Күк Ирәндек буйҙарының Иҫәнбәт ауылында Күсбикә исемле һылыу ҡыҙ үҫкән. Ә Иҫәнбәттән дүрт-биш саҡрым алыҫлыҡта, шул уҡ Ирәндек итәгендә, Ишбирҙе тигән ауыл бар. Шул ауылда Әбелфәрит тигән бер егет үҫеп буй еткән. Уны Фәрит тип кенә йөрөткәндәр. Ата-олатаһы кеүек, Фәрит тә йәштән урман ҡарауылсыһы булып эшләй. Урманды ул һәр саҡ ҡәҙерләп һаҡлаған. (Бына тигән йырсы, мыҡты кәүҙәле һөйкөмлө бер ир ине ул мин белгәндә, 1923—1924 йылдарҙа.)

Еләк-емеш өлгөргән ваҡытта емешкә йөрөүсе ҡыҙҙарҙан сабынлыҡты тапаттырмаған Фәрит, муйыл, балан ағастарын һындыртмаған, ҡыуа торған булған.

Уның егет сағында була был хәл.

Иҫәнбәт ауылынан бер төркөм ҡатын-ҡыҙ еләк йыйып йөрөгәндәрендә Фәриткә тап булалар. Ошо ваҡыт ул, Күсбикәне күреп, уның һылыулығына таң ҡала. Йөрәгендә ҡыҙҙы яратыу хистәре уяна. Шуға күрә еләк йыйыусыларҙы ла ҡыумай Фәрит. Күс-бикәнән күҙен алмай, оҙаҡ ҡарап торған Фәрит. Күсбикә лә Фәриткә, һирпелеп ҡарап, күҙ һалғылаған. Уның да йөрәгендә егетте яратыу тойғолары уянған. Ошо көндән һуң был ҡатын-ҡыҙҙар көн һайын тип әйтерлек еләккә килгәндәр. Фәрит тә улар менән бергә йөрөгән.

— Фәрит ағай, һеҙҙе бик шәп йырлай, тиҙәр, йырлап ишеттер әле,— тигәндәр. Был һорауҙы һәммәһе лә хуплаған. Шул саҡ Фәрит йырлап та ебәргән:

kusbike diyarov

Ирәндеккәй тауҙай, ай, тау ҡайҙа,
Төйәләҫкәй һыуындай һыу ҡайҙа;
Күп ерҙәрҙе йөрөп, күпте күрҙем,
Күсбикөләй һылыу шул ҡыҙ ҡайҙа.

Ошонан һуң Фәрит, Күсбикәне һоратып, ике-өс тапҡыр яусы ебәрһә лә, Күсбикәне бирмәгәндәр. Күп тә үтмәй, ата-әсәһе ҡыҙҙы бер бай малайына биреп ебәрә.

Фәрит ғүмере буйы Күсбикәне онота алмаған, уға арнап сығарған көйөнә йырлап йөрөгән. 1924 йылда бай һәм бай ҡуштандары, уға үс тотоп, бер мәжлестә шарапҡа ағыу ҡушып эсереп үлтерәләр. Был ваҡытта Фәрит олатайға илле йәштәр самаһы булғандыр. Яҡынса 1870 йылдар тирәһендә тыуған.

Йырҙы, уның тарихын 1925 йылда Ишбирҙе ауылы Мырҙағәле еҙнә йырлап һәм һөйләп ишеттерҙе. Иҫәнбәт ауылы Ғөбәйт Ибраһим улы Кибәтуллин да шуны уҡ һөйләй һәм йырлай торғайны.

Күсбикәнең ҡыҙының ҡыҙы хәҙер ҙә иҫән. Ул беҙҙең Баймаҡ районы Басай ауылында йәшәй.

Эшләһәң, эш көс бирә