• Адрес электронной почты защищен от спам-ботов. Для просмотра адреса в вашем браузере должен быть включен Javascript.

71. ЗӨЛХИЗӘ. ЗУЛЬХИЗЯ

71zulhiza_54
 
Ялан гына ерҙән дә болан килә,
Зөлхизә,
Уйһыу ҙа ғына ерҙән дә ай түтә тип,
Зөлхизә.
Төн уртаһы еткәс тә, бер ҡыҙ илай,
Зөлхизә,
йәш ғүмерем заяға ай үтә тип,
Зөлхизә.
Кәкүк кенә ҡоштоң да ай балаһы,
Зөлхизә,
Сит ояла үҫә лә ят булып,
Зөлхизә,
 
Ҡанлы йәштәр түгеп тә бер ҡыҙ илай,
Зөлхизә,
Көләс ғүмерем үтә тип ут булып,
Зөлхизә.
һөйгән генә егете ҡурай уйнай,
Зөлхизә,
Ят ҡуй(ы)нында йәнем дә йоҡлай тип,
Зөлхизә.
Ҡыҙ исемен ҡушып та йырҙар йырлай,
Зөлхизә,
Ташҡан күңелдәрем ай бушай тип,
Зөлхизә.
 
Запись X. Ф. Ахметова (пасп. см. комм. № 29).


© 2011-2021 Союз кураситов РБ