• 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6

ЯҢЫЛЫҠТАР

  • Алдан һайланылған
  • Исеме буйынса
  • Ваҡыты буйынса
  • Осораҡлы рәүештә
загрузить еще Удерживайте SHIFT чтобы загрузить все загрузить все

«Һармаҡ» — шаян йыр мәғәнәһендә йөрөй, һармаҡтың эстәлеге көлкө булһа ла, унда көлөү, яҙма әҙәбиәттәге басняларҙағы һымаҡ, хайуан йәки ҡоштар образдары аша ситләтелгән формала бирелә. Хәйләкәр һәм анһат мал табырға юл эҙләүсе кешеләрҙән көлгәндә былай әйтелә:

— Төлкө, төлкө, төнәмәй,
Төндә ҡайҙа йөрөйһөң?
Яу еренә барамын.
Унда нисек үтерһең?
Бейей-бейей үтермен.
Бейеү һиңә ни бирә?
Ҡойоҡа-ҡойоҡа баш бирә.
Уны ҡайҙа йыуырһың?
Ағын һыуҙа йыуырмын.
Ағып китһә, нишләрһең?
Ҡойроғомдо болғатып,
Күҙҙәремде уйнатып,
Ҡарғып-ҡарғып торормон.

Эшләмәй, тауышына маһайып, туйҙан-туйға йырлап йәки ҡурай уйнап йөрөүселәрҙән көлөп әйтелгән һармаҡ:

Һандуғас әйтә:

Тип-тип, леп-леп,
Алғынайым,
Гөлгөнәйем.
Гөлгә ҡунам,
Шунда һайрап,
Шунда торам,
Һыҙғырт! һыҙғырт!
Сәскә һайлап,
Баҡса күҙәт,
Ҡунаҡлайым,
Таҡмаҡлайым.
Моңдо һүтәм,
Көндө көтәм,
Төндә һүнәм.
Яңылышмамын әле лә!
Монда йөҙәм,
Тәсбих теҙәм,
Көйҙө һуҙам,
Йоҡо күрмәй,
Күпкә түҙәм,
Түҙәм, түҙәм.
Суби, суби, сут, сут, сут!
Ем һорай балаһы: «тип-тип», ти.
Һайрайым, балам, көт-көт, ти.
Үҙем дә ас бит-бит, ти.
Төш тә күбәләк тот-тот, ти.

Үҙенә төйәк ҡора алмай, ер-һыуын, илен ташлап, аҙып-туҙып, йөрөгән кешеләрҙән көлөп сығарылған һармаҡ:

Бүҙәнәнең өйө юҡ,
Ҡайҙа барһа: «Бытбылдыҡ!
Бытбылдыҡ! Бытбылдыҡ!»
Ер бауырлап1 эт булдыҡ,.
Ярай әле туҡ булдыҡ.
Шиҡайһалар тибергә,
Япраҡҡа инеп юҡ булдыҡ,
Бытбылдыҡ! Бытбылдыҡ!
Күрмәһен, күрмәһен,
Ыласын, ҡыйғыр күрмәһен,
Әтәлге лә күрмәһен,
Ҡайҙа икәнде белмәһен,
Үткер тырнаҡ элмәһен.
Бытбылдыҡ! Бытбылдыҡ!
Ул яҡта ла беҙ булдыҡ,
Был яҡта ла беҙ булдыҡ,
Күккә сыҡһаҡ — быт булдыҡ,
Ергә ятһаҡ — быт булдыҡ.
  1. Ер бауырлап — ерҙә баҫып йөрөү.
  2. Шиҡайыу, кәйелеү — юғарынан түбәнгә осоу.
  3. Әтәлге — ҡарсығанан ҙурыраҡ, һарғылт ҡойроҡло йыртҡыс ҡош.
Ағиҙел — илдең яғаһы

МӘҠӘЛӘЛӘР

  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 23 окт
    Мустафин Раис Рауфович

    (1980) Герой Российской Федерации

  • 24 окт
    Гараев Филюс Фазлиахметович

    (1941–1990) Певц, народный и заслуженный артиста БАССР

  • 24 окт
    Туйгунов Риф Галимович

    (1946–2014) Писатель, заслуженный работник культуры РФ и РБ, лауреат премий им. С.Чекмарева, им. Ф.Карима