Әүәл заманда, яҙғы сәсеү эше бөткәс тә, бесән алдынан сиҙәм ере һөрөп биреү өсөн, Юлғотло исемле бер ярлы егет ауылдың бер байына яллана. Ул ауылға ҡайтып йөрөмәгән, эшләгән урынында ҡыуыш ҡороп, шунда ашап-эскән һәм шунда йоҡлаған. Аҙыҡты бай һәр көн үҙе алып бара, Юлғотлоноң эшен дә ҡарап йөрөй торған булған. Юлғотлоноң эшенән бай ҡәнәғәт икән. Торараҡ бай яланға ашамлыҡ алып барыуҙы еткән ике ҡыҙына тапшыра. Ҡыҙҙар икеһе лә һылыу һәм тиң үҫеп киләләр. Был ҡыҙҙар, яҡшы кейенеп, һыланып-һыйпанып, икәүләп Юлғотлоға һәр көн аҙыҡ килтерә башлайҙар. Юлғотло ике һылыу ҡыҙҙы һәр көн яҡты йөҙ менән ҡаршы алған, шаян һүҙҙәр һөйләп, мауыҡтырған. Ҡурай тартып бейеткән. Шулай уҡ улар мауығырлыҡ йырҙар ҙа йырлаған. Юлғотло төҫкә лә һылыу булған. Ҡыҙҙар Юлғотло янында оҙағыраҡ булырға ынтылып торғандар. Шулай һәр көн килеп йөрөй торғас, уларҙа Юлғотлоно яратыу тойғолары ла уяна башлай. Аҙағыраҡ ҡыҙҙар аҙыҡты икәүләп түгел, ә алмашлап килтерә башлайҙар. Бер көн апаһы, икенсе көн һеңлеһе Юлғотло янына аҙыҡ менән килә. Хәҙер инде Юлғотло ла, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡыҙҙарға алмашлап мауығып китә. Ҡыҙҙар һәр көн кисләтеп йорттарына ҡайта. Ҡыҙҙарҙың әсәһе, ни эшләп шулай оҙаҡ йөрөйһөгөҙ, тип һорауына, ике-өс рәт сәй ҡайнатып эсерҙек Юлғотло ағайға, тип яуап бирәләр.

Хәҙер, ҡыҙҙарға әүрәп, Юлғотлоноң эше лә әллә ни ырамай башлай. Ә әсә кеше, ҡыҙҙарының йөҙҙәренә ҡарап, ниҙер һиҙенә башлай.

Был хәлде бай ҙа аңлап, ни эшләргә белмәй, аптырауға ҡала.

Бай мулла саҡырта һәм шәриғәт законы менән Юлғотлоно язаға тарттырыу мәсьәләһен ҡуя. Ауыл халҡын йыйып, сход алдында Юлғотлоға хөкөм сығармаҡ булалар. Сходта тәүге һүҙҙе бай алып, Юлғотло өҫтөнән, уны ғәйепләп, һөйләп бирә. Ауылдың ярлы халыҡтары Юлғотлоноң үҙенән һөйләтеүҙе талап итәләр. Эштең нисек булғанын һөйләп бир, тигәндәр.

Шул саҡ Юлғотло эштең нисек булғанын йырлап аңлатып бирә:

ulgotlo diyarov

Аяҙлы ла түгел, эй, болотло, 
Нишләп йөрөйһөң, кинйәм һин Юлғотло? 
Юлғотло ла меҫкен йөрөй торғас, 
Ике лә матур ҡыҙға ла юлыҡты.

Байҙар ғына ҡыҙҙарын, әй, үҫтерә 
Сатин-бурлат күлдәктәр кейҙереп. 
Сәскәйҙәрен тарап, һылап-һыйпап, 
Йөрөйҙәр бит йәнемде көйҙөрөп.

Юлғотло йырлап бөтә, халыҡ геүләп китеп, бында Юлғотлоноң ғәйебе юҡ, ҡыҙҙар үҙҙәре егеткә һарылғандар, хатта улар алмашлап яңғыҙар ғына Юлғотло янына барғандар, тип ҡаршы төшөп, егетте ҡамсы менән туҡмауҙан ҡот саралар.

Ошо ваҡиғнан һуң Юлғотло был тирәнән ҡайҙалыр китеп, бөтөнләйгә юғала. Тик уның моңо һәм йыры ғына халыҡ күңелендә мәңгегә һаҡланып ҡала.

Ниғәмәт ауылы ҡурайсыһы Абдрахман ағай Абайҙуллин Юлғотло көйөнөң тарихын шулай һөйләр һәм, ҡурайҙа уйнап, үҙе йырлар ине.

Аҡ кеше-саҡ кеше, ҡара кеше-ныҡ кеше