Ауыҙҙан-ауыҙға, телдән-телгә күсеп, һаҡланып килгән халыҡ поэзияһын тыуҙырыусы авторҙар булып ҡурайсылар, сәсәндәр, йырсылар, ҡумыҙсы аҡындар тора. Ундай оҫта телле, моңло кешеләр башҡорттар араһында аҙ булмаған. Әммә беҙҙең көндәргә бик аҙҙарының ғына исемдәре килеп еткән. Улар сығарған йыр-көйҙәр һәм башҡа поэтик ижад әҫәрҙәре лә заманалар үтеү менән үҙгәрә барған, һуңыраҡ килгән сәсәндәр, ҡурайсылар, йырсылар уларға үҙ йоғонтоһон яһағандар. Шуға күрә, теге йәки был сәсәндең поэтик теле, ижад үҙенсәлеге былай йә тегеләй тип, ҡырҡа ғына әйтеп булмай. Айырым ҡурайсы, йырсы, сәсәндәрҙең йәшәү дәүерен дә яҡынса, улар ҡатнашҡан йәки үҙ әҫәрҙәрендә сағылдырған ваҡиғаларға бәйләп кенә әйтергә мөмкин.

Сәсән, йырсы, ҡурайсылар үҙ осоронда ниндәй роль уйнағандар һуң? Халыҡ сәсәндәре, хәҙерге тел менән әйткәндә, үҙ осоронда халыҡ тормошон сағылдырған, халыҡ дошмандарын фашлаған ваҡытлы матбуғаты ла, иҙеүсе синыфҡа ҡаршы көрәшкә өндәүсе агитатор-шағиры ла, уҙғандарын һөйләүсе тарихсыһы ла улар. Халыҡ телендә һамаҡсы, ҡобайырсыларҙы, сәсәп, йырсы, ҡурайсы, ҡумыҙсыларҙы дөйөм исем менән «аҡындар» тип йөрөткәндәр.

Ырыусылыҡ һәм хандар заманында йәшәгәндә лә, Мәскәү ҡулы аҫдында ҡалып, кантонлыҡтарға тарҡалған осорҙарҙа ла халыҡ сәсәндәремен, дәрәжәһе ҙур булған һәм улар йәмәғәт эштәрендә ҙур роль уйнағандар, йәйләүлек, тибенлек ер өсөн ыҙғыш-талаштар сыға ҡалһа, иң әүәл сәсәндәр һөйләшкән. Улар хәл ҡыла алмаһа, ҡанлы яу сығармаҫ өсөн, майҙан яһап, йыйын йыйғандар. Ҡайһы ырыуҙың аты уҙһа, батыры йыҡһа, сәсәне, йырсыһы, ҡурайсыһы, бейеүсеһе еңһә, шул ырыуҙың теләге өҫтөн сыҡҡан. Был шарттарҙы боҙоп та берәй ырыу яу сыҡһа, уны ант боҙоусы итеп күреп, бүтән ырыуҙар бер булып, уға ҡаршы аяҡланғандар. Ырыу-ара йыйындарында, еңеү маҡсатында, ҡыйбат хаҡҡа булһа ла йыраҡтарҙан аттар алып ҡайтҡандар, батырҙар яллағандар. Әммә сәсән иһә тик үҙ ырыуыңдыҡы ғына булырға тейеш булған. Был инде халыҡ араһында сәсәндең ҙур абруйы хаҡында һөйләй. Ә хәҙер айырым сәсәндәр тураһында һөйләп үтәйек.

Аҡса бөтә донъяны гиҙә