Мирфәйҙә исемле бер ҡыҙ һылыуҙарҙың да һылыуы булған. Ҡара ҡашлы, аҡ йөҙлө, үткер күҙле, оҙон ҡара сәс толомдары семәрле итегенең үксәһенә етеп торған уның. Эшлекле уңған ҡыҙ булыуы менән бергә, оҫта бейеүсе лә булған. Атаһы урта хәлле ауыл кешеһе. Ата-әсәһенең ғаиләлә берҙән-бер һөйөнөсө шул ҡыҙ икән. Уны яҡшы кейемдәр менән кейендереп, бөхтә генә йөрөткәндәр. Шул арҡала Мирфәйзәне яратмаған егет булмаған, ти.

Олпат кәүҙәле, егеттәр араһында үҙенең эшлекле һәм һылыу булыуы менән айырылып торған бер ҡурайсы егет өҙөлөп яратҡан Мирфәйзәне һәм, уға арнап, Мирфәйзә исеме менән бейеү көйө сығарып, ҡурайҙа уйнап бейеткән. Ошо арҡала ике арала көслө мөхәббәт уты ҡабынып китә һәм улар ҡауышыу бәхетенә ирешәләр.

mirfayza diyarov

Ҡул ҡайҙа — ауыҙ шунда