Борон заманда башҡорт ырыуҙарының береһендә, урта хәлле бер ғаиләлә Мәҙинә исемле ҡыҙ бала була. Ата-әсәһе был баланы эш һөйөүсән итеп тәрбиәләп үҫтерә. Мәҙинә үҙе лә ғаиләлә иң эшлекле, иң һөйкөмлө бала булып һанала. Ул бәләкәйҙән йырға, бейеүгә оҫта булған. Атаһы-әсәһе алдында әрләнеүҙе, һуғылыуҙы, хатта аҙ ғына ла орошоуҙы белмәй, иркә үҫкән бала була. Ата-әсәһе уны яратҡанға күрә, үҫеп еткәс, балабыҙҙы үҙе яратҡан егеткә генә бирербеҙ инде, тип һөйләшкәндәр.

Нескә билле, бөҙрә сәсле, аҡ йөҙлө, ҡара күҙле был ҡыҙ бала һылыуҙарҙан да һылыу булып үҫеп еткән, ти.

Уға күп егеттәрҙең күҙе төшкән, төрлө урындарҙан яусылар килгән. Ләкин Мәҙинәнең ата-әсәһе, ҡыҙыбыҙҙы үҙе яратҡан егеткә генә бирәбеҙ, тип, килгән бер яусыны ҡайтарып торған.

Мөһабәт кәүҙәле күрше ауыл егете Мәҙинәне осратып, һөйләшеү бәхетенә ирешкән була. Улар бер осрашалар, ике осрашалар, бер-береһен яратышып та ҡуялар. Бара-тора, береһе алмаҡ, береһе бармаҡ булып, һүҙ ҙә беркетәләр. Егет бай ҙа түгел, ярлы ла түгел, етеш торған ғаиләлә аҡыллы ғына, тәрбиәле генә үҫеп еткән була.

һәр көн тигәндәй тирә-яҡтан яусылар килеп тороуын Мәҙинә һис яратмаған. Шуға күрә Мәҙинә әсәһенә әйтә ҡуя: «Әсәй, күрше ауылда минең яратҡан егетем бар. Ул да мине ярата, мине шул егеткә бирһәгеҙ ине, мин ниндәй бәхетле булыр инем», — тигән.

Күп тә үтмәй, яратҡан егетенән яусы килеп төшә. Мәҙинәнең үҙе яратҡан егет булғас, ата-әсәһе ҡаршы килмәгән, ҡоҙалашып та ебәрәләр. Ләкин бай егеттәре Мәҙинәгә ҡарата хаслыҡ уйлай башлайҙар. Нисек булһа ла Мәҙинәнең ирен үлтереп, үс алырға уйлайҙар. Шулай итеп, уның урманға үҙ эше менән киткәнен һағалап тороп, артынан күренмәй генә эйәрәләр. Кискә табан егеттең үңәсен һығып үлтерәләр ҙә, арбаһына һуҙып һалып, ҡайтарып ебәрәләр.

Мәҙинә иренең үҙ мәлендә ҡайтып етмәүенә бик хафалана, йөрәге урынында булмай. Иртән тороп ҡапҡаны асып ебәрһә, ат ҡапҡанан килеп керә. Ҡараһа, иренең кәүҙәһе арбала ята,

Мәҙинә иҫтән яҙып йығыла. Өйҙәгеләр йүгереп сығалар, күрше-тирә йыйылып китә. Ҙур ғауға ҡуба. Ләкин егетте кем үлтереүен, нисек үлтере-леүен берәү ҙә белмәй. Шулай ҙа был йәштең байҙар тарафынан үлтере-леүенә шикләнмәйҙәр.

Ошо фажиғәнән һуң Мәҙинә тәрән ҡайғыға һабыша, йөрәк яраһы мәңгелек булып ҡала. Тәрән ҡайғыла тол ҡатын булып йәшәй башлай.

Дини закон-шәриғәт буйынса, Мәҙинәне үҙенән күпкә кесе ҡәйнешенә бирәләр. Ләкин Мәҙинә ҡайғыһынан көндән-көн һарғайған, ябыҡҡан. Ҡулына эш, тамағына аш бармаған. Һылыулығы бөтөп, ҡаҡ һөйәккә әйләнгән, бәләкәй генә ҡатын булып ҡалған. Бара-тора, хәлдән тайып, түшәккә ятҡан. Шул ҡайғынан йән биргән.

Был хәл халыҡҡа үтә ҡыҙғаныс була. Шунан ҡалған «Мәҙинәкәй» йыры:

mazinakay diyarov

Ыласындар оса, ай, һауала,
Мәҙинәкәй, гөлкәйем, бөҙрә сәс. 

Һандуғастар ҡуна талдарға, 
Һандуғастай һайрар ҡыҙ баланы, 
Мәҙинәкәй-гөлкәй, бөҙрә сәс. 

Яҙмыш һата икән дә малдарға. 
Йылға буйҡайҙары, ай, ҡамышлыҡ,
Мәҙинәкәй-гөлкәй, бөҙрә сәс, 

Аҡҡош балалары ла ҡағына, 
Мәҙинәкәй-гөлкәй, бөҙрә сәс.

Иртәнсәккәй тороп, тышҡа сыҡһам,
Мәҙинәкәй-гөлкәй, бөҙрә сәс, 

Тыуып үҫкән ерҙәрен һағына. 
Сал бөркөттәр осор, ай, шыҡыйып,
Мәҙинәкәй-гөлкәй, бөҙрә сәс, 

Ябалаҡтар йоҡлар түш киреп, 
Таңдар атҡан саҡта бер ҡыҙ һыҡтай,
Мәҙинәкәй-гөлкәй, бөҙрә сәс, 

Түшәгендә ауыр ҙа төш күреп.

Этте үлтерһәң — түләүе бер көсөк