...ул биш тишекле һыбыҙғы ғына буласаҡ

Мәҙәниәт йылында мәҙәниәт хаҡындағы әңгәмәләрҙе дауам итәбеҙ. Әгәр ҙә "Мәҙәниәт ҡайҙан башлана?" тигән һорау ҡуйылһа, "халыҡ сәнғәтенән" тигән яуап ишетер инек. Был, һис һүҙһеҙ, шулай. Тамырһыҙ ағас булмағандай, халыҡ сәнғәте булмаһа, мәҙәниәт тә юҡ. Мәҙәниәтһеҙ милләт тә булмай. Тап шуның өсөн беҙ бөгөн башҡорт милли мәҙәниәте хаҡында һүҙ алып барабыҙ икән, бының нигеҙендә халҡыбыҙ сәнғәте ятҡанын аңларға тейешбеҙ.

 

 

 

 

Бар беҙҙең ундай алтын тамырҙарыбыҙ, аҫыл ҡомартҡыларыбыҙ. Улар: ҡурайыбыҙ, оҙон көйөбөҙ, бейеүебеҙ. Атаҡлы ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле журналист, Башҡортостан телевидениеһының "Хазина" программаһын алып барыусы, һөнәре буйынса математик Юлай Ишбулды улы ҒӘЙНЕТДИНОВ ана шул аҫыл ҡомартҡыларыбыҙ хаҡында фекер йөрөтә.

Сәнғәт һәм математика

Минең өсөн математика һәм сәнғәт бер-береһенә ят күренеш түгел. Ҡурай буйынса остаздарым - Әҙһәм Исҡужин менән Кәрим Дияров ағайҙарым. Әҙһәм ағай заманында хәрби осоусылар училищеһын тамамлаған. Ә был училищеға уҡырға инер, унда уҡыр өсөн физика менән математика фәндәрен бик һәйбәт белергә кәрәк. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетына ситтән тороп уҡырға инергә әҙерләнеп йөрөгәнендә, Әҙһәм ағайҙың ҡурай уйнауына, йырлауына ғашиҡ атаҡлы ғалим-тюрколог, филология фәндәре докторы Жәлил Кейекбаев: "Әҙһәм, һинең урының унда түгел, ә филология факультетында", - тип, ағайҙы университеттың филология факультетына инергә күндергән. Кәрим ағай Дияров, иһә, Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк утыҙынсы йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлаған кеше, хаҡлы ялға сыҡҡансы физика, математика уҡытыусыһы булып эшләне. Әҙһәм ағай ҙа, Кәрим ағай ҙа икеһе лә бөйөк ижадсы, ҡурайсы, сәсән, йыраусы булдылар. Һәм тағы минең математиканан тәүге уҡытыусым, Баймаҡ районының Таулыҡай мәктәбендә оҙаҡ йылдар директор булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Хөрмәт Халис улы Байегетов Баймаҡ сәсәндәре тураһында "Сәсәндәр иленә сәйәхәт" тигән китапҡа ингән. Университет тамамлағанда диплом эшемде физика-математика фәндәре докторы профессор Хәйрулла Хәбибулла улы Мортазин етәкселегендә яҙҙым. Хәйрулла ағай иҫ киткес оҫта йыраусы, өҫтәүенә, бына тигән бейеүсе лә. Уның улы Урал Мортазин математика факультетын тамамланы ла, сәнғәт юлы менән китте, ул бөгөн республикабыҙҙың танылған бейеүселәренең береһе. Ҡыҫҡаһы, мин сәнғәт менән математика араһында бер ниндәй ҙә айырма күрмәйем. Улай ғына ла түгел, билдәле булыуынса, Аристотель дәүерендә музыка математиканың бер өлөшө һаналған. Урта быуат математигы Әл-Фараби музыка тураһында трактат яҙған. 

Ҡурайыбыҙ

Ҡурай - башҡорттоң иҫ киткес бай тарихын үҙенә туплаған, үҙенә һыйҙырған бөйөк ҡомартҡы. Ҡурайсы ул ҡурай моңо аша халҡының тарихын һөйләүсе. Ҡурайсы менән ҡурайҙа уйнаусы араһындағы айырманы элек-электән белгәндәр. Ҡурайсы ул, ҡабатлап әйтәм, иң беренсе нәүбәттә халҡының, көйҙәрҙең тарихын тәрәндән белеүсе, уларҙың төрлө ырыуҙарға хас варианттарын өйрәнеп, йөрәге аша үткәреп башҡарыусы. Ҡурайҙы һыҙғыртырға, унда көй уйнарға өйрәнеүе ҡыйын түгел. Ҡурайға бары тик ошондай кимәлдә генә мөнәсәбәте булған кеше ҡурайсы түгел, ҡурайҙа уйнаусы ғына.
Ҡайһы берәүҙәр, ҡурай беҙҙең музыка ҡоралы, тип, сәхнәгә сығып уйнай, китаптар, энциклопедиялар, белешмәләр сығара ул. Әммә уны нисек кенә үҙләштереп маташмаһындар, ниндәй генә китаптар сығарылмаһын, барыбер ҙә ысынбарлыҡтан китеп булмай. Сөнки ҡурай үҙенең башҡорт ерлегенән башҡа ҡурай түгел. Ҡурайҙы ерлегенән айырһаң, ул биш тишекле һыбыҙғы ғына. "Ерлек" тигән һүҙ үҙенә бик тәрән мәғәнә һыйҙыра. Ерлек - ул беҙҙең тарих, көйҙәребеҙ, ул беҙҙең меңәр йылдар һуҙымында тарихыбыҙҙы, йырҙарыбыҙҙы хәҙергегә килтереп еткергән данлыҡлы ҡурайсылар. Беҙ уларҙың исемдәрен беләбеҙ. Башҡа халыҡтар иһә, был беҙҙең ҡурайсыбыҙ, тип бер кемде лә әйтә алмай, уларҙың ҡурайҙа уйнай торған көйҙәре лә юҡ. Мәҫәлән, Тәлғәт Муҡышев атлы ҡаҙаҡ егете беҙҙең Өфө сәнғәт институтының ҡурай класында уҡыны. Бик тырыш егет. Һәләтле. Ул күкрәккә һалып ҡурайҙа уйнарға ла өйрәнде. Хәҙер ул Алма-Ата консерваторияһында уҡыта. Ҡаҙаҡтың думбырала уйнай торған бихисап көйҙәре бар, ә ҡурайҙа уйнай торған көйҙәре юҡ. Тәлғәт төрлө Халыҡ-ара фестивалдәрҙә, конкурстарҙа ҡатнашып, башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнап йөрөй икән. Бик хуп, тип әйтер инең, "Ҡарауанһарай" фольклор төркөмө егеттәре, мәҫәлән, уның Үзбәкстанда үткән фестивалдә ҡаҙаҡ халыҡ йыры тип иғлан иттереп, "Ҡаһым түрә"не башҡарыуына шаһит булған. Ҡаҙаҡ радиоһын тыңлаусылар уның, ҡаҙаҡ халыҡ көйө, тип иғлан иттереп, беҙҙең "Сыңрау торна"ны башҡарыуын ишеткән. 
Ҡыҫҡаһы, ҡурай беҙҙеке, тип ниндәй генә китаптар сығармаһындар, интернет тултырмаһындар, ҡурай беҙҙең ерлектән айырылһа, әйткәнемсә, биш тишекле һыбыҙғы ғына. Ҡурай тик башҡорттоҡо ғына. Ғөмүмән, халыҡ музыка ҡоралы ерлекһеҙ булмай. Халыҡ музыка ҡоралының үҙ репертуары, башҡарыу традициялары була. Ул быуындар аша тапшырыла. Ҡурайҙы, тота килеп, әйҙә, беҙҙеке лә булһын, тип кеҫәгә һалып алып булмай.
Ҡурайыбыҙҙы һаҡлау үҙебеҙҙе, үҙ асылыбыҙҙы һаҡлауға тиң. Был йәһәттән ҡурайыбыҙҙы республикабыҙ символикаһына индереүҙәре ифрат аҡыллы, дөрөҫ аҙым булды, тип иҫәпләйем.

Хазиналар эҙләйем

Күрше өлкәлә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҡатнашлығында бик күп "Хазина" тапшырыуҙары әҙерләргә насип булды. Һарытау, Һамар, Ҡорған, Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә лә булып, унда йәшәүсе күп кенә милләттәштәребеҙҙән һирәк осраған йырҙар, көйҙәр яҙып алдыҡ һәм эфирға сығарҙыҡ. Австрияның баш ҡалаһы Венала 20-се быуат башынан эшләп килгән фонограммархив бар. Германияның Берлин ҡалаһында ла ошо уҡ дәүерҙә барлыҡҡа килгән шундай уҡ архив эшләй. Ошо ике архивта булып, Беренсе донъя һуғышында әсирлектә булған башҡорт һалдаттары башҡарыуында яҙып алынған йырҙарҙың күсермәләрен алып ҡайтырға насип булды. Мәғлүм булыуынса, Әхмәтзәки Вәлидиҙең иң яҡын, иң тоғро дуҫтарының береһе, хәҙерге Ҡорған өлкәһе Әлмән районы Тәңрекүл ауылы башҡорто, арҙаҡлы ғалим Ғәлимйән Таған булған. Уның башҡарыуында 1931 йылда Венала Роберт Лах, Герберт Янски тигән ғалимдар яҙып алған башҡорт халыҡ йырҙарының алтыһының күсермәһен үҙебеҙгә алып ҡайтыу бәхете минең өлөшкә төштө. Мин был яҙмаларҙы, әлбиттә, архивҡа тапшырҙым. Шулай уҡ махсус "Хазина" тапшырыуы шул йырҙарға һәм Ғәлимйән Тағанға арналды.
1925 йылда Парижда Сорбонна профессоры Перно Йомабай Иҫәнбаев башҡарыуында 4 көй яҙып алған. Интернет аша Париж милли китапханаһының аудиовидео яҙмалар департаменты каталогын таптым. Унда Йомабай Иҫәнбаев менән бергә булған ҡайһы бер кешеләрҙең яҙмалары теркәлгән, ә бына Йомабай ҡурайсынан яҙып алынған көйҙәр теркәлмәгән. Тимәк, улар фондҡа ла инмәгән һәм ҡайҙалыр шунда ятырға тейеш. Әгәр ҙә профессор быны ваҡытында эшләп өлгөрмәгән булһа, башҡаларҙың быға артыҡ иҫтәре китмәүе лә бик мөмкин. Шул яҙмаларҙы табыуҙы мин үҙемдең бурысым һанайым. Мин быны эшләп өлгөрмәһәм, башҡа кеше уны тапһа ине. Йомабай Иҫәнбаев мәшһүр ҡурайсы булған һәм уның көйҙәре беҙгә әйләнеп ҡайтырға тейеш.

Ғалимдарға теләгем

Ҡайһы ваҡыт минән фольклор буйынса эшләгән ғалимдарҙың хеҙмәттәренә ҡарата мөнәсәбәтемде белдереүемде һорайҙар. Әммә фольклор ғилеме тураһында һүҙ алып барыу минең тарафтан уңайһыҙ булыр. Сөнки был эш менән фән докторҙары, ғалимдар шөғөлләнә. Мин хатта фән кандидаты ла түгел. Шулай булғас, уларҙың эштәре хаҡында һүҙ әйтеү әрһеҙлек булыр тип уйлайым. Шулай ҙа, бер һүҙ башлағас, минең уларға ҙур теләгемде лә әйтеп үткем килә. Ғалимдарҙың яҙғандарын китаптарында, матбуғат биттәрендә уҡып барғас, ҡайһы бер фекерҙәремде әйтеү ҙә, бәлки, урынлы булыр. 
Ғалимдар ҡомартҡыларыбыҙға ҡарата һаҡ булһындар ине. Беҙгә ул ҡомартҡыларыбыҙҙы атай-олатайҙарыбыҙ нисек тапшырған, улар беҙгә шулай килеп еткән. Киләсәккә лә улар шул рәүешле тапшырылырға тейеш. "Ҡомартҡы" һүҙенең төп мәғәнәүи асылы шуға ҡайтып ҡала.
Һүҙ юҡ, ғалимдарыбыҙ был ҡомартҡыларыбыҙҙы өйрәнеп, ғилми хеҙмәттәр яҙһын, тик ҡомартҡыларға теймәһендәр. Үҙгәртмәһендәр. Ҡағылмаһындар. Арзан шөһрәт артынан ҡыуып "асыш"тар яһамаһындар. Был йәһәттән фольклорсы ғалимдар Мөхәмәтша Буранғоловтан өлгө алһын ине.

Ҡөрьән - ғәрәпсә, "Урал батыр" - башҡортса...

Үткән йыл ноябрь аҙағында "Урал батыр" эпосын башҡарыусыларҙың 4-се республика конкурсы үткәрелгән икән. Сибай ҡалаһында йәшәүсе күренекле сәсәниә Асия Ғәйнуллина һөйләүенсә, конкурста урыҫ, сыуаш, татар, мордва, инглиз һ.б. телдәрҙә уҡығандар эпосты, тимәк, ҡомартҡының был телдәрҙә тәржемәләре бар, тәржемәне ятлағандар.
"Урал батыр" эпосын төрлө телдәргә тәржемә итеү, әлбиттә, иң беренсе нәүбәттә бөйөк ҡомартҡы тураһында башҡа халыҡтар ҙа белһен өсөн кәрәктер. Ғәйнислам Ибраһимов ҡомартҡыны төрөк теленә тәржемә итеп, Төркиәлә баҫтырып сығарғанын беләм, афарин Ғәйнислам! Тик шуныһын оноторға ярамай: "Урал батыр" үҙ теле менән генә бөйөк ҡомартҡы, ул үҙ теленән айырылғандан һуң бөйөк ҡомартҡы булыуҙан туҡтай. Мәҫәлән, Ҡөрьән ғәрәп телендә уҡылмаһа, нимә була инде ул? Ҡөръәнде уҡыусыларҙың, әйтәйек, халыҡ-ара конкурсында, уның төрлө телдәрҙә уҡылыуын күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы? Әле әйтелгән 4-се республика конкурсында урыҫтар ҙа, сыуаштар ҙа һ.б. "Урал батыр" эпосын башҡорт телендә (республикабыҙҙа башҡорт теле дәүләт теле икәнен дә онотмайыҡ!) уҡыған хәлдә лә ул һис кенә лә үҙенең халыҡ-ара әһәмиәтен юғалтмаҫ ине. "Урал батыр" эпосын башҡарыусыларҙың конкурстары ниндәй генә кимәлдәрҙә үткәрелмәһен, ул фәҡәт үҙ телендә уҡылырға тейеш, тип һанайым.

Ир ирҙән быуаҙый...

15 ғинуарҙа күренекле режиссер, иҫ киткес шәхес Әмир Абдразаҡов тураһында "Уҙаман" тапшырыуы ҡабатлап күрһәтелде. Мин ул тапшырыуҙы 2004 йылда эшләгәйнем. Иҫән булһа, уға шул көндө 80 йәш тулған булыр ине. Әмир ағайҙың бер һүҙе һәр ваҡыт ҡолағымда сыңлап тик тора. "Бер ваҡытта ла алдыма ваҡ маҡсаттар, ваҡ эштәр ҡуйманым!" тигәйне ул. Уның был һүҙҙәрендә ни тиклем тәрән мәғәнә ята. Ундай шәхестәрҙең әллә ниндәй данлыҡлы исемдәре лә булмауы бар. Бына мин, мәҫәлән, ғүмеремдең бәхетле осрағы тип Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев менән замандаш, дуҫ булыуымды һанайым. Уның йырҙарын хатта Кәмәлек буйҙарында ла ишеттем (Мөхәмәтйән ағай Кәмәлек буйҙарының һирәк йырҙарын белә!). Шулай уҡ мәшһүр йыраусы Сөләймән Абдуллин. Телевидениеға эшкә килгәс, минең иң беренсе тапшырыуым да Сөләймән ағайҙың ижадына арналды. Аҙаҡтан мин уның тураһында тағы ла ике тапшырыу эшләнем. 
Халҡыбыҙҙың "Ир ирҙән быуаҙый" тигән киң мәғәнәле һүҙе бар. Ир ирҙән рухи аҙыҡ ала, тигәнде аңлата был. Мин бала саҡтан Сөләймән ағайҙың моңона мөкиббән булып үҫтем, аҙағыраҡ уға бер ни ҡәҙәр "бурыс ҡайтарырға" насип булды. Мин дуҫым Рәдис Дүсәлин бүләк иткән магнитофон яҙмаһынан Ишембай районы Кинйәбулат ауылынан Ғәмбәрә Дүсәлина, Шәмсиҡәмәр Ғәлимова апайҙарҙың башҡарыуында "Ҡарат" йырын өйрәнеп алғайным. Шул йырҙы Сөләймән ағайға әҙерәк көйләп күрһәткәйнем, ул шундуҡ отоп та алды. Радиоға яҙҙырып йырлатҡайныҡ, йыр таралып та китте. Бөгөн "Ҡарат"ты кемдәр генә йырламай. "Өйҙөрәк буйы" йыры менән дә шулай булды.

Тыңлап өйрәнеү

Күп мәғлүмәт тупланды. Ҡырҡ йылдан ашыу халыҡ йырҙары, көйҙәре яҙмаларын йыям. "Ҡурай һәм ҡурайсылар" тигән китап сығарҙым. Йыраусылар тураһында ла китап әҙерләйем. Ул китапҡа ҡушымта итеп йыр яҙмаларын да ҡуйырға иҫәп. Сөнки борон-борондан йырҙарҙы тыңлап өйрәнеү халыҡ сәнғәте мәктәбенең айырылғыһыҙ өлөшө булған. Минең музыкаль белемле уҡыусыларым (Роберт Юлдашев, Рәмил Туйсин һ.б.) бар. Ләкин мин уларға бер ваҡытта ла көйҙө нотанан өйрәтмәнем. Сөнки көйҙө күңелеңдән сығарып, күңелеңдән биреп өйрәтергә кәрәк. Сәсәндәрҙең дә әйткәндәрен уҡыусылары яҙып ултырмаған. Сәсәндәр, һынап ҡына, үҙҙәренән алырлыҡ лайыҡлы кешегә генә белгәнен һөйләп тапшырған. Мәҫәлән, Ғәбит, Хәмит сәсәндәр Мөхәмәтша Буранғоловҡа "Урал батыр" эпосын әйтеп, һүҙмә-һүҙ яҙҙырып ултырмағандыр. Сөнки улар меңәр юллыҡ шиғри текстарҙы туҡтамайынса, әҫәрләнеп, онотолоп һөйләгән саҡта Буранғолов нисек яҙып өлгөрһөн? Мөхәмәтша Буранғолов уларҙы үҙенең күңеленә һеңдереп ултыра ғына ала. Сөнки ул сәсән (Әбйәлил районы сәсәниәһе Гөлнур Мамлееваның, бөгөн сәсән дәрәжәһен ваҡлайҙар, тип көйөнгәне иҫкә төшә)! Уның кем икәнен белгәнгә күрә лә, ике сәсән уға ышанып ҡобайырҙы бәйән иткән.

Халҡыбыҙ сәнғәте дәрәжәһе

Өйөңдәге хәлеңде күршеңдән бел, тигән һүҙ бар. Халыҡ-ара фестивалдәрҙә донъя буйлап йөрөгәндә ҡомартҡыларыбыҙҙың ни тиклем бөйөк икәнен аңлай алдым. Оҙон көйҙөң нимә икәнен миңә япон профессоры Танимото аңлатты. Уның менән 1990 йылда Японияла Халыҡ-ара ойвакэ фестивалендә танышҡайным. 2000 йылда бөтә донъя фольклор фестиваленә, 2003 йылда "Евразия йыры" халыҡ-ара музыка фестиваленә лә саҡырҙы ул башҡорттарҙы. Танимото башҡорттоң оҙон көйөнә ғашиҡ. "Евразия халыҡтарының музыкаль мәҙәниәтендә иң юғары ҡаҙаныш - оҙон көй, оҙон көйҙөң эпицентры, үҙәге - башҡортта", - тине ул миңә.
1998 йылда Башҡортостанға килгәнендә мин уны Мөхәмәтйән ағай Ҡаҙаҡбаевҡа алып барҙым. Ул Мөхәмәтйән ағайҙы тыңланы ла, иланы. Шул көндө ул ғүмеренең иң бәхетле көнө тип атаны. Ғүмере буйы эҙләгәнен ул Хәйбулла районының Һаҡмар Бүреһе ауылында тапты. Ә бит Танимото - бар донъяны урап сыҡҡан этномузыковед. Шулай итеп, Танимото миңә башҡорт халыҡ музыка сәнғәтенең дәрәжәһен нығыраҡ аңларға булышлыҡ итте.
"Ирәндек моңдары" конкурсына ла алып барҙым Танимото әфәндене. Шунда бер журналист: "Танимото әфәнде, беҙ конкурста йәш сикләүе ҡуйғанбыҙ, сөнки йәштәрҙе үҫтерәбеҙ. Ә бына һеҙҙең ойвакэла йәш сикләүе бармы?" - тигән һорау бирҙе. Ул был һорауға тәрән ғәжәпләнде. "Халыҡ сәнғәтендә йәш сикләүе булырға тейешме һуң? Йәштәр өлкәндәр менән бергә ҡатнашып, уларҙан отоп алып ҡалмаһа, күсәгилешлелек ҡайҙан булһын?" - тине ул аптырап. Ул, ғөмүмән, был һорауҙы ҡабул итмәне. 
Лениндың, сәнғәттең бөтә төрҙәренән иң мөһиме - кино, тип әйткәне мәғлүм. Мин иһә халыҡ сәнғәте яҡлы. Халыҡ сәнғәтенән дә бөйөгөрәк сәнғәт юҡ донъяла, минеңсә. Киләсәгем дә, Алла бойорһа, халҡыбыҙ сәнғәтенән айырылғыһыҙ булыр, тип өмөтләнәм.

Шулай итеп... 

Ирәндек, Һаҡмар буйҙары элек-электән халҡыбыҙ сәнғәтенең ояһы һаналған. Шул төйәктә тыуып үҫкән Буранбай, Ғәбит, Хәмит сәсәндәр, уларҙың дауамы Әбүбәкер Хөсәйенов, Ғиниәт Ушанов, Әбдрәхим Исҡужин, Хәмит Әхмәтов, Йомабай Барлыбаев, Мөхәммәт Иҙрисов, Кәрим Дияров, Ғата Сөләймәнов, Әҙһәм Исҡужин кеүек ҡурайсылар, йыраусылар, бейеүселәр рухи ҡиммәттәрҙебеҙҙе һаҡлауҙы изге бурыс һанаған. Юҡҡа мыни Мөхәмәтша Буранғолов, Ғәбит сәсән үҙенең белгәнен беҙгә еткермәһә, уның менән башҡорт фольклорының 90 проценты ергә күмелер ине, тип яҙған.
Бөгөн, иншалла, был бөйөк шәхестәрҙең традицияларын дауам итеүселәр бар. Шуларҙың береһе-Юлай Ғәйнетдинов. 

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ яҙып алды.
Үткен ҡылыс ҡынға көс, үтмәҫ бысаҡ йәнгә көс