• 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6

ЯҢЫЛЫҠТАР

  • Алдан һайланылған
  • Исеме буйынса
  • Ваҡыты буйынса
  • Осораҡлы рәүештә
загрузить еще Удерживайте SHIFT чтобы загрузить все загрузить все

Бик борон саҡта, батша ҡул һуҙмаҫ, олатайҙар яңы төйәк һайлап, кем уҙарҙан ер биләгән, көслө ырыу көсһөҙ ырыуҙы тибәргән осорҙа бер туған Ҡарағоломбәт менән Аҡҡоломбәт тигән ике бай йәшәгән. Былар икеһе ике ерҙә бай булып, береһе береһенән уҙҙырып көн иткәндәр. Аҡҡоломбәттең Аҡйегет, Бабсаҡ тигән ике улы булған, Ҡарағоломбәттең, йыл һайын дүрт бисә алып, дүрт бисә айырып торһа ла, балаһы тыумаған, ти. Ағаһы Аҡҡоломбәт ҡустыһы Ҡарағоломбәттең ошо хәленә бик эсе бошон, һәр саҡ был турала әйтә килгән.

Берҙән бер көн Аҡҡоломбәт, бөтә тирә-яҡҡа оран һалып, күҙ күргән, ҡолаҡ ишеткән ерҙән ала бөтә ырыуҙы йыйып, ҙур туй яһаған. Бейҙәр батырҙарын, йүгерек аттарын йыйып килгәндәр, ти. Ағаһының туйына Ҡарағоломбәт тә батырҙарын эйәртеп, дүрт бисәһен янына ултыртып, ер һелкетеп килеп төшкән, Аҡҡоломбәт ҡаршы алғанда:

— Ҡустым, сәскә утлаған мал һымаҡ, йыл һайын сәскәнән сәскәгә һикереп, килендәрҙе алыштырып ҡына тораһың, бәй, бәй... килендәрҙе тағы ла яңыртҡанһың. Был эшең ҡыҙыҡлыҡтанмы? Әллә сараһыҙҙанмы? — тип һораған, ти. Ҡарағоломбәт:

— Ағай, уныһы минең эш. Мин ни теләйем, шуны эшләйем, — тип яуап биргәнен Аҡҡоломбәттең улы Аҡйегет тыңлап торған да:

— Атай, ниңә уға аптырайһың? Донъяла бар йәндең ире, бисәһе бар. Үлеп айырылғансы шуның менән көн итә, бала үҫтерә. Тик эттең генә айырым билдәләнгән бисәһе юҡ. Теләгән саҡта осраған берәү менән ҡауыша. Ағайым да шулай йәшәргә уйлағандыр, — тип көлгән, ти. Аҡйегеттең был һүҙенә Ҡарағоломбәт бик ғәрләнгән, шулай ҙа ағаһына ла, Аҡйегеткә лә һиҙҙермәгән, уйынға һабыштырып ҡына ҡуйған, ти.

Бер нисә көндәр ҡунаҡ булғандар. Туй бөткәс, Ҡарағоломбәт батырҙарын, сабарҙарын бер көн алда ҡайтарып ебәргән. Дүрт бисәһе менән үҙе ҡалған, ти. Иртән тороп, аш-ни ашап, һыуһын эсеп, ат-маҙарҙы егеп, ҡайтырға йыйынған саҡта Ҡарағоломбәт:

— Ағай, ҡустыларымды миңә ҡунаҡҡа ебәр. Аяҡ аҫтынан ел уҙғарып ҡайтырҙар, — тигән, ти. Бабсаҡ ауырыҡһыныу арҡаһында бара алмаған. Аҡйегет Ҡарағоломбәт менән киткән, ти. Юлда ҡайтып барғанда, былар бер туғайлыҡҡа төшөп, аттарына тын эсереп, үҙҙәре һыуһын эсеп, ял итеп китергә булғандар, ти. Ашаған, эскәндәр, уйнаған, көлгәндәр. Бисәләре еләк ҡарарға киткән. Ҡарағоломбәт менән Аҡйегет ял итергә ятҡандар, ти. Туйҙа уйнап, ҡунаҡ һыйлап йөрөгән Аҡйегет ятҡас та йоҡоға киткән, ти. Ҡарағоломбәт бының йоҡоға киткәнен белгән дә, ҡынынан хәнйәрен сығарып, Аҡйегетте сәнсеп үлтергән.

Минең араға төшөп, мин алаһы ҡыҙҙы алдың, етмәһә, мине эткә оҡшатып, атайың алдында ауыҙ йырып көлдөң. Бына хәҙер көл... Хәҙер бисәңде лә алырмын. Бабсаҡты үлтерһәм, ағайым ҡарт, ул оҙаҡламай үлер, уның бейлеге лә үҙемә ҡалыр, — тип үҙ-үҙенә һөйләнеп, Аҡйегеттең үлеген күлгә ташларға маташҡанда бисәләренең еләктән ҡайтып килгәнен күргән дә: «Былар күрҙе, береһе әйтмәһә, береһе әйтер, быларҙы ла үлтерәйем», — тип, бисәләрен дә һуйып, барын да күлгә һалып, ҡайтып киткән, ти.

Аҡйегетте атаһы аҙна көткән, ай көткән, һаман ҡайтмағас, белер өсөн бер һыбай ебәргән, ти. Тегеһе барһа, исмаһам, белгән-күргән кеше лә юҡ, ти. Ҡарағоломбәт Аҡҡоломбәт кешеһенә:

— Аҡйегет яртылыҡ юлға еткәс, «ҡайтам», тип, кире уйлап ҡайтып киткәйне. Яман артаҡҡа осрамаһа ярар ине. Минең үҙемде айыуҙар уратып, ат-тунымды, бисәләремде ашап китте, — тигән, ти.

Аҡҡоломбәттең ебәргән кешеһе ҡайтып бөтә күргән-белгәнен баштан-аяҡ һөйләп биргән, ти. Аҡҡоломбәт аптыраған. «Ҡайҙа китер икән?» — тип уйлаған. Был эштең осона-ҡырына сыға алмай, эҙләү-һорашыу өсөн илгә кеше таратҡан, ти. Ебәргән кешеләр аҙна, ай йөрөп, бер нәмә лә белмәй, аптырап, ҡайтып килгәндә, бер көтөүсегә осрап, һораша башлағас, көтөүсе:

— Ундай-бындай кеше бер ҙә осраманы. Бер айҙар самаһы була инде, Ҡарағоломбәт бай бер егет, дүрт бисәһе менән ошо күл туғайына килеп төшкәйне, күреп-нитеп ҡалһа, бай һуҡыраныр тип, тиҙ генә көтөү малдарын Сауҡа аръяғынараҡ ситләттем. Бер аҙҙан һуң сыр-сыу килгән бисәләр тауышы ишеткәс, ошо күл яғына йүгереп килдем. Килһәм, ни күҙем менән күрәйем, бай, ҡабаланып, бер атына менеп, саң-томан булып сабып китеп бара. Ике атын һуйып киткәндәр. Шунан бүтән бер кеше лә күргәнем юҡ, — тигән. Быға бай кешеләре:

— Ана шул бай менән киткән егет ғәйеп, бай менән бармаған, кире әйләнеп ҡайтып киткән, ошо көнгә саҡлы өйгә лә ҡайтҡаны юҡ. Бына шул егет яңғыҙ-яба ҡайтып килгәндә осраманымы? — тигәндәр, ти. Көтөүсе:

— Юҡ шул. Ундай яңғыҙ-ярым йөрөгән бер кеше лә күҙгә салынманы. Улай икән!.. Ул егет бай менән бармағандыр шул, — тип һүҙен бүлгән дә: «һеҙ Аҡҡоломбәт кешеләреме ни?» — тип һораған, ти. Былар:

Эйе, эйе. Беҙҙе ул бына шул егетте эҙләргә сығарып ебәрҙе. Бер ҙә эҙенә төшә алмай, арманһыҙ булып ҡайтып киләбеҙ. Кеше һынлы нәмәне таба алмай ҡайтҡас, бай күҙенә лә күренеү оят. Юғалһа, егет әрәм була инде, ил өсөн арыу ине. Илгә атаһы ҡаты оронһа, һәр саҡ илде ҡурсып, тел ҡыҫтырып бара торғайны, — тигәс, көтөүсе, тирә-яғына ҡаранып, былай тигән:

Егеттәр, байҙың уландарын үҙем күргәнем, юҡ. Илдең маҡтауын һәр саҡ ишетә йөрөйөм. Улай булһа, бына нимә: күбәләктәй йәнем, бер ҡалаҡтай ҡаным шаһит булһын. Ҡайҙан ишеттек, шунда ҡалһын. Ҡартайған көнөмдә күргәнемде йәшереп тормайым, белгәнемде аҡ күңелемдән һөйләйем, улай булһа, атығыҙҙан төшөгөҙ, — тигәс, бары ла аттарынан төшөп, аттарын ағасҡа бәйләп, түңәрәкләп ултырғас, көтөүсе ҡарт һөйләргә керешкән:

Мин, бай күрмәһен, тип малдарымды Сауҡа аръяғынараҡ ситләттем. Бай киткәс, күлгә барып балыҡҡа һалған мурҙамды ҡараған булып, һаман шәйләп йөрөнөм. Бер аҙҙан һуң сыр-сыу килгән бисәләр тауышы ҡолағыма салынды. Был ни хәл, мин әйтәм, байҙың аты-маҙары болоҡһоп, берәй бәләгә дусар булдылармы әллә, тип күлгә йүгерҙем. Килһәм, ни күҙем менән күрәйем, бай бер атына менгән дә ат фарманына саң-томан булып, сабып китеп бара. Аптыраным, алйыным, нимә эшләргә белмәнем. Ары йүгереп, бире йүгереп ҡараным, тирә-яҡта бер йән әҫәре юҡ. Айыу килеп ҡыйратҡан тир инем, һыйыр, һарыҡ һис еҫ алманы, улар һиҙә торғайны, аптырағас, байҙың арбаһы янына барҙым, ике атының аяғы бәйле, икеһен дә салып ташлағандар, арба тирәһендә ҡатын-ҡыҙ сәсенең, кейем-һалымының өҙөктәре, тапалған үлән өҫтәре шыр ҡан, күл тирәһен уратып-сабып ҡараным, һис үлгән-ниткән кеше юҡ. Нимә тиергә лә белмәнем, берәүгә лә һөйләмәнем, бисмилла, башлап бына һеҙгә һөйләп ултырам», — тигәс, бары ла аптырашҡандар, ти. Бай кешеләре үҙ-ара һөйләшкәндәр, бейгә үҙебеҙ генә ҡайтып һөйләһәк, бай ышанмаҫ, көтөүсе ҡартты ла бергә алып ҡайтайыҡ, тип уйлашҡандар, ти. Был уйҙарын көтөүсе ҡартҡа әйткәс, ул барырға ҡурҡһа ла, егеттәр димләп, ҡартты күндергәндәр, ти.

Көтөүсе ҡартты алып, күмәкләшеп, Аҡҡоломбәт бейгә барғандар, былар үҙ белгәнен, ҡарт үҙ белгәнен бейгә баштан-аяҡ, энәһенән-ебенә саҡлы һөйләп биргәндәр, ти. Бай был эшкә аптыраған. Сер һыйған аҡһаҡалдарын йыйып кәңәшкән дә, күл төбөн барып ҡарарға булғандар, ти.

Аҡҡоломбәт батырҙарҙы йыйып, балыҡсыларҙы эйәртеп, ауға сыҡҡан кеше һымаҡ әҙерләнеп, көтөүсе ҡарт һөйләгән күл буйына киткән, ти. Ау аулаған, балыҡ һөҙгән булып маташһалар, ни күҙҙәре менән күрһендәр, бер бисә үлеге килеп сыҡҡан. Аҡҡоломбәт быны күргәс тә таныған, тағы һөҙгәндәр, һөҙә торғас, бишеһен дә тапҡандар, ти.

Аҡҡоломбәт ҡустыһы Ҡарағоломбәттең эше икәнлеген белғән, тик уның ни өсөн был эште эшләүенә төшөнә алмай аптырап, өйгә ҡайтҡан, ти. Бисәләренән, улы Бабсаҡтан һорашҡан, күмәкләп уйлашҡандар, һис йәбешкеһен таба алмағандар. Аҙаҡ сиктә Аҡйегеттең кәләшен саҡырып һорашҡан. Килене:

— Ай, ҡайным, Ҡарағоломбәт ҡайнаға килгәс тә мин бейә һауырға барғайным, артымдан эйәреп барҙы ла: «Аҡйегеткә килеп түш киреп йөрөйһөңмө? Етмәһә, мине эткә оҡшатып көлә. Туҡтағыҙ әле, көлһәгеҙ, бер саҡ иларһығыҙ. Минән һине һалдырып алып бер көлдө, эт һымаҡ тип, атаһы алдында ике көлдө», — тигәс, мин бер һүҙ ҙә әйтмәнем, бының эсендә һаман дошманлығы бар икән тип уйланым. Аҡйегеткә ҡайтҡас та әйттем. Бахырым, аҡ күңел ине бит: «Һине минән айырып ала алмаҫ инде» тип көлдө лә ҡуйҙы. Етмәһә, Ҡарағоломбәт ҡайнаға саҡырғас: «Бына ағайым үпкәләй ти инең, беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырҙы әле», тип, һаман атына менеп киткәндә лә көлөп китте. Мин, эс тартып, шул саҡлы ебәрмәҫкә уйланым, тыңлама­ы. Бахырым үлергә генә киткән икән, — тип үкһеп илаған, ти.

Аҡҡоломбәт бөтә эштең Ҡарағоломбәттең эше икәнен аңлаған, барса батырҙарына атҡа менергә ҡушып, бер төн Ҡарағоломбәттең йәйләүен баҫып, үҙен бәйләп алырға һүҙ ҡуйып сығып киткәндәр, ти.

Ҡарағоломбәт, ағаһының күлдән үлектәрҙе тапҡанын ишеткәс тә, ағаһы ҡон юлларға барыбер килер тип, ағаһы килеүенә батырҙарын йыйып:

Аҡҡоломбәт ағайым мине ҡунаҡҡа саҡырып хурлап әрләүе етмәй, артымдан ҡыуа сығып үҙемде саҡ үлтермәнеләр, бисәләремде, еккән атымды тартып алып ҡалдылар. Бисәләремде мыҫҡыл итеп, аҙаҡтан үлтереп, күлгә һалғандар. Әле шуларҙы күлдән алып күмгәндәр тип ишеттем. Ағай булһа ла, мин был хурлыҡҡа түҙә алмайым,— тип һөйләп, бөтә ырыуын аяҡҡа баҫтырған, ти. Бөтә батырҙары атҡа менеп, Аҡҡоломбәт йәйләүен баҫабыҙ, хаин бейлекте бөтөрәбеҙ, тип теш ҡайрап яуға сыҡҡандар, ти.

Икеһе ҡара-ҡаршы осрашып һуғышҡандар. Аҙаҡ сиктә Аҡҡоломбәт еңелеп, ҡулға алынған. Уның башын киҫкәс бисәләрен күлгә ташлап, бөтә тоҡомон бөтөрәм, ике бейлеккә лә үҙем баш булам, тип Ҡарағоломбәт Аҡҡоломбәттең төйәгенә киткән, ти.

Был хәлде ишеткәс, Аҡҡоломбәттең бисәләре, килене күп кешеләрҙе, Бабсаҡты эйәртеп, ер-һыуын, мал-тыуарын ташлап ҡасҡандар, ти. Ҡарағоломбәт эҙләткән, таба алмаған. Бөтә эште һорашып, үҙе тураһында сыҡҡан хәбәрҙе төпсөп, көтөүсенән сыҡҡанын белгәс, көтөүсене лә тотоп алған, ти. Ҡарағоломбәт, ике бейлеккә лә баш булып, Иҙел тамағынан Иҙел башына саҡлы бей булып, алдынан ҡош, юлынан кеше уҙҙырмай, берәүҙе лә тиң күрмәй матҡурып1 йәшәгән, ти.

Бабсаҡ әсәләре, үҙенә эйәргән кешеләре менән тыуып үҫкән илен ташлап, сит хандың ҡулы аҫтына барып һырышҡан, ти. Унда барып, егет будып, батырлыҡта дан алып йәшәһәләр ҙә, тыуған илен, ер-һыуын, йәй күсеп йөрөгән йәйләүҙәрен һағынып йырлағандар. Бабсаҡ йәштән үк йырсы, ҡурайсы булған. Ул илен, ер-һыуын һағынып, былай тип йырлаған:

— Ап-аҡ булып тирмә, ай, теҙелгән,
Иҙел ине уның да һыулауы,
Йән биреүкәйҙәрҙән ауыр була
Тыуып үҫкән илде уйлауы.
Килтерһәнә, әсәй, ҡурайымды,
Йәйләүҙәге көйҙө тартайым.
Яландары саңлы, сағылы ҡырлас,
Үҙ еремә нисек ҡайтайым, —
тип йырлағас, әсәһе улын йыуатып, былай тип йырлаған:
Ялан ғына ерҙә, ай, аҡ татыр,
Аҡ татырҡайҙарҙа мал ятыр.
Илаһаң да, балам, һыҡтаһаң да,
Тупраҡ яҙған ерҙә баш ятыр.

Бабсаҡәсәһенә:

Атҡа ғына менһәң, ай, ат яҡшы,
Ергә генә төшһәң — ер яҡшы.
Алтын сыҡҡан ерҙә йөрөүемдән
Ҡайғы баҫҡан тыуған ил яҡшы.
Яйыҡ буйҡайының, ай, йәйләүе,
Ҡоштары юҡ, бигерәк һил кеүек,
Һыуҙары ла тәмһеҙ, иле йәмһеҙ,
Бер көн тороуҙары йыл кеүек;
Һырғаҡ ҡына буран, ай, әсе ел,
Ышыҡ тапмай меҫкен йылҡылар.
Тыуған йәйләүҙәрем иҫемә төшһә,
Кистәремдә алмай йоҡолар.

Әсәһе:

Ап-аҡ ҡына еләк, ай, сәскәһе
Ята ла ғына ерҙә бәйләнеп.
Батыр ғына булһаң, балаҡайым,
Бер ҡайтырһың илгә әйләнеп.

Бабсаҡ:

Алма сыбар ғына атым булһа,
Менмәҫ инем һис тә туратҡа,
Башҡайҙарым, әсәй, йәш булмаһа,
Илдән боҫмаҫ2 инем йыраҡҡа.

Әсәһе:

Сал бөркөт тә ятмай саң-саң итә,
Күрһәтә ул үҙенең ғәйрәтен.
Ирмен генә тигән ир егеттәр
Күрһәтә ул үҙенең һиммәтен.
Көмөш кенә эйәр, ай, килешә,
Менгән генә атың кир булһа,
Ир-егеткәй етмәҫ һис нәмә юҡ,
Йөрәкле лә батыр ир булһа.
Ай, тау ҙа ғына яҡшы, ай, тау яҡшы,
Тау яғалай уҙған юл яҡшы.
Сит еркәйҙәрҙең алтынынан
Тыуып үҫкән ерҙә лә таш яҡшы.
Алтын да ғына эйәр атҡа тейәр,
Эйәләре белмәҫ тә, ат белер.
Батыр егеткәйҙең, ай, ҡәҙерен
Үҙ туғаны белмәҫ, ят белер.

Бабсаҡ:

Урал тауҡайҙарын, ай, буйлаһам,
Ултырып уйҡайымды уйлайым,
Йәйләүҙәрем иҫкә төшкән саҡта,
Йырлау түгел, ултырып илайым.

Әсәһе:

Урал кейегенең араһынан
Әҙәм ашар кейек тапманым.
Ҡарағоломбәттәй яуыз йыртҡыс
Уралымда эҙләп тапманым.
Ҡарағоломбәт беҙҙе үгәй күрҙе,
Ҡайын ырыуым — барын арбаны.
Ҡарағоломбәт беҙгә бүре йән булды,
Йәйләүлеккә тынғы бирмәне.
Балаҡайым, инде буйың үҫте,
Аҡылыңды үҫтер ир булып.
Ҡыпсаҡ илдәренә ырыуың туҙҙы,
Йыйнар сағың етте бей булып.
Атаң тоҡомон, балам, әрләй тимә,
Бүре йән булды беҙгә барыһы.
Ҡарағоломбәттең, ай, тауында
Үгәйһетте беҙҙе күбеһе.
Ҡарағоломбәткә атаң, балам,
Имсәктәш булып тыуғансы,
Өләсәйеңә, балам, ваба тейеп,
Буйлы3 көйгә ятып үлһәсе.

Бабсаҡ:

Әсәкәйем, мамыҡ түшәк йәймә,
Ҡая булһын минең түшәгем.
Ҡан-яу асам, әсәй, бүре йәндәргә,
Уралымда ҡалһын ашығым.

Бабсаҡ әсәһе менән кәңәш-төңәшкән дә, Ҡыпсаҡ яҡтарына таралған ырыу туҙғындарын йыйып, үҙе яу башы булып, Уралға — атаһы йәйләүенә ҡайтырға сыҡҡан, ти.

Ҡарағоломбәт, Бабсаҡтың ҡайтып килгәнен ишеткәс, ат-хат еткән ерҙән батырҙарын саҡыртҡан, ти. Бай саҡыртҡас, батырҙары, бер-бер хәл булғандыр, тип, ат фарманына саптырып килә һалғандар, ти. Былар кәңәш итешеп ултырғанда, яуын яғалай ҡуйып, Бабсаҡ һәм әсәһе бер нисә кеше менән Ҡарағоломбәт янына килеп ингәндәр, ти. Бабсаҡтың әсәһе Ҡарағоломбәткә:

Йөҙөңдө лә һытма, Ҡоломбәт,
Асҡа киҫелеп тә ҡайтҡан тип;
Һуғымын да һуйма, Ҡоломбәт,
Ҡунаҡтар уҡ булып ҡайтҡан тип.
Сит илдәрҙә йөрөп тә ҡаңғырып,
Тилмереп тә ҡайтҡан тимәгеҙ,
Ҡатын да башын ҡаҡайтып,
Үркә лә һөйләй тимәгеҙ.
Киҫелгән дә ағас төбөнән
Ҡыуғын4 да үҫмәҫ тимәгеҙ;
Бишектә лә ятҡан ир бала
Атҡа ла менмәҫ тимәгеҙ.
Тубарылып та тыуған шәр бала,
Әүелдәп тә күлдәк кейә икән;
Атаһынан да күреп, ир бала
Уғын да юнып үҫә икән.
Атанан тыуған да күп ирҙәр
Һайыҫҡандай төҫтәш тыумай икән,
Йыртҡыс та тигән күк бүре
Тоҡомо ҡанын да эсмәй икән.
Аҡыллы ла булған ир батыр
Бүре иләүе янында мал бағыр5.
Аҡыллы ла булған ир батыр
Һыҡтаусынан үҙенә ил йыйыр.
Балаҡайым килде лә ил йыйып,
Тыуған да үҫкән ил тиеп;
Атаһы ла ҡонон юлламай
Имсәктәш тә бауыры юйған тип.
Урал да бите ҡырлас тау,
Ҡанға ла һыуһар ер түгел,
Минең дә улым Бабсаҡ бей
Яуға ла сапмаҫ ир түгел.

Ҡарағоломбәттең батырҙары үҙ-ара һөйләшкән-һөйләшкәндәр ҙә Ҡарағоломбәткә:

Сит ерҙә мал ерһенмәй, илен ташлап Бабсаҡ әлдә күп йөрөнө. Ҡайтһын, үҙ ырыу-йәйләүенә хужа булып, бей булһын, һуғышмайыҡ. Беҙҙән барымта ла, ҡарымта ла юлламай бит, — тигәндәр, ти. Ҡарағоломбәт батырҙарынан был һүҙҙе ишеткәс, бик асыуланған, батырһыҙ яу ҡайтарып булмаҫ, тип уйлаған да, яу асмаған, ти. Бабсаҡ үҙ ырыу йәйләүенә ҡайтҡан. Ҡарағоломбәт ырыуын «бүре йән» ырыуы тип, кәмһетеп һөйләп килгәс, атаһының ырыуы булһа ла, уларға ҡушылмаған. Үҙе менән бергә Ҡыпсаҡ яғынан ҡайтҡан халыҡтар исеме менән ырыуын «Ҡыпсаҡ» тип атаған. Бөтә ырыу йыйыны йыйылып, туй яһағандар. Бабсаҡты Ҡыпсаҡ ырыуына бей итеп ҡуйғандар, ти.

Бабсаҡтың әсәһе менән ҡасып йөрөгән сағында йырлаған йырын, көйөн «йәйләү» көйө тип, күп йылдарға саҡлы атап йөрөткәндәр.

  1. Матҡурып — ҡомйоҙланып, ҡурҡытып, айҡап йөрөү.
  2. Боҫмаҫ — йәшенеп ятмаҫ.
  3. Буйлы — йөклө, ауырлы ҡатын.
  4. Ҡыуғын — ҡырҡҡан ағастар төбөнән үҫкән йәш ағастарға әйтелә.
  5. Бүре бер ҡасан да балалары ятҡан иләү янындағы малға теймәй.
Ир-егет майҙан тотор

МӘҠӘЛӘЛӘР

  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 23 окт
    Мустафин Раис Рауфович

    (1980) Герой Российской Федерации

  • 24 окт
    Гараев Филюс Фазлиахметович

    (1941–1990) Певц, народный и заслуженный артиста БАССР

  • 24 окт
    Туйгунов Риф Галимович

    (1946–2014) Писатель, заслуженный работник культуры РФ и РБ, лауреат премий им. С.Чекмарева, им. Ф.Карима