Башҡортостандың Хәйбулла районындағы Таштуғай йылғаһы буйында Таштуғай исемле башҡорт ауылы бар. Элек-электән Таштуғай буйы һәм уның тирә-яғы ҡола ялан булған, тик йылға буйлап ҡайһы бер урындарында ғына теҙелеп киткән ваҡ ҡына таллыҡ, ҡыуаҡлыҡтарҙан башҡа ағас үҫмәгән. Таштуғай туғайлыҡтарында тауҙарҙан ыуалып төшкән күк һәм йәшел ваҡ таштар түшәлеп ятҡан.

Баймаҡ районы Темәс ауылынан күп көйҙәрҙең тарихтарын белеүсе һәм оҫта ҡурайсы Әбүбәкер Хөсәйенов, Әбйәлил районы Ғәбдерәш (Ҡыҙыл Нуғайы) ауылынан данлыҡлы йырсы, ҡурайсы Мөхөтдин олатайҙар, «Таштуғай» көйөн ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү менән бергә, уның тарихын да тасуирлы итеп һөйләп ҡалдырҙылар.

Ун һигеҙенсе быуаттың урталары тирәһендә Таштуғай ауылында өйөр-өйөр йылҡыһы, егерме-утыҙлаған һауын һыйыры һәм һанһыҙ күп ваҡ малдары булған бер бай йәшәгән. Был байҙың бер генә бөртөк, аҡылға кәм, алйот улы булған. Шулай булһа ла, уны ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерәләр. Был инде шулай егет ҡорона етә. Бай үҙенең байлығы менән түңгәүер, үҫәргән ырыуҙары араһында дан тотһа ла, уның алйот улы барлығы ошо ырыуҙар араһында күптән инде билдәле була. Шул арҡала бай үҫеп еткән улына был ырыуҙар араһынан кәләш таба алмаған. Инде ул, улына кәләш эҙләп, Икенсе Бөрйән волосына килә.

Ул Баймаҡ районы Темәс ауылынан 30—35 километр самаһы алыҫлыҡта, Урал тауының көн битенән ағып ятҡан Каҡмар йылғаһының үрге ағымында урынлашҡан Әхмәт исемле ауылға килеп туҡтай. Ошо ауылда һунарсы, мәргән уҡсы, атта оҫта йөрөүе менән дан алған урта хәлле бер кеше йәшәй. Был ғаиләнең һылыуҙарҙың да һылыуы, аҡыллыларҙың да аҡыллыһы, зифа буйлы, сәсән телле, оҫта йыраусы, берҙән-бер эшлекле ҡыҙҙары була1.

Ошо уҡ ауылда оҫта һүҙле, йырсы, ҡурайсы һәм мөһабәт кәүҙәле бер шәп һунарсы егет бар икән. Егет менән ҡыҙ, йәштән үк бер-береһен яратышып, тәрән мөхәббәт тойғоһо кисерәләр һәм, береһе бармаҡ, икенсеһе алмаҡ булып, һүҙ ҡуйышалар. Был хәлде ҡыҙҙың ата-әсәһе һиҙеп йөрөгәндәр.

Тирә-яҡтарҙан, ҡыҙҙы һоратып, күп яусылар килеп торған. Әммә ҡыҙҙың атаһы уларға ризалыҡ бирмәгән. Йылдарҙың береһендә ҙур ғына йыйын үткәрелә, йыйынға тирә-яҡтан күп кешеләр йыйыла: йырсылар, ҡурайсылар, көрәшселәр, уҡсылар һәм башҡа төрлө һәнәр эйәләре килә. Бәйгелә ярыштырыу өсөн йүгерек аттар алып киләләр.

Ат сабышында ҡыҙҙың атаһының аты беренсе урынға сыға. Көрәшселәр араһында һәм ҡурайсылар ярышында ҡыҙҙың һөйгән егете, йыр буйынса ҡыҙ үҙе беренселекте алалар. Көмөш балдаҡ үтә уҡтан атыу, ат өҫтөндә сабып барышлай ерҙәге көмөш һумлыҡты ынтылып алыу буйынса беренсе урынды егет, икенсе урынды ҡыҙ ала. Егет менән ҡыҙҙың ярыштарҙа беренсе булып бәйге алыуҙарына йыйынға килгән бөтөн халыҡ аптырай, таң ҡала.

Ярыш бөткәс тә ҡыҙҙың ата-әсәһе, егет менән ҡыҙҙың батырлыҡтарына, һәнәрле һәм таһыллы, икеһе лә сәсән һәм һүҙгә оҫта булыуҙарына һоҡланып, берҙән-бер ҡыҙҙарын егеткә вәғәҙә итә. Ҡыҙҙы батыр егеткә вәғәҙә иткәне өсөн байҙар һәм бай балалары егеткә һәм ҡыҙҙың атаһына үс тота башлайҙар. Нисек кенә булһа ла егетте йә ҡыҙҙың үҙен юҡ итергә булалар.

Таштуғай байы, ҡыҙҙың атаһына яусы артынан яусы ебәреп уның башын әйләндерел бөтә. Ҡыҙҙың атаһы, ҙурыраҡ мәһәр һорап ҡараһам, бәлки, күнмәй ҡайтып китерҙәр, тип уйлап, ҡыҙы өсөн ҙур мәһәр һорай. Ә Таштуғай байы, һораған мәһәренән дә күберәк мәһәр, өйөрө менән йылҡы биреп, ҡыҙҙың атаһын мал байлығына мауыҡтырып, ҡыҙҙы алйот улына кәләшлеккә әйттереп тә ҡуялар. Эште артыҡ оҙаҡҡа һуҙмайынса, ҡыҙҙы Таштуғай ауылына алып ҡайтып китәләр.

Юл бик насар һәм шыр урман булғанлыҡтан, улар киленде Ирәндек тауындағы Ҡырҡты юлы (Ирәндекте ҡырҡып үткән юл һәм һыу) аша Ирәндекте сығып, ялан юлынан алып ҡайталар.

Ҡыҙ Таштугай ауылына килен булып төшкәс тә, ҡатын-ҡыҙҙарға хас булғанса, байбисәнең бөтә эштәрен эшләй башлай. Кәр көн иртәле-кисле 20—30 баш һыйырҙарҙы, быҙауҙарын имтекләп (имеҙеп) һауа, көн һайын бейәләрҙе һигеҙәр-унар тапҡыр һауып, ҡымыҙ яһай, башҡа төрлө бик күп йорт эштәрен башҡара. Иртә таңдан алып ҡараңғыға тиклем йүгереп эшләп йөрөй торғас, килен бик ныҡ арып хәлдән тая, ябыға, ҡаҡ һөйәккә ҡала башлай. Етмәһә кейәүе мәжнүн, йүнһеҙ, алйот. Кәләше менән йүнләп һөйләшә белмәгән бер бәндә. Хәҙер килеп көндән-көн ябығыу ғына түгел, моңая-һарғая, тыуған ауылын, һөйгән егетен, һөйөклө Уралын, йәмле Ьаҡмарын һағына. Күкрәгендә һағышлы моң-йыр тыуа. Үкһеп илап, үҙ алдына йырлап та ебәрә.

Йәйге матур көндәрҙең береһендә, Таштуғай буйында йәйләүҙә ултырғандарында, бай хужа иртә менән, еҙ ҡомғанын тотоп, тәһәрәт алырға тип ишек алдына сыҡһа, һыйырҙарын һауып йөрөгән килененең моңланған, илап-һыҡтап йырлаған тауышын ишетә:

tashtugay diyarov

Таштуғай ҙа буйы күләү-күләү, 
Күләүҙәре уның ҡороһон. 
Мине лә генә бында димләүсенең 
Башҡынайы уның ҡороһон. 
Таштуғайҡай буйы, ай, йәшел таш, 
Ташламайым, ыуалмаһын, тип. 
Атам-инәм мине үҫтергәндәр, 
Йәш башынан ҡыуанмаһын, тип.

Ошо йырҙарҙы ишеткәс тә, ҡайны киленгә йыр менән һорау бирә:

Ишеккәйем алды, ай, йәшел таш, 
Ниңә илайһың, киленем, башың йәш?

Килене яуап итеп ҡайныһына йырлай:

Мин иламай, ҡайным, кем илаһын, 
Мәжнүн ирҙә йөрөй бит ғәзиз баш.

Ҡайны, килененең яуабын ишеткәс тә, бик аптырап ҡала. Ысынлап та, ҡарт улының мәжнүн, алйот икәнлеген бик яҡшы белә. Хәҙер килеп ҡайны алдында сиселеп һүҙ башлағас,үҙенең ҡайғы-хәсрәттәрен аңлатып, килен кеше ошо йырҙарҙы йырлай:

Таштуғайҡай, һинең ҡамышыңды 
Еҙ ҡурай ҙа итеп тартайым.
Таштуғайҡай, һинең кәкүгең юҡ, 
Үҙ Уралҡайыма ла ҡайтайым.

Килененең зарығып йәшәүен бай күптән инде белә. Шуға күрә унда йәлләү тойғоһо уянып китә. Киленде кире Уралына ҡайтарып ебәреү уйы менән уның ата-әсәләрен, туған-ырыуҙарын ҡунаҡҡа саҡыра. Ҡунаҡтар килгәс, тәкәләр һуйып, ҙур ҡымыҙ мәжлесе үткәрә. Мәжлес башланғас та, бай был мәжлестең ни өсөн са-ҡырылғанлығы тураһында әйтә лә, килененә һүҙ һөйләргә рөхсәт бирә. Килен, шаршау артынан тороп, түбәндәге йырҙарҙы йырлай:

Таштуғайҡай буйы ҡола ялан, 
Ҡошҡайҙары һайрай ташында. 
Серҙәремде кемгә һөйләйем һуң, 
Ҡайғы-хәсрәт тулы башымда. 
Таштуғай ҙа ере, ай, ерме ни, 
Урал тауҡайҙарындай ер ҡайҙа. 
Елберләп тә үҫкән буйҡайымдың 
Ҡәҙерен белеп һөйгән ир ҡайҙа? 
Таштуғайҡай ере елле ялан, 
Ышыҡланам тиһәң дә, сауҡа юҡ. 
Биргән генә кейәүең, атай, теремек түгел, 
Сер һөйләр ҙә инем, йүне юҡ. 
Таштуғайҡай, һинең ҡурайың юҡ, 
Яһап көйҙәремде тартырға. 
Үлем тупраҡтары мине үҙенә тарта,
Кире Уралҡайыма ҡайтырға. 
Таштуғайҙың һайрар ҡоштары аҙ, 
Моңло ҡошҡайҙары ла ҡаҙ икән. 
Урал тупраҡтары мине үҙенә тарта, 
Әллә ғүмеркәйем минең аҙмы икән. 
Таштуғай ҙа буйы елле ялан, 
Сәскәләре ҡойола ел менән. 
Ғүмеркәйем минең үтеп бара 
Ҡайғы-хәсрәт менән, моң менән. 
Таштуғайҡай, һинең ҡамышыңды 
Еҙ ҡурай ҙа итеп тартайым. 
Таштуғайҡай, һинең кәкүгең юҡ, 
Кире Уралҡайыма ҡайтайым.

Йырлап бөткәс тә, атаһына үпкә һүҙҙәр әйтеп, илай башлай.

Мәжлестә ултырған кешеләр аптырашып китәләр, киленде йәлләп илашалар. Киленде кире Уралына — тыуған ауылына, ҡайтарырға кәрәк, тип байға әйтәләр.

Ҡыҙҙы ата-әсәһе кире Уралға алып ҡайтып китә.

Ҡыҙ ауылына ҡайтҡас, һөйгән егетен күпме генә эҙләһә лә, таба алмай, кешеләрҙән һорашып ҡарай, әммә бер кем бер ни тип тә әйтмәй. Тик егеттең йәндәй дуҫтары ғына уның дошмандары тарафынан үлтерелеүе тураһында һөйләп бирәләр һәм ҡәберен алып барып күрһәтәләр.

Ҡыҙ атаһына асыулана, уны үлтереүселәргә нәфрәт әйтә, илап-һыҡ-тай, ҡаты ҡайғы менән тағы ла нығыраҡ һарғая, йөҙөндә кеше төҫө бөтөп китә.

Көндәрҙең береһендә ҡыҙ өнһөҙ-тауышһыҙ юҡ була. Күпме генә эҙләһәләр ҙә, таба алмайҙар. Эҙләй торғас, ҡыҙҙың үле кәүҙәһен һөйгән егетенең ҡәбере өҫтөндә табалар.

Ҡыҙ үҙ күкрәгенә үҙе бысаҡ ҡаҙап, һөйгән егетенең ҡәбере өҫтөндә үлгән була.

Батыр егеттең дуҫтары, ҡыҙҙы шул урынға күмеп, икеһенә ике ҡәберҙе йәнәшә итеп ҡайталар.

Уларҙың көй-моңдары һәм йырҙары халыҡ араһында бик тиҙ таралып китә. Телдән телгә, быуындан быуынға күсә килеп, хәҙер ҙә башҡорт халҡы был көйҙө яратып йырлай һәм ҡурайҙа уйнай.

Әбүбәкер һәм Мөхөтдин олатайҙар Таштуғай көйөнөң тарихын бына ошолай һөйләй торғандар ине.


1Әҙәби һәм ғилми баҫмаларҙа ҡыҙҙың исеме Көнһылыу, атаһы Көтөр, әсәһе Ҡуйһылыу, ә ҡыҙҙың һөйгән егете Байғүбәк тип алынған.

Һыйырҙың йәше мөгөҙ һырынан билгеле