• 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6

ЯҢЫЛЫҠТАР

  • Алдан һайланылған
  • Исеме буйынса
  • Ваҡыты буйынса
  • Осораҡлы рәүештә
загрузить еще Удерживайте SHIFT чтобы загрузить все загрузить все

Борон саҡта, иген сәсмәгән, бесән сапмаған, олатайҙар гел малын сәскә утлатып, малға үреш, ҡышлыҡ тибен эҙләп, ырыу-ырыу эркелешеп, ер-һыу өсөн бер-береһе менән талашып, Уралды төйәк, Ирәндекте тибен итеү өсөн, бер ырыу икенсе ырыуға көйөҫ-көйөҫ яу асып, бер-беренең йәйләүен баҫып, мал-тыуарын, бала-саға, ҡатын-ҡыҙын талап йәшәгән саҡта, аранан аҡыллылар сығып, яусылар араһында һүҙ асып:

Аҙаматтар, ырыу башҡа булһа ла, бауыр бер бит. Ошо яу-яллашып, яулашыуҙы туҡтатҡанда ла арыу булмаҫмы икән? — тигән һүҙ ташлағандар, ти. Яумылар һөңгөләрен ергә сәнсеп, керпек ҡаҡмай, ауыҙы менән һөйләүсене йоторҙай булып, тыңлап торғандар. Ҡайһылары ауыҙына үлән ҡабып, башын түбән һалып, уйлап ултырғандар, ти. һөйләүсенән һүҙ сыҡҡан, һүҙгә эйәреп һүҙ киткән, бары ла аҡыллы һүҙен аҡыллы тапҡандар ҙа, яулашыуҙы ташларға булғас, үҙе баш, үҙе түш булып аҡһаҡалдар араһында шау-шыу китеп, үҙ-ара даулашып, һәр ҡайһы аҡһаҡал үҙе морон төрткән ханына барып, ярҙам һорағандар, ти. Аҡһаҡалдарҙың эше был яҡ менән дә сыҡмағас, аптырағандар, «һаман көслө ырыу көсһөҙ ырыуҙы талар, былай тороу ярамаҫ, бер ҙә булмаһа, Мәскәү батшаһына барып ҡарайыҡ», — тип һүҙ берләштергәндәр, ти.

Ерле ерендә кәңәш итеп, тағы ла ырыу аҡһаҡалдары бер ергә йыйылып һөйләшкәндәр, ти. Аҙаҡ сиктә бөтә ырыу аҡһаҡалдары араһынан: Бөрйәндең Иҫке бей, Ҡыпсаҡтың Ҡужаҡ, Тамъяндың Шағәле тигән кешеләрен батшаға ебәрергә булғандар, ти.

Был кешеләр Мәскәүгә барғас, батша: «Бик ҙур ҡунаҡтар килгән», — тип ҡаршы алған, ти. Бөтә һанат, янаралдарын йыйған, аш-һыу әҙерләп, ҡунаҡ иткән. Барын да бейҙәрҙән һорашҡас, бейҙәр ҙә илдең әйткән йомошон энәһенән ебенә саҡлы һөйләгәс, батша:

Береүтала1 миңә баш һалығыҙ, һеҙҙең ер-һыуығыҙҙы үҙ арағыҙҙа бүлеп бирҙерермен, тирә-яҡ хандар һеҙҙең илгә килеп аяҡ баҫа алмаҫ, — тигәс, аҡһаҡалдар үҙ-ара аҡыллашҡандар, ти.

— Ханға тырым-тырағай яһаҡ-маҙар ташып йөрөгәнсе, бер ерҙә булыр. Илке-Һалҡы уйлап тормайыҡ, баш һалайыҡ, — тип һөйләшкәндәр ҙә, батшаға инеп үҙ теләктәрен әйткәндәр, ти. Батша быларҙың үҙҙәрен ант иттереп, бөтә илде баш һалдырырға һүҙ бирҙереп, ҙур туй яһаған, бөтә һарайҙарын күрһәткән, бер нисә көн ҡунаҡ итеп, барына ла ҙур бүләк, тарханлыҡ биргән, ти. Ер-Һыу сиктәрен билдәләп, ырыу ыҙғыштарын бөтөрөргә кеше ебәрмәк булған, шунан илселәр ҡайтып киткәндәр, ти.

Илселәр ҡайтып, ип-һап итеп, халыҡ менән һөйләшеп бөтөүгә, батша кешеләре килеп еткән, ти. Батша ебәргән начальниктар килгәс, ат-хат еткән ерҙән ете ырыу халҡын «Тарауыл» аҡланына йыйғандар, бер ҙур туй яһағандар, ырыу-ырыу яҡлашып, батырҙар көрәшкән, сәсәндәр әйтем әйтешеп, ҡурайсылар ҡурай уйнаған, йырсылар йырлашҡан. Аҡһаҡал, байҙар ат саптырған, һунарсылар ат өҫтөндә уйнап, сәп атышҡан — бөтәһе белгәнексә уйын-көлкө яһап, уҙғарғандар, ти. йыйынға килгән ете ырыу эсендә быға саҡлы Уралды күрмәгән, буйына аяҡ баҫмаған ырыуҙар ҙа булған. Уларҙың йырсы, ҡурайсы, сәсәндәре Уралды кәмһетеп, Урал өсөн ыҙғышып йөрөгән ырыуҙарҙан көлөп йырлағандар:

Урал да ғына Урал тип әйтәһеҙ,
Уралығыҙ ҡыҙырым сауҡа икән.
Күрмәгән дә саҡта ла, ай, зауҡы икән,
Күрҙең иһә күнелдәй ҡайта икән.
Урал да ғына Урал тип әйтәһеҙ,
Уралығыҙ ҡаялы тау икән.
Батшаларға етеп, ай, даулашҡан,
Ҡан-яу һалған Урал да шул микән?

Уралды яманлаған сәсәндәрҙең әйтеме:

Урал тигән данлы тау,
Биш ырыуҙы ыҙғытып,
Яу астырған шаулы тау.
Иылын ике түлләгән,
Аҡҡоштай һылыу ағартып,
Йөнө менән өй теккән;
Хоҙанан шәрә тәнеңде
Йылытырға түл йейеп2,
Тиреһенән тун теккән;
Табын-табын туйыңда
Ҡунағыңды һыйларға
Тәкәләрен ит иткән;
Берәүгә ҡарыу итмәгән,
Йыуашлыҡта бер байғош
Ҡуй-Һарыҡты быуыусы
Бүрегә ышыҡ булған тау.
Бер туғандай йоп булып,.
Күкрәген һыҡтатып,
Сәскә үбеп, бал йыйып,
Илен байға туйҙырып,
Донъя көткән бал ҡортон
Ҡырым-сиреү ҡылыусы
Айыуға төйәк булған тау.
Ат өҫтөндә уйнарҙай
Батырына түтә3 юл,
Биленән һуҡмаҡ һыҙҙырмай,
Ҡырҡыу тояҡ аҡ кейек
Ҡоралай тигән йылғырҙы
Батырынан көлдөрөп,
Ҡая үрсетеп, маһайып,
Бөтә ҡош-ҡорт йыртҡысҡа
Төйәк булған Урал тау.
Яҙҙың һөйөнсө оранын,
Ҡар һыуында сәскә ат-ҡан,
Яҙҙың төҫөн балҡытҡан,
Һары күҙәнәк, күк ҡайпыу
Умырзая сәскәһен
Йылы ҡояшҡа ҡотайтмай4
Ҡыҙарып сыҡҡан ҡояшын
Ышыҡлатып ҡаянан
Үрсетмәгән һалҡын тау.
Дөйәгә йәндәй аш булған
Юшаны юҡ Урал тау.
Әсеһерәгән малына
Татыры юҡ Урал тау.
'Ҡош күстәре төшәрлек
Мөлдөрәп торған алдырҙай5,
Өҫтөндә сыр-сыу йөҙөшөп,
Ҡарасай ҡаҙҙар түл йейгән,
Тирә-яғы тәңкәләй
Ҡырсын менән биҙәлгән,
Һаҙмыттарын һылыулап,
Екән, ҡуға ураған,
Заятүләккә йәр булған
һыуһылыуын үҫтергән,
Сысҡан һыртлы ҡола мал
Батырына ат итеп,
Өйөр-өйөр түлләткән
Асылы күлдәй күле юҡ.
Шып-шыр урман Урал тау.
Таңдың еләҫ еленән
Сәскәһен ҡурсыр Урал тау, —

тип йырлаған, әйтем әйткән.Ялан ырыуы халҡынаУралда йәшәгән ырыуҙарҙыңйырсылары былай йырлаған:

Урал ғына буйы ла бик үк йәмле
Аҡ тирмәләр ҡороп та йәйләргә,
Биттәренә ултырып та ҡурай юндым,
Уралымды маҡтап та көйләргә.
Урал буйҡайҙары сауҡа-сауҡа,
Япраҡ яра яҙын бер саҡта,
һандуғастар килә, моң-һыу тула,
Ҡайғыларың бөтә лә шул саҡта,
Урал буйҡайҙары ла армыт-армыт,
Бар йылғаға әсә лә булған ул.
Шылтырап аҡҡан һыуы буйҙарына
Ырыуҙарын туплап йыйған ул, —

тип йырлағандан һуң, сәсәндәре өдгәп былай тип маҡтаған:

Илде туфандай ҡаплаған
Ҡара һыуҙан әрсегән,
Дейеү-пәрей үҫтереп,
Ерҙең сәскә, ағасын,
Ялан, Урал буйҙарын
Һыу аҫтында тынсытып,
Зар илатҡан Шүлгәнгә
Аҡбуҙ толпарын менеп,
Диңгеҙ йөҙөп, яу асып,
Килгән Урал батырҙың
Буйлап килгән һуҡмағы —
Беҙҙең данлы Уралтау.
Ете ырыуҙың атаһы,
Шунда ырыу йәйҙереп,
Барына ата булған тау.
Иҙел, Нөгөш, Яйыҡты
Үҙән, Эйек, һаҡмарҙы
Һауыны еткән елендәй
Барын берҙәй ағыҙып,
Балаһын күреп һуҡыранған
Әсәләй һуғарып ил иткән —
Барына әсә булған тау.
Урал илгә әсә ул,
Урал илгә ата ул.
Уралға тел тейҙергән —
Ата-әсәһен кәмһеткән
Тыума бала булыр ул.
Ата — ата булмаһа,
Батырға өлгө булырмы?
Әсә — әсә булмаһа,
Һылыуға әсә булырмы?
Атаһыҙҙы ул итеп,
Илдең ҡонон белерме?
Әсәһеҙҙе ҡыҙ итеп,
Батырға әсә булырмы?
Атаһыҙ үҫкән уҡ юнмаҫ
Илен ҡан-яу баҫҡанда,
Әсәһеҙ үҫкән йөй текмәҫ
Иле яуға киткәндә, —

тип, маҡтап йырлашҡан, әйтешкәндәр. Шунан һуң бөтә ете ырыу ҙа Урал буйын — төйәк, ялан ерҙе йәйләү итергә һүҙ ҡуйышып таралғандар. Ете ырыуҙы татыулаштырған туйҙа ҡурайсы уйнаған, йырсылар йырлаған был көйҙө «Ете ырыу — семирод». көйө тип, күп саҡтарға саҡлы әйтҡәндәр, ти.

  1. Береүтала — бөтөнләй бер юлы.
  2. Иейеп — үрсетеп мәғәнәһендә.
  3. Түтә — тура.
  4. Ҡотайтыу — туйындырыу, ҡәнәғәтләндереү.
  5. Алдыр — табаҡтан бәләкәйерәк туҫтаҡ.
Ер тауһыҙ булмаҫ, ил яуһыҙ булмаҫ

МӘҠӘЛӘЛӘР

  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 20 авг
    Мажитов Нияз Абдулхакович

    (1933) Археолог, вице-президент Академии наук РБ, профессор, доктор исторических наук, заслуженный деятель науки

  • 21 авг
    Уметбаев Мухаметсалим Ишмухаметович

    (1841 - 1907) Башкирский поэт-просветитель, переводчик, филолог, этнограф, общественный деятель, публицист.

  • 22 авг
    Кашапова Ляля Мухаметдинова

    (1952) Отличник народного просвещения РФ. Музыковед