Төйәләҫкәй буйы бигерәк йәмле, 
Аҡ тирмәләр ҡороп та йәйләргә,
Төйәләҫ буйҙары, 
Ҡайҙа ла ғына барһаң, тиң-тош кәрәк, 
Ҡаршы сығып атыңды бәйләргә,*
Төйәләҫ буйҙары. 
Төйәләҫкәй буйын, әй, тал алған, 
Ат саптырам тиһәң дә, тал яман,
Төйәләҫ буйҙары; 
Донъялыҡта ғына, эй, ни яман, 
Йәштән етем ҡалһаң да, шул яман, 
Төйәләҫ буйҙары.
Төйәләҫкәй буйы, эй, һары тал, 
Ир балалар менә лә ат итеп,
Төйәләҫ буйҙары; 
Сит илдәрҙә йөрөп, илеңә ҡайтһаң, 
Үҙ туғаның тора ла ят итеп, 
Төйәләҫ буйҙары.

Шулай итеп, «Төйәләҫ» көйө менән һүҙҙәре лә, Мәхмүттән ҡалған ҡомартҡы йыр булып, халыҡ араһында таралып китә. Мәхмүт ярлы балаһы һәм байҙар ға ҡаршы булғанлыҡтан, был замандың байҙары, бай ҡуштандары был көйҙө Мәхмүт сығарған көй тип - халыҡ араһына тараттырмайҙар. Әммә халыҡ үҙенең күренекле көй ижадсыһын, йырсыһын, ҡурайсыһын онотмай, был саф йөрәкле ҡаһарман ил егетенең исемен үҙенең йөрәгендә һаҡлап алып ҡала.

Ил дауһыҙ булмаҫ, ир дауһыҙ булмаҫ