• 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6

ЯҢЫЛЫҠТАР

  • Алдан һайланылған
  • Исеме буйынса
  • Ваҡыты буйынса
  • Осораҡлы рәүештә
загрузить еще Удерживайте SHIFT чтобы загрузить все загрузить все

Таҡмаҡ үҙенең сығышы һәм тарихы менән рустарҙың частушкаларына бик яҡын торған жанр. Частушка-таҡмаҡ тураһында фольклорсыларҙың ҡарашы төрлө булһа ла, уның эш процессындағы ритмға эйәреп тыуғанлығына берәү ҙә ҡаршы килмәй.

Таҡмаҡ-частушка тураһында Ю. М. Соколов үҙенең «Русский фольклор» тигән хеҙмәтендә А. М. Смирнов-Кутачевский исемле фольклорсының «таҡмаҡ туранан-тура фабрикала машина ритмына эйәреп тыуған» тигән һүҙҙәренә ҡаршы килә. «Таҡмаҡ үҙенең барлыҡҡа килеү тарихы менән ҡатмарлы. Академик А. Н. Соболевский, профессор Д. К. Зеленин, Е. Н. Елеонская һымаҡ күп кенә фольклорсы-тикшереүселәрҙең фекерҙәренә нигеҙләнеп, таҡмаҡ (үҙенең ҡыҫҡа формаһына һәм рифмалашыу үҙенсәлегенә ҡарап та) боронғо жанр һәм уның сығышы ла ауыл ижады традицияһына тығыҙ бәйләнгән тип әйтеп була»1 ти.

Таҡмаҡ тураһында ундай төрлө ҡараштарҙың булыуы бушҡа түгел, әлбиттә. Ул һәр эпоха тормошон еңел сағылдыра алыусы ябай поэтик форма, һәр ваҡиғаны, һәр теманы ул тиҙ генә күтәреп ала һәм ябай көй ритмына еңел генә әйтеп бирә.

Шул форма ҡалыбында, еңел көй нигеҙендә таҡмаҡ үҫкән, киңәйгән. Әммә ул «баллада», ««романдар» һымаҡ атамаһы тар, эстәлеге киң жанр булып китмәгән. Үҙ эсенән ул «ҡыҫҡа йыр», «таҡмаза» һәм «һармаҡты» айырып сығарған. Таҡмаҡтың боронғолоғо — тән хәрәкәте ритмына буйһоноусы һүҙ сәнғәте булыуҙа һәм бейеүҙе оҙатыусы жанр булараҡ йәшәүендә.

Таҡмаза, ҡыҫҡа йыр һәм һармаҡтың ижек яғынан бер үлсәүҙә булыуҙары, тарихи йырҙар кеүек айырым көйгә йырланмауҙары уларҙың таҡмаҡҡа яҡын тороуҙарын күрһәтә. Башҡарылыу проңессында тән хәрәкәтенең булмауы, эстәлегендәге һәм темаһындағы яңылыҡтар был жанрҙарҙың таҡмаҡтан һуңыраҡ тыуғанлығын раҫлай. Был жанрҙар тураһында һүҙ киләһе бүлектәрҙә.


1 - Соколов Ю. М. Русский фольклор. 402-се б.

Уңған ҡулда ут уйнай

МӘҠӘЛӘЛӘР

  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 23 окт
    Мустафин Раис Рауфович

    (1980) Герой Российской Федерации

  • 24 окт
    Гараев Филюс Фазлиахметович

    (1941–1990) Певц, народный и заслуженный артиста БАССР

  • 24 окт
    Туйгунов Риф Галимович

    (1946–2014) Писатель, заслуженный работник культуры РФ и РБ, лауреат премий им. С.Чекмарева, им. Ф.Карима