Ерәнсә — күп халыҡтар араһында билдәле сәсәндәрҙеңбереһе. Билдәле генә түгел, уртаҡ та. Уны башҡорттарғына түгел, ҡаҙаҡтар ҙа, хатга ата татарҙар ҙа (Ҡазантатарҙары. Б. Б.) үҙ сәсәне итергә юлдар эҙләй. Ҡайһыберәүҙәр уның Дәүләкән районынан булыуын иҫбатлай[1].Ошондай һорау тыуа: Аҡмулла һымаҡ илгиҙәр йөрөүе арҡаһында бер нисә халыҡтың сәсәне булып киткәнме, әлләул фантастик образмы?

Беҙҙеңсә, Ерәнсә сәсән тормошта булған шәхес. Ул«Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпосындағы йөҙ туҡһан йәшйәшәгән һабырау ҙа, «Урал батыр», «Аҡбуҙат» эпосындағыһәм «Дүрт батыр» әкиәтендәге Ер менән бергә яратылғанТарауыл сәсән дә түгел. Ул Яйыҡ буйында, башҡорттар менән ҡаҙаҡтар сиктәш ултырғанда, Ҡыҙыл тамағындатыуған кеше тип һүрәтләнә халыҡ поэзияһында. Ҡаҙаҡғалимы Әхмәт Байтурсунов үҙенең «Ҡаҙаҡ теле һәм аҡындар» тигән китабында (Оренбург, 1908 йыл, 20-се бит)Ерәнсәнең 1730 йылдарҙа көн иткән Абулхаир хан осоронда егет кенә булыуын әйтә. «Уны Абулхаир ханға тотопкилтергәс, үҙен ҡаҙаҡмын, — тигән. Хан ҡаҙаҡтарҙың ашъяулыҡ һәм табаҡ һауыттарын күрһәтеп, исемдәрен һорагас, Ерәнсә уларҙың ҡайһыларын белмәгән. Шулай ҙа әйткән:

— Быларҙы белмәүем бер ҙә ғәжәп түгел, сөнки бындай һауыттан ошондай зиннәтле аш ашағаным юҡ. Минейәштән башҡорттар урлап алып киткән, шунда үҫкәнмен,—тигән һ Аҡындар менән әйтешкәндә Ерәнсә сәсән һис берсаҡта ла ал бирмәгән», — ти [2].

Әммә шуныһы иғтибарға лайыҡ: ҡаҙаҡтарҙың ауыҙ-телижадында ла һәм шул әҙәбиәтте донъяға сығарғанда ла«сәсән» һүҙе тик Ерәнсәгә ҡарата ғына ҡулланыла. Үҙҙәренең тел оҫталарына улар «аҡын» тиҙәр. Мәҫәлән, «Песнистепей» (ҡаҙаҡ әҙәбиәте анталогияһы) тигән китапта уныңтөҙөүсеһе А. Соболев та[3], Мөхтәр Ауэзов та [4], Әхмәт Байтурсанов та[5] һәр урында «аҡын» һүҙен ҡуллана. Ә «сәсән» — ул тик башҡорт һүҙе. Ошонан сығып та уның башҡорт булыуы иҫбатлана.

Башҡорт легендаларында Ерәнсә сәсәп хандар заманында Яйыҡ буйында үҫкән кеше булараҡ һүрәтләнә. Бына шундай легендаларҙың береһе: «Яйыҡтың уң яғындабашҡорттар, һул яғында ҡаҙаҡтар йәйлэгән. Тирмәләрейылға аша ҡаршы ғына торған. Теге яҡ яр буйында ла,был яҡта ла бала-саға һыу ингән. Ҡаҙаҡ ханының ҡатынҡыҙҙары башҡорт балаларының шаулашып һыу ингәненяратмағандар, тарһынғандар. Шуға күрә хандан халыҡтыситкә күсереүен һорағандар. Хан башҡорт аҡһаҡалдарынсаҡырып:

—    Һеҙ минең йәйләүҙәремдән ситкә күсегеҙ. Аръяҡтаһеҙҙең айғырҙар кешәнләгәнгә был яҡта минең бейәләремҡолонлай, — тигән.

Халыҡ өсөн был ауыр булған. Сөнки оло һыуһыҙ малдыйәйләтеү-һыулатыу ҡыйын. Шуны уйлап, хандан ҡайтаҡайта Яйыҡ буйында ҡалырға һорағандар. Әммә хан һүҙен кире алмаған:

—     Әйткән — бөткән, бөгөндән күсегеҙ, — тигән.

Тап шул тирәлә Ерәнсә көтөү көтә икән. Күңелһеҙ, берергә уҡмашып, һөйләшеп торған халыҡ янына килгән дәни булғанын һорашҡан. Хәлде аңлап алғас:

—     Ярай, ханға үҙем барайым, — тигән.

Тегеләре:

—     Аҡһаҡалдар һорап та, бай кире ҡаҡты, һин балағынаһың бит, хан хеҙмәтселәре үҙеңде эттән талатыр, —тигән.

Ҡайһылары:

—     Әллә аҡылдан шаштыңмы? һарығыңды йүнле көт!—тип орошоп ташлаған.

Пәш булһа ла Ерәнсәнең быға хәтере ҡалмаған. Иптәшкөтөүселәре менән һөйләшеп, арғы яҡтағы ҡаҙаҡтарҙанбик баҡыраҡ дөйә, ҙур мөгөҙлө кәзә килтерткән. Уҡ-һаҙағын алған да дөйәнең бер яғына кәзәне ултыртып, беряғына үҙе ултырып, ханға киткән. Дөйә тауышын ишетеп,хандың эттәре абалап сыҡҡан. Ерәнсә аптырамаған, иңуҫал этте атып та йыҡҡан. Хан ҡатыны:

—     Эткә торор һыны юҡ, нишләп атҡан! Аҫығыҙ үҙен! —тип, ғауғалап, уның ҡул-аяғын бәйләтә башлағас, Ерәнсә:

—     Аҫығыҙ, тик ханға бәлә килгәс, мине терелтерҙәйбулырһығыҙ! Булмам! — тигән.

Ханбикә:

—     Алдап ҡотолмаҡ була! Хәҙер ханга әйтеп, аҫтырам!

—     Ханға әйтеп аҫтырып, икәү үкенгәнсе, үҙең аҫтырып,берәүең үкен.

Ханбикә аптырап:

—     Ярар, ханға хәбәрен әйтһен. Унан һуң хөкөм булыр, — тигән.

Ерәнсә ханға инеп:

— һис килмәҫ инем, бөйөк хан, аҡылһыҙлығым ҡуштыкилергә, — тигән.

Хан:

—     Аҡылланғас килер инең!

Ерәнсә:

—     Аҡыллы кеше ханға килмәй, ҡатын алмай. Ханғабарыу, ҡатын алыу — аҡылланмаҫ борон эшләнә торғанэш.

Хандың йәне көйгән:

—    Ҡайҙан килгән һиңә был әҙәпһеҙлек?

Ерәнсә:

—    Ил өҫтөндә яуызлыҡтан бүтәнде күрмәй үҫкәнгә.

Хан асыуланырға ла, асыуланмаҫҡа ла белмәйсә:

—    Йә, әйт, ни теләгең бар? — тигән.

Ерәнсә:

—    Минең бер теләгем дә юҡ. һеҙҙең турала бик ямантөш күргәйнем, шуны һөйләргә килдем. Төш тороп торһон,халыҡ теләген һөйләйем. Халыҡ Яйыҡ буйынан күсмәҫкәуйлай. Хан фарманын кире алмаҫ микән, тип мине ебәрҙеләр.

Хан:

—    һине ебәрмәһәләр, аҡһаҡалдары юҡмы?

Ерәнсә:

—    Бер аҡһаҡал килде, әле ул дөйә өҫтөндә, — тигәс,ханбикә түҙмәй, Ерәнсәне һуғып ебәргән һәм ханға:

—    Ханым, ул һине мыҫҡыл итә! Алып килгән кәзәһенаҡһаҡал, тип әйтә!

Хан, аптырап, ни әйтергә белмәй:

—    Ул халыҡ шулай мине мыҫҡыл итәме? Көтөүсенәнбүтән кеше тапмағандармы? Хәҙер саҡырығыҙ аҡһаҡалдарын! — тип бойорған.

Ерәнсә:

—    Ханым, сабыр бул. Сабыр төбө һары алтын, сабыритеп тапмаһаң, ҡаплар ялҡын. Көтөүсе көтөүсенең телентабыр, һин бар, тинеләр.

Хан тамам ярһыған:

—    Ҡайҙа вәзирҙәр, хәҙер сабарҙар ебәрегеҙ! Бөгөндәнҡалмай бары ла күсеп бөтһөн. Был баланы этте атҡанөсөн аҫығыҙ!

Ерәнсә:

—    Хәбәрҙе хоҙай ҙа һорай, ти. Этте ниңә атҡанымдыбелеп аҫ!

—    Хуш, һөйлә!

Ерәнсә:

— Кәзәнән ҡурҡып, дөйәнең аръяғына ултырғайным.Эттәрегеҙ өрөп сыҡты ла кәзәмде ҡурҡытты. Мөгөҙө менәнул саҡ ҡарынымды ярып ебәрмәне!

Хан:

—    һай алйот! Дөйәнең аръяғында ултырған кәзә нисекһинең ҡарыныңды ярһын?

Ерәнсә:

—    һүҙем бөттө! Дөйә аръяғында ултырған кәзә, әлбиттә, минең ҡарынды яра алмаҫ ине. Алданым. Алдаҡсылыҡта икебеҙ ҙә тиң. һыу аръяғындағы айғыр кешәнләгәнгә*бирге яҡта бейәләр ҙә ҡолон һалмай.

Хан, иренен тешләп, һүҙһеҙ ҡалған да бының кемлегенһораған:

—     Мин — көтөүсе Ерәнсә булам.

Хан:

—     Ә-ә... Бей, мырҙаларҙы ишәк тигән һин икәнһең дә!:

Ерәнсә:

—     Айырмаһын тапмағас, әйттем шул.

—     Нисек?

Ерәнсә:

—     Бей, мырҙа ошаҡты, ишәк күҫәкте тыңлай. Халыҡәрләүенән бей менән мырҙа, хужаһы әрләүенән ишәк ғәрләнмәй.

—     Ә хан нишләй тинең?

—     Нәмә генә тип әрләһәң дә хандың үҙ сифаты булғас, ханға ғәрләнергә лә, халыҡҡа әрләнергә лә урын юҡ.

Хан Ерәнсәнең был һүҙенә төшөнмәй, маһайып:

—     Ярар, тапҡыр әйттең, ололаның! Халыҡ теләгенҡабул итәм. Үҙеңдең ни теләгең бар — малмы, данмы?

Ерәнсә:

—     Ҡанға батҡан данды батыр алыр, миңә бирмәҫ. Урамда ятҡан данды өйҙә ятҡан бей алыр, эшләгәнгә ултәтемәҫ. Мин эш кешеһе. Яманлыҡты йә бик ас, йә биктуҡ ҡыла. Мин әле ул ҡәҙәре ас түгел. Малың да кәрәкмәй. Ярар, бер ҡосаҡ көсөк килтерермен.

Ханбикә туҙып:

—     Ул ҡасан эт була, миңә өлкәнен килтер!

Ерәнсә:

—     Өлкәндәр үҙегеҙҙә лә бар. Көсөк үҫер. Үлгән этендең тирмә күләгәһен үҙең, һунарға йөрөүен вәзирҙәреңалыштырып торор, — тигән дә сығып киткән».

Ерәнсә сәсән тураһында түбәндәге йәнә бер легендайәшәй:

«Бер хан ҡатын алырға булған. Икенсе хандың ҡыҙына яусы ебәргән. Ҡыҙҙың атаһы булған хан яусыға:

—     Бирәм, тик ҡалыныма күнһен. Ҡыҙымдың сәс бөртөгө хәтле мал, өй һаҡларлыҡ, һунарға йөрөрлөк ике яҡшы эт, бығаса алдына бер ни сығармаған йүгерек ат бирһен. Йәнә ҡыҙыма ошо ебәктән күлдәк һуғып бирһен, —тип бер ҡарыштай ғына ебәк тотторған.

Яусы ҡайтып, шартты һөйләп биргәс, хаи бик ҙур уйғаҡалған.

—     Барын да табып булыр, тик ҡарыш ебәктән нисеккүлдәк һуҡмаҡ кәрәк, — тип аптыраған. Яусы:

—     һин хан бит, таптыр, — тигән.

Хан яусының һүҙен ҡулай күргән. Күпме мал кәрәгенсамалау өсөн ҡыҙҙың сәс бөртөгөн һанарға, өй һаҡлаусы,һунар эте, йүгерек ат эҙләргә кешеләр ебәрергә, бер ҡарыш ебәктән күлдәк һуға алырлыҡ оҫталар табырға ҡушҡан. Яһаҡ һалып, ҡалын өсөн халыҡтың бик күп малынтартып алған. Ике яҡшы эт, бер йүгерек ат алып, ҡыҙҙыңатаһына киткән.

Тегеһе бик яҡшы ҡаршы алған.

—   Ярар, эттәреңде, атыңды һынармын. Тик ҡалынғабирәһе мал араһында бер генә иркәге лә булмаһын —тигән.

Кейәү булаһы хан:

—   Уныһын үтәрбеҙ ҙә ул, тик бына бер ҡарыш ебәктәннисек күлдәк һуғырға тип баш ватабыҙ.

—   Улайһа, һайлап, илле ҡыҙ бир, үҙем өйрәтермен.

Кейәү булаһы хан риза булғас, икәүләп ҡыҙҙар һайларға киткәндәр.

Был мәлдә халыҡтың, малһыҙ ҡалып, зар илауын ишеткән Ерәнсә сәсән кейәү булаһы хан артынан ҡыҙ йортонабарырға тип юлға сыҡҡан. Юлда теге ике ханға тап булған.

Хандар Ерәнсә менгән ишәктең юрғалап килеүен күреп,аптырашып туҡтап ҡалғандар. Бындай ишәкте атҡа алыштырайыҡ булмаһа, тип икәү ара һүҙ ҡуйышып, Ерәнсәнетуҡтатҡандар:

—   Туҡта, ҡайҙа бараһың?

Ерәнсә:

—   Ил ыңғайына өрккән ишәкте эҙләп барам.

Ҡыҙҙың атаһы:

—   Ә, шулаймы. Улай булғас, тағы ишәгең бар икән.Бер ҙә ишәк менән йөрөгәнем юҡ, ишәк нисек йөрөй? —тигән.

Ерәнсә:

—   Ат өҫтөндә, — тигән дә, ханды танымағанға һалышып, китә башлаған.

Хандар уны туҡтаталар:

—   Туҡта, туҡта, ҡайҙа ҡабаланаһың?

Ерәнсә:

—   Ханыбыҙ бер ҡарыш ебәктән күлдәк һуғырға ҡуш-ҡаи икән, шуны һуғып бирәйем тигәйнем. Ҡыҙҙың үлсәүендә, киргеһен дә алып ҡайтмаған икән. Шуға ҡыҙ атаһыҡанға китеп бара инем, — тигән.

Ҡыҙ атаһы:

—   Бына ул хан мин. Иә нисек һуҡмаҡ булаһың?

Ерәнсә:

—   Улай булһа, ҡыҙыңдың буйын беләһеңдер. Мә киргеэшләтеп бир. Бөгөп киргеһен эшләтһәң, иртәгә күлдәк әҙербулыр, — тип, бер шырпы оҙонлоғо ағас биргән. Хан, аптырап, ни тиергә белмәгән дә:

—    Ошо ғына ағастан кирге буламы? — тигән.

Ерәнсә:

—    Ебәгенә күрә киргеһе. Бәлки ҡыҙың да танау тишегенә генә ҡыҫтырып йөрөтөрлөктөр, — тигән дә үҙ юлына киткән.

Ҡыҙ атаһы хан: былай булғас, мин кирге яһарлыҡ оҫтатаба алмам. Туҡта, малдарын да күреп ҡайтайым, былсәсәндең башын киҫтерергә лә бәлки хәйлә табайым, —тип уйлап, яусылаған хан янына барырға булған.

Килгәс тә ҡыҙ атаһы хан үҙенең вәзирҙәре менән ҡалынға биреләһе малды барларға сығып киткән. Малдарҙы ҡарап, иркәктәрен айырып йөрөгән ханды күреп, халыҡ:тағы ла мал йыйалар икән тип илашып тора икән. Ерәнсәсәсән улар янына килен сығып, былай тигән:

—    Борсолмағыҙ, ахмаҡты маҡтап, аҡыллыны әрләпҡотол, тигәндәр. Тауыҡтай аҡылы, ишәктәй намыҫы булһа, хандан ҡотолор юл табырбыҙ. Йыртҡыстай асыуыбулһа, эш күҫәккә ҡалыр.

Шунан мал һанап йөрөгән хан янына килгән:

—    Сәләм бирһәм, сәләм алырға телегеҙ буш түгел, малһанай, күрешер инем, ҡулығыҙ буш түгел, мал ҡармайикән. Ярар, һуңынан килермен, — тип китә башлағас, хантуҡтатып:

—    Бнк яҡшы килдең, мин һине саҡыртырға тора инем.Мал араһында байтаҡ иркәк сыҡты. Әгәр һин ҡылды ҡырҡҡа ярырлыҡ сәсән булһаң, йә шуларҙы уртаға ярып, икәүяһа, йә тәкәһе бәрәнләһен, йә айғыры ҡолонлаһын, — тигән.

Ерәнсә:

—    Ярар, — тигән дә халыҡҡа ҡарап, — алығыҙ шулмалдарҙы! Ҡыуын алып китегеҙ. Мин уларҙы иртәгә хантеләгәнсә ҡылып бирәм.

Малдарҙы ҡыуып алын киткәндәр. Иртәнсәк Ерәнсәтаң менән хандар янына килгән. Тегеләре, аҡһаҡалдарынйыйып, Ерәнсәгә ниндәй яза бирәйек икән тип, кинәнепһөйләшеп ултыралар икән. Ерәнсә ингән дә:

—    Әле һеҙ балаламанығыҙмы ни? Бөгөн был аймаҡтабалаламаған бер иркә ҡалырға тейеш түгел. Мин тикшерергә килдем. Былар балалай алмай үлеп ҡалмаһындар,тип ҡул һала килдем, — тигән.

Ҡатындары янында әйткәс, хандар уңайһыҙланғандар.Асыуҙары килгән. Ҡыҙ атаһы:

—   һин беҙҙе тикшермә! Алып киткән малдарҙы нишләттең, түлләнеләрме? — тигән.

Ерәнсә:

—    Әсәләр баланы ҡарында туғыҙ ай йөрөтә. Хан былэште ҡушҡас, беләлер, балалағаны барҙыр, шуға һорайкилдем: иркәктәр нисә ай күтәрә икән? Әллә ни эҫтәребеҙгә йәбешә башланы, әллә ысынлап та түлләйбеҙ микән?

Ҡыҙ атаһы хан асыуынан ни эшләргә белмәгәс, былайтигән:

—    Юлда «ишәк ат өҫтөндә йөрөй» тигән һүҙҙәреңделә беҙгә төбәп әйттеңме?

Ерәнсә:

—    Шунда хата әйткәнмен тип, үҙем дә үкенеп торам.

—    Ниңә, оялдыңмы?

—    Юҡ. Бая ишәгемде эсерә барғайным, һаҙлыҡҡатөшмәй, батыуҙан ҡурҡа. Күрәһең, бүтән хайуандарҙыңаҡылы саҡлы аҡылы бар икән. Шуға ул һүҙҙе хата әйткәнмен икән тием.

Ҡыҙҙың атаһы Ерәнсәнең: «һеҙ ишәктән дә аҡылһыҙ»тигән кинәйәле һүҙен аңлап, ярһып торған. Шул саҡ алда}), әйтеп ҡуйылғанса, бер көтөүсе инеп:

—    Бүреләр көтөүҙе баҫты, — тип яр һалған.

Хан аҡһаҡалдарға:

—    Мин һеҙгә әйттем, тыңламанығыҙ. Ҡайһы тирәләбүре иләүе бар, барын да ҡоротоғоҙ тинем! һәр мал башына берегеҙҙең башы менән яуап бирерһегеҙ! — тип екеренгән.

Аҡһаҡалдар, ҡурҡышып, өнһөҙ ҡалған.

Ерәнсә:

—    Бүре үҙ иләүе янындағы малға теймәҫ! һарыҡ өсөнбалаһын ҡырҙырһынмы ни? Хан ғына, үҙен дә, балаһын дауйламай, ил талай. Бар, ҡара, бәлки бүре тиреһе ябынғанхандың яһаҡсыһылыр, — тигән.

Хандарҙың асыуы ҡабарып, ни әйтергә белмәй бер-береһенә ҡарашып торғанда йәнә шау-шыу ишетелгән. Быны ла Ерәнсә ҡушыуы буйынса эшләгәндәр. Хандар ҡурҡышып:

—    Был ниндәй ғауға, — тиешкәс, Ерәнсә:

—    Күрәһең, халыҡ үҙ малын талаған бүреләр иләүенҡороторға йыйыналыр.

Хандар ҙа, аҡһаҡалдар ҙа ҡурҡышып:

—    Бар, әйт, малдарын ҡайтарабыҙ! — тигәндәр.

Ерәнсә сығып халыҡты тынысландырған. Ә теге хан

иһә ҡыҙын ҡалынһыҙ бирергә булған. Кейәү булаһы ханмалын ҡайтарып биргән.



[1] Башҡортостан китап нәшриәте хеҙмәткәре ип. Ҡотошов.

[2] Шунда уҡ. 28-себ.

[3] Соболев А. Песня степей. М., 1940. 6-сы б

[4] Шунда уҡ. 12-себ.

[5] Шунда уҡ. 152-себ.

Арзан тауар ярлы кешенең малын бөтөрә