Башҡорт халҡының рухи доньяһында ҡурайҙың урынын аңлау өсөн түбәндәге йыр юлдарына иғтибар итеү ҙә етәлер:

Таҡыя ла башлы ҡырлы ҡурай
Башҡорт еркәйенең межаһы…
(“Урал”)
 
Салауаттың тартҡан ҡурайының
Ике башҡайҙары ҡурғашлы…
(“Салауат”)
 
Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта
Уң ҡулында булыр ҡурайы…
(“Ҡаһым түрә”)
 
Ҡурайҙар уҡ алып көй көйләнем
Тәфтиләүҙең аһын да йыуырға…
(“Тәфтиләү”)
 
Ата-бабаларҙың моң-зарҙарын
Һин бит, ҡурай, беҙгә күсергән…
(“Ҡурай”)
 
Көрәгәләр һапырып, дуҫ-иш йыйып,
Ултырһаң ине ҡурай уйнатып…
(“Мәжлес йыры”)

Билдәле булыуынса, ҡурай – башҡорт халҡы тапҡан бөйөк ҡомартҡы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми әйтмешләй, “ҡурай – башҡорттоң сәнғәттәге даһилығы, уның милли милке һәм хазинаһы, ҡурай – ябайлыҡтың бөйөклөгө”. Ҡурай шул уҡ исемле үләндең көпшәһенән эшләнә, нәҙек осонда алғы яҡтан дүрт уйымлы, артҡы яҡтан бер уйымлы тынлы музыка ҡоралы. Тап ошо көйләнеше менән уның яңғырауы (тембры, моңо) башҡорттоң күңеленә хуш килгән, һәм ул халҡыбыҙҙың моң йыльяҙмасыһы дәрәжәһенә күтәрелгән.

Ҡасандан башҡорт ҡурайҙа уйнай? “Ҡуңыр буға” эпосының Мөғәллим Мирхәйҙәров сәсәндән яҙып алынған вариантында ҡурай моңоноң тәьҫир көсө тасуирлана, ә бит эпоста беҙҙең эраның  4-се быуатындағы ваҡиғалар тураһында бәйән ителә, тимәк ҡурайҙың кәмендә ун ете быуат тарихы бар, тип яҙғайныҡ (“Ҡобағош ҡурайсы”.”Совет Башҡортостаны”. 01.12.1988).

Парижда Луврҙа тынлы музыка ҡоралында уйнап ултырған шумер көтөүсеһенең һүрәте һаҡлана икән. Беҙҙең эраға тиклем 3000 йыл элек төшөрөлгән был һүрәттә әйтерһең ҡурайсы ултыра: инструментты тотоу, иренгә ҡуйыу рәүешендә бер ниндәй ҙә айырма юҡ! Тағы: Филадельфия университетының музейында шумер флейтаһы һаҡлана икән (һүрәттәр тарихсы Тимур Ильясовтан алынды), саф көмөштән эшләнгән һәм ул ҡурайға игеҙәк кеүек оҡшаш (башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр” һәм шумерҙарҙың Гөлғамыш тураһындағы эпосы араһындағы яҡынлыҡты ла иҫкә төшөрәйек!). Уйлап ҡараһаң уйылып китерлек: боронғо цивилизациялы шумер халҡы тарихта ғына, шумер музыканты һүрәттә генә һәм ул уйнаған музыка ҡоралы музейҙа ғына ҡалған, ә башҡорт халҡы йәшәй һәм меңәр йылдар элек ҡурайында нисек уйнаған – бөгөн дә тап шулай уйнауын дауам итә!

shumeryҺулда: Филадельфия университеты музейында һаҡланған шумер флейтаһы.
Уңда: Шумер көтөүсеһе һүрәте. Париж. Лувр.

Ҡурай атамаһы нимә аңлата? Ҡайһы берәүҙәр  “ҡура”, “ҡурау”, “ҡорой”, “ҡыуара”  һүҙҙәренән, тип аңлатма бирәләр. Беҙҙеңсә, был аңлатма нигеҙһеҙ. Мәғлүм булыуынса, үҫемлек орлоҡтан ярала, шыта, морон төртөп ер йөҙөнә сыға, сәскә ата, аҙаҡ ҡорой. Шыта, морон төртә, сәскә ата - ғәмәлде аңлатҡан был һүҙҙәр бер ниндәй үҫемлектең дә атамаһы була алмаған һымаҡ, “ҡорой” ҙа атама була алмай. Ҡурай атамаһының сығышын беҙгә асыҡлайһы бар әле.

Халыҡ ҡурайҙа уйнаған һәр кемде ҡурайсы тимәгән, ҡурайсы исеме элек-электән оло дәрәжә һаналған. Боронғо классик ҡурайсы, тип, мәҫәлән, Ғәбит сәсәндең (1852-1921) исемен әйтеп булалыр. “Ул ҡурайсы, йырсы, сәсән ине,- тип яҙа Ғәбит сәсән тураһында мәшһүр фольклорсы, сәсән Мөхәммәтша Буранғолов. – Ниндәй генә көй уйнаһа ла тәүҙә легендаһын һөйләп, һәр төрлө варианттарын уйнап, ул варианттарҙың ҡайһы ырыуға хас икәнен әйтер ине лә йырын йырлап тамамлай ине. Көйҙәр, легендалар, эпостарҙы Ишмөхәммәт сәсән Мырҙаҡаевтан өйрәнеүен һөйләне. Уны үҙенең остазы тип атай ине. (…) Әгәр ул совет осорона етмәй үлгән булһа, уның менән бергә фольклорыбыҙҙың 90 проценты ергә күмелгән булыр ине.” Мөхәммәтша Буранғолов, 20 йәшлек Ғәбит бер йыйында “Байыҡ” көйөн ҡурайҙа уйнағас, 90 йәшлек Ишмөхәмәт майҙанға сығып, улым, һин был көйҙө кешенән ишетеп уйнайһың, ә мин Байыҡтың үҙе уйнағанын үҙ ҡолағым менән ишеттем, бир әле ҡурайыңды, тип “Байыҡ” көйөн уйнағаны, ошонан һуң Ғәбит 7 йыл буйы уға барып йөрөп, халыҡ сәнғәте буйынса һабаҡтар алғаны тураһында яҙған.

Ғәбит сәсән,уның остазы Ишмөхәммәт Мырҙаҡаев, Байыҡ сәсән… Иң беренсе иғтибарҙы йәлеп иткәне шул: был мәшһүр ҡурайсылар тарихҡа сәсән исеме менән ингән. Күрәһең, беренсенән, замандаштары өсөн уларҙың сәсәнлек ижады, бәлки, әһәмиәтлерәк булғандыр. “Халыҡ сәсәндәре, хәҙерге тел менән әйткәндә, үҙ осоронда халыҡ тормошон сағылдырған, халыҡ дошмандарын фашлаған ваҡытлы матбуғаты ла, иҙеүсе синыфҡа ҡаршы көрәшкә өндәүсе агитатор-шағиры ла, уҙғандарын һөйләүсе тарихсыһы ла улар,”-тип яҙа Мөхәммәтша Буранғолов. Икенсенән, был азаматтар ҡурайҙа иң тәүҙә башҡорттоң ҡаны менән яҙылған тарихын һүҙ менән әйтеп бирә алмағанды  көй аша бөтә тулылығында бәйән итә алыу мөмкинлеге  биргән эпик ҡоласлы моңға эйә музыка ҡоралы, рух сығанағы күргәндәрҙер. Йәғни, улар өсөн асылда ҡурай моңо – көй аша әйтелгән сәсән һүҙе, ә үҙҙәре иһә ҡурай менән бер бөтөнгә әйләнеү ҡөҙрәтенә эйә илаһи заттар. Күңеле талап иткәндә ҡурайында уйнап, үҙ моңона үҙе әҫәрләнеп,  ул үҙенә йән дауаһы ала. “Ул, һөйләгәндә, үҙен-үҙе онота, көләр ерҙә көлә, илар ерҙә илап, әҫәрләнеп тора ла һалҡын һыу эсә, бик оҙаҡ һүҙһеҙ ҡала. Унан үҙе яратҡан көйҙө ҡурайҙа уйнай. Унан һуң: -Тағы ниндәй көйҙө уйнайым?- тип һорағас ҡына йөрәге баҫылғанын беләһең,”- тип яҙа Мөхәммәтша Буранғолов Ғәбит сәсән тураһында.

Был мәғлүмәттәрҙән сығып, башҡорт тарихында билдәле һәр сәсән  ҡурайсы ла булған, тип һығымта яһарға мөмкин. Ғәҙәттә оҫта ҡурайсылар йыраусы ла, йыш ҡына бейеү оҫтаһы ла булған. Ә бына шул уҡ ваҡытта һәр ҡурайсы сәсәнме?  Әлбиттә,  ҡурайсы исеменә лайыҡ булыр өсөн бик күп көйҙәрҙе, йырҙарҙы, уларҙың тарихтарын белеү менән бергә шул тарихты тасуирлап һөйләй алыу, тимәк ниндәйҙер дәрәжәлә сәсәнлек ҡеүәһенә эйә булыу талап ителгән.

Ҡурайсы төшөрөлгән тәүге һүрәттәр. Башҡорттар Германияла.

perv ris1

Немец рәссамы һүрәте. 1814 йыл. 

perv ris А.Орловский һүрәте. 1814 йыл

Йәштән халыҡ араһында халыҡ ижадын һаҡлаусыларҙы эҙләп, яҙып алып йөрөгән мәшһүр фольклорсы Мөхәммәтша Буранғолов, Ғәбит сәсән башҡорт фольклорының 90 процентын белә ине, тип баһалай икән, ул, әлбиттә, быны белеп яҙа, һәм был 20 быуат башында үткәрелгән ҡурайсылар бәйгеләре һөҙөмтәләре менән дә дәлилләнә.  Ғәбит сәсән 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүгә 100 йыл тулыу айҡанлы 1912 йылдың 26 авгусында Ырымбурҙа һәм шул уҡ йылдың көҙөндә хәҙерге Көйөргәҙе районының Яҡуп ауылында үткәрелгән, 1920 йылда Стәрлетамаҡта Башҡортостан хөкүмәте исеменән үткәрелгән ҡурайсылар бәйгеләрендә 1-се урын яулай. Ә бит был бәйгеләрҙә мәшһүр ҡурайсылар Хәмит Әлмөхәмәтов (Хәмит сәсән), Бирғәле Ибраһимов (Бирғәле сәсән), Әфләтун Атанғолов (Әфләтун хәҙрәт), Шәйхислам Сатучин (Шәйех ҡурайсы), Миңлебай Сәйетов,Садиҡ Ильясов, Ғиниәт Биҡҡужин, Ғәбит Бараков,  Йомабай Иҫәнбаев, Ғиниәт Ушанов ҡатнаша алған,  исемдәре беҙҙең көндәргә килеп етмәгән башҡа данлыҡлы халыҡ музыканттарының да ҡурай тотоп майҙанға сыҡҡан булыуы  бик ихтимал. Йәғни, бәйгеләрҙең кимәлен күҙ алдына килтерергә мөмкин. Бәйгеселәргә ниндәй талап ҡуйылған? Ҡурайсы Ғата Сөләймәнов 1944 йылда мәшһүр ҡурайсы, йыраусы, оҫта бейеүсе Ғиниәт Ушановтан яҙып алған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, элек ҡурайсыларҙың бәйгеһе өс баҫҡыс (тур) кимәлендә барған. Һәр баҫҡыста баһалаусылар ҡурайсынан бер нисә көйҙө уйнауын, көйҙәрҙең тарихын һөйләүен талап итә алған. Ҡурайсы кем ниндәй көйҙө уйнарға талап итәсәген, ниндәй көйҙөң тарихын һораясағын алдан белмәй. Өс баҫҡысты үткән ҡурайсының ҡурайының тауышы, өҫтәүенә, ел ыңғайына билдәле алыҫлыҡта ишетелергә лә тейеш булған. Мәшһүр ҡурайсы, сәсән Кәрим Дияров ағай: “Иҫәнбәт ауылы ҡурайсыһы Сөнғәт Байбуловты ҡурайҙа уйнатып, тарихын һөйләтеп һанап ултырғандар: 380 көйҙө тарихтары менән белгән,”- тип һөйләгәйне. Бына шундай ҡурайсылар майҙанға сыҡҡан да инде.

perv fotoҠурайсы төшөрөлгән тәүге фотоһүрәт. Л.Толстой Һамар башҡорттары менән. 1882 йыл

Ирекһеҙҙән һорау тыуа: бөгөн нисә ҡурайсы бындай бәйгелә ҡатнашырға йөрьәт итер ине икән? Яуап биреүе, дөрөҫөн әйткәндә, ауыр. Бынан ун йыл элегерәк ҡурайсыларҙың бәйгеләрендә бер оҙон көй, бер ҡыҫҡа көй уйнау талап ителә, бәйге ике турҙан торһа, икеһендә лә шул уҡ талап ҡуйыла, тик көйҙәр ҡабатланырға тейеш түгел ине. Беҙҙең тәҡдим буйынса 2006 йылда Хәйбулла районында үткәрелгән Йомабай Иҫәнбаев көндәрендә һәм Октябрьский ҡалаһында үткәрелгән Ҡурай байрамында ҡурайсылар бәйгеһе беренсе тапҡыр билет системаһы буйынса үткәрелде, бәйгеселәр мотлаҡ белергә тейеш көйҙәрҙең исемлеге бер нисә ай алдан район-ҡалаларға таратылды. Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге бәйге лә билет системаһы буйынса үткәрелә. Билеттарға тәүҙә илле көй индерелһә, быйыл йөҙгә барып етте, әкренләп боронғо ҡурайсылар бәйгеләре талаптарына яҡынлайбыҙ. Әлбиттә, талап юғарылығы бәйге кимәлен күтәрә, тимәк бәйгеселәрҙең үҙ өҫтөндә эшләүенә, башҡарыу оҫталығын камиллаштырыуына булышлыҡ итә.

Әйткәндәй, бөгөн беҙ үҫтереү, камиллаштырыу тигән  һүҙҙәрҙе йыш ҡабатларға өйрәнеп киттек. Мәҫәлән, халыҡ сәнғәте буйынса төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙең Положениеһына мотлаҡ шул сәнғәтте артабан “үҫтереү”, “камиллаштырыу” кеүек һүҙҙәрҙе индерәләр. Халыҡ сәнғәте быуаттар һынауын үтеп, шымарып, камил рәүешкә ингән инде. Халыҡ сәнғәтен түгел, бәйгеселәрҙең башҡарыуын камиллаштырырға кәрәк. Ябай сағыштырыу: Страдивариның скрипкаһын артабан камиллаштырып буламы, йәки Паганининың уйнауынан  камилыраҡ уйнап буламы? Әлбиттә, Амати, Гварнери исемле оҫталарҙың  скрипкалары ла камиллыҡ үрнәге була ала, Леонид Коган, Давид Ойстрах, Яков Хейфиц  кеүек  скрипкасыларҙың  яҙмаларын быуаттар аша ла һоҡланып тыңлаясаҡтар. Әммә скрипка доньяһында Страдивари, Паганини исемдәре, асылда, камиллыҡ символына әйләнгән, ысын сәнғәт өлгөһө - камил күренеш, уны үҫтереү тураһында һүҙ алып бармайҙар, һоҡланалар ғына. Паганининың  бер сығышы алдынан  көнләшеүселәре скрипкаһының  өс ҡылын игәп ҡуялар, уйнағанда бер-бер артлы өс ҡыл өҙөлә, һәм ул бер ҡылда уйнап сыға - дошмандары алдында сер бирмәй. Шул уҡ ваҡытта махсус рәүештә бер ҡыллы скрипкала уйнап йөрөгән йәки инструментына бишенсе ҡыл өҫтәгән скрипкасы тарихта билдәһеҙ. Бәлки, кемдер булғандыр ҙа, әммә ахмаҡлыҡҡа иғтибар итмәйҙәр бит. Ошо көндә 48 йыл инде ҡурайҙа уйнаған, абруйлы бәйгеләрҙә ҡатнашҡан, 40 йылдан ашыу ғүмерен моң ҡомартҡыларыбыҙҙы йыйыуға арнаған кеше булараҡ шуны әйтә алам: боронғо ҡурайсыларҙың кимәленә күтәрелеү өсөн, ә беҙ уларҙың уйнауын Хәмит, Ишҡәле, Ишмулла, Кәрим, Ғата, Рәхмәтулла, Әҙһәм, Әбделғәфи ҡурайсыларҙың һ.б. ҡурай маһирҙарының уйнауынан ишетеү бәхетенә ирештек, беҙгә шөғөлләнергә лә шөғөлләнергә кәрәк. Ғата Сөләймәнов, Ишмулла Дилмөхәмәтов һ.б. мәшһүр ҡурайсыларҙың Рәхмәтулла Бүләкәнов тураһында моңло ҡурайсы (мәшһүр ҡурайсыларҙың был һүҙе – ҡурайсыларҙың да ҡурайсыһы тигән баһаға тап киләлер) тип һүҙ йөрөткәндәрен   ишетергә тура килгеләй торғайны. Бөйөк йыраусы Сөләймән Абдуллин иһә Рәхмәтулла ағайҙы моң профессоры тип атай торғайны. Бына ошо моң профессоры Рәхмәтулла Бүләкәновтың “етмешкә еткәс, ҡурайҙы аңлай башланым” тип әйткәнен үҙ ҡолағым менән ишеттем. Ҡурай алдында, ата-бабаларыбыҙҙың изге мираҫы - бөйөк ҡурай сәнғәте алдында тейешле яуаплылыҡ тойғоһо тойоу кимәленә күтәрелеү үрнәге был.

Ҡурай моңо – башҡорт милли моңоноң нигеҙе. Халҡыбыҙҙың музыкаль-поэтик классикаһы һаналған оҙон көйҙәребеҙ ҡурай моңо менән һуғарылған. “Байыҡ” кеүек классик бейеүҙәребеҙ ҙә ҡурай моңона нигеҙләнеп ижад ителгән. Башҡорт профессиональ бейеү сәнғәтенә нигеҙ һалыусы Фәйзи Ғәскәров 1940 йылда беренсе тапҡыр Мөхәммәт Иҙрисовтың “Байыҡ”ты бейеүен күргәс, Мөхәммәт, был бейеүеңде үҙгәртмәй һаҡла, һәр ваҡыт ҡурайға ғына бейе, тип кәңәш биргәне билдәле. Фәйзи Ғәскәров быуаттар аша килеп еткән ҡомартҡыны күргән. Мәшһүр бейеүсе Мөхәммәт Иҙрисов 80-де үткәс әле, тамашасыларҙы һоҡландырып, “Байыҡ”ты бейер ине. “Иң беренсе - көй, көйҙөң тарихы, моңо, шунан сығып образ барлыҡҡа килә. Беҙҙең ауылда (Хәйбулла районы Түш ауылы) ике көслө ҡурайсы булды. Бейергә төшкәндә бейеүсеһенә ҡарап көйөн уйнайҙар ине, миңә гел “Байыҡ” көйөн уйнанылар. Ауыл ҡарттарына ҡарап, уларҙың холоҡ-фиғеленән, ойота баҫып бейеүҙәренән Байыҡ сәсәнде күҙ алдына килтерә инем”,- тип иҫләр ине.

18-19 быуаттарҙа ғалимдар, яҙыусылар һ.б. зыялылар П.С. Паллас (“Путешествие по разным провинциям Российской империи”, 1809), И.И. Лепехин (“Продолжения дневных записок путешествия академика и медицины доктора Ивана Лепехина по разным провинциям Российского государства в 1770 году”, 1772), И.Г. Георги (“Описание всех в Российском государстве обитающих народов, также их житейских обрядов, вер, обыкновений, жилищ, одежд и прочих достопамятностей”, 1776), В.С. Зефиров (“Рассказы башкирца Джантюри”, 1847), В.М.Черемшанский (“Описание Оренбургской губернии в хозяйственном, статистическом, этнографическом и промышленном отношениях”, 1859) башҡорттар менән осрашыу һөҙөмтәһендә шул иҫәптән ҡурай һәм ҡурайсылар тураһында ла яҙған. Итальян этнографы, көнсығышты өйрәнеүсе Стефан Соммье 1880 йылда Көнбайыш Себерҙә һәм Уралда фәнни сәфәрендә шул иҫәптән башҡорт халҡының да антропологияһын, этнографияһын өйрәнә. С.Соммье “О башкирах” тигән хеҙмәтендә “Когда я увидел инструмент, называемый курай и услыхал, что это единственный инструмент, употребляемый башкирами, я не мог не подумать, что искусство Европы не очень развито у этого народа. Курай состоит из грубого стебля одного большого зонтичного растения около 60 сантиметров в длину, обрезанного и открытого с обоих концов; с боков прорезаны 5 дырочек, 4 с одной стороны и пятая с другой, противоположной и несколько выше других. Но когда я услыхал первые звуки, извлеченные из инструмента артистом, мое презрение к первому заместилось удивлением к искусству, с которым башкир умел извлечь из этой простой дудки такие приятные и верные звуки по нашим музыкальным понятиям,”- тип яҙған.

Р.Г.Игнатьев (“Башкир Салават Юлаев, пугачевский бригадир, певец и импровизатор”, 1893), Д.П.Никольский (“Башкиры: этнографическое и санитарно-антропологическое исследование”, 1899), М.В.Лоссиевский (“Кое-что о Башкирии и башкирах в их прошлом и настоящем”, 1903), С.И.Руденко (“Башкиры”, 1925) хеҙмәттәрендә лә башҡорт халҡының музыка ҡоралы ҡурайға урын бирелгән. Владимир Далдең аңлатма һүҙлегендә (Владимир Даль. Толковый словарь, 1881. Т.2) ҡурайға түбәндәге аңлатма бирелгән:

1. Курай – юж. растение… 2. В Башкирии скоморох с дудкою, сопилкою и певунь; он же курайчи.

Ҡыҫҡаһы, 18-19 быуаттарҙа ҡурай тураһында яҙылған хеҙмәттәрҙең авторҙары ҡурай моңон фәҡәт башҡорттарҙың ҡурайҙа уйнауынан ишеткән.

Ҡурай тураһында белгес тарафынан яҙылған беренсе махсус хеҙмәт (С.Рыбаков. “Курай, башкирский музыкальный инструмент. С приложением 6 мелодий курая.” Русская муз. газета. СПб) 1895 йылда донья күрә. Был хеҙмәт С.Рыбаковтың 1897 йылда С.-Петербургта баҫылып сыҡҡан “Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта” тигән китабына ла ингән. Китапта ҡурайға тасуирламанан тыш ҡурайсылар уйнауынан яҙып алынған 80 көйҙөң ноталары, көйҙәргә аңлатмалар, 10 ҡурайсы тураһында мәғлүмәттәр һәм ҡурайсы Толомғужа Ғөбәйҙуллиндың һүрәте ингән.

Музыка белгесе һәм этнограф Сергей Гаврилович Рыбаков (1867-1921) ҡурайҙы түбәндәгесә тасуирлай:

Творчество башкир создало кроме вокальной музыки также инструментальную,довольно обширную, и у башкир имеются свои музыкальные инструменты, главнымиз которых является свирель, так называемый курай, устраеваемый из стебляполевого растения, называемого также “курай”, обрезанного и открытого с обоихконцов, на котором прорезаны 4 отверстия с одной стороны и одно с другой.

Башкиры для курая выбирают гладкий, пустой и чистый внутри, по возможностиправильный стебель растения, иногда сушат его, а затем вырезают на немотверстия, руководясь приблизительно следующим расчетом: 1-е отверстие должноотстоять от конца дудки на 3 пальца, 2-е от 1-го на 2,5 пальца, 3-е от 2-го на 2пальца, 4-е от 3-го на 1,5; 5-е отверстие вырезается сзади выше 4-го.

Натуральный строй курая представляет неполную, так называемую китайскую гамму до, ре, ми, фа, соль, ля, до без нашего вводного тона.

Не каждый курай, конечно, звучит в строе натуральной гаммы до-до, а какпридется, один выше, другой ниже, смотря по толщине, длине и другим свойствамстебля, из которого выделывается инструмент.

1882 йылда Германияла Лейпциг ҡалаһында музыка белгесе Хуго Римандың (1849-1919) “Музыкаль һүҙлек” тип аталған ифрат бай мәғлүмәтле хеҙмәте донья күрә. Әлегәсә был һүҙлектең өҫтәлмәләр менән бөтәһе 12 тапҡыр нәшер ителеүе  уның ниндәй ҡиммәтле баҫма икәнен күрһәтә, әлбиттә. Музыка белгесе Юлий Энгель (1868-1927) мөхәррирлегендә һәм  өҫтәлмәләре менән Хуго Римандың һүҙлеге 1901 йылда Мәскәүҙә рус телендә нәшер ителә. Был һүҙлектә (Хуго Риман. Музыкальный словарь. 1901г., перевод с 5-го немецкого издания, дополненный русским отделом) ҡурайға урын бирелгән:   

Курай-башкирский духовой деревянный инструмент- род свирели; открыт с обоихконцов трубки. Имеет 4 отверстия на одной стороне и одно на другой. Звуки кураяне громки, приятны и хорошо сливаются с песнями башкир. Играющий на кураеназывается курайсы. Подробное описание курая и мелодий, исполняемых на нем, см. в книге С.Рыбакова “Музыка и песни уральских мусульман”.

1937 йылда СССР Фәндәр академияһы Этнография институтының фольклор секцияһы хеҙмәткәре Лев Лебединский Башҡортостанға башҡорт халыҡ көйҙәрен, йырҙарын яҙырға килә һәм бөтә күңелен биреп, бик уңышлы эшләй. 1939 йылда ул Башҡортостандың таулы-урманлы төбәгенә ойошторолған комплекслы фольклор экспедицияһына етәкселек итә, тиҫтәләрсә ҡурайсыларҙың ҡурайҙа уйнауын, йыраусыларҙың йырлауын фонографҡа яҙып ала. Лев Лебединский яҙып алған көйҙәрҙең, йырҙарҙың ноталары, уларға аңлатмалар 1954 йылда Өфөлә нәшер ителгән “Башҡорт халыҡ йырҙары” (төҙөүселәре - Х.Ф.Әхмәтов, Л.Н.Лебединский, Ә.И.Харисов)  һәм 1962, 1965 йылдарҙа Мәскәүҙә “Музыка” нәшриәтендә баҫылған “Башкирские народные песни и наигрыши” (йыйынтыҡтың төҙөүсе-мөхәррире, фонояҙмалар, нота яҙмалары, кереш һүҙ, аңлатмалар авторы - Л.Н.Лебединский) йыйынтыҡтарына ингән. Лев Николаевич Лебединский, белгес булараҡ, ҡурайға ифрат юғары, лайыҡлы баһабирә:

Наиболее распространенный башкирский народный музыкальный инструмент-курай. Это своего рода пастушеская свирель, продольная флейта, изготовляемаясамими исполнителями-кураистами из полого внутри стебля зонтичноголекарственного растения того же названия. Курай- очень древний сигнальныйинструмент, возникший в связи с потребностями хозяйственного скотоводческого пастушеского быта.

Много причин способствовало давней популярности этого инструмента средибашкир. Звучание курая- поэтичное и эпически-возвышенное. Его дальняяслышимость на открытом воздухе, чистый, “прямой” флейтовый характерзвучания- свойство, чрезвычайно ценное для пастушеского инструмента,назначение которого- звучать среди природы. И действительно, слушая курай вполе или среди гор, нельзя не почувствовать, что этот инструмент гармоничносливается с природой, словно он ее органическая часть.

Конечно, немалое значение в распространении этого инструмента среди народаимели такие его качества, как быстрота и простота изготовления.

Некоторые мелодические и ладовые особенности башкирской народной музыкинаходят свое обьяснение в свойствах курая, в частности в его строе.

Ладовые возможности инструмента сравнительно велики. Например, в среднем,наиболее полном, регистре инструмента кураисту доступны лады: мажорные(ионийский, лидийский, миксолидийский), минорные(эолийский, дорийский,фригийский, а в верхнем регистре еще и гармонический). К ним естественноприбавляются соответствующие ладо-мелодические регистровые сопостовления исоединения.Например, соединение ладов миксолидийского и лидийского,эолийского и дорийского; сопоставление пентатонических ладов в нижнем регистрес переменными ладами в среднем и высоком. Строй курая охватывает различныедиатонические и пентатонные лады, образующиеся из различных способовсоединения трихордов, тетрахордов и пентахордов.

Диапазон курая сравнительно большой- около трех октав.

(Л.Н.Лебединский. “Башкирские народные песни и наигрыши”. Москва, 1965)  

Энциклопедик баҫмаларҙа ҡурай тураһында мәҡәләләр С.Рыбаковтың һәм Л.Лебединскийҙың хеҙмәттәренә нигеҙләнеп яҙылып килде һәм килә. Мәҫәлән, Ҙур совет энциклопедияһында (Большая советская энциклопедия. 2 издание, том подписан к печати 8.12.1953) ҡурай тураһында түбәндәгесә яҙылған:

Курай- башкирский народный музыкальный инструмент - род продольной флейты.Курай изготовляют преимущественно из полых стеблей зонтичных растений, новстречаются кураи деревянные, металлические.

Курай представляет собой трубку конической формы (входной конец ширевыходного); длина ее 600-700 мм, наружные диаметры 15 и около 20 мм. Дляизменения высоты звуков в стенках курая имеются 4 отверстия с одной стороны и одно с противоположной стороны (ближе к головке).

Звукоряд курая диатонический, но виртуозы извлекают и отдельные хроматические звуки. Диапазон- 2-2,5 октавы. При игре на курае исполнительчасто сопровождает мелодию непрерывно тянущимся звуком голоса(см. Бурдон).

На курае исполняются народные песенные мелодии, а также программно-изобразительные пьесы и т.п.

(Рыбаков С., Курай, башкирский музыкальный инструмент, СПБ, 1896)

Ә бына 20 быуаттың икенсе яртыһында билдәле бер мәлдән ҡайһы бер энциклопедик баҫмаларҙа ҡурайҙың тасуирламаһында үҙгәреш барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, 1975 йылда Мәскәүҙә нәшер ителгән “Атлас музыкальных инструментов народов СССР” тигән китапта ҡурай Себер татарҙарының музыка ҡоралы тип күрһәтелгән:

 “Курай – открытая флейта из полого стебля зонтичного растения. Игровые отверстия прямоугольной формы располагаются ближе к тонкому концу ствола. Курай встречается у тобольских и тюменских татар (см. курай баш.) ” (Г.И.Благодатов. Музыкальные инструменты народов Сибири. – В книге Сборник музея антропологии и этнографии. Т.18. Отв. ред. С.П.Толстов. М.-Л., 1958.)

Күрһәтелгән сығанаҡта, йәғни, 1958 йылда СССР Фәндәр академияһы Н.Н.Миклухо-Маклай исемендәге институты тарафынан нәшер ителгән Антропология һәм этнография музейының йыйынтығында ысынлап та Г.И.Благодатовтың Себер халыҡтарының музыкаль уйын ҡоралдары тип аталған мәҡәләһе бар. Был мәҡәләлә ханты һәм мансиҙарҙың тор-сапль юх (икенсе исемдәре – хотол, нарыста-их-хотон, тороп-юх, дернобор), нарс-юх (шангур, сангулья, саннельтуп, сангкультап, шангильтоп), наркос-юх, нерьпь, тумра (думран), селькуптарҙың пыныр, пузи, ненецтарҙың сянако-мире, алтай, хакас, тофалар, шор, туваларҙың топшур (хомыс, комс, чарты-кобус, топожурул, топшулюр, дошпулур), икили (ыых, игиль), чатхан (чаттыган), пызанчи, шогур, шоор, лемби, абврга, пыргы, сымысха, темир-комыс, хулузун-комыс (ағас ҡумыҙ), буряттарҙың сур, лимба, бишкур, хур, хучир, иочин, чанза (шанза), бурэ, ухэрбурэ, дынчики, гонг, яҡуттарҙың хомус, кырыппа, эвенктарҙың кенгипкэвун (пенгивкэвун, пегипкэвун), пангар (пургивкавун, террилбаканун), кондывкоп, перпукоун, долгандарҙың хамыс, манегрҙарҙың мангнюко, удэгейҙарҙың кункай, кумикай, нанайҙарҙың холоншафиокья, марако, дучекэ, чукчаларҙың эйнгенге, ярар, комыс, коряктарҙың яяй, ванни-яяй, нивхтарҙың тыгрык, хозон, частигре, эскимостарҙың сехуяк тип аталған ҡыллы-сиртмә, ҡыллы-һыҙма, сиртмә, тынлы, һуҡма музыка ҡоралдары һәм шулай уҡ һунарҙа ҡулланыла торған махсус тауыш сығарғыстар тураһында яҙылған. Тобол, төмән татарҙары, уларҙың музыкаль уйын ҡоралдары тураһында был хеҙмәттә бер һүҙ ҙә таба алманыҡ.

1976 йылда Мәскәүҙә нәшер ителгән “Музыкальная энциклопедия, т.3” баҫмаһында ҡурай тураһында мәҡәләнең авторы Г.И.Благодатов Себер сиктәренән сыға һәм былай тип яҙа:

Курай – башкирский и татарский духовой музыкальный инструмент: открытая флейта из стебля зонтичного растения. Имеет 4 игровых отверстия на лицевой стороне и 1 на тыльной. Длина 45-100 см, звукоряд диатонический в обьеме сексты; с помощью передувания достигает 2-2,5 октавы. Звук несильный, тембр нежный, мягкий. У башкир курай – единственный широко распространенный инструмент. В его репертуар входят песни в инструментальных вариантах, плясовые мелодии, наигрыши, напевы звукоподражательного характера, программные пьесы, марши, танцы.

Играют на курае мужчины и женщины. Во время праздников, свадеб иногда устраиваются состязания кураистов. Порой исполнитель сопровождает мелодию курая пением. У татар наряду с кураем (сыбызга) распространены и другие духовые инструменты

(С.Рыбаков. Курай. Башкирский музыкальный инструмент. СПб., 1896; Л.Лебединский. Башкирские народные песни и наигрыши. М.1965. Г.И.Благодатов).”

Күренеүенсә, был энциклопедик баҫмала Г.И.Благодатовтың исеме менән бирелгән ҡурай тураһында мәғлүмәт теүәл генә итеп С.Рыбаковтың һәм Л.Лебединскийҙың китаптарындағы башҡорт халыҡ музыка ҡоралы ҡурай тураһында тасуирламаларҙан алына, уларҙың хеҙмәттәренә һылтанма яһала һәм, ысынлап та, тап ҡурай тураһында яҙыла. Әйткәндәй, С.Рыбаковтың “Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта” (СПб. 1897) тигән фундаменталь хеҙмәтендә татар халҡының йыр һәм инструменталь ижадына ла (Верхнеуральск ҡалаһында йырсы Әхмәҙей Алиевтан, гармунсы Вәлиҙән (Валейка), скрипкасы Мурзиковтан татар йырҙарын, көйҙәрен яҙып ала) урын бирелгән. Г.И.Благодатов әфәнде һылтанма яһаған был ике хеҙмәттә ҡурайға яңы эйә өҫтәргә мөмкинлек бирә торған бер ниндәй мәғлүмәт тә юҡ, башҡаса булыуы ла мөмкин түгел, сөнки С.Рыбаков та, Л.Лебединский ҙа ҡурайҙы тик башҡорттарҙа күргән, тыңлаған.

Бөйөк татар шағиры, бала сағынан уҡ халыҡ ижады өлгәләрен йыйған, татар халыҡ ижады буйынса “Халыҡ әҙәбиәте” тигән хеҙмәт яҙған, халыҡ алдында лекциялар уҡыған, хатта бер нисә татар халыҡ йырының һүҙҙәренең авторы Ғабдулла Туҡайҙың шиғырҙарында ҡурайға һәм ҡурай моңона арналған юлдар булһа, был, әлбиттә, билдәле булыр ине. Ә бит Туҡай ҡурай моңона битараф булмаған, был 1902 йылдан Уральск ҡалаһында мәҙрәсәлә Туҡай менән бергә уҡыған Шәриф Ҡәйүмовтың иҫтәлектәренән асыҡ аңлашыла : 

Туҡай кеҫәһенән ағас шаҡмаҡҡа бәйләнгән еҙ телле ҡумыҙҙы алып уйнай башлай. Ысындан да, Туҡай ҡумыҙҙы матур итеп уйнай ине. Башҡорт халҡының ҡурай тауыштарын сығара, Урал йылғаһының ағымына, һирәк кенә аҡ мамыҡ тауы кеүек ағарып торған болоттарға ҡарап уйнай.

(“Тукай турында замандашлары”. Татарстан китап нәшрияты. Казан 1960, 50-се бит).

Исмәғил Рәмиев үҙенең иҫтәлектәрендә (“Тукай турында замандашлары”. 136-сы бит) былай тип яҙа:

 “Шағирҙы күреп белеүем 1911-1913 йылдарға тура килә (...).

- Башҡорт балаһы, - ти торған ине ул миңә, гәрсә Уфа яғы Урал буйы типтәре булһам да, - “Ашҡаҙар”ҙы йырла әле.

Шағир үҙе лә йырға ҡушыла.

Туҡай “Халык әдәбияты” тигән хеҙмәтендә (Габдулла Тукай. Әсәрләр. 4 томда. 2 том. Таткнигоиздат. 1955, 271-се бит) ауыҙ-тел ижады өлгөләре менән бергә татар халыҡ музыка ҡоралдары тураһында ла яҙған:

tukay

 

Ҡазан ҡалаһының 1000 йыллығы айҡанлы нәшер ителгән “Татарстан халыҡ рухы” китабында ғөрөф-ғәҙәттәр бүлеге мәшһүр ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Ишмулла Дилмөхәмәтовтың ҡурайҙа уйнап төшкән фотоһы (башҡорт милли кейемендә түгел, ябай кейемдә төшкән) менән асыла. Бирелеп уйнай ҡурайсы, бөтөн ҡиәфәтенән рух бөркөлә, китаптың исемендәге рух һүҙен ҡеүәтләрҙәй иң рухлы фотоһүрәт, бәлки, ошолор ҙа. Кем икәне әйтелмәгән. Татар, рус, инглиз телдәрендә сыҡҡан был матур, күҙҙең яуын алып торған баҫманы ҡараған халыҡтың күбеһе, әлбиттә, 1984 йылда 56 ғына йәшендә ғүмере фажиғәле өҙөлгән мәшһүр ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовты белмәй (милли кейемдә төшмәгәс, милләте лә күренмәй), фотола татар халҡының “ғөрөф-ғәҙәттәр”ен, дөрөҫөрәге Татарстан халҡының рухын кәүҙәләндереүсе “символ”ды күрә.

 kniga1 kniga2

kniga3

kniga4Ишмулла Дилмөхәмәтов Буранбай ролендә. Ә.Абдразаҡовтың фильмынан

Бына шулай, Г.И.Благодатовтың эйәреүселәре бөйөк ҡурайсыны үҙләштереүҙән дә тартынмаған. Был күренештең икенсе яғы ла бар бит әле: Ҡазандың 1000 йыллығына арналған “Татарстан халыҡ рухы” китабында Ишмулла Дилмөхәмәтовтың фотоһының баҫылыуы, асылда, Ҡазан тарихында ҡурайсы булмауын таныу бит ул. Күптән инде яҡты донъянан киткән мәшһүр ҡурайсының фотоһүрәтен үҙ мәнфәғәттәрендә файҙаланыуға ҡарата башҡортса һүҙ табыу ҡыйын, русса әйткәндә, кощунство. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, интернетта ла ҡурай тирәһендә ығы-зығы ҡуптарыу күренештәре хасил булды.

Татар яҙыусыһы Мирсәй Әмирҙең “Ҡурай” тигән хикәйәһе (“Татар хикәйәләре”. Төҙөүсеһе – Рашат Низамиев. Өфө, 1989) Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында булған хәл нигеҙендә яҙылған:

(...) Траншеялар буйлап командирҙар блиндажына үтеп барыусы майор Әйүповтың аҙымдары ҡапыл әкренәйҙе. Ниндәйҙер моң ишетелеп ҡалғандай булды уның ҡолаҡтарына. Ниндәйҙер бик-бик таныш, йөрәк өҙгөс моң ине ул. (...)

Майор урынынан ҡуҙғалды. Командирҙар блиндажына бармайынса, ҡурай тауышы килгән яҡҡа йүнәлде ул.

Блиндаж эсендә ҡыҙылармеец менән бер сержант йәшел ҡамыш түшәлгән һике өҫтөндә уйға ҡалған. Улар ҡаршыһында башҡорт егете, ҡара ҡаштарын һикертә-һикертә ярһып ҡурай тарта ине...

Майор килеп инеүгә, һуғышсылар аяҡ өҫтө баҫты, ҡурай туҡталды. Майор уларҙы тынысландырырға ашыҡты:

-  Уйнағыҙ, уйна, туҡталмағыҙ,- тине ул ҡурайсыға.

Ләкин ҡурайсы уйнарға ҡабаланманы, оялып, ҡыҙарынып китте.

-  Юҡ, иптәш майор, рәтле сыҡмай, беҙҙең яҡ ҡурайҙары юҡ шул бында. Айыу ҡурайынан ғына маташтырғайным. Ҡыҫҡа.

-  Бик һәйбәт сыға. Ҡайһы яҡтыҡы үҙең?

-  Башҡортостандан. Баймаҡ районы “Салауат” колхозыныҡы. Йылайыр һыуы буйынан...

-  Исемең нисек?

-  Йомағужа Маликов тиҙәр. (...)

Блиндаж эсендәге өс кешенең береһе – үзбәк, икенсеһе рус ине. Эйе, ҡурай – башҡорт музыкаһы. Ә Башҡортостан – Совет иле. Башҡорт егете Украина өсөн дә, Украина егете Башҡортостан өсөн дә һуғыша. Икеһе лә тыуған ерҙәренән йыраҡта – Төнъяҡ-Көнбайыш фронтында тороп илдәрен һаҡлай улар. Шуға күрә ҡурай башҡортҡа ла, русҡа ла, татарға ла, украинға ла берҙәй тәьҫир итә. Уларҙың барыһын да немецтан үс алырға саҡыра. Эйе бар һуғышсылар ҙа ишетһен уның саҡырыуын. (...)

Артабан Мирсәй Әмир Йомағужа Маликовтың, дивизия политбүлегенең үтенесе буйынса алюмин көпшәнән ҡурай яһап, оборонала ятыусы һуғышсыларҙы ҡурай уйнап рухландырғаны, танкыға ҡаршы ата торған мылтыҡ тотоп дошмандың һөжүменә ҡаршы торғанда яраланыуы, шунда алюмин ҡурайын юғалтыуы, госпиталдә еҙ ҡурай яһап, яралыларҙың хәлен еңеләйтеүе тураһында яҙа. Хикәйә 1943 йылдың апрель айында яҙылған. Хикәйәләге майор Әйүпов Мирсәй Әмирҙең үҙе икәнен аңлауы ҡыйын түгел. Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылы егете, ҡурайсы Йомағужа Рәхимйән улы Маликов 1943 йылдың 17 декабрендә батырҙарса һәләк була...

Бөйөк Ватан һуғышында Йылайыр районынан Ишҡәле Дилмөхәмәтов, Бөрйәндән Мөхәммәт Ҡәҙерғолов һ.б. ҡурайсы-яугирҙәрҙең дә командованиеның үтенесе буйынса алғы һыҙыҡта динамиктарҙан ҡурайҙа уйнағандары билдәле.

Ҡурай, беҙҙеңсә, тап Мирсәй Әмирҙең хикәйәһендәге мәғәнәлә, рухи юҫыҡта Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһында урын алды.

MalikovЙомағужа Маликов

Татар халҡының шулай уҡ арҙаҡлы шәхестәренең береһе Гөлшат Зәйнәшеваның йыр юлдары күңелгә килә:

Һағынырмын Уралтау буйҙарын,
Тын кистәрен, ҡурай моңдарын.
Һағынырмын алһыу таң атҡанда
Яңғыраған башҡорт йырҙарын...

Ни хәтле башҡорт халҡына, ҡурай моңона ҡарата һөйөүгә мөлдөрәмә тулы һүҙҙәр! Шағирә нисек нескә тоя: Урал, ҡурай, башҡорт төшөнсәләре – айырылғыһыҙ!

Бөгөн Мирсәй Әмир, Гөлшат Зәйнәшева кеүек халыҡтар дуҫлығының ҡәҙерен белгән зыялыларҙың аҡыллы һүҙҙәре, бәлки, ике туғандаш халыҡтың араһына шына ҡатыуға булышлыҡ иткән ҡурай тирәһендәге ығы-зығыға кәртә ҡуйыр ине.

Ҡурай сәнғәте – бөйөк сәнғәт, быуаттар буйы мәшһүр ҡурайсыларыбыҙ күтәргән бейеклектән уны бер нисек тә түбән төшөрөү мөмкин түгел инде. Ҡурай фәҡәт башҡорт ерлегендә генә ҡурай булып ҡала ала. "Ерлек" тигән һүҙ үҙенә бик тәрән  мәғәнә һыйҙыра. Ерлек – ул, иң беренсе, үҙен башҡорт тип белгән, тойған, йәғни, башҡорт рухлы халыҡтың булыуы. Ерлек – ул ҡан аша күсә килгән беҙҙең тарихи хәтеребеҙ, рухи ҡиммәттәребеҙ. Ерлек - ул беҙҙең тарихыбыҙ, көйҙәребеҙ, беҙ тарихи көйҙәребеҙҙе, йырҙарыбыҙҙы хәҙергегә килтереп еткергән ҡурайсыларыбыҙҙың исемдәрен беләбеҙ.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми үҙенең “Урал” поэмаһында асылда башҡортлоҡто ҡурайға тиңләй:

Башҡортлоҡ – ул милләт кенә түгел,
Ҡурай кеүек ябай, ҡатмарлы.
Ерҙә әле рух бар – халыҡ рухы,
Ҡабул итмәй ул рух юҡ-барҙы.

Ҡурайға ымһыныу сәбәпле ығы-зығы күтәреүселәр асылда кире ҡаҡҡыһыҙ хәҡиҡәтте инҡар итә: ҡурайҙы башҡорттан, башҡортто ҡурайҙан айырып булмай. Ҡурай башҡорт ерлегенән айырылһа, биш тишекле һыбыҙғыға әйләнә, ә унда уйнаусы - һыбыҙғысы. Һыбыҙғысы хатта күкрәккә һалып та, өзләп тә уйнарға өйрәнеүе, башҡорт халыҡ көйҙәрен һуҙыуы ла мөмкин, әммә нисек кенә тырышмаһын, ҡурайсы була алмаҫ, сөнки, Назар Нәжми әйтмешләй, ерҙә әле рух бар – халыҡ рухы, ҡабул итмәй ул рух юҡ-барҙы.

Атай-олатайҙар ҡаны менән яҙылған башҡорт тарихын бөтә йөрәге менән тойоп, шул тарихты ҡурай теле менән һөйләй алыу ҡөҙрәтенә эйә шәхес кенә Ҡурайсы тигән оло дәрәжәгә лайыҡ була ала.

Юлай Ғәйнетдинов

 

Ергә төшкән гөл булыр, утҡа төшкән көл булыр