Баймаҡ районы Тоҡтағол ауылында Биктамыш исемле шәп ҡурайсы булған. Шәп ҡурайсы булыуы менән башҡорт халҡы араһында дан тотҡан.

Биктамыш, бер марш көйө сығарып, ҡурайҙа уйнаған. Көй халыҡ араһында ҡурайсынан ҡурайсыға бик тиҙ таралып китә. Халыҡ уны «Биктамыш көйө», «Биктамыш маршы» тип йөрөткән.

biktamysh diyarov

Был көйҙө күбеһенсә Баймаҡ, Әбиәлил райондарының Тоҡтағол, Шаҙығай, Күсей, Басай, Иҫәнбәт ауылдары ҡурайсылары уйнаған. Мин уны Тоҡтағол ауылынан ҡурайсы, тарихсы Ильяс Мәғәфүров ағайҙан өйрәндем.

Ҡауҙан ут яныр, дауҙан йорт яныр