Хәтирәнең ата-әсәһе ярлы булған. Атаһы, йәй етһә, бай малын көткән, ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа утын, бесән ташыған. Әсәһе бай бисәһенең керҙәрен йыуған, йөн иләгән һәм мал-тыуарҙарын ҡараған. Ни тиклем тырышып эшләһәләр ҙә, өҫ-баштары кейемгә, тамаҡтары икмәккә туймаған.

Шундай ауыр тормошта яфа сиккәндәр улар. Көндәр үтә торған. Ә бер ваҡыт, көтмәгәндә, һыуыҡ тейҙереп, иң элек атаһы, унан әсәһе үлеп киткән. Ете-һигеҙ йәшлек ҡыҙ етем тороп ҡала. Уның морон терәр-лек бер кеме лә булмай. Хәҙер инде Хәтирә бай бисәһенең әрһеҙ йомошсоһона әйләнә. Йүгереп йөрөп эштәрен эшләй.

Етем балаға шул да ярар, тип уның өҫ-башына иҫке-моҫҡоно кейҙерәләр. Күп ваҡыт ялан аяҡ йөрөй.

Тормошо ни тиклем ауыр булһа ла, ун ете-ун һигеҙ йәштәргә еткәндә бик матур, һылыу ҡыҙ булып өлгөрә
Хәтирә. Һөйкөмлөлөгө, аҡыллылығы, егәрле булыуы күп егеттәрҙе һоҡландырған, уларҙа үҙенә ҡарата мөхәббәт тойғолары уятҡан. Ошо саҡ бер ярлы егет Хәтирәне өҙөлөп яратҡан, ә ҡыҙыҡай, уның яратыуын белһә лә, аслыҡ-яланғаслыҡта йәшәүе арҡаһында егет алдында үҙен бик түбән күргән һәм уның яратыуын иғтибарһыҙ ҡалдырған. Аптырағас, егет байға малайлыҡҡа ялланған.

Хәтирә бер ҡараңғынан икенсе ҡараңғыға тиклем эшләр булған. Һыуыҡ көҙ айҙарында ялан аяҡ йөрөгән, ҡыш көндәрендә алама итектәрҙән үксәләре ҡыҙарып күренеп торған.

Егет Хәтирәне бик йәлләй, уның өсөн йөрәге әрней. Ошондай ауыр тормошта йәшәгән ҡыҙҙа мөхәббәт тойғолары булһа ла, улар үҙҙәренән-үҙҙәре юҡҡа сыға барған.

Егет Хәтирәне үҙенә кәләшлеккә һоратҡан. Ләкин байбисә быға ҡаршы төшкән. Шундай егәрле аҫрауҙы ҡулдан ыскындырһам, мин бөтөнләй тере ҡулһыҙ булып ҡалам, тип уйлаған ул. Ләкин Хәтирә оҙаҡ йәшәй алмай, йәш кенә көйөнә, донъя рәхәтен күрә алмай, һыуыҡ тейҙереп, ата-әсәһекеүек, донъя ҡуя.

Ошо саҡ егет, етем ҡыҙ Хәтирәгә арнап, йыр сығарып йырлаған:

etem kyz_khatira_diyarov

Иртәнсәккәй тороп, тышҡа сыҡһам, 
Ҡырпаҡ ҡына ҡырпаҡ ҡар яуа, 
Етем ҡыҙ Меҫкенем Хәтирә. 
Таң алдынан тороп, бер ҡыҙ эшләй, 
Аяҡҡайҙарын күреп, эс яна. 
Етем ҡыҙ Меҫкенем Хәтирә. 
Һандуғасҡай һайрай, талдар һайлай, 
Тал булмаған ергә ник ҡунһын.
Етем ҡыҙ Меҫкенем Хәтирә. 
Йәшләй етем ҡалған ҡыҙ баланың 
Бәхеткәйҙәре лә ник булһын. 
Етем ҡыҙ Меҫкенем Хәтирә.

Был тарихты миңә Баймаҡ районы Темәс ауылында оҫта йырсылар һөйләп һәм йырлап ишеттерҙеләр.

Эш араһында шеш булма