• Адрес электронной почты защищен от спам-ботов. Для просмотра адреса в вашем браузере должен быть включен Javascript.

31 март Башҡорт дәүләт филармонияһының орган залында Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған,  Башҡортостандың  халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты  Азат Айытҡолов үҙенең юбилей кисәһен уҙғара. Уның үҙенә генә хас моңо, өзләп уйнау алымдары, нескә һәм виртуоз техникаһы, бер һүҙ менән әйткәндә, мәшһүр музыканттарға хас булғанса, ҡабатланмаҫ үҙ ижади йөҙө бар. Ҡайҙа ғына булмаһын, уның сығыштары һәр саҡ алҡыштарға күмелә. Был ҡурайсының оҫталығын, уның тамашасыға туған халҡының сәнғәтен еткерә алыуын таныу ҙа.


Ҡурай!

Һин бит нисә быуаттар

Йәндә-йәрәхәттәр имсеһе,

Шәжәрәһе халыҡ рухының,

Уралымдың, гүйә, илсеһе.

 Ҡурай моңо аҫтында ошондай шиғыр юлдары менән башланып китте билдәле ҡурайсы Вилдан Йомағужиндың яҡты иҫтәлегенә арналған Хәтер кисәһе. Сараны алып барыусылар йыйылыусыларҙы Бикес ауылында тыуып үҫкән егеттең тормош, ижад юлы менән таныштырып үткәндән һуң һүҙ Вилдан Йомағужиндың бер туған ағаһы Илдус Яхъя улына бирелде.


Хѳрмәтле ҡурайсылар, ҡурайҙы һѳйѳүселәр!sult

Һеҙҙе ысын күңелдән Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар берекмәһенең сайты асылыуы менән ҡайнар ҡотлайым!

Киләсәктә ошо сайт беҙҙең ҡурайыбыҙҙың үҫеүенә бик ҙур ярҙам күрһәтер тигән ѳмѳттә ҡалам, һеҙгә һаулыҡ һәм эшегеҙҙә уңыштар ғына теләйем. Рәхим итеп теркәлегеҙ!!!


Страница 15 из 15

© 2011-2021 Союз кураситов РБ