• 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6

ЯҢЫЛЫҠТАР

  • Алдан һайланылған
  • Исеме буйынса
  • Ваҡыты буйынса
  • Осораҡлы рәүештә
загрузить еще Удерживайте SHIFT чтобы загрузить все загрузить все
Көләмәс — мыҫҡыллап көлөү тигән һүҙ. Ундай характерҙағы жанрҙарҙан көләмәс әйтелеш формаһы менән дә, эстәлеге менән дә айырыла. Мәҫәлән, таҡмаза туй йолаларына ҡарай төҙөлөп, хор менән башҡарыла, һармаҡ, ситләтелгән образдар аша бирелә тинек. Көләмәс тура мәғәнәле һүҙҙәр менән тормоштоң төрлө ваҡиғаларын яҡтырта. Үлсәү һәм форма яғынан ҡыҫҡа сәнскеле йырҙарға оҡшағандай булһа ла, диалог формаһында, ҡапма-ҡаршы әрепләшеү, үсекләшеү йәки тәнҡит ҡылыу рәүешендә һәм һамаҡлап әйтелеүе менән уларҙан айырыла.

Һамаҡ менән әйтелгән көләмәстәр

I

Тарт, тарт, Ҡотой ҡарт,
Хәсби еңгә, тирмән тарт.
Тарт, тарт, Ҡунаҡас еңгә, тиҙерәк тарт!
Эркетең таша, көлөн тарт,
Һөтөң таша, ҡуҙың тарт.
Киленең йоҡлай, бар уят,
Ашарға ла әҙер түгел,
Ире ҡайтһа, һиңә оят.
Тарт, тарт,
Алға ла тарт, артҡа ла тарт,
Торһон, уят, ғүмер ҡыйбат!

II

Ялҡау уйлар эш тапмаҫ,
Көндөҙ йоҡлап, төн ятмаҫ,
Уйлай-уйлай ҡартайған,
Башы тубалдай тарбайған,
Атаһы әле тыумаған,
Улына уҡ та юнмаған.
Ябағаһы ат булған,
Уны көтөп, эт булған.
Сығып киткән һунарға,
Ай киткән, ти, йыл киткән,
Тура килгән ҡунырға.
Бисәһе бәпесләп, ул еткән,
Атаһы ҡайтырын ул көткән.
Ялҡау әле тормаған,
Битен-ҡулын йыумаған.
Бисәһе тигәне туп булған.
Ул һөйәм тип ҡараһа,
Екеп төшкән йөн булған.

III

Аты ат түгел — ята ла тулай, ята ла тулай.
Арбаһы арба түгел — ята ла ҡолай, ята ла ҡолай.
Кендеге кендек түгел — сыға ла китә, сыға ла китә. Тәгәрмәсе тәгәрмәс түгел — һурыла ла китә, һурыла лакитә.
Сәкүшкәһе сәкүшкә түгел — Һына ла ҡуя, һына ла ҡуя Эйәһе эйә түгел — һөрөнә лә сүкендәй, һөрөнә лә сүкендәй. Бисәһе бисә түгел — көлә лә шиҡандай, көлә ләшиҡандай.

IV

Ишбулдыға хоҙай ул биргән, аямаған, мул биргән:
Иң өлкәне Бикмырҙа, уға етәгеһе Ишмырҙа,
Уға етәгеһе Туҡмырҙа, уға етәгеһе Ҡолмырҙа,
Уға етәгеһе һуҡмырҙа, уға етәгеһе Ырыҫмырҙа,
Уға етәгеһе Тикторма, иң кинйәһе Килбында.
Ишбулдының улы күп, шулай булһа ла йүне юҡ:
Бесәне сабылмаған, юғы1 табылмаған.
Еп ишеүе ишелмәгән, ҡымыҙы бешелмәгән,
Кәртәһе көрәлмәгән, ситәне үрелмәгән.
Ҡаҙығы ҡатылмаған, һарайы ябылмаған.
Ишбулдыға һүҙ ҙә юҡ: бер балаһы өйҙә юҡ,
Ҡайһы туп һуға, ҡайһы бура һуға,
Ҡайһы кәпәс тибешә, ҡайһы йомаҡ ҡойоша.
Ҡабағын ҡараш яуҙырып, ыңғыр бауын ысҡындырып,
Ялан күлдәк, ялан баш Ишбулды ҡапҡа төбөндә тора,
Үҙе сәбәләнеп-сәбәләнеп ҡысҡыра:
Ишмырҙа, Бикмырҙа, һай, ер йотҡорҙары!
Ырыҫмырҙа, Ҡолмырҙа,
һай, тырып тейеп, күҙегеҙ сыҡҡырҙары!
һуҡмырҙа, Туҡмырҙа,
һай, бура таяғы тейеп, аяғығыҙ һынғырҙары!
Тикторма, Килбында,
Тикторма, Килбында,
Бар саҡырығыҙ мырҙаларҙы!
(«Яны юл» № 5—6, 1923, 48-се бит.)

V

Әбей менән бабай ғор-ғор йоҡлай,
Уртаһында йәш бала һикереп төшөп уйнай.
Арандағы биш кәзә мырт-мырт көйшәй,
Кәртәләге һары тай сар-сар кешнәй.
Соландағы аҡ көсөк әү-әү өрә.
Утлыҡтағы күк һыйыр ҡат-ҡат мөңрәй.
Әбей, бабай йоҡлай, һис ни белмәй.
Кәзә, һыйыр һауылмай, көтөүҙән ҡалған ҡыуылмай,
Көсөк тә соландан сығалмай, лаулап өрә, түҙәлмай.
Һары тай ҙа сығырға сапсына ла ярһына
Аслығына түҙәлмай, теҙгенен дә өҙәлмай.
Көләмәстең ҡайһы бер дин әһелдәренән көлөп сығарыл ғандарына үрнәк:

Берәү:

Ни нәмә ул ғәйет, фытыр?
Мулла һөйләй мытыр-мытыр,
Тиме шунда: килтер-килтер.

Икенсе:

Мулла әйтер: килтер-килтер,.
Кеҫәңдәген бөтөр-бөтөр.
Тик муллаға тултыр-тултыр,
Һиңә ҡалһын бер шымтыр.
Байҙар ашар килтер-килтер,
Һиңә ярар ҡытыр-ҡытыр.
Унан асҡа тороп ҡал да,
Әсең тотоп, үкер-үкер!

Берәү:

Кәрәкме һуң ғәйет, фытыр?
Юҡ, һин уға төкөр-төкөр,
Шуның менән һүҙең бөтөр!

Диалог формаһында әйтелгән көләмәс өлгөһө

Бөрйән ырыуы менән Ҡатай ырыуының бер-берен көлә мәсләүе:

Бөрйән:

Үҙгенәйһең Ҡатай, илең бутай
Арҡан һатып йөрөгән һин, ҡатай.
Бил-арҡанды арбаға алыштырып,
Арҡан һатып йөрөгән һин, ҡатай.

Ҡатай:

Бөрйәндәрҙең булыр, ай, ҡалтаһы2,
Ҡалтаһында булыр саҡсаһы3.
Саҡсаһына һалып, атам тиһә,
Шыбаҡтылып ҡойолор маңҡаһы.
Бай килене йәки бай бисәһе менән көтөүсенең көләмәс- ләшеуе.

Бай бисәһе:

Ялсы, ялсы, ялсы гел,
Йәлсемәгән ялсы гел.
Беҙҙә ҡороҡ тотҡан ҡол,
Күбек ялап үҫкән ҡол.

Көтөүсе:

Ялсы, ялсы, ялсымын,
Йәлсемәгән ялсымын,
Һеҙҙә ҡороҡ тотҡанмын,
Һеҙҙең кеүек еңгәйҙәрҙе
Үбеп, ҡосоп үҫкәнмен.

Колхоз тормошондағы ялҡауҙарҙы фашлау көләмәсе:

Ғәниә:

Һаумы әле, Шәмсиә,
Нисек бара эштәрең?
Быйыл алаһы уңышҡа
Нисә труд эшләнең?

Шәмсиә:

Һин һорама, мин әйтмәйем,
Инде хәҙер нишләргә?
Терһәгемде тешләр инем,
Ул да етмәй тешләргә.
Кеше эшкә киткән саҡта
Ләстит һатып ултырып,
Ә көҙ көнө иген алдым
Тик бер кеҫә тултырып.

Ғәниә:

Ярай әле, Шәмсиә,
Һин алғанһың бер кеҫә.
Ә мин һорап барғайным да
Бирмәнеләр бит кисә!
Бригадир эшкә ҡыуғанда
Һәр саҡ ҡасып ҡалғайным.
Йоҡом туйғас ҡына яйлап,
Һуңлап эшкә барғайным.
Бик хурландым ала алмағас
Өйгә ҡайттым аптырап.
Яғырға ни утыны юҡ,
Ас ултырам ҡалтырап.

Шәмсиә:

Улай итеп ҡарайыҡ,
Былай итеп ҡарайыҡ.
Ашарға бирмәйҙәр тиеп,
Наркомземға барайыҡ.

Ғәниә:

Улай итһәң дә булмаҫ,
Былай итһәң дә булмаҫ,
Эшләгән генә ашай бит,
Ни эшләһәк тә булмаҫ!
Яҡшыһы шул, иптәшкәйем,
Актив эшкә башлайыҡ.
Ялҡаулыҡты тамырынан
Йолҡоп алып ташлайыҡ.
  1. Юғы— юғалған малы
  2. Бутай — һөйкөмһөҙ мәғәнәһендә.
  3. Саҡса — уҡ, мылтыҡ һалып алыу өсөн әҙерләнгән һәм саңғь алдына ҡуйылған дуға һымаҡ нәмә.
Һәләтһеҙ һәнәк һындырыр, көсһөҙ көрәк һындырыр

МӘҠӘЛӘЛӘР

  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 23 окт
    Мустафин Раис Рауфович

    (1980) Герой Российской Федерации

  • 24 окт
    Гараев Филюс Фазлиахметович

    (1941–1990) Певц, народный и заслуженный артиста БАССР

  • 24 окт
    Туйгунов Риф Галимович

    (1946–2014) Писатель, заслуженный работник культуры РФ и РБ, лауреат премий им. С.Чекмарева, им. Ф.Карима