• 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6

ЯҢЫЛЫҠТАР

  • Алдан һайланылған
  • Исеме буйынса
  • Ваҡыты буйынса
  • Осораҡлы рәүештә
загрузить еще Удерживайте SHIFT чтобы загрузить все загрузить все

Килен килер көн еткәс, килендең ҡәйенһеңлеһе бөтә ҡыҙ-ҡырҡынды йыйып, ауылдан бер нисә саҡлы ергә ҡаршы барып торалар. Килен килеп етеү менән уны арбанан (ҡыш булһа — сананан) төшөрөп алалар ҙа, ауылға йәйәү алып ҡайталар. Ҡыҙҙарға күренеш бүләге өләшелә. Был йола Туҡсоран, Пугачев башҡорттарында йәшәп килгән йола. Үҙәк Башҡортостанда: Бөрйән, Тамъян, Ҡатай һ. б. төбәктәрендә килен төшөрөү йолаһы түбәндәгесә:

Башҡорттарҙа килен төшөрөү

Килен төшөрә торған өйҙә бөтөн ағай-энеләре йыйылып, геү килеп киленде көтә. Ағай-энеһенән берәүһенең ҡатыны киләсәк киленгә морондоҡ әсәй тип билдәләнә. Морондоҡ әсәй килен төшә торған өйгә килеп, өй эсен тәртипкә һалып, аш-һыу тәрбиәләшеп, өйҙәгеләр менән килен ҡаршыларға әҙерләнә. Килен күсеп килгәнен күреп, бөтә ауыл зәмәнә ҡубып, йәш-елкенсәк, ҡатын-ҡыҙ, ҡарсыҡ-ҡорсоҡ береһе ҡалмай йыйналып, ҡапҡа асып килен ҡаршылан. Килен ҡапҡанан инеп, аттар туғарғас, килендең артынан килеүселәр барыһы ла арбанан төшөп, өйгә инәләр. Килен генә арбанан төшмәй ултыра. Морондоҡ әсә килеп, уға бер һауыт менән икмәк, май, бал тәҡдим итә. Килен аштан ауыҙ итеп, кире ҡайтара. Морондоҡ әсә ҡәйнә булған кешегә:«Таяныптөшөргәкилен таянсыҡһорай», — тип әйтә.

Ҡәйнә булған кеше электән әҙерләп ҡуйған малды килендең арбаһы янына етәкләп алып килә. Килендең морондоҡ әсәһе килендең аяҡ аҫтына аҡ кейеҙ йәйеп, өҫтөнә мендәр килтереп һала. Килен ҡәйнәһе алып килгән таянсыҡ малға таянып, арбанан төшөп, аҡ кейеҙ өҫтөндәге мендәргә баҫа. Морондоҡ әсә киленде ҡулынан етәкләп, өйгә алып инә. Өйгә ингәндә килен түргә ҡарап өс ҡайтара сәләм ҡыла. (Ике ҡулы менән һул теҙенә таянып, уң аяғын артҡа һуҙып, тубығын иҙәнгә тейҙерер.) Йәш килен өйгә инеү менән үҙе урынға ултыра һалмай. Морондоҡ әсәһе, килендең ултырмай торғанын күреп, ҡәйнәһенә: «Киленең урынға ултырмай», — тип әйтә. Ҡәйнәһе тағы бер баш ваҡ мал инселәтә. Ошонан һуң килен түргә менеп ултырып, бөтә ҡунаҡтар менән бергә ҡунаҡ булып аш ашай. Юғарылағы таянсыҡ малы ла килендең үҙенсә инсе мал булып әүерелә. (Боронғо башҡорттарҙа таянсыҡ малына ҡолонло бейә, һауын һыйыр йәки кәзә-һарыҡ кеүек мал бирелгән. Хәҙерге башҡорттарҙа был йола бөтөп бара. Бик һирәк кешеләрҙә күренгеләй.) Йәш килен үҙенең өйөнән биленә яулыҡ йәки алъяпҡыс кеүек нәмә быуып килә. Бында килгәс уны ҡыҙҙарҙан берәү сисеп ала ла үҙенең биленә быуа. Килен был ҡыҙға бүтән алъяпҡыс биреп, үҙенең алъяпҡысын кире ала. Ошонан һуң киленде һыу башлауға алып китәләр.

Оҙатылып килгән килен йәш кәләш йә булмаһа «ҡушаматтан көсләп алынған ҡыҙ булһа, көндәштәрҙең өйрәтеп ҡуйыуы буйынса, уны арбанан ҡаршы алғанда ҡыҙҙар түбәндәге йырҙы йырлап алалар:

Бөгөн беҙгә килен килә,
Уңған ғына булһа ине,
Көндәштәрен сит күрмәйсә,
Бер туғандай күрһә ине.
Йырсылығына мауығып,
Батыр арбанған, тиҙәр.
Шуға күрә һырға туйҙа
Күп талаш булған, тиҙәр.
Кейәү менән ағалары
Кескә таянған, тиҙәр,
Һөйгән егетенән ҡыҙҙы
Көсләп алғандар, тиҙәр.
Бөгөн беҙгә апа шул ҡыҙ
Килен булып килә икән.
Шундай ҡанлы, йәшле күҙҙәр
Беҙҙе тиң күрер микән?
Килен килер көн еткәс,
Көндәштәре торманы,
Ҡоймаҡ ҡойор һөттәре юҡ,
Һыйырҙарын һауманы.
Таянысҡа һыйыр ҙа
Көндәштәре тотманы.
Иҙелмәнән ятып ҡалған
Сатан һыйыр тоҫҡаны.

Данлыраҡ килен ҡаршылағанда түбәндәгесә йырлайҙар:

Әйҙә, матур киленсәк,
Ҡайны, ҡәйнә теләге.
Барыһы ла көтә һине
Түҙә алмайса йөрәге.
Өйҙән ҡойроҡ саптар бейә
Буҫағаңа бүләккә.
Шеш мөгөҙлө ҡуңыр һыйыр
Киленсәккә теләккә.
Әйҙә, килен, өйгә инеп,
Тәжем яһа ололарға.
Үҙеңә лә юл асылыр,
Буҫағанан уҙырға.

Килен инеп тәжем яһағас, өлкәндәр теләк теләй:

Бейек тауҙа күкләгән
Ҡарсығалай бул, балам.
Ырыҫ-бәхет түшәлгән
Төклө аяҡлы бул, балам.
Ҡола йылҡың ҡолонлап,
Ҡола ялан тултырһын.
һыйырҙарың күп булып,
Ҡулың майҙар умырһын.
Ҡуй-Һарығың күп булып,
Аҡ тирмәләр ҡоролһон.
Ырыу-ырыу улдарың
Ауыл-ауыл ултырһын.

Тәжем яһап бөткәс, килен ҡыҙҙар менән сығып китә. Әгәр килен көндәш итеп һөйөлөп алынһа, көндәше йәш-елкенсәк араһында ире менән бергә була торған сират көндәрен әйтә. Был көндәштең йәш кәләште үҙ теләге менән алдырыуын, ҡыҙҙы үҙе һайлауын белдерә. Йәш килен ирен яратһа, бер һүҙ ҙә әйтмәй риза булырға тейеш. Кейәүҙе яратмаһа, йә көсләп алынған булһа, көндәшенә түбәндәге рәүештә йырлай:

Ҡояш нурҡайҙары була алмам.
Болот ҡаплар уны, ел ҡыуыр,
Ҡайғым уртаҡлашыр кешем юҡ,
Кем ҡыҙғаныр мине, кем ҡыуыр?
Ялан сәскәләре һулымай,
Ҡояш нуры һөйөп йыуатҡас.
Минең күңелем йыуатырҙай
Бер кемем юҡ, тотоп оҙатҡас.
Бүләк итмә, апай, уртаҡ төнөң,
Һиңә шатлыҡ, миңә ҡайғы ул,
Йәштән һөйгән йәрең үҙеңә булһын,
Һиңә бәхет, миңә ләхет ул.

Шунан һуң ҡыҙҙар уға килен билбауы быуырға тейеш. Килеп билбауҙы бейеп алырға, ҡыҙҙар таҡмаҡ әйтергә тейеш була:

Һинең туйың ҙур булған,
Тип әйтәләр түгелме?
Һине алалмай күп егеттәр
Хур булғандар түгелме?
Тыҡылдатып бейеүсе
Ҡурай тарта түгелме?
Ҡурай көйөнә йырлайбыҙ,
Бейеүең маҡтау түгелме?
Эйелеп, һығылып,
Матур баҫа түгелме?
Матур баҫып бейеүҙәре
Күңел аса түгелме?
Өҙә баҫып йөрәктәргә
Дәрт төшөрә түгелме,
Гөлгә ҡунған күбәләктәй
Елберләтә түгелме,
Елберләтеп бейеүҙәре
Дәрт ҡуҙғата түгелме?

Шунан һуң килендең әсәһе үҙ йортонда быуған билбауын сисеп алып, килен билбауын быуа. һөймәгән кейәүгә килеүе ҡыҙ өсөн бигерәк ауыр тойола, ул илай. Уны йыуатып, ҡыҙҙар түбәндәгесә йырлай:

Сәхрәләргә сығып, ай, ҡараһаҡ,
Ҡырау һуҡҡан сәскә ҡойола.
Башҡайыңды былай ҡайғы баҫҡас,
Күҙ йәштәрең һыуҙай түгелә.
Ҡуйсы инде, еңгә, күп илама,
Күҙ йәштәрең йола боҙа алмаҫ,
Башҡайҙарың былай бер бәйләнгәс,
Ҡотолорға юлдар таба алмаҫ.

Был йола әбей-һәбейгә еп, ҡыҙҙарға йыуаса өләшеү менән бөтә. Әбейҙәр киленгә теләк теләп, ҡатындар тураһында әйтем әйтәләр:

Данлы, данлы, данлы бай,
Дан сығарған данлы бай,
Көрәгәһе күректе бай,
Күҙгенәйе ипте бай!
Байҙың яҡшы килене –
Һауһа, һаба тултырыр,
Һауһа, һаба тултырып,
Ҡуҡырайып ултырыр.
Байҙың яман килене —
Һауһа, һаба тултырмаҫ,
Һауһа, һаба тултырмаҫ та,
Уйнап, көлөп ултырмаҫ.
Ауыҙы, башы остаңлап,
Арты, башы сустаңлап,
Бөшәй башын һыу итеп,
Урам араһын ҙур итеп,
Йөрөп торор буртанлап,
Дөррәт, дөррәт тертәңләп.
Юнһеҙ һунарсы арба менән ҡуян тотҡан

МӘҠӘЛӘЛӘР

  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 23 окт
    Мустафин Раис Рауфович

    (1980) Герой Российской Федерации

  • 24 окт
    Гараев Филюс Фазлиахметович

    (1941–1990) Певц, народный и заслуженный артиста БАССР

  • 24 окт
    Туйгунов Риф Галимович

    (1946–2014) Писатель, заслуженный работник культуры РФ и РБ, лауреат премий им. С.Чекмарева, им. Ф.Карима