• Адрес электронной почты защищен от спам-ботов. Для просмотра адреса в вашем браузере должен быть включен Javascript.

УРАЛ

Борон-борон замандарҙан бирле башҡорт халҡы киң далаларҙа һәм мәғрур Урал тауҙары араһында, Уралға һыйынып йәшәгән. Уралда тыуып, Уралда үҫкәндәр. Ырыу-ырыу булып, Урал ҡуйынында, матур тәбиғәт ҡосағында иркенләп йәшәгәндәр. Урал буйлап киң далаларҙа йәйләүҙән йәйләүгә күскәндә дөбөрләтеп йылҡыларын, мөңрәтеп һыйырҙарын, ҡуй-һарыҡтарын әйҙәп ҡыуып, сыр-сыу килгәндәр. Аҡ тирмәләр ҡороп, тиң-тоштарын, туған-ырыуҙарын йыйнап, тәкәләр һуйып, көрәгә артынан көрәгә ҡымыҙ эскән-дәр. Ҡурай моңона ҡушылып йырлағандар, бейеп күңел асҡандар. Йәй буйы ҡышҡылыҡҡа тәпән-тәпән май, сыттарын тултырып ҡорот һәм эремсектәр әҙерләгәндәр.

Еп иләгәндәр, тула һуҡҡандар, киндер эшкәрткәндәр. Иртә яҙҙан алып һалҡын көҙгә тиклем һәр йыл шулай хозур тәбиғәт ҡосағында ғүмер иткәндәр. Унан һуң тағы ла шулай, сыр-сыу килеп, ыҙмаға — ауылға күскәндәр. Ерен, һыуын — тау һәм далаһын дошмандарҙан ныҡ һаҡлаған, ҡорбан булған, ләкин һис бирмәгән башҡорт Уралын. Уҡ-һаҙаҡтарын алып, ҡулдарына баҡыр һөңгөләр, үткер ҡылыстар тотоп, тар-мар иткән дошман яуҙарын.

Урал тауының ҡуйы урмандары, мәғрур ҡаялары, башҡорт халҡының батырҙарын үҙ ҡуйынына алып, дошмандарҙан һаҡлаған. Шуға күрә Урал тауы борон-борондан атай-олатайҙарҙың, барса башҡорт батырҙарының мәңгелек төйәге булып һаналған.

Күп йылдар үтеү менән, башҡорт сәсәндәре Урал тауҙарына, киң далаларына арнап, моң-көй һәм йыр сығарып йырлағандар. Был моң һәм йыр бөтә башҡорт ырыуҙарына таралған һәм уға «Урал көйө», «Урал йыры» тип исем биргәндәр, йырҙарын йырлағандар һәм ҡурайҙа уйнағандар. Хәҙер инде был көйгә, ҡурайға ҡушылып, сәхнәләрҙә, радиола һәм телевидение аша йырлайҙар. «Урал көйө» башҡорт халҡының гимнына әйләнгән, уның моңона башҡа милләттәр араһында ла, сит илдәрҙә лә таң ҡалалар.

ural diyarov

Ялан ғына ерҙең, ай, межаһы — 
Таҡыя ла башлы бер ҡурай. 
Шул ҡурайҙы яһап тарттыниһәң, 
Урал ғына тигән көй урай.

Талдарыңды ҡырҡһам, Уралым, тамып тора 
Атай-олатайҙарҙың ҡандары. 
Шул ҡандарҙа үкһеп илап тора 
Ҡол ителгән башҡорт балдары1.

Ерәнсәйҙе менеп, елә сабып, 
Йөрөһәң ине Уралды буйлатып. 
Көрәгәләр алып, тиң-тош йыйнап, 
Ултырһаң ине ҡурай уйнатып.

Биленә ҡылыс тағып, ҡулына тотҡан 
Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын. 
Аямаған йәнен, түккән ҡанын, 
Кис бирмәгән башҡорт Уралын.

Уралҡайым, һинең баштарыңдан 
Күренеп кенә ята күп ерҙәр. 
Ҡартаймайһың, Урал, үҙгәрмәйһең, 
Килеп үк китә һиңә лә күп ирҙәр.

Уралҡайым, һинең урмандарың, 
Ҡаяларың бигерәк һөйкөмлө —
Балаларын ҡурсып ҡосаҡлаған 
Әсәләрҙең ҡуйыны шикелле.

Иртәнсәккәй тороп, тышҡа сыҡһам, 
Саңҡ-саңҡ итә Урал бөркөтө. 
Яҫы ла ғына маңлай, ай, киң яурын, 
Ах уҙаман башҡорт та егете.

Атайым һин, Уралым, әсәйем һин, 
Урал тирмен гүргә лә ингәндә. 
Ҡорал алып, яуға сығырмын мин, 
Тыуған илгә дошман килгәндә.

Ҡурайсы ла егет ҡурай тартмай, 
Урал ҡурайҙары булмаһа. 
Йыр сығарып кемдәр көй кәйләһен, 
Күкрәгендә моңо булмаһа.

Ерәнсәй ҙә егеп елгән саҡта 
Ышлыяҡайҙары ла киң кәрәк. 
Урал йырҡайҙарын йырлау өсөн 
Ал ебәктән йомшаҡ тел кәрәк.

Уралҡайым, һинең баштарыңдан 
Күренеп ята башҡорт далаһы, 
Йырҙарың күп һинең, моңдарың күп, 
Әйҙә йырла, башҡорт балаһы.

1Балдар - көнсығыш диалект формаһы - балалар


© 2011-2021 Союз кураситов РБ