Борон заманда Һаҡмар һыуы буйлап ултырған ауылдарҙын береһендә бер ярлы ғына ғаиләлә һылыу ҙа, эшлекле лә, йырсы ла Сәлимә исемле ҡара күҙле, ҡара ҡашлы ҡыҙ булған. Уны ауылда бер ярлы егет өҙөлөп яратҡан. Егет тә йырға, ҡурайға оҫта булған. Был ике йәш йөрәк, һәр ваҡыт Һаҡмар буйында осрашып, мөхәббәт тойғоларын уртаҡлашҡандар. Ғүмерҙәре буйына бергә йәшәргә вәғәҙәләшкәндәр. Ике арала йыр-моң килеп тыуған. Егет Сәлимәгә арнап көй сығарып йырлаған, ҡурайҙа уйнаған.

Йәйге матур көндәрҙең береһендә ялан яғынан байлығы менән дан тотҡан бер бай, Сәлимәне улына һоратып, яусы ебәрә. Мәһәр өсөн ҡыҙҙың атаһына бер ҡола-ала йылҡы һәм башҡа төрлө мал бирә. Сәлимәнең атаһын бер көн эсендә байыҡтырып та ҡуялар. Байлыҡҡа мауығып, Сәлимәне бай улына бирәләр.

Сәлимәнең кейәүе алйоттоң да алйото булып сыға. Сәлимә кейәүенең бындай булыуын оҙатылып килгәнгә тиклем белмәгән.

Ирәндектең көнсығыш яҡ байҙары, Ирәндек тауын аша сығып, Һаҡмарға 15 — 20 саҡрымдар самаһы ерҙә, Сапсал, Таналыҡ, Ҡарғалы һәм башҡа йылғалар буйында аҡ тирмәләр ҡороп йөйләгәндәр. (Түбә, Баймаҡ, алтын приискылары эшләй башлағандан һуң Ирәндек аша бындай күсенеп йөрөүҙәр туҡталып ҡала.)

Шулай күсенеп йөрөү йылдарының береһендә Сәлимәнең дә ҡайны йорто, Ирәндек аша сығып, йәйләү ҡора. Ошо саҡ Сәлимә һылыу һәр көн иртә менән Һаҡмар буйына, туғай яҡтарына ҡарап моңланған, уфтанған, һөйгәнен иҫкә алып илай торған булған. Әсәһенә, иптәш ҡыҙҙарына, һөйгәненә бөтә аһ-зарын һөйләп биргеһе килгән. Бындай ауыр тормоштан, ҡоллоҡтан ҡотолаһы, ҡасып булһа ла тыуған ауылына ҡайтып китәһе, йәки ҡайҙа булһа ла китеп, иреккә сығаһы килгән.

Ире тәмле йоҡоға талған ваҡытта Сәлимә төнөн уның ҡуйынынан сығып ҡаса. Таң атыуға Бетерә йылғаһы буйына, аталарының йәйләүенә барып етә. Ата-әсәһенә бөтә ҡайғы-хәсрәттәрен һөйләп, үкһеп илаған. Был ҡоллоҡтан ҡотҡарыуҙарын һораған. Ата-әсәһе нимә генә эшләй алһын инде, улар өсәүләшеп илағандар ғына.

Иртән тороуға Сәлимәнең юҡлығын белеп, ҡайны йортонда: Сәлимә килен ҡасҡан, ата-әсәһе йәйләүенә киткәндер, моғайын, артынан ҡыуып етеп, тоторға кәрәк, тигән ғауға киткән. Ошо саҡ кемдер берәү йырлап ебәрә:

Бетерә лә һыуы ташып бара, 
Аҡ таш менән генә быуайыҡ. 
Сәлимәкәй һылыу ҡасып бара, 
Ала байталды менеп ҡыуайыҡ.

Алйот кейәүе ала байталды эйәрләп менеп, ике ағаһы менән һыбай Сәлимәнең артынан ҡыуа китәләр. Бетерә йәйләүенә лә килеп етәләр. Сәлимә һылыу бынан да ҡайҙалыр ҡасҡан була. Эҙләп, һаҡмар буйына килеп етәләр, йөрөй торғас, Һаҡмар буйы бөҙрә талдар янында, ҡуйы сәскәләргә күмелеп, Сәлимә һылыуҙың һөйгән егете менән бергә ултырған еренә барып сығып, тотоп алалар. Үлһәк бергә үләйек, тип бер-береһе менән тағы ла нығыраҡ ҡосаҡлашып ултырған улар. Көс-хәл менән ҡосаҡтарынан айырып алып, егетте иҫтән яҙғансы туҡмап, ергә һуҙып һалып, Сәлимәне ҡанға батырып туҡмап, бау менән етәкләп алып ҡайтып китәләр. Сәс-баштары туҙған, ҡанға батҡан, күлдәктәре тетелеп бөткән Сәлимәне күреп, йәйләүҙәге ҡатын-ҡыҙҙар, бала-сағалар йәлләп, сыр-сыу килеп илашҡандар. Сәлимә иртән тороуға ныҡ ауырый башлай, аҡылдан яҙа. Ошо саҡ Сәлимә ялан аяҡ Ирәндеккә ҡарай йүгергән, һис арымаған, бер кем дә уны ҡыуып етеп тота алмаған, ҡаялағы бер ҡара таш башына йүгереп менеп тә киткән. Таш башынан Һаҡмар буйҙарына һуңғы тапҡыр ҡарап, бөтә көсөн йыйып, йырлап ебәргән:

salimakay diyarov

Һаҡмарҡайым аға боролоп-боролоп, 
Баш эйәләр бөҙрә талдарым. 
Моң, йырҙарым һеҙгә бүләк булһын, 
Хуш булығыҙ, тыуған яҡтарым.

Тәрән һулап, үкһей-үкһей тыуған яҡтарына ҡарап, ҡулдарын һелтәй-һелтәй хушлашып торған сағында ире килеп етеп тотам тигәндә генә, Сәлимәкәй һылыу ҡая башынан осоп та өлгөргән. Фажиғәле һәләк булған ул меҫкен Сәлимәкәй һылыу.

Был ҡара таш һаман да үҙгәрешһеҙ тора бирә. Сәлимә хаҡындағы йыр-моңдар ғына, быуындан быуынға күсә килеп, халыҡ телендә һаман да йәшәй.

Ирәндеккәй тауы бигерәк бейек, 
Тора-тора мендем дә башына. 
Кемдәр генә ғашиҡ, ай, булмаһын, 
Сәлимәкәй, ҡара ла ҡашыңа. 
Сәлимәкәй һыуға барған саҡта, 
Елдәр һыйпай уның да башынан. 
Сәлимәкәй һылыу йоҡлағанда, 
Ай көнләшә ҡыйғас та ҡашынан. 
Ҡараһаңсы, Сәлимә, күҙҙәремә, 
Ышанһаңсы, әйткән дә һүҙемә, 
Һөйләгән дә кеше һөйләй бирһен, 
Тап төшөрмәм нурлы ла йөҙөңә.

Егет булһа, мут булһын, мут булмаһа, юҡ булһын