sultanov zМиңә ҡалһа ысын ҡурай, Уралыбыҙҙа ғына үҫә торған еҙекәй үләндең кипкән көпшәһе (ҡурайы) һәм уны үҙәк өҙҙөрөп тартыусылары башҡа тараф ҡәүемдәрендә бик һирәк йә һис тә юҡ, шуға күрә "башҡорт ҡурайы" тигәндә тап шул еҙекәй ҡурайҙы, шул еҙекәйҙән моң тартыусыны күҙ уңында тотабыҙҙыр. Ошо ғәзиз ҡурай үләненең исемен башҡортобоҙ үҙенең ғәзиз уландарына ла ҡушҡан: Алтын Урҙа империяһы дәүерендә Башҡортостанының үҙ аллылығын даулап ҡанлы яуҙарға сапҡан башҡорт батыры Еҙекәйҙе (урыҫ йылъяҙмаларындағы Едигейҙы) иҫебеҙгә алайыҡ...

Эйе, еҙекәй ҡурайыбыҙ һәр яҡлап та берҙән-бер һәм ул шулай уҡ берҙән- бер халыҡтыҡы, башҡорттоҡо. Ҡыйыҡ башлы сыбызғынан (ул да башҡорт көй тартҡысы, ләкин ысын ҡурай түгел) башҡаны белмәгән күрше-күлән ҡәүемдәрҙең ҡайһы бер йылғырҙары ерле-юҡтан ҡурайыбыҙға ҡул һуҙып, уны үҙенеке итергә - - үҙләштерергә яҫҡына, хатта бәғзе бер талымһыҙыраҡ ҡурайсыбыҙҙы йылы мөйөшөнә саҡырып килтереп, һабаҡ алып маташа, әммә барлыҡ көҫәнеүҙәре елгә оса ла ҡуя. Башҡортһоҙ ерҙә ысын еҙекәй үләне үҫмәгәндәй, ысын башҡорт рухы тиртмәгән бәндәнән ысын ҡурайсы ла сыҡмай (күпме генә көсәнеп ҡараһа ла). Сүбек сәйнәп май сыҡмағандай, һыбыҙғысыны ҡурайсы тип атауҙары ла мәғәнәһеҙ.

Дөрөҫ, ят яҡтарҙың үтә моңло йәндәре лә ҡулдарына эләккән, ҡурай килбәтенә килгән еҙ, алюмин, ағас, синтетика көпшәнән, хатта Һаҡмар, Һүрән буйҙарынан ҡырҡып алып ҡайтҡан ысын ҡурай - еҙекәй үләне көпшәһенән күркәм тауыш сығарырға - көйҙәр тартырға өйрәнеүҙәре бик ихтимал (сыйырсыҡ-ҡош һандуғас булып һайраған кеүек). Ләкин ысын ҡурайсы булыуҙары, ай-һай... Сөнки сихри башҡорт моңон биш тишекле сихри еҙекәй көпшәнән башҡорт рухы тип аталмыш тылсым ғына тартып сығара ала.

Башҡортостанда тыуып үҫкән һәм ҡурай моңон бала сағынан уҡ йәненә һеңдергән татар әҙибе Әмирхан Еники "Ҡурай" тигән хикәйәһендә яҙа:

"Беҙҙең күршелә генә Миңлегәрәй исемле башҡорт тора ине... өйөнөң тәҙрәләре киңенсә асыҡ... Бына шул асыҡ тәҙрәләрҙән инде бер ваҡыт, абзыҡайым, ҡурай менән йыр ағыла башлай!.. Һәм мин шуны ишетеүгә, барған еремдән ҡапҡанға эләккәндәй, шып-туҡталып ҡала инем. Һис ысҡына алмай инем мин ул татлы әсирлектән... Бөтөн донъямды онотоп, ләззәтенән, һыҙландырыуынан иларға етешеп тыңлайым да тыңлайым... Күҙ алдымда үҙенең яҡты киңлектәре, тын түбәләре, утлауҙа йөрөгән йылҡылары менән ҡылғанлы дала әкрен генә йәйелә лә йәйелә... Бик бейектә бөркөт һалмаҡ ҡына йөҙә. Йыраҡта яңғыҙ яйҙаҡ шәүләһе күренеп ҡала, әллә ҡайҙа ғына ирлән һыҙғырыуы ишетелгән кеүек була... Һәм иң ғәжәбе, шул далала аҡ тастарлы еңгәнең муйынына ҡороҡ һалған бейәне һауып ултырғанын бик асыҡ итеп күрә торған инем. Был шул тиклем асыҡ-йәнле булып күҙ алдына килә, мин хатта еңгәнең ике теҙ араһына янтайтыбыраҡ ҡыҫтырған ағас силәген дә, шул силәккә бейәнең ике имсәгенән алмаш-тилмәш бәреп төшкән нескә генә һөттө лә күргәндәй була инем... Әнә шулай әллә ҡайҙарға алып китә, хыялый итә ине мине был башҡорт ҡурайы, башҡорт йыры!.."

Ғүмере буйына шул тылсымлы ҡурай моңон һағынып-һыҡтап йәшәгән яҡташыбыҙ Ҡазан радиоһында алюмин көпшәнән көй тартыусы - "шәһәрҙә берҙән-бер ҡурайсы" менән таныша, әммә ҡурайы һис кенә лә күңеленә ятмағас: "Ни өсөн тәбиғи ҡурай беҙҙә юҡ, ни өсөн ул, әйтәйек, башҡорттарҙа һаҡланған да, беҙҙә һаҡланмаған?.." - тип эстән өҙәләнә. Һәм ысын ҡурай моңон үлерҙәй танһыҡлаған автор Башҡортостандың йәмле Һаҡмар буйҙарына - үҫәргәндәр төйәгенә сәйәхәт ҡылып, ете дана "тәбиғи ҡурай" көпшәһе алып ҡайта, Ҡазандың шул берҙән-бер "татар ҡурайсыһы"на тапшыра.

"Әммә ни ҡыҙғаныс, Исмәғил абзыйҙың ялан ҡурайында уйнағанын миңә ишетергә тура килмәне... "Белмәйем шул" тигән ине ул, ҡурайҙарҙы минән алып киткән сағында... - тип үкенеп хикәйәтләй яҙыусы.. - Бары күптән түгел генә ишетеп белдем: баяғы барлыҡ ҡурайҙар ҙа Тел, әҙәбиәт институтының музыка кабинетында һаҡлана икән... Исмәғил абзый һәр ҡайһыһына өҫтән - дүрт, аҫтан бер тишек яһаған (нәҡ башҡорт ҡурайы төҫлө итеп), ҡулыңа ал да һыҙҙырып- һуҙып ебәр!.. Әммә улар өнһөҙҙәр, һыҙҙырып-һуҙып ебәрерлек кешеһе юҡ - кешеһен, кешеһен ҡайҙан табырға?!."

Бына шулай ул хәлдәр, әхүәлдәр...

Билдәле булыуынса, ҡурайыбыҙ Ҡазанда ла, Алматыла ла (һәм башҡаларында ла) музей ҡомартҡыһы рәүешендә күҙгә салына, тик унда уларҙан моң тартыусыһы ғына юҡ, сөнки башҡорт күкрәгендә ҡайнаған рух башҡаларҙың күкрәгенә һыйғыһыҙ, рухты музей кәштәләренә лә һалып булмай - фәҡәт беҙҙең тәбиғи һәм айырылғыһыҙ айышыбыҙ ул...

Егерменсе быуаттың бөйөк башҡорто Әхмәтзәки Вәлиди Туған Башҡортостанынан мәңгелеккә һөрөлөп, диңгеҙ аръяғы Төркиәлә хатта башҡортса һүҙ ҡатырлыҡ форсаты ҡалмағанда ла ҡурайынан яҙмаған, алыҫтағы тыуған иле, халҡы менән ҡурай моңдарын ағылдырып һөйләшкән...

Шундай уҡ хәл ун өсөнсө быуат бөйөгө Сыңғыҙ-хан бабабыҙ менән дә булған, тиһәк, бәғзеләр шаңҡып ҡалыр: "Ҡурайҙың унда ни ҡыҫылышы бар - татар-монгол Тэмучжин бит ул!" - тип тәкәббер яр һалыр. Әммә донъя тәкәбберҙәрҙән генә тормай, төплө һүҙгә ҡолаҡ ҡуйған, фәһем алғандар ҙа ишле, сөнки башҡорт Темәсйәндең ырыу шәжәрәһе Үҫәргән батшалар шәжәрәһенән үркәнләп, атаһы - бөрйән башҡорто, әсәһе лә үҫәргәндән икәнлеген, уны ҡаған- император итеп аҫаба башҡорт аҫылдары Муйтән-бей менән Майҡы-бейҙәр күтәргәнлеген, заманының ғәййәр башҡорт сардарҙары (полководецтары) уға ярты донъяны яулап алышып биргәнлеген һуңғы йылдарҙа матбуғаттан уҡыштырып торабыҙ. Ә тәғәйен ҡурай менән йыһангирҙең бәйлелеге ышаныслы сығанаҡта - Сыңғыҙ-хандың төпсөк улы Тулайҙың тура тоҡомо Лубсан Данзан (XVII быуат) тарафынан үҙенең бабаһы Сыңғыҙ-хан дәүере сығанағтарына таянып яҙылған тәүәрихнамәлә сағыла (Лубсан Данзан. Алтан тобчи - "Золотое сказание". М., 1973).

Баҡтиһәң, донъяның дәһшәтле илбаҫары Сыңғыҙ-хан да мауығып ҡурай (ҡур) тартҡан, ҡурайһыҙ йәшәй алмаған, ҡурайҙы үҙенең алтын бәхет асҡысы итеп һанаған. Тәүәрихтә был ҡурай, ап-асыҡ рәүештә, Сыңғыҙ-ханға тығыҙ бәйләп: "Һинең төрки ҡурайың", "Һинең алтын (бәхет) ҡурайың" тип әйтелә. "Төрки" тигәне - дөйөмләштерелмеш башҡорт тигән һүҙ, әлбиттә; ә "алтын ҡурайың" тигәне, уның алтын көпшәнән яһалыуын белдереүҙән дә бигерәк, бәхет символы икәнлеген аңлата, сөнки һарай әһелдәре араһында ҡаған ҡурай тартҡан саҡта илгә ҡот ҡуна, бәхет килә тигән ырым йәшәгән.

Сыңғыҙ-хан һарайында уның министр дәрәжәһендәге ҡурайсы (ҡурчи) вазифаһы ла булған, уны атаҡлы Ирхәсән-ҡурайсы[1] (Аргасун-ҡурчи) башҡарған. Һәм был инсан ҡәҙимге башҡорт сәсәндәренә хас тура һүҙле, ҡыйыу - ил зарын һәм асы хаҡиҡәтте ҡағандың күҙенә төртөп әйтмәле икән:

Бөйөк халҡың ни рәүешле көн күргәнен белмәйһең!

Ауыҙын йыртып ни тапһа шуны - ҡатҡан тире, ҡайыры кимерә ул. Бөтөн халҡың ни рәүешле көн күргәнен белмәйһең!

Сарсаған ауыҙы менән ҡарлы һыу һемерә ул.

Мәңгел халҡың ни рәүешле көн күргәнен белмәйһең!

Был уҙаман, мәшһүр ҡурайсы булыуы менән бергә, ҡағандың баяғы "төрки ҡурайы"н - бәхет асҡысын күҙ ҡараһындай күреп һаҡлаусыһы ла имеш, бына уның, Ирхәсәндең, үҙенең ҡағанға әйткән һүҙҙәре:

Егерме йәшемдән һинең төрки ҡурайыңды һаҡланым,

Һинең аҡыллы һабаҡтарыңды алдым,

Һәм һис ниндәй ҙә насарлыҡ ҡылманым.

Дөрөҫ, бер саҡ хаталанып эстем аҡ-араҡыһын,

Араҡынан алйып алдым шул төрки ҡурайыңды,

Әммә яман ниәт менән алманым!

Ә эш шунда: Корея иленә яу йөрөп ҡайтмыш Сыңғыҙ-ханды һарайында күңелһеҙлек көтөп торған - тоғро ҡурайсыһы Ирхәсән, өҫтәге шиғри юлда әйтелгәнсә, араҡы эсеп иҫергән дә ҡағандың йәндәй күргән һәм ул һарайҙан тышҡа сығармаҫҡа бойорған бәхет асҡысын - "төрки ҡурайын" алып, ҡайҙалыр төнгө уйында ҡурай тартырға сығып киткән...

"Бөйөк ҡаған Майҡыға (Бағурчиға) һәм Муйтәнгә (Мухулиға) бойорҙо: "Эҙләгеҙ!" һәм ошолай һеңдереп юлландырҙы: "Ирхәсән-ҡурайсыны һис ни белдертмәйенсә саҡырып алығыҙ ҙа юҡ итегеҙ!"

...Ләкин был ике түшимәле[2] үлтермәне уны, хакимға баш эйеп ғәфү үтенергә кәңәш итте".

Һәм Ирхәсән баяғы шиғыр юлдары менән ғәфү үтенгәс, ҡағандың асыуы һүрелә:

Ғ үмереңде һин, Ирхәсәнем, бик яҡшы ҡурсаланың,

Шуҡлығыңды шәп аҡланың, ҡурайсым!

Ирхәсән-ҡурайсынан һуңдыр, моғайын, Сыңғыҙ-хандың "төрки ҡурайы"н Жәбә-башҡорт (Жэбэ-бесут) тигән кеше һаҡлаған һәм уның туранан-тура нәҫел вәкиле Ҡуширҙай-ҡурайсының Лубсан Данзан менән бер осорҙа - XVII быуатта Ордоста (Ҡытай) йәшәгәнлеге билдәле.

1227 йылда Сыңғыҙ-хан вафат булғас, мәйетен ныҡ йәшерен рәүештә оҙон сәфәргә йыйнап, юл буйына сеңләй-сеңләй, тыуып үҫкән яғына оҙаталар:

Көрүлән далаһындағы һин хан булып күтәрелгән Арал - Шундалар бит!

"Көрүлән" тигәндәре - тарихи Башҡортостан тупрағындағы Ҡараған йылғаһы (Яйыҡҡа ҡоя) һуғарған иркен дала, боронғо Туҡан (Арҡайым) ҡалаһы төбәге ул. "Арал" - Урал тауҙары.

Бураған-Туҡан - һинең тыуған ер-һыуың,

Бағырсы һәм Мухули, һинең һөйөклө дуҫтарың, -- Шундалар бит!

Был "Бураған-Туҡан" - боронғо Арҡайым (Туҡан) ҡалаһы урыны. Темәсйән башлап үҙенең хан дәрәжәһен шул төбәктә сағында алғанлыҡтандыр, Үҫәргән батшалар шәжәрәһенә ул "Туҡан-хан" тип теркәлгән. "Бағырсы" - Майҡы-бей, "Мухули" - Муйтән-бей.

Һәм шул Аралда (Уралда) ғына үҫкән, Сыңғыҙ-хан үҙенең йәнеләй күргән еҙекәй үләненең ысын ҡурайы ла телгә алына, әлбиттә:

Һинең ҡурайҙарың һәм һыбыҙғыларың,

Һәм йырҙарың - шундалар бит!..

Боронғо башҡорт сеңләүе был, һәм ундағы һүҙҙәр менән килешмәү мөмкин түгел: бөтәһе лә шунда шул - бында шул!..

 


[1] "Күсәк-бей" тигән эпосыбыҙҙың геройы Ир-Бабсаҡ исеме менән сағыштырығыҙ.

[2] Түшимәле - бер түштән имеүселәр, имсәктәштәр. Тимәк, Майҡы-бей менән Муйтән-бей бер әсә балалары - бер туғандар.

26.04.2007.

P.S. Тексҡа ҡул тығып үҙгәртергә, йәки ҡыҫҡартырға рөхсәт итмәйем.

Йыһат Солтанов

Йән тынысы — ямғыр