Ҡурайсы кодексы
Ҡурайсы исеменә лайыҡ булған кеше түбәндәге ҡанундарҙы ҡабул итергә тейеш:
- һис бер ваҡыт халҡының рухи-мәҙәни мираҫын һаҡлаусы, милләтенең әхлаҡи намыҫының тере сағылышы булыуын онотмаҫҡа;
- Ватанын һөйөргә, унда йәшәгән барлыҡ халыҡтарҙы ла тигеҙ хөрмәт итергә, халҡының һәм иленең патриоты булырға;
- һәр ерҙә үҙен лайыҡлы тоторға, үҙе өлгөһөндә халҡына, уның тарихына, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ихтирам уятырға;
- белемен камиллаштырыу өҫтөндә даими эшләргә, халҡы тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнергә һәм башҡаларға өйрәтергә, бар урында пропагандаларға;
- ил тарихын, ырыу-ғаилә шәжәрәһен белергә, киләсәк быуынға өйрәтергә, ғаиләлә, йәмәғәт урындарында балаларҙы шәхес итеп тәрбиәләүгә бар көсөн һалырға;
- башҡорт йыр-көй мираҫын даими өйрәнергә, халыҡсан көйөнсә һаҡларға һәм артабанғы быуындарға тапшырырға;
- ата-бабаларыбыҙҙың меңәр йыллыҡ ижади тәжрибәһе нигеҙендә барлыҡҡа килгән һәм ошо көнгәсә килеп еткән ҡурайҙы камиллаштырыу һылтауы менән изге ҡомартҡыны үҙгәртеүгә, асылда һыбыҙғыға өйләндереүгә, ҡурайҙан айырмаһы булған музыка ҡоралдарына «ҡурай» атамаһы биреү ынтылышына юл ҡуймаҫҡа;
- башҡорт халыҡ музыка ҡоралы ҡурай донъя мәҙәниәте хазинаһы, төҙөлә башлаған мәленән үк Башҡортостан дәүләтселегенең символы булыуын иҫтә тоторға, уға һөйөү һәм ихтирамды арттырырға;
- ҡурай һәм ҡурайсы исемен һаҡларға, был төшөнсәләргә тап төшөрмәҫкә, тар мәнфәғәттәрҙән сығып эш итергә ынтылыуҙарға юл ҡуймаҫҡа;
- ҡурай үләйенең үҫкән урыны - изге Урал тауҙарын, тәбиғәтен һаҡларға;
- ҡурайсылар һәм ҡурай моңон яратыусылар мөхитен арттырыуҙа, киңәйтеүҙә ҡыйыу эш итергә;
- үҙеңдән алда йәшәгән ҡурайсыларҙы, уларҙың ижадын белергә, хормәт менән иҫтә тоторға, мөмкин булғанса уларҙың шәхестәрен мәңгеләштерергә тырышырға.