсетдинов, Таңһылыу Рәшитова, Талиға Бикташева, пианинола уйнарға Йыһангиров тигән ағай һәм Йомабай Иҫәнбаев барған икән. Мин йәш, оялсан ҡыҙ бала, артыҡ тиҙ таныша белмәйем. Уларҙың кемдәр булыуын аҙаҡҡына белдем.

Йырларға тип уйлаһам, ҡушылып уйнарға ҡурайсы юҡ. Аптырап, юғалып ҡалдым. Кәйефем төштө, ни эшләргә лә белмәй сәхнә артында торһам, Сәләм ағай яныма килде.

– Ниңә аптырап тораһың? – тип һорай.

– Йырларға тиһәм, ҡурайсы юҡ. Мин йырламайым инде, былай булғас, – тим.

– Һе, иҫең киткән икән юҡҡа. Хәҙер үҙеңде Парижда ҡурай уйнап ҡайтҡан ҡурайсы менән йырлатам, – тип ул мине етәкләп алып китте.

Коридорға сыҡһам, оҙон буйлы, киң күкрәкле, һоп–һоро күҙле, сөм–ҡара мыйыҡлы ағай тора. Уның ошо ҡарашын әле лә хәтерләйем. Сәләм ағай беҙҙе таныштырҙы.

– Йомабай ағай, бына беҙҙең йырсы ҡыҙыбыҙ, – ти. Әле йырларға тейеш ине, ҡушылып уйнарға ҡурайсыһы юҡ. Ярҙам итмәҫһегеҙме икән?

– Ҡәрендәш, үҙең ҡайһы райондан булаһың? – тип һораны ағай иң элек.

Әбйәлил районы, Асҡар ауылынан, – тим.

Ә, түңгәүер ырыуы икәнһең, – тип ҡәнәғәт йылмайҙы Йомабай ағай.

Шулай һөйләшеп киттек. Минең ниндәй йырҙарҙы башҡарырға теләүемде белеште ул.

– Башҡорт халыҡ йырҙары “Һандуғас”ты, “Ғилмияза”ны йырлармын тигәйнем,– тинем.

– “Һандуғас” ни Әбйәлил яғының көйө, уны һеҙҙең Ташбулат, Байым яҡтарында, Учалы районы башҡорттары яратып йырлай, – ти ағай.

Әйҙә, булмаһа йырлап ҡарайыҡ. Йомабай ағай ҡулына ҡурай алды ла миңәйырлап ҡарарға ҡушты. Тыңлап ҡараны ла: “Юҡ был ҡурай һинең тауышҡабармай”, - тип ҡурай һалынған һауытынан икенсе ҡурайын тартып сығарҙы. Былҡурайының көйө минең тауышҡа тап килде һәм беҙ ике йырҙы йырлап ҡараныҡ.

– Тағы ниндәй йырҙы йырлайһың? – тине ул.

Әллә, һораһалар, бәлки йырлармын,– тим.

– Ярар, ҡәрендәш ҡурҡма, бөтәһе лә һәйбәт булыр, – тине Йомабай ағай. Уның һүҙҙәре мине тынысландырҙы.

Талиға Бикташева, Таңһылыу Рәшитова һ.б. танылған артистар сығыш яһағандан һуң беҙгә лә сират етте. Сәләм ағай:

– Хәҙер беҙҙең иң йәш йырсыбыҙ йырлай, ә уға Париж ҡалаларында йөрөпкилгән ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев аккомпанировать итә, – тип иғлан итте. –Беҙҙең ҡыҙҙар Париж ҡыҙҙарынан ҡалышмай ул.

Бына шулай Йомабай ағай менән “Һандуғас”ты, “Ғилмияза”ны йырланым. Аҙаҡ тағы йырлауымды һоранылар. Жюриҙа ултырған олпат бер ағай, “Буранбай”ҙы йырлаһын, тигән. Мин аптырап ҡалдым.

– Мин “Буранбай”ҙы йырлағаным юҡ, – тим Йомабай ағайға. – Борсолма, ҡәрендәш, хәҙер йырларбыҙ.

Ысынлап та, шул тиклем матур йырланым мин был йырҙы. Сәхнәлә ғүмерҙә йырламаған йырҙы үҙем һоҡланырлыҡ, Йомабай ағай маҡтарлыҡ итеп башҡарҙым. Ошо мәлде әле лә хәтерләйем. Сығыштарыбыҙҙы көслө алҡыштарға күмделәр, тағы ла йырлауымды һоранылар. “Кәкүк”те йырлап сыҡҡас, ҡурайсы ағайым арҡамдан тупылдатып һөйҙө:

Һәйбәт йырлайһың, ҡәрендәш, – тине.

Артабан Йомабай ағай үҙе сығыш яһаны. “Һырдаръя”, “Ильяс”, “Әлмөхәммәт кантон” һ.б. көйҙәрҙе башҡарҙы. Ә бына “Ялан Йәркәй” көйөн шундай юғарытонда уйнаны, ул әле лә ҡолаҡта сыңлап тора кеүек.

Һуңынан миңә бик күп ҡурайсыларҙы тыңларға, уларға ҡушылып йырларғатура килде, әммә ошолай ҙа оҫта, нәзәкәтле итеп уйнағандарын хәтерләмәйем”.

Йомабай Иҫәнбаев тыуған ауылына ҡайтҡас та ҡулынан ҡурайын төшөрмәй, ҡайҙа ғына саҡырһалар ҙа бара, концерттарҙа ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 30–сы йылдарҙа фонографҡа фольклор өлгөләрен яҙҙырған халыҡ йырсылары, музыканттары араһында ниңәлер Йомабай Иҫәнбаев юҡ. Яйы сыҡмаған, күрәһең. Йомабай ҡурайсының уйнауының тәьҫир көсө тураһында уны тыңлаған кешеләр аша аҙмы–күпме билдәле, әммә башҡарыу үҙенсәлектәре тураһында мәғлүмәттәр юҡ дәрәжәһендә. Мәшһүр композитор, ҡурайсы Заһир ағай Исмәғилев менән ҡурайсы Ғата ағай Сөләймәновтарҙың: “Йомабай Иҫәнбаев өзләмәй генә, күкрәккә һалып уйнарға яратҡан”, тигән мәғлүмәте иҫтә. Халыҡ хәтерендә шулда һаҡлана: Йомабай Иҫәнбаев ҡурайҙарын хәҙерге Баймаҡ районының Түбә ҡасабаһынан алыҫ түгел, Ирәндектә, Ҡараташта йыя торған булған.

Танылған ҡурайсы башҡа ҡурайсылар менән аралашып, кәңәшләшеп, кәрәкһә, уларҙан даөйрәнепижад иткән.

Сығышы менән Баймаҡ районының Кәрешкә ауылынан, хәҙер инде мәрхүм, Нәжметдин Fибәҙулла улы Ишбаевтың (1914–1999) хәтирәләренән: “Күрше Байыш ауылында бик оҫта ҡурайсылар бар ине. Шуларҙың береһе – Вәлиулла Иҫәнамановты  “хәҙрәт ҡурайсыһы” тип йөрөттөләр. Орск өйәҙенең хәҙрәте Мәһәҙей берәй яҡҡа алыҫ юлға сығырға булһа, иң беренсе, ат ебәртеп Вәлиулла ҡурайсыны алдыртыр ине, юлда туҡтағанда ҡурай тыңлап хушланыр булған.

Икенсеһе, Усман Мөхәмәтйәров, оҙаҡ ҡына әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡан кеше ине. Үҙен “Усман урядник” тип йөрөттөләр. Әрменән урыҫса һүҙҙәр ҡыҫтырып һөйләү ғәҙәтен дә алып ҡайтҡан ине. Бик оҫта ҡурайсы, тарихты яҡшы белә ине.

Ҡулына ҡурай тотҡан кеше өс төрлө була. Беренсеһе – ҡурайсы, ул көйҙөң тарихын белә, төрлө ырыуҙарға хас варианттарын уйнап ишеттерә, йыры булһа йырлай, бейеүен бейеп күрһәтә. Икенсеһе – ҡурайҙа уйнаусы, ул ҡурайҙа матур итеп уйнай, артығы юҡ. Өсөнсөһө – “ҡарға бутҡаһы” ҡурайсыһы. “Ҡарға бутҡаһы”кеүек уйындарҙа ҡатын–ҡыҙҙың күңелен асып, шулар ыңғайына ҡурай тартып йөрөүсе, – тип әйтер ине Усман ағай”.

Нәжметдин ағай һөйләүенсә, 20–се йылдар башында Йомабай Иҫәнбаев аҙна һайын, һыбай килеп, Усман ҡурайсынан һабаҡтар алған: “Усман ҡурайсы Йомабайҙы уйната ла берәй урынын төҙәтер булһа:

– Йомабай ошо ере ошолай, тут не ладно, – тип әйтә икән. Шунан үҙе уйнап күрһәтә”.

Үрҙә әйтелгәнсә, халыҡ һәр кемде лә ҡурайсы тимәгән. Ҡурайсы исеме оло дәрәжә һаналған. Йомабай ҡурайсы иһә – ошо оло дәрәжәгә иң лайыҡ шәхестәребеҙҙең береһе.

1978 йылдан алып ҡурайсылар араһында Йомабай Иҫәнбаев исемендәге призға республика бәйгеһе үткәрелеп килә. Әлегәсә ун өс тапҡыр үткәрелгән был бәйгелә Юлай Ғәйнетдинов, Азат Айытҡолов, Сәйфулла Дилмөхәмәтов, Зыя Хәлилов, Роберт Юлдашев, Асрар Ғазин, Рәсүл Ҡарабулатов, Илһам Байбулдин, Айбулат Рәхмәтуллин, Ҡадир Әбүбәкеров, Әнүәр Шафиҡов, Нурғәле Кейекбирҙин, Мөхәммәт Түләбаевтар Гран-при яуланы. 2006 йылдан бәйгелә билет системаһы индерелде: 2-се турҙа ҡурай буйынса махсус белем алған дипломлы конкурсанттар бер көйҙө билет буйынса уйнарға тейеш. Билеттарға ингән көйҙәрҙең исемлеге алдан уҡ урындарға таратылды, ҡурайсыларға еткерелде. Был мотлаҡ программа тәүҙә 50 көйҙән торһа, даими өҫтәлә килә 2016 йылға 100 көйгә барып етте (Йомабай Иҫәнбаев 17 йәшендә 100-ҙән ашыу көй уйнағанын әйтеп үткәйнек инде), бәйгенең талап юғарылығы йәш ҡурайсыларҙың үҫешенә булышлыҡ итеүе бәхәсһеҙ.

Ҡурай – башҡорт халҡының асышы. Халҡыбыҙ, Уралда үҫкән үлән көпшәгә йән өрөп, үҙенең иң изге тойғоларын һөйләрҙәй серҙәшен, моңдашын тапҡан. Шуның өсөн дә ҡурай моңонда – халҡыбыҙҙың тарихы, фәлсәфәһе, рухи булмышы. Данлыҡлы ҡурайсылар Ҡобағош, Мәхмүт, Байыҡ, Ишмөхәмәт, Fәбит, Һибәтулла, Йомабай һ.б. күтәргән ҡурай сәнғәте үткән быуаттың 60-сы йылдарында ҡурайсы, йыраусы Әҙһәм Исҡужиндың, Кәрим Дияровтың, Мөхәммәт Ҡәҙерғоловтың, Нәжметдин Хәсәновтың һ.б. фиҙакәрлеге менән икенсе һулыш алды. Был үҙ нәүбәтендә 1971 йылдан махсус белемле профессиональ ҡурайсылар әҙерләнә башланыуына булышлыҡ итте. Бөгөн ҡурай музыкаль белем биреү системаһының өс кимәлендә лә – балалар музыка мәктәптәрендә, музыка училищеларында һәм Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡытыла. Тик шуны оноторға ярамай: ҡурайҙа виртуоз уйнарға, әммә ҡурайсы дәрәжәһенә күтәрелә алмаҫҡа мөмкин. Ишмулла ағай үҙенән көлөргә уйлаған бер “белгес”кә, дипломыңды тот та минең эргәгә сығып баҫ, халыҡ кемде нисек ҡабул итер икән, тип урынына ҡуйған, тиҙәр.

Сығышы менән Илеш районының Яңы Күктау ауылынан күренекле архитектор, ҡурайсы Рудоль Рәис улы Әүсәхов үҙенең “По воле правды” (Уфа, 2011) тигән китабында: “Башҡортлоҡ – тышҡы ҡиәфәт, паспорттағы яҙыуҙан бигерәк күңелеңдә өҙлөкһөҙ ҡурай моңо яңғырауҙа һәм халҡым, тип йәшәүҙәлер”,- тип яҙған. Башҡортто ҡурайҙан, ҡурайҙы башҡорттан айырып булмай, тигән һүҙ был. Архитектор-ҡурайсы, әйтерһең, ҡурайсының рухи булмышын һынландырған: башҡорт булмайынса ҡурайсы ла, ғөмүмән, ҡурайлы халыҡ та булып булмай. Ҡайһы берәүҙәр, ҡурай беҙҙең музыка ҡоралы, тип, сәхнәгә сығып уйнай, китаптар, энциклопедиялар, белешмәләр сығара ул. Әммә уны нисек кенә үҙләштереп маташмаһындар, ниндәй генә китаптар сығарылмаһын, барыбер ҙә ысынбарлыҡтан китеп булмай. Сөнки ҡурай үҙенең башҡорт ерлегенән башҡа ҡурай түгел. Ҡурайҙы ерлегенән айырһаң, ул биш тишекле һыбыҙғы ғына. "Ерлек" тигән һүҙ үҙенә бик тәрән мәғәнә һыйҙыра. Ерлек – ул ҡан аша күсә килгән беҙҙең тарихи хәтеребеҙ. Ерлек - ул беҙҙең тарихыбыҙ, көйҙәребеҙ, ул беҙҙең меңәр йылдар һуҙымында тарихыбыҙҙы, йырҙарыбыҙҙы хәҙергегә килтереп еткергән данлыҡлы ҡурайсылар. Беҙ уларҙың исемдәрен беләбеҙ. Башҡа халыҡтар иһә, был беҙҙең ҡурайсыбыҙ, тип бер кемде лә әйтә алмай, уларҙың ҡурайҙа уйнай торған көйҙәре лә юҡ. Ҡабатлап әйтәм, ҡурай үҙ ерлегенән айырылһа, биш тишекле һыбыҙғы ғына, ә унда уйнаусы һыбыҙғысы ғына. Һыбыҙғысы нисек кенә тырышмаһын ҡурайсы була алмаҫ. Аҡмулланың һүҙҙәре иҫкә төшә: “күк тимер, ҡайрау менән алмас булмаҫ, күк ишәк, юлдаш булып моңдаш булмаҫ”.

Башҡорт өсөн Урал һәм Ватан төшөнсәләре айырылғыһыҙ.

Уралды Урал иткән – Ҡурай. Ә Ҡурайҙы Ҡурай иткән - Ҡурайсылар. Ҡурай йылъяҙмаһына юйылмаҫ юлдар яҙған Йомабай ҡурайсы башҡорт халҡының күңелендә мәңгелек урын алған.

Юлай Ғәйнетдинов

Табылмаған мал таш аҫтында